Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
17 Июль , 15:21

Үҙ шәмемде үҙем тоҡандырҙым. Сулпан Абдрахимова

Әлимә еңгәм яман бай булып килде килен булып төшкәнендә.Үҙе эшләгән ҙур селтәрҙе тағып, ебәк шәлдәр ябынып, ситса таҫма менән сыбыҡланған кейемдәрҙә генә килеп төштө арбанан. Һандығында ҡытай ебәгенән тегелгән еләне, кизе шәлдәре, бәрхәт кәзәкейе, тағы ла бер бәләкәс селтәре, сигеүле һөлгөләре, янсыҡ, түшелдеректәре бар ине. Һандыҡ өҫтөндә аҡ кейеҙ, ҡара кейеҙ, эре яҫтыҡтары, баҡта юрғандары, буйлы балаҫтары бар ине...

Үҙ шәмемде үҙем тоҡандырҙым. Сулпан Абдрахимова
Үҙ шәмемде үҙем тоҡандырҙым. Сулпан Абдрахимова

-Әсәй,ҡана,бир сынаяғыңды.Тағы ла сәй яһайым,-әсәйемдең сынаяғына үрелдем.
-Етте,балам,йөҙгәнсә эстем.Рәхмәт.Һыйыңа ла рәхмәт,ҡәҙер-хөрмәтеңә лә.Бик ризамын һеҙҙән, ҡыҙҙарым.Ҡыҙы барҙың-ҡәҙере бар шул,хатта ҡыуанып ултырам!Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе уйығыҙға ла инмәгән,үҙегеҙ теләргә лә ҡыймаған ҡыуаныстар менән һөйөндөрһөн,-әсәйем доғаһын уҡып,сынаяғын түңкәрҙе.
Беҙ әсәйемдең дүрт кенә бөртөк ҡыҙыбыҙ.Әсәйебеҙҙе алмашлап ҡарайбыҙ,тәрбиәләйбеҙ.Әле сират миндә,Өфөлә,дөйөм ятаҡта йәшәп торған булабыҙ:күңеле булһын,тип театр,концерттарға йөрөттөм.Йыр-моң ярата ул.Үҙе лә бик матур итеп оҙон көйҙәрҙе йырлай.
Һуңғы ваҡыт һыңар ҡулы ҡалтыранып ауырый башланы.
Таң һыҙылып ҡына килә ине,әсәйем мине уятты:Гөлсара,төш күрҙем әле ул.Алдым да балта велән уң ҡулымды саптым да ҡуйҙым...Ҡаны ла сыҡманы...-үҙе уң ҡулын туҡтауһыҙ ыуған була.
-Ыста,әсәй,изгегә юрайыҡ,-шулай тинем.Йөрәгем леп-леп тибергә тотондо.Күңелем елпенде.Ошо көндән алып әсәйемдең ҡулы ҡалтырап ҡалды,ныҡ ҡына һыҙлана башланы.Дауаханаға юл таҡырайҙы,тапшырмаған анализдар,инмәгән ишек,күренмәгән табип ҡалманы:бәләкәс сағында иңдәренә төшкән ифрат ауыр эш әсәйегеҙҙең һаулығын ҡаҡшатҡан,ҡатыуҙан да ана шулай ауырыйҙар ...Зарядка эшләһен,ҡулдарын хәрәкәтләндерһен,бөтөнләй ҡатып китмәһен,тине табиптар.
Ауырыу батманлап инә,мыҫҡаллап сыға.Әсәйем күҙгә күренеп биреште,кесерәйеп ҡалған һымаҡ булды.Ятаҡтың оҙон коридоры буйлап ,әсәйҙе етәләп ,яй ғына атлатып йөрөй инем:
-Ҡуй.балам,ауылға алып ҡайтығыҙ.Ныҡ ҡайтҡым килдесе...-тине,күҙҙәренән субырҙап йәштәре ағып китте.
Гөлнур апайым менән еҙнәм әсәйебеҙҙе ауылға алып ҡайтырға ,тип килделәр.Яҙ ине.
-Йәшелдә,сиҙәмдә атлаһын,таш иҙәндә үксәһен һыҙлатып йөрөткәнсә...-еҙнәм ҡәйнәһен машинаға күтәреп ултыртты,ҡайышын эләктерҙе-балдыҙ,үҙегеҙ ҡайтығыҙ ҡунаҡҡа.Муйыл сәскә атҡан.
Машинаһын бипелдәтеп,ҡуҙғалып киттеләр.Әсәйем ҡулын болғаны,сабыйҙарса ҡыуанды.
Апайым менән еҙнәм әсәйҙе бик матур итеп баҡтылар.
-Фатихам бөтәгеҙгә лә тиң,балаларым.Бәхетле булығыҙ.Һеҙҙән шул тиклем ризамын...Оҙон һымаҡ та йәшәлгән ғүмерем,ҡыҫҡа ла һымаҡ ...Осоп-осоп үтеп киттем һымаҡ мин уны...Һауаһын һулап туйманым,күҙҙәрем донъяһының биҙәктәренә һоҡланып туйманы.Үҙем һөйөп,һөйөлөп туйманым...Әммә ризамын...Ризамын барыһына ла!-әсәйем түшәккә ятҡан ине ҡайтҡанымда.
Әсәйемдең күңелен имләр бер һүҙ табалмайым,бары һыҙлаған ҡулдарын устарыма алғанмын да,һыйпап ҡына ултырам.
-Гөлсара,анауы һеҙҙә күргән төшөм иҫкә төштө.Һыңар ҡулымды өҙәһенән сапҡайным бит әле.Мин бит ҡулымды түгел,һыңар ҡанатымды сапҡанмын.Атайығыҙҙы ,,ысҡындырып”ебәреүем булғандыр.Ә ҡаны сыҡмауы-йөрәгемдең ҡабат һыҙланмыуылыр...
Атайығыҙ тураһында хәтирәләрем әрем һымаҡ әсе булһалар ҙа-үткәндәрҙе үртәп булмай-улар минекеләр!Һөйгән йәр-һөйәктең елеге!Атайығыҙҙы ғәфү иткәнмен бик күптән.Һеҙ ҙә асыу тотмағыҙ.Ғәфү итегеҙ-изге ғәмәлдә булығыҙ.
Етмеш икеһен дә тултырмай,әсәйебеҙ китеп барҙы.
Төндәрен, йоҡо алмаһа,тәҙрә аша һауаға ҡарап торам:әсәйем шау йондоҙло күкте яратты.Дөм ҡараңғы төндә ҡояш ,ә көпә көндөҙ һауала йондоҙҙар күрҙе!Донъяға үлеп ғашиҡ ине.Кешеләрҙе яратты,бер кем тураһында яман уйламаны,насар һөйләмәне,беҙҙе лә тыйҙы:ниндәй һүҙ,ниндәй әңгәмә ишетһәгеҙ ҙә-ғәйбәт йыймағыҙ,берәүҙең тәҡдиренә ҡул һуҙмағыҙ-Гонаһ!Һәр йәнде изге,тип танығыҙ!-тиер ине...
Әсәйемде юҡһындым.Уның йылыһы етмәй ине миңә, йырҙары,әңгәмәләре,хәтирәләре...Изге хәтирәләре...
,,...Әсәйем Гөлйөҙөм -Шығайҙыҡы,атайым Муллағәле , указлы мулла-Хөсәйендән .Заманының уҡымышлы кешеһе,ғилем таратыусы уҙаманы булған ул.Уларҙың балалары күмәк кенә булғандар:Ниязбай,Шәмсеҡәмәр,Фәхерниса,Көмөшбикә,мин,Нәзифә.
Аҡтар ,ҡыҙылдар болаһында Ниязбай ағайымды ҡыҙылдармы,аҡтармы санаға ултыртып,һуғышҡа алып киткәндәр.Мин бәләкәс кенә булғас,ҡайҙан ғына ҡыҙылдарҙы аҡтарҙан айырмайым,тей?Минең өсөн бөтә ир заты ағай,апа,олатай.Һалдат та - ағай!
Һуғышҡа барғыһы килмәгәндер инде Ниязбай ағайымдың.Кем йәнен кемдең ҡыяһы килһен! Эсем китә,тип ,сананан төшөп ҡалған.Шунан арттан килгән санаға күсеп ултырған,унан һикереп төшөп ҡалған да,эсен тотоп,урманға инеп киткән.Шулай ҡасып ҡайтып килде.Әсәйебеҙ ағайыбыҙҙы урманға,сытырҙар араһына йәшереп ҡайтты.Төндәрен йәшенеп кенә ашарға ташып йөрөнө.
Миңә шул ете-һигеҙ йәш ,тирәһелер инде.Ауылға йә аҡтар килеп тула,йә ҡыҙылдар.Ашар -эсеребеҙҙе йәшереп ҡуйһаҡ-ҡыҙылдар килгән,тимәк.Йәшермәҫ инек-талап алып китәләр.Хәлле,бай йәшәнек.Сөнки ,эшләнек:таңдан ҡараңғыға тиклем.Һигеҙ йәшемдә гөбөрҙәтеп һыйыр һауа инем.Ун биш бейәбеҙ,һыйырҙарыбыҙ бар.
Шулай бер ваҡыт ҡыҙылдар йылҡыларҙы ҡыуып алып киттеләр.
Әсәйем менән икәүләп аттарыбыҙҙы эҙләп сығып киттек.Һыҙылып ҡына таң ата .Һауала торҡолдашып торналар осоп баралар.Көҙгә тартым ,һалҡын ваҡыт.
-Анауы биләнгә еткәс,ял итербеҙ,Әлимәү,-әсәйем мине ҡыҙғанып килеүе,-анауында йөрөр ине өйөрһөк мал,күренмәйҙәр.
Ҡырҡты аша төшөп барһаҡ,юл буйында әлһерәшеп ятҡан бейәләребеҙ муйындарын һоноп ҡына тупраҡ ҡатыш ҡыу үлән ашап ятҡан булалар.Торалмайҙар.Хәлдән тайғандар.Үлән юҡ,ямғыр яуманы.
Ҡыҙылдар штабына килеп еттек.Бер һалдат землянканан сыҡты ла ,
әсәйем янына югереп килде.
-Кемде эҙләйһегеҙ?-ти.
-Командир кәрәк ине,-тей әсәйем.
Командирҙы саҡырып килтерҙе был һалдат.
-Нимә кәрәк ,апай,-командир әсәйемә тишә ҡарап тора.
-Айғырымды эҙләп килдем,командир ҡустым,Мин таныным атымды.Ул һеҙҙең аттар менән тора.Маңлайында ҡашҡаһы бар,-әсәйем тыныс булырға тырыша.
Командир баяғы һалдатын саҡырып алды ла,ҡолағына нимәлер шыбырланы,тегенеһе аттар яғына югереп китте.
-Атығыҙҙы таныһағыҙ,алып ҡайтырһығыҙ,апай,-киттек аттар торған ергә.Баяғы беҙҙең ҡашҡа айғырыбыҙ юҡ бит!Әсәйем :
-Йондоҙ ҡашҡа!,тип ҡысҡырып ебәргәйне,айғырыбыҙ Уралды яңғыратып кешнәп ебәрҙе бит!Ҡашҡаһына шул арала ҡором һөртөп ҡуйғандар икән!
-Айғырың бигерәк шәп,апай,бирмәйбеҙ,үҙебеҙгә кәрәк,тип,баяғы командир атыбыҙҙы бирмәне,-ана юл буйында ҡалған аттарҙы алып ҡайтығыҙ!
Һемәйешеп ҡайтып киттек.Юлда ятҡан аттарҙы нисек кенә алып ҡайтайыҡ инде.
Ҡайтып барабыҙ.Ҡояштың нурҙары ҡып-ҡыҙыл ғына шәфәҡҡә әйләнгән мәл ине.Мин һауаға ҡарап илап барған булам:нишләп донъя шундай матур ,ә Ерҙә ҡайғы икән???
Аттарыбыҙ бигерәк йәлләмес булып яталар!Әсәйем һәр береһен һөйөп,бармаҡтары менән ялдарынан тарап,һәр береһенә исеме менән өндәшеп, хушлашты. Үкһеп илап ҡайтты үҙе! Таңға ҡырау төштө лә,бар ер өҫтөн өтөп,дөмғара итте.Беҙҙең бейәләребеҙ шул ятыуҙан тормағандарҙыр инде...”

,,...Мине йәшләй генә кейәүгә бирҙеләр. Шығайға, Шиһабетдиндың улына.Шиһабетдиндың ике ҡатыны булып, береһе- Бәлхиә, икенсеһе-Бәлхизә инеләр...”

-Әлимә еңгәм яман бай булып килде килен булып төшкәнендә.Үҙе эшләгән ҙур селтәрҙе тағып,ебәк шәлдәр ябынып,ситса таҫма менән сыбыҡланған кейемдәрҙә генә килеп төштө арбанан.Һандығында ҡытай ебәгенән тегелгән еләне,кизе шәлдәре,бәрхәт кәзәкейе,тағы ла бер бәләкәс селтәре,сигеүле һөлгөләре,янсыҡ,түшелдеректәре бар ине. Һандыҡ өҫтөндә аҡ кейеҙ,ҡара кейеҙ, эре яҫтыҡтары,баҡта юрғандары,буйлы балаҫтары бар ине,-Бәлхизәнең эйәрсән улының ҡыҙы Күркеямал апай һөйләгәйне быларын...
,,...Атайығыҙ менән бик ярлы ,ауыр йәшәнек.Баш балабыҙ Ғәбделбарый тыуҙы ла торманы.Шунан бөҙрә генә сәсле һылыу ғына ҡыҙ таптым.
Ана шул ҡыҙҙы алдыма ултыртып төшкән кәртишкәм бар бит!Таңсулпан ине исеме!
Эңерҙә Фәттәх ағай менән Маһый еңгәйҙәргә бәпесебеҙҙе күтәреп кенә ҡунаҡҡа индек.Был икәү илгәҙәк кенә балаға сат йәбештеләр.Бала күрмәгән кешеләр-бәпәйҙәре булмаған.
,,Беҙгә ҡалдырып тороғоҙ.”-ти Маһый еңгәйҙәр,йәнәһе бер төндә танһыҡтарын ҡандыралар инде бала һөйөп.Ҡалдырып ҡайтып киттек.Төнөн Фәттәх ағайҙар баланы күтәреп килеп ингәндәр.
Әллә ниңә илай ҙа илай,тип.Таңсулпанды ҡалдырып ҡайтып киттеләр.Ҡыҙыбыҙ таңға тиклем иланы ,иланы ла,үлде лә ҡуйҙы.Күҙ тейҙеме,әллә ярамаған нәмә ашаттылармы?..Ҡарындарым йыртылырҙай,эсәктәрем өҙөлөрҙәй булып тапҡан икенсе баламды ла ҡара ер ҡуйынына һалдым...
Атайығыҙ комсомол эштәре,тип,активист булып йөрөнө.Кис етһә,йыйылыш,тип сыға ла юҡ була.Йә йәш комсомол ҡыҙҙар үҙҙәре килеп алып сыға ла китәләр.
Бер ваҡыт Бәлхиә ҡәйнә килде.
-Даниярың ҡыҙҙарға йөрөй,шикелле.Ана Хөсниямалдарға инеп киттеләр,әйҙә барып алайыҡ,ти.Йәштәр йыйылған өйгә индереп ебәрҙе лә мине,үҙе өй артында йәшенеп тороп ҡалды.Өйгә индем дә,бер мөйөштә бөршәйеп кенә торам.Данияр өҫтәлдә бармаҡтарын бейетеп ултыра.
-Йә,ней йомош?-тип үсектерә үҙе.
Мин торам ҡыҙарып-бүртенеп.
Шунан,ҡайтайыҡ куй,тип алып сыға мине Данияр.Үҙе тупһанан төшә килеп,өй артына борола-унда әсәһе -Бәлхиә ҡәйнә ултыра бит инде.
-Ҡарт төлкө,һин генә алып килгәнһеңдер Әлимәне,тип уйланым,инде,-минең арттан килергә кәләштең башына ла килмәҫ ине.
Атайығыҙ мине яратмағандыр...Һалҡын ине ул ..Аҙаҡ ҡул күтәрә башланы.Ә мин яраттым уны.Сәрмәндән бер ҡыҙға өйләнергә йөрөгәнендә лә,мин уның паспортын йәшереп алып ҡалғайным.Шуның үсен алам,тип,ҡаты туҡмағайны мине.Тауышҡа күрше Зөбәйтә килеп инде,мине араламаҡ булып,уртабыҙға ингәйне,Данияр икебеҙҙең дә толомдарыбыҙы беләгенә урап алып,ҡара ер өҫтөнән һөйрәтеп йөрөп, ике бисәне лә туҡманы.Шунан өйҙән сығып китте.
Тәнемдең имен ере юҡ-күм-күкмен.Әсәйем килде,ҡуй,бир паспортын китһен,ти.Мин бирмәй ныҡышам.Әсәйем мине йәлләп,илап ҡайтып китте.
Шулай кәртүк ҡаҙып алып,бешереп,ашарға ултырғайным,Данияр ҡайтып инде.
-Кил,яҡындан ҡатнаш,эҫеһендә аша,тигән булам.
-Үҙең генә аша шул кәртүгеңде ,-тине лә ,артын ҡуйҙы ла ятты.
Әллә ниңә,, Минең кәртүгемде ашағың килһен!Ныҡ ашағың килеп,зар булып ултыр”,тип ҡәһәттәнеп ултырҙым шул көндө...”
Әй!,Уйлаһаң- уйылып китерлек!
Әсә йылыһы-ҡояш йылыһы бит ул! Әсәйемдең йылыһын һағындым...Уның күҙ ҡараштарын,йылмайыуын,сәстәрен толомлап үреүҙәрен,уның моңло итеп йырлауҙарын!
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә самауырҙан сәй яһап ултырыр ине,үҙе башынан үткәндәрен ,кисергәндәрен илай-илай һөйләп ултырыр ине.Илап туйғас,үҙәктәрҙе өҙҙөргәнсе моңон түгәр ине.
-Анааа,моңдарым һыу буйлап киттеләр,тип,сыланған күҙҙәрен яулығының сите менән һөртөп ҡуйыр ,шунан ,,Алла”-,тип тынып ҡалыр ине..Тәҙрәнең бәләкәс кенә өлгөләре аша тышҡа -Йондоҙло донъяға текәлер булды-йөҙө тулы хәсрәт ине!
,,...Утыҙ дүрт Фәриҙә ,утыҙ һигеҙҙә Гөлнур,ҡырыҡ берҙә Гөлширә тыуҙы.Гөлширә тыуғанда атайығыҙ һатыусы булып эшләй ине.Бер тоҡ он ,,елкәһенә сығып” Даниярҙы төрмәгә алып киттеләр.
,,Әлимә,кәртүк булһа ла ебәр әле,шул тиклем ашағым килә”,тип яҙҙы.Кәртүк йөкмәп барҙым.Белоретта ,,Сталепроволочный канатный завод”та эшләп йөрөй ине.Шунда күҙенә тимер инеп китеп,бер күҙен алдырҙы.Ҡырыҡ биштең яҙына тиклем төрмәлә булды .Шунан апрелдә уны һуғышҡа алдылар.Беҙгә шул айҙа уҡ паек килеп төштө.Тамағыбыҙ туйып ҡалды.Данияр фронтҡа барып етмәй ҡалған,һуғыш бөттө.Ауылға ҡайтып торманы,төрмәлә повар булып эшләгән Маруся исемле ҡатынды эйәртеп Төркмәнстанға сығып киттеләр.
Өс бала менән ултырып ҡалдым.Көттөм.Ҡайтыр,тинем.Ҡыҙҙарын һағыныр,тинем.Ҡырыҡ берҙә тыуған Гөлширәм сибек,һаман атламай.Күтендә шыуышып ҡына йөрөй.Бише тулғансы атламаны балам.Шул тиклем генә йонсоу булды.Ул саҡтағы асығыуҙар.Юҡлыҡ.Баш бармаҡтай ғына талҡанды бүләшешеп ашап ултырыр инек...
Бесәнгә төшкәнбеҙ.Гөлширәм бесән өҫтөндә ултыра,арты менән шыуышып та китә.Эргәлә генә тышаулы ат бесән ашап йөрөй.
,,Аттың аяғы ошолай тышалған",тип,ҡыҙым оҙон бесәнде ишеп,үҙен үҙе тышап ултыра.Шунан аяғүрә баҫты ла ,.Иһоһоһооой!”,тип ат һымаҡ кешнәп ебәргән булды ла ,тороп сапты ла китте.Шулайтып үҙ тышауын үҙе сискән бала ул,Гөлширә апайығыҙ...Әйй,ул ваҡыттар иҫкә төшһә...
Айҙың ун бише ҡараңғы булһа,ун бише яҡты! Яҡтыға сығырмын мин дә,тип көттөм,өмөт иттем!Донъябыҙ рәтләнер тинем.
Көслө булдым.Эшкә тотонһам-емертеп эшләнем.Йөрәгем талсығып,йығылып китер мәлемдә йырлар ҙа ебәрер инем.Донъяның йөгөн йыр менән ҡуша һөйрәһәм,еңелерәк булғандыр,күрәһең!
Көн-төн колхоздамын:яҙын-сәсеү,йәйен-бесән,көҙөн-ураҡ! Бесәндә ҡарағайҙай ирҙәр менән ярышып,сәмләнеп салғымды һелтәр инем.Алдымды киң алып,ҡырып сабыр инем бесәнде.Кәбән ҡойғанда һәнәгем менән күбәне бер генә сәнсеп алып ,ырғытыр инем!
Бер шулай бесәнгә төшөп кенә торабыҙ.,,Әлимәгә кем етер?”-тип бәхәс сыҡты бит!
Ҡоласымды ташлап,салғымды еңел генә уйнатып,йәм-йәшел бакуйҙарҙы теҙҙем дә һалдым!Бер кемде еткермәнем!
Аһ! итте халыҡ.Әллә һоҡ,күҙ тейҙе-кисен ҡайттым да сәсрәп ауырып киттем.
Сәмсел,ныҡыш,тырыш,көслө булырға өйрәтте мине тормош.
Атайығыҙ минең янымда көсһөҙ,ялҡау ине...Мине шуның өсөн дә тиңһенмәгәндер,тим...Әллә минән көнләштеме икән?Аңламаным...
Ҡырыҡ туғыҙҙа Данияр ауылға әсәһенә,туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтып төштө.Яңғыҙы!
-Етте.Булды! Ҡайттым.Бөтөнләйгә.Әлимәне алам,-тип һүҙ ебәрҙе был.
Килде.Тағы ышандым.Ҡауыштыҡ.Данияр өй күтәрә башланы ла,башын да яптыртмай,кире Төркмәнстанға китеп барҙы.
Туғыҙ айҙан тас атайыңа оҡшап,ҡара,ябыҡ,оҙон булып,һин тыуҙың,Гөлсара.
Бәләкәс кенә өйҙә көн итәбеҙ.
Бер көн председатель Зарипов ағай килеп керҙе.Керҙе лә,Әлимә апай,һауынсылар етмәй,Фәриҙәңде эшкә сығар,ти.
Сығарам,тейем.Бына,Хәмит Сабирйәнович,бер мейеслек кирбес бирһәң,сығарам эшкә.Мейесебеҙ юҡ,сыуал яғып ҡына көн күреп ятҡан булабыҙ,тим.
Председатель кирбес ауҙарып китте.Бер төндә мейес сығарып ҡуйҙым,ун бишкә инер-инмәҫ Фәриҙәм колхозға һыйыр һауырға сығып китте.
,,Ҡыҙғынамды бер мейеслек кирбескә алмаштым,”-тип көйәләндем аҙаҡ.Ә Фәриҙәм үҙемә оҡшап ,эшһөйәр,әрһеҙ,тырыш булды.
Илленсе йылдар башы ине.Данияр өсө тулған һап-һары бер малайҙы күтәреп,ауылға ҡайтып төштө.
,,Дитдумдан алдыҡ!Исеме-Булат!”-урамға һыймай,маһайып,елкәһенә ултыртып урам буйлап йөрөп ятты...”
Мин уны иҫләйем ,әсәй!Ул мәлдәрҙе алыҫта,күк томан эсендә ҡалған һымаҡ мин дә әҙ генә хәтерләйем:атайым мине күтәреп алып ,күкрәгенә ҡыҫып ,,ҡыҙым”тип яратты,зәп-зәңгәр күктәргә,ҡояшҡа тиклем сөйгәйне!Атайҙың,, ҡайтып киткәнен белдереп”,әлеге лә баяғы кәртишкә тороп ҡалған.Кәртишкәлә атайым мине күтәреп тора.Уның бер күҙе юҡ икәнен шунда белдем.Ул зәрә ҡара ине.Төркмәнстанда шулай ҡара көйәләрме икән?
,,... Был юлы Данияр эстрәпилә ултыртып китте.
,,Пенсияға сығам да,ҡайтам.Марусяны ла алып ҡайтам,Әлимәгә хеҙмәтсе булып йөрөр...Әлимәмде кире алырмын,яңы өйөмдөң иң түрендә ултырыр”-тип әйтеп киткән,имеш.Әллә әйткән,әллә буш!Әллә ҡайынбикәләрем мине йыуатыр өсөн әйттеләрме икән?
Ҡыш тағы ҡайтып төштө.Беҙгә килде.Әлимә,ҡыҙҙарҙың береһен бир,үҙем менән алып китәм,ти.
Фәриҙә эшләй,Гөлнур боҫоп тороп ҡалды,Гөлширә эйәрҙе.Нимә уйлап эйәртеп сығарып ебәргәнмендер,етмәһә,ҡыш өҫтәндә.Гөлширә менән Белоретҡа барып еткән,знакумдарға ингән былар бер кис ҡунып китергә.Ызнакумдың ҡатыны аптырауға ҡалды,ти был хәлгә.
-Данияр.Һинең башың эшләйме ул?Ҡыш өҫтөндә был ҡыҙ баланы нишләп кенә алып китеп бараһың?Ул бит әсәһен һағыныр,таптырыр,илар!Ҡуй,ҡалдыр,кит үҙең генә!
Шулай итеп Данияр яңғыҙы киткән ,Гөлширәне баҙарға килгән ылауға ултыртып,кире ауылға ҡайтарып ебәрҙеләр...”
Әсәйем һаман өмөт өҫтөндә булдымылыр,һаман яраттымылыр атайҙы-миңә асылмаҫ сер булып ҡалды ул.
Мин бишенсе класты тамамлаған инем.Йәй көнө,кәртүктәр шау сәскәгә күмелеп ултырған мәлдә атайыбыҙ ҡайтты.Мин атайымдың бер туған апайы Фәйрүзә инәйемдең мунсаһын ,,һорап “ тороп,һыу ташып,мейескә тоҡандырҙым.Эләүкәһен ,иҙәндәрен йыуып алып,мейесемдәге ҡып-ҡыҙыл ҡуҙҙарҙы болғатып торһам,сәсәй-сәсәй,тыны бөтөп Фәйрүзә инәйем мунса соланына килеп керҙе.
-Гөлсара,беҙгә инеп ҡайт!Атайың ҡайтып төштө!Һөйөнсө!-үҙе нисек итеп осоп-сәсәп килеп инде,шулай өй яғына югерҙе,-Һарыҡты иртәгә һуйырбыҙ,Данияр ҡусты,бөгөнгә тоҙланған кәзә итен бешерергә һалайым,инде һимеҙ,инде һимеҙ!-тауыш көр,бөтә донъяға ҡустыһының ҡайтып төшкәнен белдергеһе килә ине!
Атайға үпкәм ҙур.Әсәйемдең илай-һыҡтай атайым тураһындағы һөйләгәндәре бәләкәс йөрәгемә энә булып ҡаҙалып торалар.Инмәй генә,күренмәй генә тайыу-бөтә уйым!Тиҙерәк мунсаһын томалайым да-ысҡынайым бынан!
Атайымдың донъя яңғыратып көлгәне ишетелде!Мин тышҡа атылдым һәм...!Атайым менән осраштым.Уным ҡулдарын миңә һоноп:Голсара,ҡыҙым,кил ҡосаҡлайым үҙеңде,тип миңә ынтылды,мин кәртүк баҡсаһына һикереп төшөп,өй яғына остом!
-Гөлсараа!-атайым шулай ҡулдарын һонған килеш,килбәтһеҙ оҙон,ҡап-ҡара булып күҙ алдымда тороп ҡалды.Һүңғы күрешеү шулай булды
Йәйҙәр үтте,көҙҙәрҙе ҡыш миҙгелдәре алмаштырҙы,ярһып яҙҙар килделәр,әллә күпме һыуҙар аҡтылар.Апайымдар тормошҡа сыҡтылар,бәпестәр алып ҡайттылар.
,,Минең мынуктарым,ҡолонсаҡҡайҙарым”- ,тип әсәйем уларҙы һөйҙө,яратты.Кистәрен моңло бишек йырҙарын һуҙҙы.Етеш,туҡ йәшәй башланыҡ.Атайыбыҙҙың өйө генә һаман шул ҡыйыҡланмаған көйө тора бирҙе.Оҙайлы ямғырҙар башланһа,бүрәнәһе сереп бөтә инде,тип әсәй көйәләнде!Үҙебеҙ бәләкәс кенә өйҙә йәшәп ятҡанға әсәйебеҙҙең йөрәге һыҙлағандыр-дыңғырҙап торған ҡарағай бура сереп ултырһынсы!
Алтмыш етенсе йыл.Туғыҙынсыла уҡып йөрөйөм.Яңы йыл тыуып,икенсеме,өсөнсөмө көнө ине ғинуарҙың.Урындыҡта ята инем.Телеграмма индереп сыҡтылар:алыҫ Төркмәнстанда атайыбыҙ үтеп киткән!Стена яғына боролоп ,бөршәйеп кенә яттым да,өнһөҙ генә иланым да иланым.Ниндәй илау булғандыр ул-үҙем дә аңламаным,ә туҡтауһыҙ иланым.Яратҡан,ҡәҙерле кешеңде юғалтып,ҡара ҡайғыларҙан йөрәгем урталайға ярылып китеп,һыҡраныу,һыҡтау булманы .Атайым үлһә лә мин иламаҫмын,тигән мәлдәрем булды-мин уны яратманым,хатлашманым.Иламаясаҡмын бер ваҡытта ла ,тигәйнем бит!
Иланым!Илата икән ул!Әсәйемдең самауыр артында атайымды хәтерләп,унан күргән йәбер-золомдарын,ике күҙенән атылып сыҡҡан ҡайнар күҙ йәшәтәре субыр-субыр ғына сикәләре буйлап ағып ултырғанының шаһиты булғаныма,балаларын астан үлтермәҫ өсөн күҙ яуын алып торған ике селтәрен дә бер ҡаҙаҡ майға алыштырыуы,күгәргән башаҡ ашап,тартышып ятҡанда,ун йәшлек Фәриҙәһе бәләкәй санаға һалып,әсәй,үлмә,тип ,ялбара-ялбара,һөйрәтеп ҡайтып барыуҙары иҫемә төштөләр шул!Атайыма тамсы ла йылы хистәрем булмағанға,ҡыйынлыҡ теләнем мин уға.Тик бер мәл генә! Гел түгел!Валлаһи!Мин шундуҡ уйымдан ҡайттымсы.Йәшәһен ине!Донъя киң!Булаты хаҡына йәшәй бирһен ине!
Туғандар беҙгә ,,сәвишәньйәгә ” йыйылды.Кем Төркмәнстанға барып ҡайта?Ошо мәсъәләне хәл итеп ҡуйырға кәрәк.Фәриҙә апай баралмай-колхоздың һыйырҙары бар!Гөлширә апайымдар Кустанайҙан яңыраҡ ҡына ҡайтып торалар-баш-күҙ ҙә алмағандар.
-Мин барам!Мин!-ырғып төшөп торам.
-Голсара,Һин бармайһың,-өсөнсө көн барған ,,сәвишәнйә”Бәлхизә оләсәйҙең улы Хәҙис менән Гөлширә бара,тип ҡарар сығарҙы .Аҙаҡ,ҡуй,Хәҙис тә йөрөмәһен,Гөлширә үҙе генә барһын,юлға сығымдар күп китер,тип, бер һүҙгә килделәр.Әбейҙәр юл доғаһы уҡыны.Кемдер берәүҙәре,Марусяла йоҡлама,йә сихырлап ҡуйыр атаңды сихырлаған кеүек,тип,Марусянан тик торғанда сихырсы,,яһап” ҡуйҙылар.
Апайыбыҙ Төркмәнстанға юлға сыҡты.Беҙҙән-балаларынан,әсәйемдән,туғандарынан бәхиллек йөкмәп китте.
Күгәрсен күкәй һалмаһын
Балалар сығармаһын!
Яҙһа яҙһын бында тупраҡ
Тупраҡ ҡырҙа яҙмаһын!-оҙата килгән инәйҙәрҙең береһе шулай һамаҡланы ла ауыр итеп көрһөндө.
Ейәр ризыҡтары Төркмәнстанда сәселгәндер,күрәһең.Атайыбыҙҙың
был донъяларҙа кисерәһеләре тамам булып,үҙе менән әллә күпме серҙәрен алып китте ул!
Апайым атайымдың ҡәберенән бер ус ҡом алып ҡайтты.Ҡулъяулыҡҡа төрөлгән ҡомдо устарына йомоп,әсәйебеҙ иланы:атайығыҙ минән киткән булһа ла,Хоҙай тарафынан минеке булған бәндәгә-Даниярға рәхмәтлемен.Рәнйемәйем.Миңә тәғәйен ауырлыҡты ,йөктө лә рәхмәтле булып ҡабул иттем.Үҙ шәмемде үҙем тоҡандырып,һеҙҙе лә йылытырға тырыштым,ҡыҙҙарым!
Аҙаҡ атайым күтәрә башлаған өйҙө беҙгә бирҙеләр.Шуны эшләп бөтөрөп индек.Өйҙөң бүрәнәләре араһына атайым менән төшкән кәртишкәне ҡыҫтырып ҡуйҙым-уның йөҙөн хәтерләтеп торған берҙән бер кәртишкә...

 

Сулпан Абдрахимова

Автор:
Читайте нас: