Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
9 Октябрь 2021, 20:35

Егеттәрҙең дүртеһе лә алимент түләйәсәк

Меҫкен ҡыҙ оятынан башын аҫҡа эйеп кенә баланың атаһы Камил булыуын әйтә...

Егеттәрҙең дүртеһе лә алимент түләйәсәк
Егеттәрҙең дүртеһе лә алимент түләйәсәк

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Әлшәй районында була был хәл. Ауылда атаһы ла, ағаһы ла һуғышта ҡалған етем ҡыҙ Зилә йәшәй. Уның янына Камил исемле егет килеп йөрөй. Теле телгә йоҡмаҫ егет уға: "Һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым, өйләнешәбеҙ", - тип тәтелдәй. Бисара ҡыҙ уны бик тә оҡшатҡан.

Бер аҙҙан Зиләнең ауырға ҡалыуы билдәле була. Быны белеп ҡалған Камил унан бөтөнләй ситләшә. Ваҡыты еткәс, уның ҡыҙы донъяға килә.

Таныш-тоноштар йәш ҡыҙға алимент юлларға өндәй. Был хәбәрҙе ишеткәс, Камил шөр ебәрә. Ул дуҫтары Таһир, Талип, Сафаны саҡырып һыйлай ҙа:

- Егеттәр бәләнән ҡотҡарығыҙ, судта бөтәгеҙ ҙә Зилә менән беҙ ҙә булдыҡ, тип әйтегеҙ, - ти.

Суд ауылда бара. Клуб эсе тулы халыҡ. Меҫкен ҡыҙ оятынан башын аҫҡа эйеп кенә баланың атаһы Камил булыуын әйтә. Тегеһе иһә күҙен дә йоммайынса:

- Бала минеке түгел. Зилә эргәһенә ауылдан күп егеттәр килеп йөрөнө, - ти.

Судта әшнәләре Камилдың һүҙҙәрен йөпләй. Зилә иһә илай-илай:

- Дөрөҫ түгел, алдайҙар, - тип кенә әйтә ала.

Судья аптырап ҡалмай. Егеттәрҙең дүртеһенән дә Зиләнең ҡыҙы 18 йәшкә еткәнсе алимент түләтеү хаҡында ҡарар уҡып ишеттерә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: