-3 °С
Ҡар
: "Әҙәм балаһының ғына түгел, әйберҙәрҙең дә юбилейы була икән...Был - әсәмдең ҡамыр баҫҡан суйын табағы. Әсәмдең фотоларҙың кире яғына, дәфтәр биттәренә шул мәленә тура килтереп шиғыр яҙа торған ғәҙәте бар ине. Һандыҡ ҡапҡасына һигеҙ балаһының тыуған көнөндәге һауа торошона ҡарап, кемдең ниндәй холоҡ - фиғелле булырын күҙаллап яҙған яҙмалары ғына ни тора!..
Ә был табаҡтың һыртына һатып алған көнөн теркәгән: "1953, июнь". Фәнил ҡустым әйткәс кенә, иғтибар итә ҡуйҙым: ысынлап та, табаҡтың һатып алыныуына быйыл 70 йыл тула икән... Элекке әйберҙәр сифатлы булған шул. Үҙенән өлкән табаҡты Резида килен рәхәтләнеп тотона..."