Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18 сентябрь 1948 йыл) — ғалим-физик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре
Мөхәмәт Хәдис улы Харрасов 1948 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылынды тыуған.
1966—1971 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының физиука факультетынжа уҡый.
1971—1972 — лаборант, БДУ.
1972—1975 — Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.
1975—1991 — БДУ-ның «Теоретик физика» кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.
1991—1994 — Мәскәү дәүләт университеты докторанты.
1994—1999 — БДУ-ның физика факультеты деканы.
1999—2000 — Башҡортостан Республикаһының Юғары мәктәп һәм фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2000—2010 — БДУ ректоры, «Элемтә» кафедраһы мөдире.
2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Башҡортса Википедиянан
Фото: Бәйләнештә