Бөгөн, 9 октябрҙә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы коллективын яңы баш табип менән таныштырҙы. Радик Нәҙерғолов быға тиклем Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында шундай уҡ вазифаны биләй ине, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Радик Буранбай улы 6 октябрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был урында һуңғы эш көнө булыуы хаҡында яҙған.
«Сибай минең өсөн ошо йылдарҙа эшләгән һәм йәшәгән ҡалам ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә тыуған һәм яратҡан ҡалам! Сөнки медицина өлкәһендәге юлым тап бында башланды.
Бөгөн коллегаларыма бергә өлгәшкән һөҙөмтәләр, ярҙамығыҙ, хеҙмәтегеҙ, һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә», - тип яҙған ул.
21-се дауахананың элекке етәксеһе Ринат Нагаев Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланды, хәҙер ул парламентта даими нигеҙҙә эшләй, Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
Башинформ