Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Заман заңы
15 Апрель 2025, 09:19

Эт саба тип...

Бөгөнгө йәштәрҙе интернет тәрбиәләй... Ата-әсәнең балаһына ваҡыты юҡмы, әллә йоғонтоһо көслө түгелме? 

Эт саба тип...
Эт саба тип...

Абсент - составында 70 процент самаһы спирт булған, әремдең иң көслө төрөнән эшләнгән эсемлек. 

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ун өсәр йәшлек ике ҡыҙ төрлө роликтарҙа абсент тураһында ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтағандарын ҡарағас, үҙҙәре лә тәмләргә булалар. Әлбиттә, уларға спиртлы эсемлекте һатмаҫтарын аңлағас, оло йәштәге ирҙән ярҙам һорайҙар. Үҙҙәре менән был "йәшел эсемлек"те алып, ҡаланың үҙәк паркына юлланалар. Тәбиғәттең уяныуына ҡарап, ҡоштар һайрауын тыңлап ултырырға тура килмәй уларға. Бер нисә йотом эскәс тә, иҫтәрен юғалталар. Ярай ҙа, паркта йөрөүселәр битараф ҡалмайҙар. Тиҙ арала "Тиҙ ярҙам" саҡырып, эт саба тип бет сапҡан үҫмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалалар.

Ҡаланың 17-се балалар клиник дауаханаһында саҡ уяналар улар. Һуңынан иҫерткес эсемлектәрҙең, тәмәкенең кеше һаулығына зыяны тураһында белгестәр тарафынан лекция тыңларға тура килә. Өлкәндәрҙең улар өсөн тырышыуҙары бушҡа булмаһа ярай ҙа... 

Эт саба тип...
Эт саба тип...
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас