Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Август 2023, 15:18

Соцработник яҙмалары. Запас. Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.

Шул тиклем аралашыуға мохтаждар, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй. Эштәрен эшләгәндә лә арттан эйәреп йөрөп хәбәрҙәрен һөйләйҙәр, ҡайтарғылары килмәй. Үҙҙәренә күптән билдәле, ауыл араһындағы хәлдәрҙе лә минән һорашҡылары, минең ауыҙҙан ишеткеләре килә. Күп ваҡыт көндәлек һүҙҙәр менән алдаштырам йәки үҙҙәренең үткәндәре тураһында һорау бирәм. Был һорау – уларҙың яратҡан темаһы. Көнө буйы һөйләргә әҙерҙәр.Бына әле лә, иҙән йыуғанда ҡамасаулаған әбейҙең йыйынтыҡтарына ишаралап биргән һорауға әбей йәнләнеп китте.

Соцработник яҙмалары. Запас. Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.
Соцработник яҙмалары. Запас. Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.
Әбейҙәремдең ҡайһылары мин килеүгә, сәй әҙерләп, үҙҙәре лә эсмәй көтөп ултыралар. Береһендә лә сәйләп ултырмаҫҡа үҙемә һүҙ биргәнмен. Сөнки береһендә эсһәң, икенсеһе үпкәләйәсәк. Шул тиклем аралашыуға мохтаждар, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй. Эштәрен эшләгәндә лә арттан эйәреп йөрөп хәбәрҙәрен һөйләйҙәр, ҡайтарғылары килмәй. Үҙҙәренә күптән билдәле, ауыл араһындағы хәлдәрҙе лә минән һорашҡылары, минең ауыҙҙан ишеткеләре килә. Күп ваҡыт көндәлек һүҙҙәр менән алдаштырам йәки үҙҙәренең үткәндәре тураһында һорау бирәм. Был һорау – уларҙың яратҡан темаһы. Көнө буйы һөйләргә әҙерҙәр.
Бына әле лә, иҙән йыуғанда ҡамасаулаған әбейҙең йыйынтыҡтарына ишаралап биргән һорауға әбей йәнләнеп китте.

– Нисек инде әҙерәк запас йыймайһың. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәре килеп тыумаҫ. Бәлки магазинға ла бара алмай ятырға тура килер. Бөтәһе лә Аллаһы тәғәләнең ҡушҡаны. Беҙ күрҙек инде аслыҡты. Атай – һуғышта. Әсәй ҡулына һигеҙ бала ҡалдыҡ. Урмандан нимә алып ҡайтып сәйнәргә яраҡлы , бөтәһен дә ашаныҡ. Яҙ, ҡайын ағасының ҡайырыһын һыҙырып, ағасының шылағайын ҡырып ашаныҡ, ашарға яраҡлы үлән, тамырҙарҙы эҙләп урман ҡыҙырҙыҡ. Бәшмәктең урманда һабағын ашайбыҙ ҙа, эшләпәһен өйгә алып ҡайта инек.
 
Һыйырыбыҙ һәйбәт ине, шул ҡотҡарҙы астан үлеүҙән бөтәбеҙҙе лә. “Һәүкәшебеҙгә", – тип урмандан беребеҙ ҙә буш ҡайтманы, бер услам үлән, йәки йәш ботаҡтарҙы булһа ла тотоп ҡайтырға ҡуша ине әсәйем. Шулай йәйен-ҡышын, өйрәнелде ғүмер буйы.
Быҙаулаһа, сыуынын үҙе ашап ҡуймаһын өсөн, быҙауын ялатырға, өйгә индерә инек. Был көн иң бәхетле көнөбөҙ. Сыуынын әсәй тәмле итеп бешерә , өйгә татлы еҫ тарала. Аҙаҡ инде һөтөнә тейенәбеҙ. Ә көҙөн һуғым мәлен көтә-көтә күҙ тона. Әсәй алдан мейес яға. Һуғымды салғас та ҡанын табаҡҡа ағыҙып , мейестә суйында бешерергә ҡуя. Ашаныҡ, астан үлге килмәй. Уйланып торғандан һуң тағы өҫтәй:
 
– Һин белмәйһеңдер инде, минең өс иргә сығып та балам ниңә булмағанды. Мин беләм. Урлашҡан өсөн, яралаһы йәнде ҡыйған өсөн, Алла язаһы булды был.
Әсәйем урлашыуҙан, меҫкенлегебеҙҙе кешегә күрһәтеүҙән тыя ине. Шулай ҙа бер ваҡыт, күршенең тауыҡ баҫтырырға күкәйҙәр һалғанын күреп ҡалдыҡ. Ул өйҙә юҡлығын ҡарауыллап , тауыҡ аҫтынан икебеҙгә берәр йомортҡа урлап эстек. Көн дә берәрҙе алырға ниәтләнек. Әммә ҡапыл да яйы сыҡманы. Аҙағыраҡ тағы алырға уйлағайныҡ, һаҫыҡ күкәй шартлап ҡулға йәбеште. Ана шул өс йомортҡаның ҡөһөрө ул минең балаһыҙлыҡ, ҡустымдың да балаһы булманы. Башҡаса бер ваҡытта ла кеше әйберенә теймәнем, ә үҙемдекен урлаһалар, язаһы ҡаты булды, барыбер йәлсемәнеләр улар...
Һөйләшеү оҙаҡҡа һуҙылыр ине, минең ваҡыт тарыраҡ. Хушлашып ҡайтырға сығам.
Алдағы килеүемдә лә тағы һыналған ысул менән, һорауҙар бирәм.
...Балаларым булманы минең... ҡатыны үлгән тол иргә кейәүгә сыҡтым. Өс балаһы бар ине. Үҙе шәкәр ауырыуы менән ауырыны. Холоҡһоҙ булды. Күтәрә һуғып ташлап китергә лә уйлағайным, балаларҙы йәлләнем. Эсеп ҡыҙғанда уларҙы ла аяуһыҙ туҡмай ине. Енләнә башлаһа кейемдәрен әҙерләп, сығып ҡасырға ҡурҡып ҡына торалар ине. Күп йоҡланыҡ кәртәлә дүртәүләшеп һыйырҙар араһында. Улар ҙа өйрәнеп бөттөләр шикелле, инһәк тә тормай көтөп яталар ине. Әсәй өйрәтеүенсә, берәүгә лә күргән ыҙаларымды һөйләмәнем. Ярай үгәй булһа ла, балаларым һәйбәт, тәртипле үҫтеләр. Әле лә ярҙам итәләр. Бына саң һурҙырғыс, бәләкәй генә кер йыуыу машинаһы, тоҡлап шәкәр, он алып килделәр. ҡышҡылыҡҡа йәшәргә алып ҡайтҡайнылар ҙа, төрмә дек төрмә. Улар көнө буйы эштә. Кешеләр өҫтән башыңа сәпереп, уҫырып ултырған кеүек. Үҙем дә ярауға бара алманым, сыҙаманым, ҡайтып киттем.
 
Ауыр ине уны тыңлауы күңелгә. Олоғайғансы һыйырын тотто. ҡышҡылыҡҡа утынын да үҙе ярып, өйөп үҙе әҙерләне. Бесәнде лә йәйәү йөрөп үҙе эшләне. Мурт һүҙле, тура ҡарап һөйләгән тырыш әбей ине. Йәй буйы урмандан ҡайтмай. Бәшмәген, еләген йыйып балаларына, туғандарына күстәнәс итеп ебәрә. Үҙенән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Кистәрен дә ҡапҡа төбөндәге эскәмйәһенә күрше-тирәләре йыйылып, гәп һаталар. Баҡсаһында ла төрлө еләк-емеш , йәшелсәләре уңа ине.
Келәтендә әйләнеп сыҡҡыһыҙ аҙыҡ-түлек запасы һаҡлай.
– Бер үҙеңә ниңә шул ҡәҙәре йыяһың ?-тигәнгә, яурынын һелкетеп:
– Шулай өйрәнгәнмен. Запас ашарға һорамай. Ваҡытында һыйыр тиреһен өтөп, бешереп ашаныҡ, ултырһын. – тип ҡуя ине.
 
Йөрәге насарайып, операция яһап стимулятор ҡуйғас та ете йыл йәшәне әле. Әммә шунан һуң бөтөрөндө. Мин үлергә тейеш инем, Аллаһы тәғәләнең хөкөмөнә ҡаршы төштөм. Кеше өлөшөнә керҙем, кешенең запасын, ғүмерен урлаған кеүек тоям үҙемде, тип ҡайғырҙы. Хатта кире соҡоп алырҙай булам ҡайһы саҡта, үҙемә ҡул һалырҙай булам, сыҙамай, тип һөйләнеүе йышайҙы. Теге донъяла яуап биреүенән генә ҡурҡыу тыйып тора ине. Йәшәүенән йәм тапманы, аҙаҡҡа табан. Операцияға риза булғанына үҙен ҡәһәрләне. Үҙен ерләгәндә, иҫләгәндә эсерергә тип алған араҡы запастарын эсеп үлергә йыйынғайны ла, килеп сыҡманы.

Әллә ысынлап та Аллаһы тәғәләнең ҡушҡанынан тайпылырға кәрәкмәйҙер, бәлки...
 
 

Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.
Автор:
Читайте нас: