Бирәсәк һәм аласаҡ
– Кемдән һәм ни өсөн бурысҡа алырға тура килгәйне һуң?
Көндәрҙән бер көндө батша һунарға сыҡҡан да, урман-ҡырҙарҙы гиҙеп йөрөп, кемдеңдер игенлеге ситенә барып туҡтаған. Унда хужа кеше ер һөрә икән.Эргәһенә килеп, сәләм биргәс, батша унан:
– Нимә менән мәшғүлһең? – тип һораған.
– Аллаһҡа доға ҡылып, ер эшкәртеп, ашлыҡ үҫтерәмен, – тигән игенсе.
– Йылына ни ҡәҙәрем файҙа алаһың инде?
– Ҡайһы бер йылдарҙа – йөҙ, бәғзеләрендә, иген бик уңһа, биш йөҙ тәңкәлек.
– Ә ул аҡсаны ниндәй маҡсаттарҙа тотонаһың?
– Аллаһҡа шөкөр итеп, бер ни тиклемен үҙемдең кәрәк-ярағыма ҡалдырам, икенсе өлөшө менән бурыстарымды түләйем, өсөнсөһөн үрсемгә һалып барам.
– Кемдән һәм ни өсөн бурысҡа алырға тура килгәйне һуң?
– Бала сағымда, бер ниндәй эшкә ярамағанымда, мине атай-әсәйем ашатып-эсереп, кейендереп үҫтерҙе. Улар алдында бурысым ҙурҙыр, солтаным. Хәҙер инде атай-әсәйем ҡарт, үҙҙәре эшкә яраҡһыҙ, тимәк, ашатып-эсереп, хаҡтарын үтәргә форсат тыуҙы миңә.
– Яҡшы. Аҡсамдың бер өлөшөн үрсемгә һалам, тиһең. Рибә алыу менән шөғөлләнмәйһеңдер? Ул бит харам...
– Береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балам бар. Уларҙы ла ашатып-эсереп торам, солтаным. Олоғайғас, балаларым күмәкләшеп мине ҡарар. Үрсемгә һалам, тигәнем шулдыр.
– Бәрәкәллаһ! – тип, ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәргән батша һәм, янсығынан сығарып, игенсегә йөҙ алтын тәңкә бүләк итеп киткән.