Шоңҡар
-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Затлы заттар
27 Ғинуар , 20:42
Донъяны таң ҡалдырған Ғабдрахман
Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса тәүге Европа һәм донъя чемпионы, Советтар Союзындағы берҙән-бер алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыров тормошонан ун ваҡиға. Бөгөн уның тыуыуына 85 йыл.
Донъяны таң ҡалдырған Ғабдрахман
Ғабдрахман Ҡадыров Мәскәү өлкәһендә тыуа. Башҡортостандан ата-әсәһе комсомол төҙөлөшөнә килгән булалар.
Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында башын һала. Әсәһе төҙөлөштә ташсы булып эшләй.
Һуғыштан һуң, әсәһе менән, бер нисә йыл Белорет районында йәшәйҙәр. Белорет тауҙарында Ғабдрахман мотоциклға оҡшаған ағас ҡаргиҙәрҙә юғары тиҙлектә шыуырға ярата. Ошо ваҡытта боҙҙа шыуыу, уҙышыу менән хыяллана башлай.
1947 йылдан Өфөлә йәшәй башлай. Машиналарҙа уҙышыу ярыштарында ҡатнаша. Был техниканы тәрәндән өйрәнә.
1970 йылда П.Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физкультура институтын тамамлай. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса ярыштарҙа, СССР йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Халыҡ-ара ярыштарҙа Ҡадыров Чехословакияның (Антонин Шваб һәм Милан Шпинке), Польшаның, Швецияның, Финляндияның һәм башҡа илдәрҙең спортсыларына алдынғылыҡты бирмәй.
Ленинград физик культура институтын тамамлағандан һуң ул оҙаҡ йылдар Өфөнөң «Башҡортостан» командаһын әҙерләй, СССР йыйылма командаһының остазы була. Кадыровтың уҡыусыһы Михаил Старостин 1979 һәм 1982 йылдарҙа донъя чемпионаты финалисы була.
Европала уға Габ ҡушаматы бирелә. Беренсенән, ысын исемен сит ил кешеләренә әйтеүе ауыр була. Икенсенән, уны «Битлз» төркөмө ағзаларына оҡшаш, тиҙәр.
Белгестәр фекеренсә, уның спорт карьераһы оҙаҡ дауам итер ине. Әммә бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында карьераһын тамамларға тура килә. 1974 йылда күнекмәләр ваҡытында мотоциклдың яғыулыҡ багы шартлай, ул етди тән йәрәхәттәре ала. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, спортҡа кире ҡайта. Әммә элекке кимәленә сыға алмай. Спорт карьераһы тамамланғандан һуң спорт комментаторы, Халыҡ — ара ярыштарҙа арбитр, Өфөлә Башҡорт Дәүләт Филармонияһында администратор булып эшләй (1982-1993), Ике автобиографик китап яҙа: “Мин боҙҙо һайлайым” һәм “Спидвейҙың Ауыр ҡулсалары”. Улар 1974 һәм 1976 йылдарҙа Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителә.
1993 йылдың 31 июлендә, Сочи ҡалаһында шифаханала ял иткәндә, инсульттан вафат була. Ул Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән.
Спортсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Яңыраҡ Өфөлә легендар спортсы иҫтәлегенә боҙҙа мотоциклда уҙыш буйынса ярыш үтә. Фото интернеттан алынды.
Донъяны таң ҡалдырған Ғабдрахман
Автор:
Разинә Зайнетдинова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"