Статистика мәғлүмәттәре уйландырырлыҡ: Рәсәйҙә теркәлгән никахтарҙың 54 проценты тарҡала. Йәш парҙарҙың күбеһе хатта бер йыл да бергә йәшәп өлгөрмәй икән. Әгәр ошондай хәлгә тарығығыҙ килмәһә, гүзәл заттар, түбәндәге фекерҙәргә иғтибар итеү ҡамасауламаҫ.
“Кейәүгә сығырға кәрәк” тип уйлайһың, сөнки башҡалар шулай тип кәңәш бирә. “30 йәштә бер кемгә лә кәрәкмәйәсәкһең”, тиҙәр, “40 йәштә яңғыҙ тороп ҡаласаҡһың”, тип әйтәләр... Бындай һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыр алдынан бының кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында нығыраҡ уйлағыҙ, шунан ғына ҡарар ҡабул итегеҙ.
Үҙеңде яратмайһың. “Комплекс”тарың күп, хатта етешһеҙлектәреңде лә “ҡабул итергә” тырышмайһың. Ә никахта бының тағы нығыраҡ “баҙыҡланып” китеүе ихтимал. Ә ғәмәлдә ирең менән һинең тышҡы ҡиәфәткә, йәшәү тормошона булған ҡараштың бер ҙә тура килмәүе ихтимал, шуға үҙеңде яратырға тырыш, үҙ уй-фекереңә ҡолаҡ һал һәм шунан ғына кейәүгә сыҡ.
Ирҙән тыш, тормошоңдо хатта күҙ алдына килтерә алмайһың. Әгәр яҡшымы, насармы, ниндәй генә булмаһын, көслө зат вәкиленән тыш йәшәй алмайһың икән, кейәүгә сығырға ашыҡма. Күңелеңдә тулы гармония юҡ икән, ирең менән дә мөнәсәбәттең яҡшы булырына ышаныс аҙ.
Бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмайһың, үҫеш юҡ. Хәҙер онлайн-вебинарҙар күп, төрлө китаптар уҡырға була. Ә ирең менән ҡыҙыҡһыныуҙарҙың бер үк булыуы мөмкин түгел, шуға үҙеңдең яратҡан шөғөлөңдө тап. Был “кәнфитле” осор үткәс, иреңде ялҡытмаҫҡа ярҙам итер.
Атай-әсәйеңә бәйлеһең. Күптәр кейәүгә сыҡҡас, ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр эшләй, үҙен тәьмин итә. Был яҡшы, юғиһә үҙең өсөн үҙең яуаплылыҡ ала алмайһың икән, ғаилә өсөн яуаплылыҡ тураһында һүҙ ҙә йөрөтөп булмай.
Кейәүгә сыҡҡың килмәй. Былай ҙа булырға мөмкин. Был, бәлки, үҙеңә тейешле, тәғәйен кешенең тап булмауына ла бәйлелер. Шуға ваҡиғаларҙы ашыҡтырма, үҙ уй-теләгеңә ҡолаҡ һал.
Сығанаҡ: https://lisa.ru/psicholo
Автор:Айһылыу Низамова