Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Суҡраҡлы ауылында тыуған.
Өфө музыка-сәнғәт училищеһын тамамлаған (1951)
Ауырғазы район үҙешмәкәр халыҡ театрында эшләй.
1955 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында эшләй.
1959 йылда уҡ — БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында мәҙәни‑ағартыу училищеһы (Стәрлетамаҡ) уҡытыусыһы.
1964 йылдан Башҡорт филармонияһында солист сифатында хеҙмәт юлын дауам итә. 1969-1992 йылдарҙа РФ Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры[2][3]
2020 йылдың мартында йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].
Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы 2020 йылдың 30 октябрендә 91-се йәшендә Өфөлә вафат булды.[5]
Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырылып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, шулар иҫәбендә «Ғайса ахун», «Сибай», «Сәлимәкәй», «Урал», З.Ғ.Исмәғилев, Т. Ш. Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Р. Х.Сәхәүетдинова, Х. Ф.Әхмәтовтың вокаль әҫәрҙәре бар. Р. М.Хәсәнов, Т. М.Шәрипов, Ф. Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.
Өфө йүкәләре, Һағыныу йыры, Сәскәләр уяныр, Һиңә тағы мин бер киләм әле (Рим Хәсәновкөйө)