Башҡортостан, район йәмәғәтселеге атаҡлы ғалим, талантлы врач, донъя кимәлендә билдәле ревматолог Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин менән хушлашты
Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин 1943 йылдың 10 ноябрендә Ҡолсора ауылында тыуған. Башҡортостан медицина институтының терапия бүлеген уңышлы тамамлай.Уҡыу йортоноң клиник ординатураһында белемен камиллаштырғас, Өфөләге 18-се дауаханала терапия бүлеге мөдире булып эшләй. Артабан Сибай медицина училишеһында уҡыта, бүлек мөдире була.1971-1974 йылдарҙа мединституттың госпиталь терапияһы кафедраһы аспирантураһында уҡый, шул йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай.
Йәш ғалим артабан ғилми совет тәҡдиме менән СССР медицина фәндәре академияһының ревматология институтына докторантураға уҡырға ебәрелә.1986 йылда Мәскәүҙә фән докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.Тиҙҙән уға профессор исеме бирелә.Рәшит Әхмәт улы райондағы тәүге медицина фәндәре докторы, республикала ревматология фәненә нигеҙ һалған ғалимдарҙың береһе булып танылды.
Тәжрибәле ғалим йәш белгестәр әҙерләүгә, уҡытыу, эҙләнеүҙәр өҫтөндә даими эш алып бара.Уның етәкселегендә ике тиҫтәнән ашыу фән кандидаты, өс фән докторы әҙерләнә.Рәшит Әхмәт улы 420-нән ашыу фәнни хеҙмәт, бер нисә китап, монография, ете уйлап табыу авторы.
Уҡытыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Рәшит Дәүләтшинға "Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре", "РФ-тың атҡаҙанған врачы" тигән маҡтаулы исем бирелде.Ул шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн" орденына, "Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" билдәһенә лайыҡ булды.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың билдәле шәхесе Рәшит Әхмәт улы Дәүләтшин тыуған төйәгендә - Ҡолсора ауылында ерләнде. Милләтебеҙҙең аҫыл улын халҡыбыҙ һис онотмаҫ.
Автор:Азамат Мухаметшин
"Һаҡмар"