Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Декабрь 2024, 16:19

Ни эшләйем икән, ҡыҙым?

Уфтана-уфтана, минән йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алған бабайға ҡарап нимә әйтергә лә белмәнем...

Ни эшләйем икән, ҡыҙым?
Ни эшләйем икән, ҡыҙым?

Дөрөҫөрәге, мин унан ҡарашымды йәшерҙем. Оялдым. Уның—заманында районын үҫтереү өсөн бар көс алған хеҙмәт ветеранының—ошо көнгә ҡалыуында үҙемде лә ғәйепле тойҙом.

“Ни эшләйем икән, ҡыҙым? Нимә кәңәш итерһең?” Һорау ҡабатланды. Һоро, тоноҡланып барған күҙҙәр миңә балаларса ышаныс, өмөт менән баҡты.

 
 
 

...Һикһәнде үткән олатай алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡатыны ла, үҙе лә ғүмер буйы эшләй, улдарын һәм ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Балалары үҫеп етеп, кемеһе юғары, кемеһе махсус һөнәри белемле булып, үҙ ояһын ҡора. Ауылда йәшәгән ата-әсәһенән ит, картуф, май-ҡаймағын ташыһалар ла, тыуған йортҡа оҙаҡҡа ҡайтмайҙар. Әбейе ауырый башлағас инде, юл ыңғайы ғына һуғылып кәрәкле әйберҙәрен тейәп-тейәп, түшәктә ятҡан әсәләренең янына ла бармай: “Ярай, һауығырға тырыш”,-тип ишек төбөнән ҡысҡырып, сығып олағыуҙы ҡарайҙар.

Әбейе ун йыл элек мәрхүмә лә булып ҡуйҙы. Бабай мал-тыуар ҡарап, хәленән килгән тиклем донъя көтөргә тырышты. Яңғыҙына ауыр булғас, әбей эҙләй башланы. Әммә балалары был хаҡта ишетеп ҡалыу менән, килеп тә етте. “Әсәйҙән башҡа был йортҡа бер кем дә инмәйәсәк! Әҙер донъяға! Әбей кәрәк булһа, үҙең сығып кит!”-тип аҡырған тауыштарҙы бабай башын эйеп тыңланы.

Ошо балалар тип ҡатыны менән ял йортонан, өҫтәренә яңы кейем-һалым һатып алыуҙан һ.б. баш тартыуҙарын хәтеренә алды. Ваҡыт үтә бара бабайҙың да һаулығы насарая башланы. Мал-тыуарҙы балалары йәһәт кенә бүлешеп тә алды. Ә бына баҡсаны йылдан-йыл ҡый үләне баҫа барҙы. Бер йыл картуф сәсеп ҡаранылар, әммә тәрбиә булмағас, уныһы уңыш бирмәне. Картуфты утамаған, күммәгән бабай ғәйепле булып сыҡты.

Әбейе менән йәшәгәндә, мәрхүмәнең пенсияһын тулыһынса балалары алып китә торғайны. Балалары: “Һеҙ икәүгә хәҙер бер пенсия ла етә”,-тип әйтеүҙән дә тартынманы. Пенсия алыр көн килеп етеү менән машинаға тейәлгән улдары һәм ҡыҙҙары ла килеп етә. Үҙҙәре эшләмәһә, йә ыҙалыҡ күрһә—бер хәл, барыһының да донъяһы бөтөн, бабай һәр береһенә үҙе йорт күтәрҙе. Әммә әсәләренең пенсияһын талап алырға бер ҙә тартынманылар. Тәүҙә бабай ҡаршы өндәшеп ҡараны, әммә әбейе: “Ярай, йәштәргә аҡса кәрәгерәктер”,-тигәс, күнде.

Хәҙер инде сират бабайҙың үҙенә килеп етте. Уның пенсияһын тәүҙә өлөшләп, унан тулыһынса тиерлек тартып ала башланылар. Йортто ҡарарға көсө етмәгәс, унан да ҡыуыуҙан тартынманылар...

“Ни эшләйем икән, ҡыҙым?” Их, бабай, белһәң ине ул нимә эшләргә кәрәклеген?! Полицияға хәбәр итеүҙән баш тарттың бит. “Үҙ балаларым, кеше ишетеп ҡалһа, эш урындарына барып етһә, оят булыр”,-тип улар өсөн оялдың. Иллене үткән “балалар” уның һайын шашты, хатта һиңә ҡул күтәреүҙән дә тартынманы. Һуңғы килгәнеңдә лә нимә эшләргә белмәй аптырандың, унан йәшлек хәтирәләренә бирелдең. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң, “Ярай, ҡыҙым, бирешмәйек әле! Беҙ икәү бит әле!”-тип йылмайып сығып киттең.

Һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмаған мине йәлләп йыуатыуың булды, шикелле был һүҙҙәр. Юғалдың. Шылтыратмай башланың. Мин дә эшкә күмелеп, хәлеңде белмәнем. Вафат булыуыңды осраҡлы ғына ишетеп ҡалдым. Ярҙам итә алманым, пенсияңды талаған, өйөңдән ҡыуған, әшәке һүҙҙәр менән һүккән балаларыңдан һине яҡлай алманым, ғәфү ит. Был минең мәңгелек үкенесем булып, йөрәгемә сираттағы ауыр таш булып ятты...

