Йәмле йәйҙең матур бер көнөндә осраҡлы ғына күрешкән мәлдә әхирәтемде умартасы кейемендә күреп, ғәжәпләнеп ҡуйҙым.
— Был минең яратҡан шөғөлөм, бал ҡорттарының эшсәнлегенә иҫең китерлек, — тине ул. — Әсәйем янына ҡайтып, тыуған ауылымда еләк-емеш йыйып, Мәндем һыуында рәхәтләнеп ҡойоноуҙан да яҡшыраҡ ял юҡтыр ул!
Икебеҙ ҙә уҡытыусы булғас, беҙҙең һөйләшеү ҙә шул юҫыҡта барҙы. Әхирәтем менән яңы ғына айыртылған йүкә балы менән хуш еҫле сәй эстек.
Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында йәшәгән Мәрүә һәм Мөхәмәтдин Ғә¬зизовтар ун балаға ғүмер бүләк итә. Эш¬һөйәр, яҡшы уҡыған ул-ҡыҙҙары ба¬ры¬һы ла махсус урта һәм юғары бе¬лем¬гә эйә булып, хәҙерге көндә респуб¬ликабыҙҙың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә. Улар араһында иҡтисадсы, китапха¬насы, уҡытыусы, төҙөүсе, инженер бар.
Шәмсиә — ғаиләлә бишенсе бала. Етди ҡарашлы, һәр һүҙен уйлап һөйләр, үҙенә талапсан, алдынғы фекерле был ҡыҙға уҡытыусы һөнәре тап килеп торғандай. Етмәһә, яҡшы уҡый, тәртипле, дәрестәргә ентекле әҙерләнә. Хоҙай биргән һәләтте бала саҡтан уҡ танып, артабан камиллаштырып, үҫтереп ебәргәндә, ошо йүнәлештә буласаҡ һөнәрҙе һайлағанда ғына үҙ эшенә бирелгән шәхес сығалыр ул. Шәмсиәнең әсәһе Мәрүә апай ҡыҙын киләсәктә тап уҡытыусы итеп күрә, унынсыны бөткәс, уны сит телдәр бүлегенә уҡырға инергә дәртләндерә.
Институтты уңышлы тамамлап, Шәм¬сиә Мөхәмәтдин ҡыҙы тыуған яғына эш¬кә ҡайта. Хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә башлай.
Үҙе уҡыған мәктәптә эшләп йөрөгән саҡта Сәйетбаба егете Фәрғәтте осрата, һәм улар яҙмышын бергә бәйләй. Ауылда ҙур йорт һалып сығалар, ҡыҙҙары Ләйсән тыуа.
Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы алдына ҙурыраҡ маҡсат ҡуя, ҡала мөхитендә эшләп ҡарау теләге уны Стәрлетамаҡҡа алып килә. 20-се мәктәпкә инглиз теле уҡы¬тыусыһы булып урынлаша. Клас¬тарҙа балалар күп, остаз-уҡытыусылар яңы килгән тырыш ҡыҙҙы үҙ итә. Шәмсиә лә бай тәжрибә туплап өлгөргән: ҡала уҡыусыларына сит телдең нескәлектәрен оҫта һәм еренә еткереп аңлата. Уның көслө уҡытыусы икәнен ата-әсәләр ҙә һиҙеп ҡала, балаларын Шәмсиә Мөхә¬мәтдин ҡыҙы уҡытҡан төркөмгә бирергә тырышалар.
Өлгөр әхирәтем үҙ өҫтөндә ныҡыш¬малы эшләй, һәр дәрескә етди әҙерләнә, шулай иткәндә генә уңышҡа өлгәшеп булыуын яҡшы аңлай. Заман гел бер урын¬да тормай, уҡытыусыға ла, уҡыусы¬ға ла яңынан-яңы талаптар өҫтәлеп кенә тора.
— Миңә ҡайһы бер ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан балаларын алып килә, инглиз теленән имтихан бирергә кәрәк, ә уҡыусы телде бик насар үҙләштергән. Үҙем уйлап тапҡан алымдарҙы файҙаланып, уға дәрестәр бирәм. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, бала юғары балл менән уҡыу йортона инеп китә, — ти тәжрибәле педагог.
Ә республика олимпиадаларында призлы урындар яулағандар араһында әлеге көндә ҙур ҡалаларҙа тел белгестәре булып эшләгәндәр, хатта академик та бар!
— Улар менән аралашып торам, — тип ғорурлығын йәшермәй Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы.
2013 йылда конкурс нигеҙендә инглиз теле йүнәлешендәге 1-се ҡала гимназияһына эшкә алынғас, яңы офоҡтар асылғандай була. Бында уҡыуға ҙур ынтылышы булғандар йыйылған, улар менән эшләү өсөн тәжрибә, белем талап ителә, ә ата-әсәләр, коллегалар араһында үҙеңдең эшеңде күрһәтә алыу, һөҙөмтә биреү өсөн ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ кәрәк.
Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙының эш көнө иртәнән кискә тиклем дауам итә. Мәк¬тәптәге дәрестәр тамамланғас, Пионерҙар һарайында БДИ-ға әҙерлек маҡсатында ойошторолған дәрестәрҙе лә алып бара.
— Эшемдән ҡәнәғәтләнеү хисе алам, уҡыусыларымдың уңыштары миңә көс, дәрт өҫтәй, — ти ул.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң көслө уҡытыусылары исемлегенә ингән, өс тиҫтәнән артыҡ хеҙмәт стажы булған Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы ғилми эш менән дә шөғөлләнә. “Инглиз теле фоне¬тикаһы” исемле проекты Стәрлетамаҡ типо¬графия¬һы тарафынан нәшер ител¬гән баҫмала урын алған. “Инглиз теленең теоретик грамматикаһы” курсы буйынса юғары уҡыу йорто студенттарына лекциялар ҙа уҡый алдынғы педагог. Уҡы¬тыусыларҙың ҡала методик берләшмәһе ағзаһы, “Гагарин кубогы”, “Фәнгә старт”, ҡала олимпиа¬да¬ларындағы эштәрҙе тикшереү комиссияһы составына ингән уҡытыусы-методист, уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-экспериментатор исем¬дәрен йөрөткән Шәмсиә Мөхәмәт¬дин ҡыҙы күп тапҡыр республика Мәғариф министр¬лығының Маҡтау ҡағыҙ¬ҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Шәмсиә менән бер класта уҡып, студент йылдарында аралашып йөрөнөк. Шөкөр, дуҫлығыбыҙ дүртенсе тиҫтә йыл дауам итә. Ике ейәнгә хәстәрлекле өләсәй, ир ҡатыны, һөйөклө әсәй, уңған хужабикә булған әхирәтемдең уңыш¬та¬рына һөйөнөп, ҡаҙаныштарына һоҡ¬ланам.
— Үҙем эшләгән коллективтағы йәш¬тәр менән тәжрибәмде ихлас уртаҡ¬лашам, кәңәштәремде бирәм, — ти ул. — Күп кенә уҡыусыларым, сит телдәр уҡытыу¬сыһы һөнәрен һайлап, эшләп йөрөй, был хеҙмәтемә иң ҙур баһа, тип һанайым.
Инглиз телен бөтә яҡлап үҙләштереп, уҡытыу методикаһын оҫта ҡулланып, ваҡытын йәлләмәй, булмышын бала¬ларға арнаған Шәмсиә Мөхәмәтдин ҡыҙы. Әхирәтемде татлы хеҙмәт емештәренән һутлы кәрәҙ ҡойған эшсән бал ҡортона оҡшатам.
Минира ҮТӘГӘНОВА.
Фото: Бәйләнештә.
Архив
...Һәм әле лә иҫебеҙ китмәйсе . Намыҫыбыҙ ҙа ғазапламай. Өлгөргәнсә эшләрбеҙ ҙә, барынса тапшырырбыҙ. Өлгөрмәһәк, баш ҡайғыһы түгел әле, атып үлтермәҫтәр!..
Каникул ул ял итер өсөн! Тәнгә, аңға, йәнгә ял биреп, яңы көс һәм энергия туплау ваҡыты. Ә беготняһы яңы уҡыу йылы башланғас, ысынлап, булып ала. Тегеһе кәрәк, быныһы кәрәк, уныһын юлла, быныһын тап. Унан ары бер айҙан барыһы ла яйға һалына.