Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
30 Сентябрь , 13:41

Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар

Һыҙланып, таңға ғына әүен баҙарына киткән ҡатынды иртәнге ашҡа уятып, хәлен белешеп йөрөп, дуҫлаштыҡ. Тол ине ул. Берҙән-бер ҡыҙы ла мәрхүм булып, ейәнсәрҙәре бәхетенә йыуанып йәшәгән Софья Павловнаға көн һайын бер ир кеше шылтыратты.

Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар
Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар

Беҙ уның менән ял иткәндә таныштыҡ. Холдағы дивандан ҡалҡына алмай аҙапланған оло йәштәге ҡатынға торорға ярҙам иткәс, ул рәхмәтен белдереп, ҡулымды ҡыҫты: – Изге кешеләр бар икән.
– Булмай әллә, донъя тулған, – тип йылмайҙым.
– Ҡартлыҡ бәлә инде ул, – ҡатын, уфтанып, беләгемә тотондо, сәсен рәтләгәс, таяғын йәтешләп ҡуйҙы. – Әле генә йәп-йәш, һикерәңләп йөрөгән кеүек инем... Ә хәҙер таралып төшөп, кеше көнлө булып барам.
– Был диван үҙе шулай тәпәш, тәрән, шуға ҡалҡынып тороуы яйһыҙ, ултырғыс күпкә уңайлыраҡ.
– Тик ҡарт тән йомшаҡты талап итә шул, – Софья Павловна* көрһөндө. – Аяҡтарым һыҙлап йонсота, айырыуса төндәрен үҙәккә үтә, йоҡлай алмайым...

Һыҙланып, таңға ғына әүен баҙарына киткән ҡатынды иртәнге ашҡа уятып, хәлен белешеп йөрөп, дуҫлаштыҡ. Тол ине ул. Берҙән-бер ҡыҙы ла мәрхүм булып, ейәнсәрҙәре бәхетенә йыуанып йәшәгән Софья Павловнаға көн һайын бер ир кеше шылтыратты. Ул һис тә йәшереп торманы, тәүге көндө үк, телефондан һөйләшеп бөткәс, ғәҙәти генә тауыш менән:
– Был минең һөйәрем, – тине. – Ҡырҡ йыл һөйгән кешем. Йәл, бергә була алманыҡ. Шуныһы үкенесле.
Уға аптырап ҡарағас, һүҙен дауам итте:

– Ул ғалим, минән егерме йәшкә кесе. Танышҡанда аспирант ҡына ине. Ә мин ғаиләле кеше, вазифалы эштә эшләнем. Ябай ғына танышлыҡ ҡайнар һөйөүгә әүерелер, ҡырҡ йылдан ашыу дауам итер, тип кем уйлаһын? Етмәһә, асыуланышып танышҡайныҡ... Март айында универмагтан ҡаба­ланып сығып барғанымда, ҡаршыма ашығып килгән егет мине яңылыш төртөп йыҡты. Аяҡ аҫты боҙ ине, күҙ асып йомған арала икебеҙ ҙә тәгәрәштек. Йәш кеше сос, еңел дә инде, тиҙ генә һикереп тороп: “Бер ерегеҙ ҙә ауыртманымы?” – тип ғәфү үтенеп, торорға ярҙамлашты. Күҙегеҙ тонғанмы әллә, тип көйҙөм дә, өҫтөмдө ҡағырға маташҡан фырт егетте этеп ебәрҙем. Ул тайып, тағы тәкмәсләне. “Һеҙ нимә, ҡоторҙоғоҙмо әллә?” – тигәйне, дорфа ғына яуап бирҙем, ә ул – миңә... Яныбыҙға халыҡ йыйылып китте. Совет осоронда кеше битараф булманы, ярҙамсыл ине, берәй нәмә булһа, шулай йәһәт кенә йыйыла торғайнылар, бер ҙә вайымһыҙ килеш, күрмәмешкә һалышып, үтеп китмәнеләр. Мейегеҙ һелкендеме икән, тип мине йәлләнеләр, егетте оялттылар. Мин, ҡыҙыу ҡатын, йәш кешене әрләп-әрләп, китеп барҙым. Шөкөр, бер ерем дә ауырт­мағайны, ҡалын кейемем һаҡланы. Был ваҡиғаны онотҡайным тиерлек, ул егет ҡабаттан осраны. ЗАГС-та. Май айында. Сираттағы өйләнешеүсе парҙы тантана залына теркәлергә саҡырғас, уларҙы ҡотларға тип ауыҙ астым да, ҡатып ҡалдым – ҡаршымда йәш кенә ҡыҙҙы ҡултыҡлап, мине этеп йығылтҡан ҡупшы егет баҫып тора ине. Уны сырамытып аңшайһам, ул да мине танып, элекке яҡшы танышын осратҡандай, киң йылмайҙы. “Һаумыһығыҙ! Хәҙер бер-бере­беҙҙе этешеп йығылтмаҫ­быҙҙыр ул?” – тип шаяртты. Былайтып уғаса тантана залында бер кемдең дә шаяртып һүҙ ҡушҡаны юҡ ине, артыҡ-бортоҡ һүҙ ҡуйыртыу, ғөмүмән, булманы. Бөтә тантана рәсми тонда, бик юғары пафос менән башҡарылды. Шуға ла егеткә яндырырҙай итеп ҡарап, ҡау­шауымды еңеп, ҡотлау телмәрен башланым. Эйе, ҡаушағайным. Ә нилектән – үҙем дә әйтә алманым. Әллә йәш кейәү егетенең күҙемә тултырып тура ҡарауынан, әллә йылмайыуынан... Егеттең миңә үҙ итеп өндәшеүен бер кем дә, әлбиттә, аңламаны. Уның ҡайғыһы ла булманы, сөнки никахлашҡан парҙар күп ине, церемонияға ваҡыт аҙ бүленгәйне. Конвейер ише барҙы тантаналар. Был егет, исеме Александр, сығып барышлай, миңә ҡат-ҡат боролоп ҡараны. Бәхетле йылмайҙы. Һуңынан ул, һине табыуыма ҡыуанып йылмайҙым, тиәсәк. Ә мин, яратҡан ҡыҙына өйләнеүе менән бәхетле, тип уйлағайным. Бына шул нимә була ул? Ниндәй химия, тылсым һөйөүҙе тыуҙыра? Йөрәгемә инеп ояланы ла ҡуйҙы бит шул егет ишараты. Уның тураһында уйламаҫҡа тырышам, әммә уйҙарҙы йүгәнләп булмай. Йөҙө күҙ алдына килә лә баҫа. “Александрға 23 кенә йәш, кәләшенә 20 генә, ә һиңә – 43!” – тип үҙемде тыям. Бәлки, был алйотланыу үтер ҙә китер ине, әгәр ҙә бер көндө эштән сығыуыма Александр мине тышта көтөп тормаһа. Оҙатырға мөмкинме, тип рөхсәт һораны. Был ни тигән һүҙ ул, оятығыҙ ҡайҙа, тип көйөп киттем. “Мин һеҙҙе башымдан сығара алмайым”, – тип тороп ҡалды. Ике-өс көндән Саша яңынан ЗАГС бинаһы янында тора ине. Һөйләшмәй ҙә маташтым, енләнеп тә ҡыландым, тейешле ергә ялыу яҙасаҡмын, тип ҡурҡытып та ҡараным, әммә Саша, әйҙә, һөйләшәйек, тип артымдан йөрөүен дауам итте. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәр ҡырын ҡарап, шыш-быш килә башлағас, яҡшылап һөйләшеп ҡарарға булдым. Мин күптән кейәүҙәмен, тим: “Өлкән ҡыҙым бар!” “Булһын. Ирегеҙ, ҡыҙығыҙ булыу менән һеҙҙе яратыуым кәмейме ни?” – ти үҙһүҙлеләнеп. Саша шундай ныҡымыш ул, алдына алғанды һис ҡасан ҡуймай. “Кейәүҙәге өлкән ҡатынды яратам, тип кеше көлдөрмәгеҙ”, – тиһәм, бер ҙә көлкө түгел, тәү күреүҙән ғашиҡ булдым, тисе: “Һеҙҙе алданыраҡ осратҡан булһам, өйләнмәҫ инем”.

Кәләше студентка икән. Алыҫҡа экспедицияға сығып киткән. Аптырағандан, ирем көнсөл, тинем, мине хәүеф аҫтына ҡуймауын, ҡаңғыртмауын үтендем: “Ул хәрби кеше, ҡыҙыу ҡанлы, зинһар, минең хәлемде аңлағыҙ”. Саша, ҡыйын­һынып, тешен ҡыҫып, башҡаса мине ҡарауылламаҫҡа ризалашты. Ана шунда уҡ беҙҙең мөнәсә­бәттәргә нөктә ҡуйылырға тейеш ине. Тик китә биргәс, Саша кире әйләнеп килде. “Әгәр ҙә кәрәк булһам, мине шунда эҙләп таба алаһығыҙ”, – тип юғары уҡыу йортон, кафедраһын атаны. “Кәрәк булмаясаҡһығыҙ, үҙ тормошоғоҙ менән йәшәгеҙ”, – тинем ышаныслы. “Ә шулай ҙа көтәм”, – тигәндә ҡараштары тулы өмөт ине... Көтөп алды ул мине.
Сәбәптәрен аңлатыр өсөн, Софья Павловна бөтә тормош юлын тәфсирләп иҫләне:

– Бала сағым һуғыш йылдарына тура килде. Атай менән ике ағайым яуҙа башын һалды, әсәйҙең ҡулында өсәү ҡалдыҡ. Мин кинйә бала, ете йәшкәсә иркә генә үҫкәйнем дә, һуңынан яҙмыш елдәре ҡағып-һуҡты инде беҙҙең быуынды. Ыҙалыҡ менән буй еткерелде. Апайыма эйәреп, диңгеҙ буйындағы ҡаласыҡҡа күсеп килгәндә, миңә ун ете йәш ине. Коммуналкала йәшәнек. Был үҙе бер ыҙа. Сөнки ҡайҙа ла сират, бүлеш, ҡаңғырыҡ... Бер мәл ялға күршеләрҙең Борис исемле курсант улдары ҡайтты. Буйсан, алсаҡ егет. Ул миңә ҡармаҡ һалырға маташып ҡараны, мин дә әүрәргә әҙер инем, иллә-мәгәр минекеләр ныҡ торҙо: “Һин, Сонечка, башлы ҡыҙ, белем алырға тейешһең. Кейәү көтөп торор, бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ”. Ысынлап та, миңә тигән йәр бер ҡайҙа ла ҡасманы... Икеһен дә юлыма сығарҙы яҙмыш. Әммә байтаҡ йылдан һуң.
Ә ул саҡта техникумға уҡырға индем. Уны тамамлағас, йүнәлтмә менән ҡасабаға эшкә ебәрҙеләр. Байтаҡ алыҫ, эш тә күп булғас, әллә ни йыш ҡайтып булманы. Ә бер ҡайтҡанымда курсант күршемдең, инде йәш офицерҙың, кәләш алған мәленә тура килдем. Күп бүлмәле фатирҙа яңы ғаилә ячейкаһы барлыҡҡа килеү уңайынан байрам табыны ойошторғайнылар. Ҡунаҡтар араһында өс йәш хәрби егет, шул иҫәптән ҡараңғы сырайлы Виктор ҙа булды. Ул мине бейергә төшөрҙө. Һөйләшмәнек. Берәйһе шунда, буласаҡ ирең менән бейеп йөрөйһөң, тиһә, ышанмаҫ инем. Виктор миңә бөтөнләй оҡшаманы. Туң, ҡаты күренде. Бер-беребеҙгә ҡарамай, йөҙҙө ситкә бороп, бейеп бөткәс, шым ғына, юлдан арыуыма һылтанып, үҙебеҙҙең бүлмәгә шылдым. Бер нисә йылдан, кире ҡаласыҡҡа ҡайтҡас, уйламағанда урамда Викторҙы тап иттем. Ул бәләкәс кенә ҡыҙсыҡты етәкләп алғайны. Шул бала мине күргәс, усын атаһының усынан бушатты ла, әсәй, тип ҡысҡырып, йүгереп килеп аяғымдан ҡосаҡланы. Виктор тәүҙә мине таныманы, балаһының ҡылығы өсөн ғәфү үтенеп, уны минән айырып алырға эйелде, ләкин балаҡай шул тиклем асырғаланып илап ебәрмәһенме! “Әсәй!” – тип күҙенән йәштәре субырлап аҡҡан сабыйҙы күтәреп, үҙем дә аңғармаҫтан, уны күкрәгемә ҡыҫтым, йыуатырға керештем. Был күренештән юғалып ҡалған Викторға үҙемде танытҡас, йөҙө бер аҙ асылды. Баланы әүрәтеп, тынысландырып, урамда йөрөнөк. Ҡатыны ауырып вафат булған икән. “Ҡыҙым әсәһен йүнләп хәтер­ләмәй, фото буйынса ғына белә. Ә һеҙ төҫөгөҙ менән ҡатыныма оҡшағанһығыҙ”, – тип көрһөндө хәрби. Муйынымдан ҡосаҡлап йоҡлап киткән ҡыҙсыҡты йәлләүҙән йөрәгем өҙөлөп төштөмө ни... Ә һеҙ миңә өйләнегеҙ, тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Виктор миңә “йылп” итеп ҡарап, улай шаяртмағыҙ, тине.

II

Шаяртманым мин. Йөрөгән егетем дә юҡ ине, баланы ла, Катеньканы*, йөрәгемә баҫтым да ҡуйҙым. Бер секундта хәл иттем яҙмышымды. Үкенмәҫһегеҙме, тип кенә һораны ир. Юҡ, тинем. Һәм үкенмәнем дә тиерлек. Сөнки Виктор бик яҡшы ир булды. Ҡаҡманы-һуҡманы, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте, минең менән иҫәпләште. Яратышыуһыҙ ғына барып яҙылдыҡ та, йәшәп тә киттек. Тик бәхет тулы буламы ни?.. Гарнизондан гарнизонға күсеп йөрөүҙәр, һәр саҡ яңы ерҙә өр-яңынан оя ҡороу ҡатмарлы ул. Хәрбиҙең ҡатыны булыу һәр кемдең дә хәленән килмәй. Айырым холоҡ, ныҡлыҡ талап ителә. Ир хеҙмәттән бушамағас, күпселектә яңғыҙың оя һаҡлайһың. Һиңә гарнизонда эш булһа – була, булмаһа – юҡ. Эс бошоуҙан үҙеңде ҡайҙа тығырға белмәйһең. Бөтә әүрәгәнем – шул Катенька. Ул үҫә бирҙе, һеңле-ҡустылар һораны. Ир менән енси мөнәсәбәттәр бар, ә бала юҡ. Балаға уҙмайым да уҙмайым. Дауаханала ла ятам, ирем санаторийҙарға ла ебәрә, үҙемсә лә дауаланам – фәтүә юҡ. Табиптар ҙа, бер ни ҙә аңлашылмай, тип ҡул йәйә. Иремде лә тикшерергә кәрәклеген әйтәләр ҙә бит, уны, офицерҙы, нисек алып бараһың? Етмәһә, уның ирлек йәһәтенән сәләмәт булыуын раҫлаған Катенька бар. Аҙаҡ, үҙемдең бала табыуға эшкинмәгәнемә күнеп, йөрәгемде тулыһынса ҡыҙыбыҙға бирҙем. Үҙ баламдан былайыраҡ яратып үҫтерҙем Катюшкамды. Ул үҙе лә бигерәк илгәҙәк, алсаҡ булып үҫте, әсәкәйем, тип кенә торҙо. Донъя бер әҙере бөтәйеп, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, Саша осраны... Шунан һуң күп тә үтмәне, беҙгә элекке күршем Борис юл ыңғайы һуғылды. Өҫтәл әҙерләнем. Виктор дуҫы менән ярты төнгәсә һөйләшеп ултырҙы. Мин уларҙы, серләшһендәр, әйҙә, тип үҙҙәрен генә ҡалдырып, иртә йоҡларға яттым. Төн уртаһында уянып киттем. Эсеп иҫерешкән ирҙәр ҡысҡырып һөйләшә ине. Тәки белмәнеме, ти Борис. Минекенең тауышы сыҡмай. Әһә, был башын ғына һелкә, тип уйлайым. Белмәүе хәйерле, тип дауам итә Борис: “Йә Катяны ситкә тибер ине”. “Юҡ, Софьюшка ундай түгел”, – иремдең басы башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда тоноғораҡ яңғырай. Ул мине шулай ғүмер буйы “Софьюшка” тип кенә йөрөттө. Иремдең: “Әйтә алманым”, – тигән һүҙҙәренән һуң түҙмәнем, халатты эләктереп эргәләренә сыҡтым. Серванттан рюмка алып, өҫтәл артына барып ултырҙым да, ҡойоғоҙ, тип бойорҙом: “Инде башынан һөйләгеҙ, нимәне әйтә алмай йәшергәнегеҙҙе”. Мине күреп, телдән яҙҙылар. Шунда уҡ яртылаш айнынылар. Борис, ярай, миңә китергә ваҡыт, тип тора башлағайны, кире урынына ултырттым. “Виктор, һин мине беләһең, төбөнә төшмәйенсә туҡтамаясаҡмын. Әйтеп ҡотол”, – тинем уҫал итеп. Борис мине алдап, шаярып, һүҙҙе икенсегә бороп маташты, саҡ ҡына таң ата башлағас, үҙегеҙ аңлашығыҙ инде, тип, ҡыуаҡтар аҫтына боҫҡан ҡуян кеүек, ҡасты. Ә Виктор Катяның атаһы түгеллеген әйтте: “Мин яратып йөрөгән ҡыҙ икенсенән алданып ауырға ҡалғас, йәлләп өйләндем. Бала атайһыҙ үҫмәһен, кешеләрҙән тибелмәһен, йәберләнмәһен, тинем...” Шунда башыма ауыр күҫәк менән тондорҙолармы ни: “Мин түгел, Виктор түлһеҙ! Һәм шуны ул миңә әйтмәгән! Ә мин, эй, дауаланған булдым...” Был асыш минең өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ әсе ине, әрнеүҙән, хатта, үҙемдән бер һүҙ һығып сығара алманым. Эсемдән ауҙарылдым. Виктор аңланы, аяғыма йығылды: “Кисерә алһаң – кисер. Катя хаҡына”. Бергә ҡалдым уның менән, әммә кисерә алманым. Дөрөҫөн һөйләмәүҙе алдаҡҡа, иң ҙур хыянатҡа тиңләнем. Ана шул түңкәрелештән һуң Сашаға барҙым да инде. Күңел яраһын уның менән бергә яманым. Саша менән зина ҡыла башлағас та, ауырға ҡалдым. Ул заманда ҡырҡты уҙған ҡатындарҙың йөккә ҡалыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине, табиптарға барып күренергә лә ҡурҡтым. Ә үҙем бәхетле-е... Күремем ике айҙан ашыу килмәгәс, Сашаға яңылыҡ тураһында белгерттем. Ул ҡыуанды, үҙебеҙҙекеләр менән айырылышабыҙ ҙа, өйләнешәбеҙ, тине. Был аҙымыбыҙ ысын ғауғаға әйләнер, беҙҙең бәйләнеште аҙғынлыҡ, тип табырҙар ине. Совет осоро бит! Партияның иң көслө сағы, ғаилә ҡиммәттәре – беренсе урында. Ҡурҡһаҡ та, бер нимәгә ҡарамаҫтан бергә булырға һөйләшеп, осрашыуҙан ҡайтып килгәндә, трамвай юлдарын аша сығыуым булды, миңә юғары тиҙлектә машина килеп бәрелде...

Мөғжизә менән тере ҡалдым. Иҫемә килгәндә бер яғымда баш ҡалала уҡып йөрөгән Катенькам күҙ йәшенә батып ултыра ине, икенсе яғымда – Виктор. Мин бер аҙна комала ятҡан арала иремдең сикәләре ап-аҡ булғайны, иңбаштары һәленгәйне. Ирем йәл булып китте... Ауырымды табиптар һаҡлап алып ҡалмағайны. Авария мине әсә булыуҙан бөтөнләй мәхрүм итте. Саша ла ҡурҡыныс яңылыҡты ишетеп, дауаханаға килһә лә, иремдең ҡушыуы буйынса, уны эргәмә индермәнеләр. Бер йыл бөтөнләй осраша алманыҡ, мин уның тураһында хәбәрҙар ҙа булманым. Оҙаҡ дауаланырға тура килде, әммә аяғым барыбер тулыһынса йүнәлмәй, сатан килеш ҡалдым. Ирем мине бала урынына ҡараны, уныһына һүҙем юҡ. Хыянатым тураһында ләм-мим өндәшмәне. Хеҙмәтен уңышлы дауам итте, академия тамамланы, вазифаһы буйынса өҫкә үрләне. Мин дә эшемде яуаплы башҡарҙым. Викторҙың үҙ атаһы түгеллеген белмәгән Катяны кейәүгә бирҙек. Ул бәпәйләне, ике ейәнсәр бүләк итеп, олатай-өләсәй бәхетен татытты. Ә шуларҙың араһында беҙ Саша менән һирәк булһа ла осрашыуҙарҙы дауам иттек. Уның да ҡатыны бер-бер артлы балалар тапты. Саша тәүҙә кандидатлыҡ яҡланы, аҙаҡ докторлыҡ диссертацияһын яҙҙы. Беҙ ике тормош менән йәшәнек. Бергә лә була алманыҡ, тамам айырылышыу ҙа килеп сыҡманы. Әллә күпме тапҡыр башҡа күрешмәҫкә, бер-беребеҙҙе оноторға һүҙ ҡуйыштыҡ. Тик, мин ныҡлыҡ күрһәтһәм дә, Саша түҙмәй, гел дә һөйләшеү, осрашыу форсатын эҙләне. Уның ҡатыны күпме ғауғалашты – иҫәпһеҙ-һанһыҙ... Мине ҡарғап, өҫтөмә ләғнәт яуҙырып бөттө. Уға тамсы ла үпкәм юҡ. Уның урынында, бәлки, мин дә шулай итер инем. Саша айырылышырға иткәндә, ҡатыны, китһәң, балаларҙы үлтерәм, тип ҡурҡытты. Ғүмере ҡыҫҡа булды: 45-е лә тулмай, яман шештән үлде (әсәһе кеүек, тине Саша). Саша шунда миңә инде нисәнсе ҡат ҡауышырға тәҡдим яһаны. Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ, тип, Викторҙан китергә ниәтләгәс, иремдең язваһы асылды. Ярҙамға мохтаж кешене нисек ташлайым?! Ниндәй ҙә ҡаты, талапсан ирҙең миңә ҡарата йомшаҡ, ихтирамлы булыуына, “Софьюшка” тип кенә күҙемә мөлдөрәп ҡарап тороуына төкөрә алманым. Ирем, әллә йәшәй торған кеше мин, әллә юҡ, китмәй тор, тигән булды: “Һуңынан минең пенсияны үҙеңә юллап алырһың. Етешлектә йәшәрһең”. Унан алда Катенька китеп барҙы: ире менән дачанан ҡайтып барғанда, машина тәгәрмәсе һытылып, әйләнделәр... Ошо ҡайғы Витяны тамам бөктө. Үҙ ҡаныбыҙ булмаһа ла, Катюша беҙҙең өсөн үҙ балабыҙ булды...

Ирем үлгәс, эш өҫтәле тартмаһында миңә яҙылған хаты табылды. “Софьюшка, һине яратыуым шундай көслө ине, хатта шуның хаҡына ирлек намыҫымды һалып тапаным – хыянатыңа күҙ йомдом. Шуға ла мине ихтирам итмәгәнһеңдер... Һин мине ташлап ҡуймаһын, тип ғүмер буйы ҡалтырап йәшәнем”, – тигән. Етмәһә, минән ғәфү үтенгәйне. Ошо хатын уҡығандан һуң, Саша менән бергә йәшәй алмаҫымды асыҡ аңланым. Ул да яңғыҙ йәшәй, мин дә. Көн дә аралашып торабыҙ. Уның арҡаһында рәхәтләнеп кенә ҡартайып та булмай – үҙемде формала тоторға мәжбүрмен. Ул килгәнгә тиклем “аһ” та “уһ” һыҙланып ятһам да, килеп инеүенә арҡам да турая, ҡан баҫымым да рәтләнә, ҡалдыҡ-боҫтоҡ сәсемде лә бөҙрәләтеп өлгөрәм. Һинең һылыулыҡҡа ай-ҡояш көнләшер, тип миңә сонеттар яҙа бит, шилма.
Ул матурлыҡтың эҙе лә ҡалмаған, тиһә лә, һикһәнде уҙған Софья Павловна арбау көсөн һаман юғалтмаған. Таяҡҡа таянған хәлдә лә танауын текә сөйгән нәзәкәтле ханым үҙен бик ныҡ ҡарай (иренең юғары пенсияһын үҙенә күсереп алған). Александр менән сөкөрләшкән Софья Павловна уның өсөн борсолған ейәнсәрҙәре менән дә телгә килешеп өлгөрә: “Ҡара һин уларҙы, мине ҡарт тип иҫәпләп, үҙҙәренә күсермәкселәр!” Ул асыулы тыҡылдап китеп барғас, иҙән йыуыусы: “Бер ҙә бирешә торғандарҙан түгел был бисә”, – тип ауыҙ йырҙы. Ә мине аңлайышһыҙ үкенестәр солғап алғайны, һис тә йылмайғым килмәне...

 

Б. Ҡаһарманова

Автор:
Читайте нас: