Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,
Һөйөү менән тулыр саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты нур тама…
Таныш көй яңғырай башлау менән Исмәғилде баш мейеһенән барлыҡ күҙәнәктәренә тиклем бөтмәҫ һағыш солғап ала ла, эс бошорғос юҡһыныу тойғоларына күмеп, икенсе донъяға ташлай. Егерме йыллап элек булып үткән ваҡиғалар берәм-берәм күҙ алдынан үткәндәй тойола. Эйе, ғәжәп күп ҡатлы һәм ҡатмарлы икән кеше хәтере! Ҡайһы саҡ бер аҙна, хатта өс-дүрт көн элек үҙең шаһит булғандар тамам юйыла, ә бына ике тиҫтә йыл ғүмер аҡҡан булып та йәшәлгән-кисерелгәндәр һис тә онотолмай. Күрәһең, улар хәтерҙең асыҡ, иң еңел барып етә торған урындарында тупланалыр.
…Был бит бәхет төнө,
Эҙлә бәхетеңде,
Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.
Йыр күңелдең иң нескә тойғоларын телгеләүен дауам итә. Унан нисек тә арынырға теләп, Исмәғил тәҙрә ҡаршыһына баҫып, ҡарашын көҙгө урамға төбәне. Ә унда бөрсөк-бөрсөк көҙгө ямғыр һибәләй, тегендә-бында күләүектәр йыйылған. Ара-тирә зонт күтәргән кешеләр үтеп китә. Ә юғарыла ҡурғаштай ауыр болоттар, бер-береһен этә-төртә, сит тарафтарға ашыға. Юл ыңғай йәйге селләлә кибеп ҡурылған ергә шифалы тамсыларын һибә.
Тышта – октябрь уртаһы. Һалҡын, өшәндергес. Ана бит, турғайҙар ҙа, ышыҡ эҙләп, ҡаршылағы йорттоң ҡыйығы аҫтына инеп боҫҡан. Хәйер, улар йәй буйы һауа айҡап арыған, хәҙер, бәлки, ял итәләрҙер.
Егет йөрөй ҡыҙға күҙ атып,
Һандуғастар ҡала оҙатып,
Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә…
“Күҙ атып…” Инде ҡырҡҡа яҡынлаған, ғөмүмән, ҡайһы берәүҙәр кеүек, аҙым һайын ғашиҡ булыуҙан азат Исмәғилдең ундай саҡтары күптән үткән. Бер ҙә генә күҙ атҡыһы килмәгәйне ул саҡта. Ҡайҙа инде ул йәш саҡтағылай ике ғүмер кисергәс, мөхәббәт утына ташланып, һаташып йөрөргә ашҡыныуҙар. Күрәһең, тормоштоң да күҙгә ташланып бармаған үҙ ҡанундары бар. Шағир әйтмешләй, тилертә һәм тилмертә торған мәлдәр. Әҙәм балаһы ғүмере буйы шуларҙы аңларға маташып ҡараған, ләкин барыһының да айышына төшөнә алмаған. Хәйер, ниндәй тойғо ул “мөхәббәт” тигәндәре: өҙөлөп һөйөү, юҡһыныу, енси ынтылыш? Ҡайҙа һәм ни өсөн барлыҡҡа килә ул? Кем мөхәббәт тойғоһо килтергән кисерештәрҙе үлсәүгә һалып, аҡыллы һығымталар яһап ҡараған?
Табышалар парҙар,
Ҡауышалар йәрҙәр,
Юҡ, бәғерем, тик һин генә.
Көҙгө һалҡын көндә ир уртаһы Исмәғил яңғыҙы. Уға уйҙарҙың төпһөҙ диңгеҙенә сумырға, сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйы нимәләрҙер хәтерләргә, үлсәргә, баһа бирергә, тәнҡитләргә һ.б. бер кем дә ҡамасауламай кеүек. Күңелгә ятышлы хәл-торошмо был? Әлбиттә, юҡ. Яңғыҙлыҡ ул ҡыҫҡа ғына ваҡытта әһәмиәтле, ә инде даимиға әүерелһә, унан бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ көтмә. Дөрөҫ булһа, яңғыҙлыҡтан аҡылдан шашҡандар ҙа була, имеш.
Исмәғил япа-яңғыҙ. Һуңғы егерме йылда ғына түгел, бәлки, күберәк тә яңғыҙ булғандыр. Эргәңдә ҡатының, балаларың булып та, яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерергә мөмкин икән. Эйе, әгәр ҙә һине аңлап еткермәһәләр йәки һин үҙең кемдәрҙелер аңларға теләмәһәң. Бәлки, бындай тойғоға һәләтһеҙ булһаң...
Исмәғил тәҙрә янынан китте лә, телевизор ҡабыҙып, иғтибарын ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуға йүнәлтергә ҡарар итте, ләкин бер генә каналда ла күңеленә еңеллек килтерерлек тапшырыу таба алманы. Аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, ир кеше үҙенең өшөй башлағанын тойҙо. Өҫтөнә йылы свитерын кейҙе лә диванға салҡан төшөп ятты Исмәғил.
…Йәйҙең йәмле бер көнөндә уға ауылда йәшәгән оло ағаһы Ишморат шылтыратты. Тәүҙә хәл-әхүәл белеште лә:
– Ике аҙнанан килен менән туйға ҡайтығыҙ! – тине. – Илгизәне кейәүгә бирәбеҙ.
– Илгизә кейәүгә сығырлыҡ йәшкә етте ләме ни? – тигән булды Исмәғил, һеңлеһенең былтыр ғына урта мәктәпте тамамлауын иҫләп. – Иртәрәк түгелме әле уға?
– Түгел. – Ағай кеше ҡәтғи яуапланы. – Иҫәр саҡта өйләнеп йә кейәүгә сығып ҡалмаһаң, аҙаҡ һуң була ул.
Тәғәйенләнгән көндә Исмәғил ҡатыны Әлфиә менән ауылға ҡайтып та төштө. Ағаһы йәшәгән өй алдында көйәҙ ҡиәфәттә биш-алты сит ил автомобиле – “Хундай”, “Шевроле”, “Ленд-крузер”, “Нексия” тора. “Бай кейәүгә сыға икән Илгизә” тигән уй йүгереп үтте Исмәғилдең башынан. Уның был фекерен ишек алдында тәмәке тартҡан Ишморат та ҡеүәтләне:
– Кейәүҙең ағай-энеһе Себер яҡтарында нефть промыслаһында эшләй икән. Бай йәшәйҙәр, ти. Күреп тораһыңдыр инде, – тине ул ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек менән.
– Шулай инде, ағай, донъялар үҙгәреп китте бит. – Исмәғил үҙенсә һығымта яһаны. Ишморат ағаһы ла ишле мал аҫрай, умарта тота, һарай кеүек өй бөтөрҙө, мунсаһы, келәте, йәйге кухняһы, “Нива” машинаһы бар. Ағайҙың донъяһын артабан да ишәйтәсәге күренеп тора: ана бит ниндәй бай кешеләр менән туғанлаша.
Мәжлес ҡояш байыр-байымаҫтан башланып китте. Аяҡсы ролен үҙҙәренә алған икәү: Илгизәнең йәш еңгәһе менән кейәү яғынан йәш ҡоҙа, ҡунаҡтарҙың ай-вайына ҡуймай, һәр аяҡты бөтөргәнсе эсерә. Күп тә үтмәне, ҡунаҡтар арыу ғына иҫереп, ике-өс кеше бер булып, үҙ-ара әңгәмә китте. Табын ҡорт күсенә оҡшап ҡалды.
– Рәсимә еңгә, йырла әле! – Илгизәнең сағыу тауышы барыһын да баҫып китте. – Теге ҡайындар йырын.
Табын ҡапыл тынып ҡалды. Кем икән ул Рәсимәһе? Йүкәлеҡулда ундай йырсы юҡ шикелле, тигән уй йүгерҙе Исмәғилдең башына. Барыһының да ҡарашы табындың икенсе яғына боролғас, ул да шул яҡҡа күҙ ташланы. Рәсимә тигәндәре тулы ғына кәүҙәле, оҙонса аҡ йөҙлө, сөм-ҡара сәсле һылыу ғына ҡатын икән. Исмәғилгә ул ҡасандыр бик күптән күреп белгән кемделер хәтерләтә биреп ҡуйҙы. Тик кемде? Күпме генә маңлайын йыйырһа ла, Исмәғил был һорауына яуап таба алманы. Уның ят ҡатынға ҡарашы шул тиклем көслө булғандыр, ҡатын да уға күҙ һалмай булдыра алманы. Күҙ алмаларының киҫелеүенән Исмәғилдең эсенән ниндәйҙер көслө тойғо ярып үтте. Кисерештәренән оялып, ул башын аҫҡа эйҙе.
– Гармунығыҙ бармы һуң? – тине уның эргәһендә ултырған ир кеше. Күрәһең, ирелер. – Рәсимә гармунһыҙ йырламай ул.
– Нишләп булмаһын, бар. – Илгизәнең әсәһе, алғы яҡҡа сығып, тальян күтәреп инде. – Әйҙә, тарт ҡына. Күректәрен өҙөп ҡуйма түлке!
Рәсимә, урынынан тороп, асыҡ урынға үтте. Ире ултырғысһыҙ ғына тальянды яурынына элде лә көй башланы. Бик моңло, хатта һағышлы ла ине был йыр.
Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,
Һөйөү менән тулыр саҡ икән…
Әллә йырлай ине был таныш булмаған ҡатын, әллә… Бындай моңло, үҙәктәргә үтеп арбарлыҡ тауышты Исмәғилдең бығаса ишеткәне булманы. Йырсының сихри моңо уның бар булмышын солғап алды. Ул йырсы ҡатынға шул тиклем онотолоп ҡараны, хатта табында ултырыуын да онотто шикелле. Ике сикәһе буйлап күҙ йәше аҡҡанын да һиҙмәне. Был минуттарҙа Исмәғил өсөн ошо йырсы ҡатындан башҡа йән эйәһе, гүйә, юҡ ине. Ул хатта Әлфиәнең ҙур итеп асылған күҙҙәренең үҙенә төбәлеүен дә тойманы. Йыр ағылды ла ағылды.
Бәхет төнө килеп етерме,
Беҙгә бәхет биреп китерме?
Ҡайындарҙан һора, ҡайындан…
Табында шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Барыһы ла донъяһын онотоп, ауыҙ асып, йыр тыңлай. Рюмкалар ҙа сыңламай, тәрилкәләр ҙә сытырҙамай, хатта һулыш алыусы ла юҡ кеүек. Кухня менән табын араһында ашап-эсергә ташып йөрөгән ҡатын-ҡыҙ ҙа урынында ҡатып ҡалған. Ул ғынамы ни әле, ихатала көтөүҙән ҡайтып йығылған мал-тыуар ҙа уфылдамай ҙа, баҡырмай ҙа.
Күңелемдең күркен
Яулай алмаҫ бер кем,
Исемдәрең ҡайып яҙылған...
Йырҙың һуңғы куплетын Рәсимә өс тапҡыр ҡабатланы. Табын бер минуттай тын торғандан һуң, геүләп ҡул сабырға керештеләр.
– Ай, афарин! Мең йәшә!
– Һандуғасың ары торһон.
– Йөрәкте урынынан ҡуҙғатты был йыр.
Исмәғил бер килке иҫен йыя алмай, һеңгәҙәп ултырҙы. Был минуттарҙа уның күҙҙәренә йырсынан башҡа бер кем дә эленмәй ине. Рәсимә урынына барып ултырғансы ҡарашы менән оҙатып барҙы ул. Ҡатын да быны һиҙҙе, уңайһыҙланып, бер нисә тапҡыр Исмәғилгә күҙ һирпте.
Ныҡ ҡына төшөрөп алыуына ҡарамаҫтан, төндә уны йоҡо алманы. Байтаҡ ҡына әйләнеп тулғанғандан һуң, таң беленә башлағанда ғына йоҡоға талды ул… һәм төш күрҙе. Имеш, ул ниндәйҙер тау битенән тырышып-тырмашып өҫкә үрмәләй. Белә, юғарыла уны Рәсимә көтә. Бәлки, көтмәйҙер ҙә, ләкин Исмәғил уның шунда икәнлеген яҡшы белә. Бына тауға менеп етергә иҫәпле генә аҙымдар ҡалды. Исмәғил теге ҡатындың яулығы елберҙәгәнен дә күрә. Әммә һуңғы аҙымды күтәрелгәндә, уның аяғы тайып китте лә ир кеше түбәнгә тәгәрәне.
– А-а-а!
– Һаташаһың, ҡабырғаңа әйләнеп ят! – тине Әлфиәһе.
Йоҡо ҡасҡайны инде. Ҡунаҡтарҙың да ҡайһы берҙәре, айырыуса баш төҙәтергә яратҡандары, тороп йөрөй башлағайны. Иртәнге сәйҙе эскәндән һуң, ҡоҙалар ҡайтырға ҡуҙғалды:
– Юл бер тәүлеклек бит. Иртәрәк сығырға кәрәк, – тип һөйләнделәр.
Ҡапҡа алдында улар шаулашып хушлашты. Исмәғил бер нисә тапҡыр йәшеренеп кенә Рәсимәгә ҡараш ташланы. Бойоҡ күренде ҡатын. Машинаға инер алдынан ул да Исмәғил торған яҡҡа ҡарап алды. Һиҙгер кеше был ҡараштан күпте уҡый алыр ине. Исмәғил аңланы.
Яйын табып, ул Илгизәнән ситләтеп кенә Рәсимә тураһында һорашты.
– Бигерәк моңло йырлай. Ул йыраҡ еңгәңме, әллә яҡынымы?
Һорауын Исмәғил һеңлеһенә ҡарамай ғына бирҙе.
– Еңгәм, Ришаттың ағаһының ҡатыны, – Илгизә битараф яуапланы. – Миңә лә еңгә була инде. Әллә оҡшап киттеме? – Илгизә йылмайҙы.
– Эйе, – тине ул, бар ҡыйыулығын туплап. – Бик һылыу ҡатын, бер ҙә күҙ төшмәҫлек түгел. Ҡайһы яҡта йәшәй улар?
– Сорғотта. Еңгәм мәктәптә уҡыта. – Илгизә ҡапыл уйсанланды. – Исмәғил ағай, ул да һинең менән ҡыҙыҡһынды. Кемең була, ҡайҙа эшләй, тип белеште.
– Ысынлапмы? – Исмәғилдең йөҙө яҡтырып китте. – Һораштымы? Һин нимә тинең?
– Әйттем инде. – Илгизәнең йөҙөнә борсолоу күләгәһе ятты. – Эх, ағай, ағай! Яҡшыға түгел был – белеп торам. Әлфиә еңгә белеп ҡалһа…
Әлфиә лә һиҙмәй ҡалмағайны. Исмәғилдең юл буйы өндәшмәй, уйға сумып ҡайтыуын ул үҙенсә юраны:
– Теге йырсы ҡатын йөрәгеңә инеп ояланы, ахыры, – тине ул, тәрән көрһөнөп. – Гонаһлы мөхәббәттең хаҡы бик ҡиммәт уның, Исмәғил. Яҙа баҫып ҡуйма, бер йығылһаң, тороп булмай торған.
“Эх, һиҙгер ҙә һуң был ҡатын-ҡыҙ йөрәге. Әллә ҡайҙан белеп торалар”.
– Юҡ, бисәкәй, һин юҡҡа борсолаһың, – тигән булды үҙе. – Йыры бик тә матур булды. Аныһын йәшермәйем. – Ир һул ҡулы менән ҡатынының яурынына ҡағылып алды. – Беҙҙең башҡа тай типмәгән бит.
Әллә йыр йоғонтоһонда, әллә йырсы әсирлегендә Исмәғил байтаҡ йөрөнө. Тәҡәт китте, бер ниндәй тынғы, шөғөл таба алманы ул. Гүйә, ниҙәндер мәхрүм иттеләр. Инһә лә, сыҡһа ла, теге туй кисе уның иҫендә булды. Әгәр ҙә уны Сорғот ҡалаһына командировкаға ебәрмәһәләр, был хәл күпме дауам итер ине икән. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә уның кисерештәрен аңланы, үҙен табырға мөмкинлек асты.
Тик шатланырға иртә әле. Ҡала, моғайын, ҙурҙыр. Ә ул Рәсимәнең фамилияһын да белмәй. Әллә Илгизәнән һорап ҡарарғамы? Юҡ, был уйынан Исмәғил шунда уҡ төңөлдө. Ярамай. Туҡта, Ишморат ағай, моғайын, беләлер. Командировкаға бара бит. Таныштарына уларҙан сәләм тапшырыр.
Ишморат уны-быны уйламаны. Бер нисә телефон номерын әйтте лә һалды. Тағы ла йомғаҡ: быларҙың ҡайһыһы уға кәрәге икән? Тәк, иренең исеме нисек һуң әле, тип баш ватты Исмәғил. Уйлана торғас, көскә иҫенә төшөрҙө: Рәфғәт тип өндәшкәйнеләр шикелле. Уның да телефон номеры күрһәтелгәйне.
Килеп урынлашҡас, ҡунаҡхана бүлмәһендә телефон була тороп, Исмәғил ике көн шылтырата алмай яфаланды. Трубканы алғас, икеләнеп, кире һала. Ире яуап бирһә, тигән уй һүрә уны. Ни уйлар? Ул бит минең ҡатынына текләп ҡарауымды күрҙе. Иртәгә ҡайтырға тигән кистә, ниһайәт, Исмәғил, бар ҡыйыулығын туплап, телефон номерын йыйҙы. Бәхетенә, трубканы ҡатын-ҡыҙ алды. Тауышынан таныны Исмәғил, Рәсимә бит. Тәүҙә ағаһынан сәләм тапшырҙы, командировкаға килеүен әйтте. Ихлас һөйләшә ине Рәсимә, күрәһең, өйҙә бер үҙе генә булғандыр.
– Рәсимә һылыу, мин һеҙҙең йырығыҙға ғына түгел, үҙегеҙгә лә үлеп ғашиҡ булдым, – тип ярҙы ла һалды Исмәғил. – Һеҙҙең менән бер генә булһа ла күрешергә ине.
– Килегеҙ һуң! – Ҡатын тыйнаҡ ҡына көлдө. – Хәҙер адресты әйтәм.
– Уңайһыҙ. Бәлки, берәй башҡа урында. – Исмәғилдең Рәсимәне яңғыҙын күргеһе килә бит. – Миңә башҡа кешеләр кәрәкмәй.
– Ярай, улай булғас, “Рассвет” магазины янына килегеҙ! Мин ун биш минуттан сығырмын.
Исмәғил оса-талпына әҙерләнергә кереште. Йыуынып, одеколон һипте. Бына ул әйтелгән магазин янында тора. Ҡыш был яҡтарҙа һалҡын икән, бер нисә минут эсендә бит-ҡолаҡтарҙы семтей ҙә башланы. Рәсимәне шунда уҡ таныны Исмәғил. Ул атламай, гүйә, бейеп килә.
– Хәйерле кис! – тигән булды ул, ҡатынға бик яҡын килеп.
– Кис хәйерле!
Тышта ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, иртә ине әле. Такси алып, ҡала ситендәге бер кафеға киттеләр. Исмәғил Рәсимәнән күҙен алманы.
– Ҡуй, шул тиклем текәлмә! – Ҡатын ихлас йылмайҙы. – Күҙ тейҙерерһең.
– Минең күҙ теймәй ул.
Рәсимә күрше Татарстандың Аҡтаныш районынан. Ире лә шул ауылдан. Бәләкәйҙән гармун уйнап, үҫә төшкәс, ауылда гармунсы булып киткән. Рәсимә йырлаған. Шулай бер-береһенә өйрәнепме, эҫенепме, ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән Рәфғәткә тормошҡа сыҡҡан да ҡуйған. Яратмағанын һуңынан ғына аңлаған үҙе, ләкин ни эшләмәк кәрәк: ике ҡыҙ бала тыуып та өлгөргән. Рәфғәте уларҙы өҙөлөп ярата, ҡатынын да. Тик яман көнләшә торған ғәҙәте бар икән.
Рәсимә урта мәктәптән һуң Алабуға ҡалаһында педагогия институтында белем алған. Рәфғәте шунда милиция мәктәбендә уҡып, әле Сорғотта милиция бүлеге начальнигы булып эшләй икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҙур начальник.
– Оһо! – тине Исмәғил, быларҙы ишеткәс. – Мин дә армиянан һуң Алабуғаға милиция мәктәбенә барырға йөрөгәйнем. Тәүәккәлләргә булған икән, исмаһам, осрашыр инек, – тине ул, көрһөнөп.
Рәсимә тыйнаҡ ҡына йылмайҙы. Бына бер саҡ оркестр уйнап ебәрҙе. Тәүҙә джаз көйө яңғыраны, унан классикаға күстеләр. Исмәғил Рәсимәне тансыға алып төштө. Ҡатындың йылы тәненә ҡулы ҡағылыу уға бөтмәҫ рәхәтлек-ләззәт бирҙе.
Донъяһын онотто Исмәғил, туй кисендә кисергән тойғолар диңгеҙендә йөҙҙө. Бер нисә тапҡыр онотолоп китеп, Рәсимәне ҡыҫып ҡосаҡлап та алды. Ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтмәне.
– Ҡайтышайыҡ инде! – тине бер мәл Рәсимә, сәғәтенә ҡарап. – Тәмле әйбер күп булмай.
Исмәғилдең ҡунаҡханаға саҡырыуын ул ҡәтғи кире ҡаҡты.
– Килешмәҫ. Ир ҡатыны бит әле мин. – Бер аҙ торғас, өҫтәне, – мин әле һиңә өйрәнеп бөтмәгәнмен.
Иртәгәһенә Исмәғил ҡайтырға сыҡты. Тәьҫораттар баштан ашҡайны. Ирендәге үҙгәрештәрҙе Әлфиә лә һиҙҙе, әммә был юлы өндәшмәне. Был уларҙың араһына төшкән тәүге һәм эре күләгә булды. Ваҡыт үткән һайын, ул ҙурая төштө. Әлфиә үҙенә бикләнә барҙы, ире менән теләр-теләмәҫ кенә һөйләшер булды. Исмәғил ҡатынының күңелен төрлөсә күтәрергә ынтылды, ләкин бер төрлө яуап ишетте:
– Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән, һөйөү менән тулыр саҡ икән. Эх, Исмәғил, мин һине иҫкәрткәйнем бит. Хәҙер һуң инде...
Уларҙың бер-береһенән ситләшеүе тәрәнәйә барҙы, ике аралағы пәрҙәне алып ташларға ниҙер ҡамасауланы ла торҙо. Һуңыраҡ Исмәғил күнекте, үҙ донъяһына бикләнде. Рәсимә менән һирәкләп булһа ла осраша торҙо. Бер йәй хатта ял йортонда бергәләп ял иттеләр. Рәфғәткә Ҡара диңгеҙ буйына путевка бирелеп, ир ҡыҙҙары менән шунда киткәйне.
Артабанғы тормошто нисек ҡороу тураһында уларҙың араһында һүҙ күп булды. Ләкин нисек? Ғаиләне ташлап китеүҙе Исмәғил дә, Рәсимә лә күҙ алдына килтерә алмай. Исмәғилдең дә етеп килгән ҡыҙы бар. Уны нисек итеп атайһыҙ ҡалдыраһың? Выждан ғазабы көслөрәк булып сыҡты, Исмәғил яйлап Рәсимә менән осрашыуҙан төңөлдө. Йәл ине уға Әлфиәһе. Яратышып өйләнештеләр, насар йәшәмәнеләр. Кемгәлер ғашиҡ булдым тип, ғаиләңдән ваз кисәһеңме ни? Юҡ, ярамай. Тәүге ҡатын – Аллаһ Тәғәләнән, тиҙәр бит.
Ләкин Әлфиә күңелендәге боҙҙар иремәне. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, икенсе ҡалаға киткәс, күп тә тормай, ире менән айырылышты. Әлфиә тотто ла ҡыҙы янына китеп барҙы. Исмәғилде онотто. Һирәк-һаяҡ телефон аша һөйләшәләр, тик тойғолар ғына юҡ, улар юҡҡа сыҡҡан.
Ҡайҙа икән хәҙер Рәсимә? Был һорауҙы үҙенә йыш бирә Исмәғил. Уны хәтерләйме? Ә бит Исмәғил уның алдында ла ғәйепле. Тәүҙә башын әйләндерҙе, унан – ҡасты. Илгизәнән ишетеп белеүенсә, Рәсимә уны бер нисә тапҡыр эҙләп ҡараған.
Ир кеше ауыр уйҙарынан арынырға була, ҡапыл урынанан торҙо ла, плащын эләктереп, урамға сыҡты. Ямғыр тымғайны. Һауа шул тиклем саф, тынсыу өйҙән һуң хатта баш әйләнеп киткәндәй тойолдо. Урамда халыҡ аҙ күренә. Арлы-бирле машиналар үткеләй. Бара биргәс, Исмәғил баҙар яғына илткән урамға боролдо. Оло йәштәге сиған ҡатыны уның юлына арҡыры төштө:
– Мужик! Хочешь, судьбу погадаю? – Ҡатындың ирендәре араһынан алтын тештәре йылтырап китте.
– Давай! – Исмәғил 50 һумлыҡ сығарып, уның усына һалды.
Ҡатын иғтибар менән уның тәүҙә уң, һуңынан һул ҡулын өйрәнде. Шунан шомло тауыш менән:
– Тормошоң тыныс түгел һинең, – тине. – Икенсе ҡатын менән тораһың. Өс балаң бар, ләкин бәхетең генә юҡ.
– Нисек икенсе ҡатын? Өс балам да юҡ минең! – Исмәғил ғәжәпләнде, хатта тауышы күтәрелеп китте.
– Ҡарале, үҙһүҙләнеп, һин тормошоңдағы бер боролошто күрмәй үтеп киткәнһең. Боролған булһаң, һине бәхетлерәк яҙмыш көтөр ине…
Ҡатын һүҙен тамамламай, ситкә атланы. “Ниндәй боролош? – Исмәғил көсөргәнеп, баш ватты. – Ниндәй боролошто күрмәй үтеп киткәнмен?”
– Эй! – ул сиған ҡатынын туҡтатырға теләп, артына боролдо, әммә теге ҡатын ер аҫтына төшкәндәй ғәйеп булғайны...