Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
8 Ғинуар , 12:35

Шулай йәшәү кәрәктер ҙә...

  Халыҡ гөр килеп көлөшөп ала. Ҡарсыҡ дауам итә: - Мин дә һағындым һине. Һуңға ҡалма инде йәме. Әү, әү?! Һуңға ҡалмаһаң, булды!

Шулай йәшәү кәрәктер ҙә...
Шулай йәшәү кәрәктер ҙә...

 

Көн дә тиерлек осратам мин уны. Ул да мин йөрөгән автобус менән йөрөй. Кемдер, үҙ алдына йырлай-йырлай, автобусҡа күтәрелгән был ҡарсыҡҡа аптырап боролоп ҡараһа, мин инде өйрәнеп бөткәнмен.

Бына бөгөн дә, Анна Германдың "Один раз в год сады цветут" тигән йырын ишеткәс, иртәнге сәғәткә лә, ҡышҡы һыуыҡҡа ла ҡарамай, кәйефем күтәрелеп китте. Аяғына йәштәрҙеке кеүек тимберленд, модалы джинс салбар, йәшел пуховик кейгән был оло апайға етмеш-етмеш биштәр тирәһелер. Бына бөгөн дә, ул сумкаһынан телефонын сығарып һөйләшә башлағас, теләйме-юҡмы - салондағы пассажирҙар уның һөйләшкәнен тыңларға мәжбүр булды.

- Мишаня! Ау! Бында мин, бында... Торҙоңмо? Мин дә һине яратам... Мин дә. Һиңә унда эремсек ҡоймаҡтары яһап ҡалдырҙым. Өҫтөнә һыуынмаһын өсөн таҫтамал ҡаплап ҡуйҙым. Аша, йәнем. Ас сығып китмә инде. Һауа торошомо? Яҡшы. Шулай ҙа йылыраҡ кейен. Мин? Мин бына тигән. Автобусҡа ултырҙым. Эйе, ултырҙым. Әй кешеләр шат бөгөн, бөтәһе лә йылмая, йөҙҙәре яҡты, Хоҙайға шөкөр.

Салон йәнләнеп китә.

Был һүҙҙәрҙе ишеткән, әле һаман йоҡоһонан уянып бөтә алмаған кешеләр, үҙ-ара һөйләшеп, көлөшөп ала.

- Кискә? Миңә ни, нимә әҙерләһәң дә ризамын. Үҙең ҡара инде. Иртәгә ял, әллә бөгөн кис берәр рюмка бәрәбеҙме һуң?

Шул саҡ салонда бер ир ҡатынына өндәшә:

- Ишеттеңме һин, ханжа?!

Халыҡ гөр килеп көлөшөп ала.

Ҡарсыҡ дауам итә:

- Мин дә һағындым һине. Һуңға ҡалма инде йәме. Әү, әү?! Һуңға ҡалмаһаң, булды! Целую!

"Бына шулай йәшәү кәрәктер ҙә бит" тигән уй был минутта күптәрҙең башынан үткәндер. Янымда утырған, йәше буйынса шул сама булһа ла, күңеле менән, күрәһең, күпкә олораҡ ҡарсыҡ, ризаһыҙлыҡ белдереп, ирендәрен бөрә лә, теге апайға боролоп:

- Яңы өйләнештегеҙме ни? - тип ҡуя.

- Илле ике генә йыл әле беҙ өйләнешкәнгә, - тип яуаплай тегеһе. – Аллаға шөкөр!

Бәхетле йәшәр өсөн күп тә кәрәкмәй шул. Күңелеңә үҙ ҡулдарың менән шатлыҡ сәсеп, тормоштан йәм таба белеү ҙә етә. Ә ҡартлыҡ!? Аҙмы ни тыумаҫ борон ҡартайған йәштәр?!

Ә мин һәр иртәлә автобусҡа ултырыу менән шул "йәшел куртка"ны эзләй башлайым. Уның дәрт-дарманынан көнгә етерлек көс алам кеүек...

Л.Град 

Автор:
Читайте нас: