Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
21 Сентябрь 2023, 21:32

Балалар хеҙмәткә ылығып үҫергә тейеш

Яңы үҙгәрештәр буйынса уҡыусыға эш ҡушыр алдынан ата-әсә рөхсәтен һорарға кәрәк ине. Улар ризалыҡ биреп, ҡул тамғаһын ҡуйып ҡағыҙ тапшыра торғайны. Был документһыҙ уҡыусынан хатта таҡтаны һөрттөрөргә яраманы. Бер мәл, көҙгө өмәләр башланғас, класс етәксебеҙ ата-әсәләрҙән эшләргә ярай тигән рөхсәт ҡағыҙы алып килергә ҡушты. Беҙ, ауыл балалары, эштән ҡасып өйрәнмәгәнбеҙ, ерҙә соҡонорға ҡурҡмайбыҙ. Әйткәстәр, яҙҙырттыҡ. Тик бер егет кенә үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы ҡыҙыҡ күреп баш тартты. Аҙаҡ: “Эшләргә әсәй рөхсәт итмәй”, — тип кенә ҡуйҙы. Билдәле, өмәләрҙә ҡатнашманы.

Балалар хеҙмәткә ылығып үҫергә тейеш
Балалар хеҙмәткә ылығып үҫергә тейеш

Яңы уҡыу йылы яңы ҡанундар менән башланып китте. “Мәғариф тураһындағы” законға бер нисә төҙәтмә индерелде. Уларға ярашлы көмөш миҙалдар ҡайтарыла, ОБЖ фәне башҡа төрлө аталасаҡ һәм шулай уҡ уҡыусылар йәмғиәткә файҙалы эшкә йәлеп ителәсәк. Ата-әсәләр араһында һуңғы төҙәтмә айырыуса ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки уның буйынса хәҙер балалар мәктәптә хеҙмәткә ылығып үҫергә тейеш.

 

Быға тиклем нисек булған?

Совет осоронда мәктәпте тамамлау­сылар баҫыуҙа ла, өмәләрҙә лә, класта ла эшләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Ул замандан һуң мәғариф өлкәһендәге реформалар арҡаһында уҡыусылар хеҙмәте тигән нимә яйлап юҡҡа сыҡты. Беҙ уҡыған мәлдә, 2004 — 2015 йылдарҙа, дежур класс мәктәп ашханаһында өҫтәл ултырта, йылына бер нисә тапҡыр, өйҙән тырма-һеперткеләр алып килеп, өмәләрҙә ҡатнаша торғайны. Һәр кластың мәктәп ихатаһында үҙ мөйөшө булды. Шунда сәскәләр сәсеп, тәрбиәләп үҫтерҙек. Бынан тыш, хеҙмәт тип аталған дәрес тә бар ине. Ҡыҙҙар текте, бешеренде, бәйләне, гөлдәр тәрбиәләне. Егеттәр станоктар артында ағас-тимер эше менән булышты. Яйлап, сығарылыш кластарына етә бара, хеҙмәт дәресе технологияға әүерелде. Ғәҙәтебеҙсә, көндәлеккә “хеҙмәт” тип яҙғаныбыҙ, ә уҡытыусыларҙың кире “технология” тип төҙәтеүе хәтерҙә. Мәктәп буйынса дежур итеү бөтөрөлдө. Мөйөштәребеҙҙе лә ҡарауҙан туҡтаныҡ...
Яңы үҙгәрештәр буйынса уҡыусыға эш ҡушыр алдынан ата-әсә рөхсәтен һорарға кәрәк ине. Улар ризалыҡ биреп, ҡул тамғаһын ҡуйып ҡағыҙ тапшыра торғайны. Был документһыҙ уҡыусынан хатта таҡтаны һөрттөрөргә яраманы. Бер мәл, көҙгө өмәләр башланғас, класс етәксебеҙ ата-әсәләрҙән эшләргә ярай тигән рөхсәт ҡағыҙы алып килергә ҡушты. Беҙ, ауыл балалары, эштән ҡасып өйрәнмәгәнбеҙ, ерҙә соҡонорға ҡурҡмайбыҙ. Әйткәстәр, яҙҙырттыҡ. Тик бер егет кенә үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы ҡыҙыҡ күреп баш тартты. Аҙаҡ: “Эшләргә әсәй рөхсәт итмәй”, — тип кенә ҡуйҙы. Билдәле, өмәләрҙә ҡатнашманы.
Шунлыҡтан ил мәктәптәре бер нисә йыл дауамында “Йыуыу-таҙалау менән йыйыштырыусылар шөғөлләнһен, ә бала мәктәпкә белем алырға килә” тигән принцип менән эшләне.

 

ТУЛЫҺЫНСА "ШОҢҠАР"ҘЫҢ СЕНТЯБРЬ ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА.

Автор:
Читайте нас: