Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.
Кеше бер саҡ аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә.
(“Көндәлектәр”. 13.10.1969).
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә.
(“Көндәлектәр”. 9. 04.1996).
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле.
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү. Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу.
(“Көндәлектәр”. 7. 08. 2010).
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаңдан ҡағып яратыуы.
(“Көндәлектәр”. 23. 03. 2007).
Кеше үҙенең битенә үҙе төкөрә алһа, башҡаларҙың битенә, бәлки, былай төкөрә алмаҫ ине.
(“Көндәлектәр”. 18. 09. 1989).
Кеше үҙенең әсәһен һәм Ватанын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлай алмай.
(“Ерҙә генә ҡала эҙҙәр...”).