Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
7 Июль 2021, 11:11

Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән 100 балл алды

Премия кемдәргә бирелмәй? 

Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән 100 балл алды
Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән 100 балл алды

Әле бөтә һынау кампанияһы йомғаҡтары буйынса 100 балға 107 уҡыусы тамамлаған тип хәбәр итә "Россия" медиаүҙәгендәге үткән матбуғат конференцияһында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Уларҙың 14-е-химия, 2-һе-әҙәбиәт, 7-һе-география, 4-се-профилле дәрәжәләге математика, 22-һе-рус теле, 6-һы-тарих, 33-ө-физика, 1-һе-йәмғиәт белеме, 18-е-информатика һәм ИКТ буйынса.

8 уҡыу фәндәре буйынса, 2020 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, уртаса балдарҙың артыуы күҙәтелә. 81 һәм унан да күберәк балл алған БДИ тапшырыусыларҙың өлөшө 9 фән буйынса артҡан, тип билдәләп үтте министр.Үткән йыл менән сағыштырғанда, ике фәндән бер юлы 100 баллға тапшырғандар  артты. Төбәктә биш уҡыусы бер юлы ике фәндән 100 балл алды.“Башҡортостандан 100 балл йыйыусыларҙың күбеһе Мәскәү йәки Өфө вуздарына уҡырға керергә ниәтләй: 40 процент — Мәскәүгә һәм шул тиклем үк Өфөгә. Ҡалғандары — Санкт-Петербург, Ҡазан Екатеринбург ҡалаларына  китергә йыйына", — тип хәбәр итә министр.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  100 балл алған һәм донъя дәрәжәһендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә республика ҡатнашыусы вуздарына уҡырға кергән абитуриенттарға 150 мең һум аҡса биреү тураһында указға ҡул ҡуйған ине. Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге инә.

Мәғариф һәм фән министрлығында билдәләүҙәренсә, премия республика мәктәптәрен тамамлаусыларға ғына бирелә. Премияны алыу өсөн 100 балл алыусылар вузға инеү тураһында бойороҡ сыҡҡан көндән бер ай эсендә Мәғариф һәм фән министрлығына тейешле документтарҙы тапшырырға тейеш.

Шулай уҡ төбәктә 2020 йылдан башлап 100 балл йыйыусы уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла премиялар түләнә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: