-2 °С
Ҡар
Яңыса технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһенә үтеп инде. Көндән-көн яңы техник саралар сафҡа инә, етештереү технологиялары, Интернет мөмкинлектәре әүҙем үҫешә.
Электрон журналдар, гәзиттәр барлыҡҡа килеүе лә шуға асыҡ миҫал. Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙ китаптарға ҡарағанда цифрлы вариантты уҡыуҙы өҫтөнөрәк күреүселәр артты. Был күренеш йәштәр араһында ғына түгел, ә урта һәм өлкән быуын китап уҡыусылар араһында ла күҙәтелә. Һеҙ электрон журнал, китап уҡыйһығыҙмы? Нимәһе менән отошло ул?