Билдәле башҡорт режиссеры – “Беренсе Республика” картинаһы һәм Рәми Ғарипов хаҡында төшөрөләсәк кино хаҡында.
Милләттәштәребеҙҙе битараф ҡалдырмаған, зал тултырып тамашасы йыйған “Беренсе Республика” нәфис фильмы хаҡында күп яҙҙыҡ. Был әҫәр – иң тәүге сиратта режиссер Булат ЙОСОПОВтың тынғыһыҙ ижад емеше. Форсат табып, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Барыһы ла нимәнән башланды?
– Үҙ-үҙемде эҙләүҙән. “Кем мин?” “Ҡайҙа урыным?” “Ни өсөн мин тап ошонда?” кеүегерәк һорауҙар күптәрҙе борсой, шул иҫәптән мине лә. Үҙем тыуған, йәшәгән республика хаҡында ла уйланыуҙар күп булды. 2017 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының сығарылыш курсында диплом эше итеп әҙерләнгән “10 июль” спектаклен ҡарау бәхете тейҙе, сәхнәгә ҡуйыусылары – Таңсулпан Бабич һәм Гөлсәсәк Саламатова. Шул ваҡытта үткән быуаттың 30-сы йылдар осоро бер картина булып күҙ алдыма килә башланы.
– “Беренсе Республика” тигәс, тәүҙә үк автономияға нигеҙ һалыусылар хаҡында уйлайһың...
– Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу, уға яҡты киләсәк тәьмин итеү өсөн тарихҡа күҙ ташлап, республикаға кем нигеҙ һалғанын белеү зарур. “Бабич” фильмы яңы республиканы булдырыусылар хаҡында һөйләһә, “Беренсе Республика”ла Ҡасим Аҙнабаев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Һәҙиә, Ғөбәй Дәүләтшиндар, Дауыт Юлтый һәм башҡа билдәле шәхестәрҙе һынландырып, уларҙың шул республиканы төҙөүҙәре, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни йәһәттән үҫтереүҙәре хаҡында һүҙ бара.
Бөгөнгөнө нығыраҡ аңлау, иртәгәне күҙаллау өсөн үткәндәр хаҡында һөйләргә кәрәк. Улар арҡылы үҙ-үҙеңде аңлай башлайһың, эшмәкәрлегеңде улар менән сағыштыраһың, параллелдәр үткәрәһең, халыҡ, ил яҙмышында үҙ ролеңде аңлағандай булаһың. Шуға күрә “Беренсе Республика” фильмында һүҙ барған бер шәхесте лә оноторға ярамай, сөнки улар һыны нигеҙендә беҙ алға барабыҙ. Уларҙы хәтерҙән юйыу Башҡортостаныбыҙҙы юғалтыуға алып киләсәк. Республика – биләмә, гимн, флаг, герб ҡына түгел, унда тәрән йөкмәтке һәм мәғәнә һалынған, “ни өсөн?”, “нимә хаҡына?” тигән һорау ҡуйылған. “Беренсе Республика” фильмы ошоларҙың барыһын да аңлау, аңлатыу маҡсаты менән төшөрөлдө.
– Ижади процесс хаҡында бер аҙ әйтеп үтегеҙ. Актерҙар составы нисек йыйылыуы ла ҡыҙыҡһындыра.
– Актерҙар һайлау менән, белгес һәм педагог булараҡ, Таңсулпан Бабич шөғөлләнде. Әлбиттә, һайлап алыу өсөн кастинг үткәрергә тура килде. Тарихи шәхестәрҙе Владимир Высоцкий хаҡындағы “Спасибо, что живой” фильмындағы һымаҡ тулыһынса оҡшатып булмай, был төп бурыс та түгел ине. Актерҙарҙың үҙҙәре уйнаған шәхесте аңлап, уларҙы үҙҙәренсә асып һалыуы беҙгә мөһимерәк булды. “Беренсе Республика”ны ҡараған күпселек халыҡ был тарихи шәхестәрҙе яҡшылап белмәй ҙә. Әҙерәк алға барып, шуны әйтәм, фильм сыҡҡас, уны төрлө район-ҡалаларҙа күрһәткән ваҡытта, сеанс алдынан беҙ аңлатыу эше алып барҙыҡ, фильмда һүрәтләнгән күренекле шәхестәребеҙҙе әҙәбиәт һәм мәҙәниәт һөйөүселәр генә түгел, бөтәһе лә белһен өсөн тырыштыҡ. Актерҙар өсөн дә үҙҙәре уйнаған образдарҙы аңлау бик мөһим. Уларҙың уйындары тулыһынса прототибына оҡшарға түгел, ә һәр кем шәхесте үҙенсә асыу оҫталығына эйә булырға тейеш ине.
– Барыһы ла был бурысты үтәй алдымы?
– Эйе тип уйлайым, сөнки картинаны ҡарағас, тамашасы уларға ышанды. Күптәр китаптар ярҙамында кинола һүҙ барған шәхестәр хаҡында төптән ҡыҙыҡһына башланы, үҙҙәренә күп кенә документаль дәлилдәр асты. Беҙ сәнғәт өлгөһө эшләп кенә ҡалманыҡ, бөйөк шәхестәребеҙҙе популярлаштырыу маҡсатынан үҙенә күрә бер хәрәкәт булдырҙыҡ.
– Ысынлап та... “Терелгән фотоһүрәттәр” проекты ғына ни тора!
– 30-сы йылдарҙа йәшәп ижад иткән, әүҙем эшмәкәрлек алып барған зыялылар күптән Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Миңлеғәле Шайморатов кеүек киң билдәлелек яуларға, Мәкәрим Мәһәҙиев, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек сәнғәт эшмәкәрҙәре мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып торорға тейеш. Уларҙы ғәҙел булмаған рәүештә хәтер ҡуласаһынан төшөрөп ҡалдырҙылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға күрә, интернет ярҙамын да ҡулланып, был хатаны мөмкин тиклем тиҙерәк төҙәтергә ашыҡтыҡ.
– “Беренсе Республика” хаҡында фекер алышҡанда, йәштәштәрем араһында төрлө ҡараштағылар булғанына инандым. Ҡайһы берәүҙәр картинаның “Беренсе Республика” тип аталып та, автономия өсөн көрәшеүселәр тураһында түгеллеге менән ҡырҡа риза түгел. Ә һеҙ шәхсән ошондай фекерҙәргә юлыҡтығыҙмы?
– Юлыҡтым. “Һәр нәмәнең үҙ мәле” тигән зирәк әйтем бар. Ижад кешеһе булараҡ, мин сәйәсәттән йырағыраҡ торам. Уйлап ҡараһаҡ, сәнғәт фән, сәйәсәткә ҡарағанда ла юғарыраҡ кимәлдә, сөнки ҡалғандары аҡыл өлкәһендә эш алып барһа, сәнғәт кешеләрҙең хистәре менән эш итә. Ниндәй ҙә булһа сәнғәт әҫәре булдырыр өсөн тәү сиратта хис-тойғолар кәрәк. Совет заманында халыҡты ылыҡтырыр, уларҙы күтәрер өсөн ошо уҡ тойғолар кәрәк булған. Ижад өлкәһендә хеҙмәт иткән кешеләр башҡаларҙы дәртләндерә, илһамландыра, төрлө әйберҙәргә йән өрә, уларға шиғрилек, образлылыҡ бирә. Шуға күрә лә беҙ Башҡортостандың тарихына тап ижад өлкәһендә ҙур өлөш индергән шәхестәр хаҡында фильм төшөрөүҙе кәрәкле тип таптыҡ. Улар үҙҙәренән һуң килер быуынға йөҙәр йылға етерлек мираҫ ҡалдырып киткән. Ғәзиз Әлмөхәмәтовты ғына алып ҡарайыҡ. Ул һөнәри йәһәттән юғары кимәлгә күтәрелеп кенә ҡалмай, бер плеяда уҡыусылар ҙа тәрбиәләй. Композиторҙың ауылдар буйлап төрлө таланттар йыйыуы, уларҙы Мәскәү консерваторияһына уҡырға индереүе генә күп нәмә хаҡында,
шулай уҡ шәхестең зирәклеге хаҡында һөйләй. Ә бөгөн бит ундайҙар аҙ, хатта юҡ кимәлдә. “Беренсе Республика” фильмындағы шәхестәр – ваҡыт һөҙгөсө аша үткән, Башҡортостаныбыҙ тарихындағы мөһим кешеләр. Рәми Ғарипов та шундайҙарҙан, әйткәндәй.
– Бөгөнгө ижад, сәнғәт кешеләре шулай йәшәй аламы икән, нисек уйлайһығыҙ?
– Йәшәй ала түгел, улар шулай йәшәргә бурыслы. Буламы, булмаймы, тигән уйҙар балаларға ғына хас. Ә өлкәндәр үҙ заманына тура килергә, ул ҡуйған талаптарҙы үтәргә тейеш. Беҙ фильмдар төшөрөргә, спектаклдәр ҡуйырға, шиғырҙар яҙырға, үҙ ғүмеребеҙҙә бер түгел, егермеләгән китап сығарырға бурыслыбыҙ, аңлайһыңмы?..
Бына бөгөн бар өлкәләрҙә лә яңы дәүер башлана. Һәм был осорҙа үҙебеҙгә алмаш көс әҙерләү мөһим эштәрҙең береһе булып тора.
– Был йәһәттән, һеҙҙең тәғәйен стратегияғыҙ бармы?
– Бар һәм кинематография өлкәһендә бының менән ныҡлап шөғөлләнәм (Булат Йосоповтың киномәктәбе күп йылдар уңышлы эшләп килә – авт.), һәм гел генә ҡабатлайым: Башҡортостанды мәҙәниәт йәһәтенән юғарыраҡ кимәлгә күтәрер өсөн күпләп фильмдар төшөрөргә кәрәк. Улай ғына түгел, һәр кем үҙ өлкәһендә был йәһәттән әүҙем эш алып барырға бурыслы. Ҡыйыу, азат кешеләрһеҙ бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.
– Һеҙ әлеге ваҡытта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡында ла фильм төшөрөргә йыйынаһығыҙ...
– “Бабич” – трилогияның нигеҙе, беренсе өлөшө, “Беренсе Республика” уның дауамы булып торһа, Рәми Ғарипов тураһындағы фильм – был проекттың өсөнсө өлөшө. “Беренсе Республика”лағы быуын – төҙөүселәр икән, Ғарипов – улар төҙөгәнде һаҡлаусы. Был фильмға тотоноуымдың тағы бер сәбәбе – ул да булһа атайым хаҡына (Булат Йосопов – Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы – авт.).
Атайым, Рәми Ғариповты яҡын күргән кеше булараҡ, уның вафатын бик ауыр кисерҙе.
Рәми Ғарипов – үҙе артынан әҙәбиәт мәктәбен булдырған, уҡыусылар үҫтергән шәхес. Минең был фильмда уның киләсәк шағиры икәнлегенә лә баҫым яһағым килә. Ул туған тел мәсьәләһен 1963 йылда уҡ күтәреп сыға, башҡорт телен, матбуғатын һаҡлап ҡалыу буйынса көрәшкә күтәрелә. Киләсәктә был проблемаларҙың киҫкен торасағын белгән кеүек...
Бөгөнгө заманға ла үҙ Рәми Ғариповы кәрәк. Шуға күрә, мин фильмдар төшөргәндә, уларҙың һөҙөмтәле булыуын теләйем. Экранға төбәлгән тамашасы картинанан хис-тойғоларға күмелеп кенә ҡалмаһын, үҙен, уйҙарын һәм уны уратып алған мөхитте үҙгәртһен ине... Миңә ҡалһа, тап Рәми Ғарипов, янып йәшәгән шағир булараҡ, бик яҡшы миҫал булып тора.
Беҙ йыш ҡына үткәндәр менән йәшәйбеҙ. Ә үткәндәр менән эш итеү ҙә киләсәк хаҡына булырға тейеш. Әлеге ваҡытта барыһы ла йәштәр ҡулында. Улар ҡул ҡаушырып, оялып, махсус шарттар тыуҙырылғанын көтөп ултырырға тейеш түгел. Рәми Ғарипов был шарттарҙы үҙе булдырған...
Әңгәмә әҙерләнгән ваҡытта Булат Йосопов тарафынан үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Кино донъяһы менән ҡыҙыҡһынған, үҙен режиссер йәки актер итеп хис итергә теләгән һәр кем был дәрестәрҙә ошо сәнғәт серҙәренә төшөндө, хатта видеояҙмалар, кескәй генә фильмдар ҙа төшөрҙө. Билеттарға киткән килем Рәми Ғарипов хаҡындағы “Шағир көндәлеге” фильмы өсөн йыйыла. Бындай саралар киләсәктә лә булыр, ә Булат Тимер улының яңы проектына ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылыусылар теләгән ваҡытта матди яҡтан үҙ өлөшөн индерә ала.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2019-10-11/bulat-yosopov-e-sharttar-buldyryu-m-im-604016?ysclid=lmkqcmjrgb790636660