Беҙҙең ауыл (Йылайыр районы Сәләх ауылы) егәрле халҡы менән күптән инде дан алған. Егеттәребеҙ генә түгел, алған килендәр ҙә шул тиклем эшһөйәр.
Атанбаевтар Рәил менән Рәфил тураһында күп яҙҙыҡ. Ниндәй улар эшлекле, оҫта, спорт һөйөүселәр, көрәшселәр, бына тигән итеп донъя көтәләр. Ә бына уларҙың кәләштәре кемдәр икән ?
Ағайлы-ҡустылы ике егет хәләл ефеттәренән дә ифрат уңды, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Гөлфирә менән Миңзилә килендәштәр береһенән-береһе егәрле, аҡыллы. "Бер аяғын эт ашап, икенсеһен бет ашап" тигәндән түгел улар, атлап йөрөшөнән ниндәй етеҙ, уңған икәнлеге күренеп тора.
Һәр эште лә бергә атҡарыуҙары ике апһындың татыулығы, берҙәмлеге тураһында һөйләй.
Әле килеп бер көндә икеһе генә 90(!) күбә бесән күбәләүҙәре хаҡында ишетеп хайран ҡалдыҡ. (Рәфил бесән саба, Рәил тырмата икән)
Бер көндә . Ике ҡатын! 90 күбә!
Ике сибек беләк быйылғы үҫкән бесәнде нисек кенә шунысама итеп өйә алды икән? Тағы килеп 15 кәбән ослаған килендәштәргә тик "афарин" тиергә генә ҡала .
Бына ҡайҙа ысын ауыл ҡыҙҙары! Бына ҡайҙа егәрле килендәр!
Сәләх ауылы төркөмө.