Етмеште үткән инәй ҙә ай һайын балаларының талауына дусар була. “Пенсия алғанымды көтөп кенә торалар. Унан һуңғы тиненә тиклем һыпырып алып сығып китәләр. Хатта икмәклек кенә лә ҡалдырмайҙар...”

Өлкән кешегә полицияға ғариза яҙып ҡына балаларын аҡылға ултыртып булыуын аңлатам. Был кәңәштән инәй асыуланып китте: “Балаларым өҫтөнән ялыу яҙып ултырырға мине алйот тип уйлайһыңмы әллә?!”

“Улай булғас, урындағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итәйек”,-тигән һүҙҙәрҙән инәй ырғып уҡ китте: “Үҙ ауылдаштарынан рисауай иттереп! Һин нимә!?”

Әбекәйҙе тынысландырып, артабан һөйләшәбеҙ. Һөҙөмтәлә, уның улдарының һәйбәт булыуы, тик пенсияны тартып алырға килендәре ҡотортоуҙарын беләм. Был инәйҙең дә балалары ни тиклем ыҙалатһа ла, яҡлау һорап бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәйәсәге аңлашыла. Уға улдарын яҡлап, бар ғәйепте килендәренә ауҙарыуы, ыҙа сигеүен шуның менән аңлатыуы күпкә еңелерәк.

Күп өлкән йәштәге ата-әсә балаларын айына бер мәртәбә--пенсия алған көндә генә күреп ҡала. Машинаға тейәлешеп килеп, үҙҙәренә ғүмер биргән ғәзиз кешеләрен талағандарҙың ҡылығын нисек аңларға? “Кредитымды әсәйемдең пенсияһы менән түләйем”,-тигән һүҙҙәрҙе ишетеп аптырарға тура килгәйне. “Ә ул ниндәй аҡсаға йәшәй?”-тигән һорауға һушты алырлыҡ яуап алдым: “Ауыл ерендә аҡса нимәгә кәрәк ул? Хәҙер ул өлкәнәйгән, яңы кейем кәрәкмәй, артығын ашай алмай, икмәге булһа, шул етә”.

Өлкән кешегә дарыуға ғына күпме аҡса кәрәк бит. Хатта бер пенсияның етмәүе лә ихтимал. Ашауға килгәндә, оло кеше киреһенсә, һайланып, оло йәше өсөн файҙалы һәм сифатлы аҙыҡ менән туҡланырға тейеш. Был да арыуыҡ аҡсаны талап итә. Ғүмер буйы эшләгән инәй-олатайҙарҙың тәмле-татлыны ашарға, яңыны кейергә хаҡы барҙыр бит.

Заман ауырлығына, эшһеҙлеккә һылтанып, өлкәндәрҙе талайҙар. “Эш юҡ” тип бот күтәреп ятҡан, оло йәштәге ата-әсә елкәһен кимергәндәр аҙмы ни? Күпме пенсионер балаларының кредиттарын түләй, балаларын ҡарай, улар өсөн мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Заман ауырлығына һылтанмай торайыҡ әле, был өлкәндәр бит Бөйөк Ватан һуғышынан һуң нисәмә йыл дауам иткән ауыр йылдарҙы кисергән, илде тергеҙгән, әммә балаларын аяҡҡа баҫтырған. Шуға күрә эшһеҙлеккә, кредиттарға һылтанып инәй-олатайҙарҙың Хөкүмәт биргән пенсияһын талауы башҡа һыймаҫлыҡ хәл.

Был аҡлау табып булмаҫлыҡ ҡот осмалы хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк. Бәлки, пенсия таратҡан көндө ошо хәлгә төшкән ҡарттарға хәл белешергә инергәлер? Ауылда кем ошондай аяуһыҙ яҙмышҡа дусар ителеүен барыһы ла белә. Әбей һәм бабайҙың янына инеп, балалары ҡайтып киткәнсе сыҡмаҫҡа. Бәлки, ят кешеләр алдында ата-әсәһен таларға оялырҙар?

Үҙ пенсияһын үҙе ашай алмай, ыҙалап йәшәгән инәй-олатайҙарға шуны әйткем килә: балаларығыҙ ҡулынан күргән йәбер-золом, туҡмалыу хаҡында ғариза яҙырға тартынмағыҙ. Сөнки һеҙ уларҙы йәлләп, хаттин ашыуҙарына юл ҡуяһығыҙ. Үҙҙәре күптән атай-әсәй булған йәки пенсия йәшенә етеп барған “балаларҙы” өгөтләп тә, оялтып та, яңынан тәрбиәләп тә булмай.

Ата-әсә пенсияһын ашарға яратыусылар иһә үҙҙәренең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килеүен онотмаһын. Киләсәктә һеҙгә лә ҡартлыҡ килер, ул-ҡыҙҙарығыҙ хәстәрлек күреү урынына, аҡса таптыра, ҡул күтәрә башлаһа, бәлки, хәҙер ҡылған гонаһығыҙҙы иҫләрһегеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

P/S. Эш телефоны шылтыраны. Һыҡтау аша: “Ҡыҙым, нимә эшләргә икән? Улым минең кәфенлеккә тип йыйып барған аҡсамды тартып алды”,-тигән һүҙҙәр ишетелде.

Нимә эшләргә һуң?..

Автор:
Читайте нас: