Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
27 Декабрь 2021, 13:55

Радий Хәбиров Яңы йыл байрамын ҡайҙа үткәрә?

Бер-ике көн йоҡлайым да шунан кемгәлер көтмәгәндә ҡунаҡҡа килермен...

Радий Хәбиров Яңы йыл байрамын ҡайҙа үткәрә?
Радий Хәбиров Яңы йыл байрамын ҡайҙа үткәрә?

 

«Мин республикала булам, быны  бөтә муниципалитет башлыҡтарына әйтәм. Бер-ике көн йоҡлайым да шунан кемгәлер көтмәгәндә ҡунаҡҡа килермен», – тине республика етәксеһе.

26 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалындағы Яңы йыл алдынан ойошторолған «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» телемарафонында ҡатнашты. Кулинар һәләттәре менән билдәле республика етәксеһе печенье өсөн ҡамырҙы оҫта итеп йәйҙе.

«Был – бик етди мәсьәлә, тәжрибә йәш менән килә, барыһына ла тиҙ генә өйрәнеп булмай», – тине Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров яҡындарының мөхәббәтен, иҫән-һаулығын һәм йәнәшәлә булыуҙарын ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы бүләк тип һанай. «Барыһы ла үҙ йорттарында шыршы янында йыйылһын, бер-береһенең йылыһын тойһон, киләсәккә өмөт менән ҡараһын ине», – тигән теләктәрен еткерҙе ул.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: