Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Сентябрь 2023, 20:55

Балалар мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе алырға тейеш

Совет осоронда мәктәпте тамамлаусылар баҫыуҙа ла, өмөләрҙә лә, класта ла эшләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Ул замандан һуң мәғариф өлкәһендәге реформалар арҡаһында уҡыусылар хеҙмәте тигән нәмә яйлап юҡҡа сыҡты. Яңы уҡыу йылы яңы ҡанундар менән башланып китә. “Мәғариф тураһындағы” законға бер нисә төҙәтмә индерелде.Ата-әсәләр араһында был юҫыҡта ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙы. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки уның буйынса хәҙер балалар мәктәптә эшләргә тейеш. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек? 

Балалар мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе алырға тейеш
Балалар мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе алырға тейеш

 

 Яңы уҡыу йылы яңы ҡанундар менән башланып китә. “Мәғариф тураһындағы” законға бер нисә төҙәтмә индерелде. Уларға ярашлы көмөш миҙалдар ҡайтарыла, ОБЖ фәне башҡа төрлө аталасаҡ һәм шулай уҡ уҡыусылар йәмғиәткә файҙалы эшкә йәлеп ителәсәк. Ата-әсәләр араһында һуңғы төҙәтмә, айырыуса,  ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки уның буйынса хәҙер балалар мәктәптә эшләргә тейеш. 

Совет осоронда мәктәпте тамамлаусылар баҫыуҙа ла, өмөләрҙә лә, класта ла эшләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Ул замандан һуң мәғариф өлкәһендәге реформалар арҡаһында уҡыусылар хеҙмәте тигән нәмә яйлап юҡҡа сыҡты. Мин уҡыған мәлдә, 2004-2015 йылдарҙа,  дежур класс мәктәп ашханаһында өҫтәл ултырта, йылына бер нисә тапҡыр өйҙән тырма-һеперткеләр алып килеп, өмәләрҙә ҡатнаша торғайны. Һәр кластың мәктәп территорияһында үҙ “мөйөшө” булды. Шунда  сәскәләр сәсеп, тәрбиәләп үҫтерҙек. Бынан тыш, хеҙмәт тип аталған дәрес уҡыныҡ. Ҡыҙҙар текте, бешеренде, бәйләне, гөлдәр тәрбиәләне. Егеттәр станоктар артында ағас-тимер эше менән булышты. Яйлап, сығарылыш кластарына етә бара, хеҙмәт дәресе — технологияға әйләнде. Ғәҙәтебеҙсә көндәлеккә “хеҙмәт” тип яҙғаныбыҙҙы, ә уҡытыусыларҙың кире “технология” тип төҙәкәнен хәтерләйем. Мәктәп буйынса дежурлыҡ итеү бөтөрөлдө. Сәскә сәскән мөйөштәребеҙҙе лә ҡарауҙан туҡтаныҡ.

 Яңы үҙгәрештәр буйынса, уҡыусыны эшләтер алдынан ата-әсә рөхсәтен һорарға кәрәк ине. Улар “риза”мын тип яҙып, ҡул тамғаһын ҡуйып ҡағыҙ бирә торғайны. Был документһыҙ уҡыусынан хатта таҡтаны һөрттөрөргә яраманы. Хәтерҙә бер хәл дә ҡалған. Көҙгө өмәләр башланғас, класс етәксебеҙ ата-әсәләрҙән эшләргә ярай тигән рөхсәт ҡағыҙы алып килергә һорағайны. Беҙ, ауыл балалары, эштән ҡасып өйрәнмәгәнбеҙ, ерҙә соҡонорға ҡурҡмайбыҙ. Әйткәстәр, яҙҙырттыҡ. Тик бер егет кенә үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы ҡыҙыҡ күреп, баш тартты. Аҙаҡ: “Эшләргә әсәй рөхсәт итмәй”, — тип кенә ҡуйҙы. Билдәле, өмәләрҙә ҡатнашманы.

Заһиҙә МУСИНА.

 

Фото: m24.ru

Автор:
Читайте нас: