1. Ни сәсһәң, шуны урырһың
Бер генә әйткән һүҙ ҙә, бер генә эшләнгән эш тә эҙһеҙ ҡалмай. Иртәгә үк булмаһа ла, күпмелер ваҡыттан үҙеңә йөҙләтә кире әйләнеп ҡайта барыһы ла. Ысын күңелдән бер телем икмәгең менән бүлешһәң йә ун һум булһа ла бирһәң ярҙамға мохтажға, үҙеңә муллыҡ булып әйләнеп килер изгелегең. Кешене, бигерәк тә үҙ-үҙен яҡлай алмаған кескәйҙәрҙе, ололарҙы, атай-әсәйеңде рәнйетмә. Улар яуап бирә алмаҫ та, әммә Хоҙай барыһын да күреп тора икәнен хәтереңдә тот.
2. Яҙмышың үҙ ҡулыңда
Насар уйлы кешенең насарлығы һәр нәмәлә сағыла: йөҙөндә, холҡонда, уратып алған дуҫтарында, ғаилә тормошонда, өйөндә, эшендә. Уны бер нисек тә йәшереп булмай. Яҡшылыҡ та шулай. Матур уйҙар менән йәшәһәң, әлбиттә, яныңдағы кешеләр ҙә бәхетле. Матурлыҡты күрә белмәй, байлыҡ артынан сабыусылар, көнләшеүселәр, үсләшеүселәр, мыжыҡтар, ялҡауҙар бер ҡасан да бәхеттең нимә икәнен тоймаясаҡ. Улар яҙмышын үҙҙәренең насар холҡона тапшырған.
3. Шартлап янған мейес тиҙ һүрелә
Ҡыҙыу кеше тиҙ һүнә, көсө шәмдәй иреп юҡҡа сыға. Ҡабалан кеше тормошоноң ахырына башҡаларҙан алда барып етә. Тыныс әҙәм генә теләгәнен эшләп, теләгәнен күреп, теләгән еренә барып өлгөрөр. Бер файҙаһыҙға күп сәбәләнмә. Һалҡын ҡан, айыҡ аҡыл менән генә ирешергә була ниәттәргә. Ҡыҙыу холоҡлолар хәлдәренән килмәҫтәйгә ынтылып ваҡытын әрәм итә.
4. Рәхмәтле була бел
Кеше тыуғандан алып ярҙамға мохтаж йән. Тәүге аҙымды, беренсе ҡалаҡ бутҡаны, беренсе һүҙҙе беҙ атай-әсәй ярҙамында башҡарғанбыҙ. Шуның өсөн генә лә уларға рәхмәтле булыу шарт. Тормош юлында ярҙамды күп алабыҙ, әммә аяҡҡа баҫыу менән онотабыҙ изгелекте. Яҡшылыҡты онотма бер ҡасан да!
5. Яратмаһаң - ебәр
Һәр кемдең дә яратылып йәшәгеһе килә был донъяла. Әммә яратылыу тойғоһо менән эгоизм араһындағы сик бик нәҙек ул. Һине яратҡандарҙы бер ҡасан да рәнйетмә, үҙ мәнфәғәтеңә ҡулланма. Улар яратыуы менән көсһөҙ һинең алда. Үҙең яратмайһың икән - ебәр. Һәр кемдең хаҡы бар мөхәббәт һәм наҙ ҡосағында иркәләнергә.
6. Хоҙайҙан юғары булма
Кемгәлер асыу йә үс һаҡлап йөрөү - Хоҙайҙы һанға һуҡмау. Кемдер һине рәнйеткән икән, ул иң беренсе Хоҙай алдында яуаплы. Үҙең бушҡа рәнйейһең икән, Хоҙай һиңә ҡасан да булһа бик яҡшы дәрес биререн онотма. Ғәфү итә белмәү - һинең гөнаһ.
7. Ышан
Һин үҙеңә үҙең ышанмайһың икән, кем һиңә ышанһын? Үҙеңде яратмай тороп, кешенән яратыу көтмә. Үҙ-үҙеңдең өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк. Белемеңде арттыр, яңынан-яңы шөғөл тап, буш ултырма. Үҙеңә ышанмау - ул тәү сиратта белемһеҙлек һәм эшһеҙлек һөҙөмтәһе.
8. Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
Һәр кем - үҙенсә. Кешене үҙгәртергә маташыу - күп осраҡта файҙаһыҙ эш. Әммә һине хөрмәт икән, яратҡан, ҡәҙерләгән кеше былай ҙа үҙгәрергә тырышасаҡ. Был донъяла һәр һорауға яуап бик өҫтә ята, бик ябай. Үҙгәрергә теләмәй икән - яратмай. Һөймәгәнгә һөйкәлмә.