Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Август 2023, 14:17

ЯУЛЫҠТА - ТАРИХ. Таңһылыу Вәлиева

Бындай яулыҡ, бәлки, һеҙҙең һандыҡта ла һаҡланалыр?

ЯУЛЫҠТА - ТАРИХ. Таңһылыу Вәлиева
ЯУЛЫҠТА - ТАРИХ. Таңһылыу Вәлиева

Сәлимә һеңлемә бөгөнгө аят табынында хәйер - саҙаҡа таратҡанда бер яулыҡ биргәндәр.
КЕМ ҺАНДЫҒЫНДА ҺАҠЛАНЫП ЯТҠАНДЫР БЫЛ ЯУЛЫҠ?
Һеңлем һөйләй:
- Беҙ күреп өйрәнгә яулыҡтарҙан ҙур, сәсәкһеҙ шәл тиергә була. Беше генә, сәскәләре матур, төҫтәре сағыу. Бер мөйөшөнә этикетка йәбештерелгән, унда бөтәһе лә яҙылған: ҡайҙа, ҡасан, кем, нисек?..
"Башкирское художественное объединение "Агидель" сығарған заманында бындай Х-Б яулыҡтарҙы. Хаҡы - 1 һум 56 тин!
Яулыҡ 1985 йылғы. РСФСР, БАССР
Ә АҒИҘЕЛ берекмәһе ниндәй генә сувенирҙар етештермәне! Гөрләп торҙо бит уның даны!
"Бумажный яулыҡ" тип йөрөттөләр уларҙы. Кемегеҙҙең һандығында һаман бар бындай яулыҡтар? Һөйләшеп алайыҡ, әхирәттәр.

Таңһылыу Вәлиева.
4/08/23.Байым.

Автор:
Читайте нас: