Шоңҡар
+14 °С
Ясно
Затлы заттар
22 Августа , 12:41

Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә Республика башлығының эшмәкәрлеген, төп сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларҙы яҡтыртыртыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, ирекмән, йәмәғәт эшмәкәре Рәмзиә Кәримова тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше ләТелевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә
Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә
  1. Баймаҡ районы Төрөкмән ауылында тыуған. Әммә бәләкәй саҡтан уҡ Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында үҫә. Тормош тәғлимәттәрен өләсәһе Фәхрийыһан Сәғәҙи ҡыҙы Сабитова легенда-риүәйәттәр, дини сүрәләр аша һала, ә аң-белем нигеҙҙәрен тәүге уҡытыусыһы Зәки Фазылов бирә. Бала саҡта өләсәһенең биленән ҡорбан уратып салдырып: "Һәйбәт урынға килен булып төш, юлыңда изге кешеләр генә осраһын, иҫән-һау, тәүфиҡлы бул," - тип теләүенә шикләнеп ҡараһа ла, хәҙер бәхетле тормошоноң нигеҙендә тап ғәзиз кешеһенең теләктәре, ризалығы, хәйер-фатихаһы ятыуын яҡшы аңлай.
  2. 10-11-се синыфта Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия- интернатында белем ала. Тап ошо белем усағы тәртипкә, теүәллеккә, бөхтәлеккә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтте тип иҫәпләй. Бармаҡ менән саң тикшереү, әйберҙәрҙе тейешле урынға, бер тәртиптә генә һалыу ғәҙәте һаман ҡалған! Класташтар, курсташтар менән тығыҙ аралашып йәшәү, һәр әхирәте менән дуҫлыҡтың 30-40 йыллап өҙөлмәүе лә интернат һалған тәрбиәнән килә!
  3. Ике юғары белемле - Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға, Башҡорт дәүләт аграр университетының бухгалтерия иҫәбе, финанс, аудит факультетын тамамлай. “Икенсе диплом буйынса эшләмәһәм дә тормошта кәрәге тейҙе. Ғаиләбеҙҙең, туғандарҙың документтар, финанстар менән бәйле эштәрендә иҡтисади грамоталылығым тейеп кенә тора”, - ти ул.
  4. 4-се синыфтан уҡ аҡса эшләй башлай. Тәүҙә үҙҙәренең Киров исемендәге хужалығындағы һарыҡ фермаһында бысраҡ йөндө йыуа, ә өлкән синыфтарҙа бейә һауа. Университетта уҡый башлағас төҙөлөш отряды менән республика райондарында төрлө обьекттар төҙөй. Тырыш хеҙмәттәре эҙһеҙ үтмәй. Ике йыл рәттән студенттар отряды менән Германияға, Францияға, Голландияға бер айлыҡ сәфәргә барып сит илдәрҙе күреп ҡайталар.
  5. Сөгөлдөр утауҙа, еләк-емеш йыйыуҙа һәм бесән сабыуҙа алдынғылыҡты бирмәй. Өфөнө тәү күреп ғашиҡ булыуы ла сөгөлдөр менән бәйле, баҫыуҙа шәп эшләгән мәктәп уҡыусыларын башҡалаға сәйәхәт менән бүләкләйҙәр. Ә тәүге шәшке бүреген ул Магнитогорск баҙарында еләк һатып ала.
  6. Китапҡа һөйөү макалатура аша килде, ти ул. Ауылдағы мәктәптәрендә йыл һайын ҡағыҙ йыйыуға конкурс иғлан ителә. Класс етәксеһе Рәшиҙә Хәлилова макалатураны йыл буйы яйлап йыйырға һәм ишек эргәһенә тоҡ элеп шырпы ҡабын да һалып барырға кәңәш итә. Ысул үҙен аҡлай, Пионерҙар көнөнә арналған костерҙа еңеүселәргә китаптар тапшырыла. Һуңынан инде мәктәп һәм ауыл китапханаһында уҡылмаған китабы ҡалмай. Хатта китапхананың асҡысын үҙенә биреп ҡуялар.
  7. Мәктәп йылдарында велосипедта ғына түгел, "Восход" мотоциклында ла йөрөй, бейә һауғанда йылҡыны эйәрһеҙ һыбай ҙа өйөрөп алып килә. Тик автомобиль рүле артына ултырырға ғына форсаты сыҡмай тора.
  8. Кейәүгә сыҡҡандан алып, 20 йылдан ашыу тормош иптәшенең сәсен үҙе ала. "Ярамай" тигәстәре, Нурмөхәмәт хәҙрәткә барып кәңәшләшә, мөфтөй ундай сикләүҙәр юҡ тигәс тыныс күңел менән был шөғөлөн дауам итә. Ә былай үҙе бешеренергә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Магазиндың кондитер ризыҡтарын һәм ярымфабрикаттарын өнәп етмәй. Шуға ғаиләһен үҙе бешергә бәлеш һәм тәм-томдан өҙмәй. Ваҡыт нисек тығыҙ булһа ла ашҡа вермишель һалған юҡ, һалма йә туҡмас ҡына, ти ул.
  9. Өйҙә ир-аттың иҙән йыйыуына, ашарға бешереүенә, һауыт-һаба йыуыуына, кер үтекләүенә ҡаршы. Ир кеше - ғаилә башлығы, хужа, ул матди яҡтан тәьмин итергә, ҙур мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға, ә ваҡ-төйәк менән шөғөлләнмәҫкә тейеш тигән фекерҙә. Кешенең иң ҙур байлығы - ғаилә һәм бер-береңде бәхетле итеү өсөн йәшәр кәрәк, тип һанай. Үҙенә тыныс тормош бүләк итерҙәй ышаныслы, яуаплы, эшһөйәр ул үҫтергән ҡайны-ҡәйнәһенә мәңге рәхмәтле. “Ҡәйнәм серҙәшем дә, фекерҙәшем дә, кәңәшсем дә. Беҙ һәр ваҡыт бергә, бесәнде лә бергә сабабыҙ, ялға ла күмәкләп йөрөйбөҙ. Яҡын кешеләреңдең ҡәҙерен иҫән саҡта белеп ҡалырға кәрәк”, - ти ул.
  10. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 4 курстан алып, утыҙ йылға яҡын эшләй. Әле "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә Республика башлығының эшмәкәрлеген, төп сәйәси-ижтимағи ваҡиғаларҙы яҡтырта. Тынғыһыҙ хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Рәсәй журналистар союзының Почет грамотаһы, Үҙ һөнәренең оҫтаһын билдәләре һәм башҡа маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. “Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнашырға ла, Шос һәм Брикс форумын яҡтыртҡанда донъя лидерҙары менән осрашырға ла, Белорусияға барып Александр Лукашенко менән күрешергә лә яҙҙы. Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Эш көнөнөң таңғы биштә башланыуы ла, төн уртаһында тамамланыуы ла мөмкин!” – ти ул.
Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә
Телевидение - эш урыны ғына түгел, ә йәшәү рәүеше лә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас