Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
31 Март 2022, 20:05

1 апрелдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башлана

Ә һеҙ әрме хеҙмәтенә барырға әҙерме? 

1 апрелдә  хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башлана
1 апрелдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башлана

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

«2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем запаста булмаған һәм 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» федераль законға ярашлы хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле 18-27 йәшлек 134 500 гражданды хәрби хеҙмәткә саҡырырға», — тиелә указда.

Бынан тыш, указға ярашлы, хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттар, матростар, сержанттар һәм старшиналар хәрби хеҙмәттән азат ителергә тейеш. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә, ил субъекттарының башҡарма власть органдарына, саҡырылыш комиссияларына хәрби хеҙмәткә алыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: