Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Октябрь 2023, 08:30

Бөгөн -Халыҡ-ара ҡыҙ балалар көнө!

Әҙәгеҙ ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында һөйләшеп алайыҡ! Улар һеҙҙе ниндәй уңыштары менән ҡыуандырып тора? 

Бөгөн -Халыҡ-ара ҡыҙ балалар көнө!
Бөгөн -Халыҡ-ара ҡыҙ балалар көнө!

Бөгөн Ҡыҙ балалар көнө

 

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,

Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,

Ситтәргә тибәрмәгеҙ.

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡушылып һыҙланығыҙ,

Ашығып ҡуҙғалығыҙ,

Ярҙамға юлланығыҙ.

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,

Ҡылығын кәмләмәгеҙ,

Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,

Йәндәрен гөрләтегеҙ.

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡыҙҙарҙа – уҙғаныбыҙ,

Ҡыҙҙарҙа – уңарыбыҙ,

Ҡыҙҙарҙа – уҙарыбыҙ...

Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,

Янығыҙ, һыҙланығыҙ,

Һөйөүҙән наҙланығыҙ,

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

Ҡәҙим АРАЛБАЕВ

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:
Читайте нас: