Был шиғыр юлдарын Шәйехзада Бабич 1916 йылдың яҙында, “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлар алдынан, яҙа. “Матур һындар” тип аталған шиғыр аҙаҡ ҡулдан-ҡулға күсеп, Өфө, Ырымбур, Троицк, Ҡазан ҡалаларында күп тапҡырҙар сәхнәләрҙән уҡыла. Ул саҡтағы 21 йәшлек шағирҙы хискә батырып, һөйөү доғаһын яҙырға кем мәжбүр итте икән? Бәлки, “Зөһрә ҡыҙҙы насип ит, тип, доға ҡылдым тәңремә” тигән шиғыр юлдарындағы Бибизөһрәлер? Әллә шағир Зариф Бәшири иҫтәлектәрендә яҙылған, Өфөлә мөғәллимдәр курсында уҡып йөрөгән, Хауа исемле ҡыҙмы? Бәлки, шаян ҡыҙ Шәмсеҡәмәрҙер? Кем белә, бәлки, “Исемдәр баҡсаһында”ғы ҡырҡ дүрт һылыуҙың береһелер, йә булмаһа зәңгәр күҙле фәрештә үҙелер...
Бабич мөхәббәте... Беҙҙең, ерҙә яралған әҙәмдәрҙең, тәүбәһе лә, тәңреһе лә – мөхәббәт. Был донъяла егерме дүрт йыл ғүмер кисергән, шағир затынан булған Шәйехзада Бабичтың мөхәббәте, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәте тураһында һөйләшер өсөн, моғайын, уның шиғриәте менән һөйләшергә кәрәктер. Башҡаға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
1916 йылда Өфөлә үткән “Матурлыҡ кисәһендә” Шәйехзада Бабич Йәмилә Нафиҡова исемле ҡыҙ менән таныша һәм уға арнап шиғыр яҙа. Шәфкәт туташы булып эшләгән Йәмиләгә яҙылған шиғырҙа түбәндәге юлдар бар:
“Һеҙ миңә бигерәк тә нур, бигерәк тә яҡтырған кеүек,
Бер ҡарашың – Исрафил илһам сурын өргән кеүек.
Бер танышта һеҙҙе мин ҡуйҙым күңелем өҫтөнә...”
1990 йылда Татарстанда баҫылып сыҡҡан “Шәйехзада Бабич. Зәңгәр йырҙар” китабындағы иҫкәрмәләрҙән шуны уҡып белдем. 1918 йылдарҙа Йәмилә Нафиҡова Хәбибулла Ибраһимовҡа кейәүгә сыға һәм Йәмилә Ибраһимова булып китә. Билдәле булыуынса, Хәбибулла Ибраһимов 1922 йылда беренсе башҡорт комедияһы “Башмағым”ды яҙған драматург һәм композитор.
Бабичтың замандаштарының иҫтәлектәрендә тағы ла бер һылыу телгә алына. Ул – Майсәрүәр Әҙеһәмова. Улар 1916 йылда Троицкиҙа таныша. Сәрүәр Әҙеһәмованың атаһы Сабир мулла Троицк мәҙрәсәһендә уҡыта. Шәйехзада Бабич та ошо уҡ мәҙрәсәлә эшләй. Сәрүәр менән Шәйехзада Троицкиҙа йыш үткәрелгән төрлө кисәләрҙә ҡатнаша, икеһе лә оҫта мандолинасы була, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ йырҙарын дуэт менән башҡарыр булғандар. Ошо кисәләрҙең береһендә Бабич Сәрүәргә:
“Күбәләк тип киҫтерәлмәйем – һандуғастай тауышы бар.
Һандуғасҡай һис тиә алмайым – күбәләктәй рәүеше бар”, -
тип башланған 12 юллыҡ шиғыр яҙып тоттора. Сәрүәр Әҙеһәмоваға арнап шағир 1917 йылда тағы ла бер шиғыр яҙа. Был шиғырҙың үҙенә бер тарихы бар. Ҡәҙерләп кенә һаҡлаған Бабичтың был шиғырын Сәрүәр 1935 йылда Ҡазанда педагогия институтының аспирантураһында уҡып йөрөгән Зәбих Исҡужинға бирә. Зәбих Исҡужин Шәйехзада Бабич ижады буйынса диссертация яҙған була. Аҙаҡ шиғыр юғала. Сәрүәр Әҙеһәмова яҙып ҡалдырған иҫтәлек буйынса: “Әллә Зәбих Исҡужин кире ҡайтарып бирмәне, әллә үҙем 1937 йылда юғалттыммы – билдәһеҙ. Әммә 1958 йылда башҡорт телендә сыҡҡан һайланма әҫәрҙәр йыйынтығында был шиғырҙы күргәс, бик шатландым”, – тиелә. Шиғырҙа “Ҡыл күперҙәрен үтеп, ожмахҡа кергән төҫлөһөң” тигән юлдар бар. Ә бит Сәрүәрҙе яҙмышы, ысынлап та, ҡыл күперҙәр аша үткәрә. Бик белемле, алдынғы ҡарашлы, төҫкә сибәр Сәрүәргә йәш шағир Кәүи Нәжми Ҡазанда үткән әҙәби кисәләрҙең береһендә тәү күреүҙән ғашиҡ була. 1924 йылда улар яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Рус гимназияһын тамамлаған Сәрүәр оҫта тәржемәсе була. Пушкин, Лермонтов, Толстой әҫәрҙәрен татар теленә атҡара. Танһыҡ исемле ул үҫтерәләр. Сәрүәр Ҡазан университеты эргәһендәге юридик курстарҙы ла тамамлай. Кәүи Нәжми Татарстан Яҙыусылар союзын етәкләй. Әммә 1937 йылдың фажиғәһе уларҙың яҙмышын урап үтмәй. Иренән ярты йыл ҡала ҡулға алына һәм алыҫ Сиблагка оҙатыла. Сәрүәрҙең лагер яҙмышы уның менән бергә төрмәлә ултырған, аҙаҡ әхирәтенә әйләнгән яҙыусы Евгения Гинзбургтың “Крутой маршрут” әҫәрендә сағыласаҡ. Әсәһе һәм атаһы төрмәлә саҡта балалар йортона оҙатылған Танһыҡ Нәжметдинов унан ҡасып, Ҡазандың иҫке барактарында көн күрә. 1940 йылдың аҙағында ғәйепләү өсөн тейешлесә факттарҙың булмауы Сәрүәр Әҙеһәмованы ла, Кәүи Нәжмиҙе лә үлемдән һаҡлай.
Шәйехзада Бабич менән Сәрүәр Әҙеһәмованың танышлығы бер нисә шиғырҙың тыуыуына сәбәп була. Сәрүәр Бабичтан ҡала алтмыш йылға яҡын ғүмер йәшәп, 1978 йылдың ноябрендә вафат була.
Яҙмышы быуат тарихына торошло булған Бабичтың мөхәббәте хаҡында һүҙ алып барғанда, моғайын, уның үҙе кеүек күктәргә ашырға ла, ерҙән бәхет эҙләргә лә кәрәктер. Йәнә яратырға һәм яратылырға. Тап уның кеүек, Бабич кеүек.
Фотола Сәрүәр Әҙеһәмова улы Танһыҡ менән.