Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Ноябрь 2019, 19:58

Йыназанан һуң ике аҙна. Хикәйә

Мөнир ҠУНАФИН Йыназанан һуң ике аҙна Хикәйә Кинйәғолов Рәшит үлгәндән һуң Cаҡма ауылында, ысынлап та, ике аҙна бер кем дә эсмәне. Кәмендә, эсмәҫкә тейеш ине. Буғай.

Мөнир ҠУНАФИН


Йыназанан һуң ике аҙна

Хикәйә

Кинйәғолов Рәшит үлгәндән һуң Cаҡма ауылында, ысынлап та, ике аҙна бер кем дә эсмәне. Кәмендә, эсмәҫкә тейеш ине. Буғай. Аҫылыныр алдынан Рәшит яйлап ултырып яҙған һуңғы хатында былай тигәйне: “Ирҙәр һәм бисәләр, ауылдаштар. Хушлашыр алдынан бер һүҙем бар: мин үлгәс ике аҙна эсмәгеҙ. Кем эсә – шуны үҙем менән тамуҡҡа алып китәм. Был шаярыу түгел. Ысынлап. Ике аҙнаға түҙегеҙ. Шул. Башҡаса изгелек эшләй алмайым һеҙгә! Әйтергә онотҡанмын, боландарға атмағыҙ!”

Был хатты, мәйетте йөҙ илле саҡрымда ятҡан Стәрлегә ярҙырырға алып киткәндә, силсәүиттә иҙән йыуыусы, ҡар көрәүсе булып эшләгән Ғәзимә халыҡҡа еткергән, тиҙәр. Баҡһаң, Рәшит үлер алдынан ике сәғәт алда яҙып, хакимиәт башлығының ишек алдында ултырған сибәр ҡыҙға ҡалдырып киткән икән. Иртәгә иртән бар халыҡҡа уҡып ишеттерерһегеҙ, тип тә өндәшкән. Сибәр ҡыҙ бала, көлөп, ярар, уҡырбыҙ, тип мыҫҡыллаған. Уның ике сәғәттән аяҡ һуҙырын, муйынына элмәк элерен белһә, бәлки, улай көлөмһөрәмәҫ ине лә. Шулай ҙа иртәгәһен көтөп тормаған, һис кенә айнығыуҙы белмәгән алкаш Рәшит бар ғәмгә еткерерлек нимә яҙҙы икән, тип баяғы Ғәзимәгә өндәшә була. Дөрөҫөрәге, хаттан көлкө, уйын сығармаҡсы булалар ҙа… тик, хатты уҡып аңҡы-тиңке иткеләгәнсе, йәғни бер нисә ир табып яңғыҙ йәшәгән, дөрөҫөрәге, көн иткән Рәшиттең өйөнә килеп, ишек ҡаҡҡансы ярайһы уҡ ваҡыт үтеп китә. Шағир әйтмешләй, сут-сут килеп һандуғастар һайрашҡанда дөм ҡараңғы һарайҙа аҫылынып торған шул ауылдаштары. Дөрөҫө, ҡара көҙ ине урамда.

Саҡма ауылы ҙур түгел: тулыр-тулмаҫ етмеш йорт булыр, барыһы ла Иҙел буйлап ике урамға һыйған. Баяғы Ғәзимә әйтмешләй, тауыҡ менән әтәстәрҙе бергә ҡушһаҡ, ауылда аяҡта торған йөҙ йән эйәһе бармы-юҡмы. Был ауылдан артабан цивилизация тамамлана, теге яғы – урман, тауҙар. Иҙел буйлап. Ҡыҫҡаһы, тайга…

Хатҡа бер кем дә улай иҫе китеп иғтибар бирмәне лә кеүек ине тәүге мәлдә. “Һе, болан бармы һуң атырға, үҙе ҡоротто ла”, – тип кенә ҡуйҙылар. Тик шулай ҙа… ҡапыл-ғара шешәгә тотоноусылар ҙа табылманы.

Ярҙырып ҡайтҡас, шуныһы аптыратты: алкаш тигән әзмәүерҙәй дуҫығыҙҙың бар ағзалары ла сабыйҙарҙыҡы кеүек тап-таҙа лаһа, сирләү түгел, һыҙланған ере лә булмаған, тип әйткән булыр уны тикшергән табип. Дуҫының мәйетен оҙатып барған Харис табипҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торған да:

– Һе, уның ауырығаны булманы ла, кем әйтте уны һеҙгә, – тип өндәшкән бас тауышы менән. Үҙе: “Болан-мышы ите, бурһыҡ-айыу майы ашап ҡына көн иткән Рәшиткә ни булһын, – тип уйлап та өлгөргәндер. –Ҡышҡыһын һунарҙа оҙаҡлап китһә, ҡар эсенә инеп йоҡлай, ҡых тип бер йүткереп тә бирмәй. Уның ҡалын тиреһенә йылан ағыуы ла үтеп инмәй. Әйтте һүҙ”.

Табип, әлбиттә, был ҡалын тауышҡа тертләп киткән:

– Ә нимәгә аҫылынған улайһа? Бауыры ла тап-таҙа… – күрәһең, берәй сирҙән түҙмәй үҙенә ҡул һалған, тип уйлағандыр.

– Этем белһен, арығандыр.

– Арырға, шахтала эшләгәнме ни ул? Еңел генә аҫылын да үл, имеш, – табип үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы бик яратмағандыр, күрәһең, шулай тип төкөрөнгән.

– Ауыр эш тип… һунарсы ине. Хәҙер бына шахтаға эшкә китә инде, – шулай тип нөктә ҡуйған бер ҡатлы Харис. Ә Мәҡсүт дуҫы:

– Тик беҙ шахтаға ашыҡмайбыҙ әле, яҡты ер өҫтөндә лә эшебеҙ бөтмәгән, – тип көлөмһөрәгән.

Ир ауылдаштары, улар менән бергә баяғы Харис менән Мәҡсүт тә, һыуыҡта ҡәбер ҡаҙғас та, уны ҡәбергә төшөргәс тә, нисек кенә өшөүҙәренә һәм тамаҡтары кибеүенә ҡарамаҫтан, ни ғиллә менәндер, ауыҙына алманы. Хатта Ҡөрьән ашында булып, бер ыңғай өсөн, етеһен уҡытҡанда ла, маңлай тире ҡалҡҡансы һурпа, сәй эсеп бер килке ултырҙылар ҙа әле. Ә элек ундай табынға үтеү түгел, майлы аш муллаға ғына килешә ул, беҙҙең эскә тейә, тип һалдыралар ине.

Тәмәке тартҡанда Рәшиттең үҙен, ниңә үлергә булып киткәнен телгә алдылар. Яңғыҙ йәшәп ялҡҡандыр был донъянан, ауыҙға йүнле аш ҡапмай, тормош ҡыҙығын тапмай, бисә наҙын күрмәй, бала-саға һөймәй… – төп сәбәпте шунда күрҙеләр. Мәҡсүттең үҙенең фаразы бар ине.

– Ул ғына сәбәп була алмай. Бисә юҡ, тип, һеҙ нимә, Рәшитте кәнсирвә ҡалайы тип уйлайһығыҙмы ни. Яңғыҙы алты айыу алған баһадирҙымы?! Юҡ, эсеү бөтөрҙө уны. Һәм… болан балаһы.

– Кем эсмәй, юҡты һөйләмә, – тип берәүһе ҡул һелтәгән булды.

– Китте әкиәт, ниндәй болан балаһы тағы? – ирҙәр шаулаша башланы.

– “Мине болан балаһының күҙҙәре баҫтыра”. Шулай тинеме, Харис, әйт әле, эскән һайын шулай һөйләндеме? – Мәҡсүт дуҫына ҡараны.

Харис тәмәкеһен ташлап, “эйе” тигәнде аңлатып башын һелкте лә, күпте күргән бүркен төҙәтеп ҡуйҙы.

– Унынсыла уҡыған саҡта, тимәк, – тип һөйләп китте Мәҡсүт. – Рәшит яңғыҙы һунарға бара, ауылдан алыҫ та китмәй, Киндерлегә етмәҫ яланда бер нисә боланды күреп ҡала был. Тын ғына ултырып берәүһен сәпкә ала ла атып ебәрә. Атыу тауышына бар боландар ҙа юҡҡа сыға. Әйләнеп-тулап, ер һөрөп һөрлөгөп ауып киткән болан янына нишләргә белмәй һикереп сабып киткән бер болан балаһы бер аҙҙан әйләнеп килә лә сыға. Шырлыҡтан килеп сыҡҡан Рәшит хатта тертләп китә. Шул саҡ уларҙың күҙ ҡарашы осраша ла. “Шул тиклем йәлләткес ҡараш ине ул, – тип һөйләне Рәшит. – Рәнйеткес, керһеҙ сабыйҙарса ҡараш. Ул саҡта тәжрибә юҡ, ҡайҙа йәнлекте йәлләп торорға, һайт, тип бер ҡысҡырғайным, ҡарап-ҡарап торҙо ла, тағы ла сабып урман эсенә инеп китте. Ауған болан янына килеп ул-был иткәнсе, ағастар эсенә баҡһам, баяғы ҡараш, теге мәхлүгең мине күҙәтеп ҡарап тора. Оҙон керпектәр аҫтындағы рәнйешле ҡараш... Ана шул ҡараш мине эҙәрлекләй, егеттәр”, – тип һөйләнде.

– Эстән бар нәмәм кибә, шуға эсәм, эсһәм онотолам, ти торғайны, – Харистың бас тауышы һөйләгәндәрҙе раҫлап ҡуйҙы.

– Эсергә сәбәп инде, ғүмер буйы ҡулынан мылтыҡ төшөрмәгән әҙәмде болан балаһы өркөтһөнсө әле. Әкиәт, – ирҙәр ышанманы был хәбәргә. Дөрөҫөрәге, ышанырға теләмәне.


***

Һигеҙенсе көн тигәндә, иң беренсе “күп балалы” Харис “ысҡына” яҙҙы. Буйҙаҡлыҡтан ялҡып, үткән ҡыш дүрт балалы Хөмәйрәгә барып ингәйне, шунан йәбеште был исеме. Иртән уның теше һыҙлап уянды. Эңерҙә үк табала ҡыҙҙырылған балыҡ мөнйөгәндә ҡылсыҡ ҡаҙалып, яңаҡтың һул яғындағы өс бөртөк тешенең береһе уҡтан яраланған яугир кеүек иңке-тиңке һелкенеп ҡуйғайны ул. Иртән бөтөнләй шашып китеп, биттең һул яғы, борсаҡ тултырылған бурһыҡ “мордаһы” кеүек, ҡыҙарып шешеп сыҡҡайны. Төшкә тиклем ыңғырашып ятты Харис. Хөмәйрә балаларының янына килеп, бармаҡ төртөп, урттарын бүлтәйтеп, ҡытҡылдап көлөүҙәренә лә түҙҙе, һыҙланыуға ла. Кискеһен һыҙланыуы баҫылғандай төҫлө ине лә, тик… бындай шәп сәбәпте ҡапыл ғына ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне.

Йәлләткес тауышы менән үҙенән ике башҡа оҙон, өс йәшкә өлкән бисәһенә ҡараны:

– Түҙеп булмай, әллә...

– Нимә әллә? – яһил ҡараны ҡатыны.

– Әллә… врач саҡыртырғамы, тигәйнем.

– Ана балауыҙ баҫ та ят, – өҫтәлгә бал менән балауыҙ ҡуйҙы.

– Киреһенсә, һыҙлата ғына… Йәлләмәйһең дә әҙерәк. Ней балаларың кәмһетә, ней үҙең, ҡосаҡлайым тиһәң, артыңды ҡуяһың да ятаһың. Хәжәтем юҡ, шикелле, минең бында.

Эш менән булған Хөмәйрә ҡулдарын биленә таянып иренә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. “Быныһы ла сығып китһә, әҙәмдән оят. Бесән әҙерләй, утын яра, онотҡанда бер өҫкә лә менеп ҡунаҡлай… Был дүрт бисура өҫтөнә тағы кем килер тиһең”, – тип уйлап алды. Шунан янына барып ултырҙы:

– Ҡайҙа, ауыҙыңды ас әле.

Харис “а-а-а” тип оҙаҡ ҡына ауыҙын асып торҙо. Күҙендә өмөт сатҡылары уянып, нурҙар уйнап китте. Сабый инде торғаны.

– Шешкән, һурҙырырға кәрәк булыр. Ныҡ һыҙлаймы?

– Ныҡ, түҙерлек түгел, – яңағын тотоп эстән мығырҙаны ир ишараты.

– Түҙәһең инде.

– Түҙерлек түгел, башты һыҙлатып күҙгә баҫа прәме. Бәлки, борослап йөҙ грамм…

– Нимә, Рәшиттең васыятын оноттоңмо ни? Тамуҡҡа барғың киләме? Ебәрмәйем.

Бисәнең һуңғы һүҙе ирҙең күңеленә май кеүек яғылһа ла, йылдар буйы килгән ғәҙәт барыбер ҡытыҡлап бер булды:

– Йөҙ грамм менән шул ҡәһәр теш тирәһен сайҡатып ҡарайыммы тигәйнем.

Тамуҡ тигәндән. Ул турала ныҡ уйланды инде Харис. Ана Мәҡсүт, ҡурҡып, Ҡыҫындыға дауалаусы әбейгә лә барып ҡайтты. Өс йылға ауыҙын ямаған. Ысҡынып китмәһә, был тиклем ваҡыт аҡтан-аҡ, пактан-пак ҡына булып фәрештәгә генә әйләнеп ҡуймаһа ярай ҙа. Харисты ла ҡотортоп йөрөнө әле. Ул Рәшиткә ышаныс бармы, йөҙ грамм эсерһең, ысынлап үҙе менән һөйрәп ҡәбергә алды китте. Ике аҙна түҙеп булмаҫ, киттек дауаланып ҡайтабыҙ, тигәйне лә, ул барманы, нисек тә ике аҙна түҙер әле. Дундук Мәҡсүт ике аҙнанан һуң ниндәй тормош көтөрөн күҙалламай… Мин эстәкәнләп күтәреп һуҡҡанда ул, ғәҙәттәгесә, күҙҙәрен сырт-сырт йомоп һеләгәйен ағыҙып ултырырын белмәй әле.

Ярты стакан сәмәй һалып бирҙе шулай ҙа Хөмәйрә. Тик Кремль эргәһендә торған һалдат кеүек ире янында һаҡта торҙо. Харис ауыҙына беренсе уртлауын теше өҫтөндә оҙаҡ тотто. Бисәһенең, йотоп ебәрмә, тигәненә лә иғтибар бирмәне, күҙен йылтыратып яңаҡтарын уйнатыуын белде. Шунан ҡапыл эргәһендәге тасҡа төкөрөп ебәрҙе.

– Йә, Хоҙай, берәйһенә һөйләһәң ышанмаҫ, ауыҙға ингән ашты төкөрсө әле.

– Нисауа, нисауа, шифаһы былай ҙа һәйбәт бара, – тигән булды һаҡтағы “һалдат”.

Тағы уртланы. Оҙа-аҡ сайҡатты. Быныһын да төкөрҙө. Шулай ҙа ауыҙҙа ҡалған тәм бермә күңелде күтәргәндәй булды. Ни тиһәң дә, танһыҡ тәм. Телен әйләндереп ирендәрен ялап ҡуйҙы. Эстән генә Рәшитте һүкте: “Үлер булғас, тыныс ҡына үл дә кит бит инде. Ниңә башҡаларҙы бимазалап васыят яҙырға. Яҙыусы, писарь, понимаешь. Ике аҙнаға беҙҙең ауыҙҙы тегеп ожмахҡа инергә булдымы икән бисара”.

Стакан төбөндә ҡалғанды уртланы. Быныһын бигерәк оҙаҡ тотто. Бисәһе аптырап, төкөрәһеңме, юҡмы, тип хатта күлдәк яғаһынан тотоп һелкетеп тә алды. Тегеһе бармағы менән төртөп теш тапҡырын күрһәтте. Үҙе бисәһенә мөлдөрәп ҡараны. Әйтерһең, уны тамуҡҡа алып китеп баралар ҙа, бисәһенә “ҡотҡар” тип ялбарыуы. Ипләп кенә йотоп ҡараны, шунан йәмһеҙ итеп төкөрөп ебәрҙе лә сәсәргә тотондо:

– Гонаһ шомлоғо, яҙған ризыҡ теште һындырып инергә тейеш тә, быныһы һыҙлатып инмәксе, – тип ҡуйҙы. Шулай ҙа теш һыҙлауы бер аҙға баҫылды. Ике тамсылай ғына йотҡандың йылыһы эскә үк килеп етмәһә лә, тамаҡ төбөн бер аҙ ҡыҙҙырып ҡытыҡлап тороуы рәхәтлек, ләззәт бирҙе иргә. Битенең шешкән яғын мендәргә терәп серемгә киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Харис.

Күҙ ҡабаҡтары баҫа барған һайын төш ҡапҡасы асыла барҙы. Алдына салғы тотоп Рәшит килеп баҫты. Салғыһын һелтәй-һелтәй баҫтырырға тотондо. Эй ҡаса Харис, эй ҡаса, тыны ҡыҫылып хәле бөттө. “Мин яңылыш ҡына йоттом, мин яңылыш ҡына йоттом”, – тип һөйләнде. Салғы бының башына төштөм тигәндә генә… бисәһенең ҡаты итеп төрткәненә уянып китте.

– Тонсоғаһың бит, мөртәт, нимә тип ул мендәргә ҡапланаһың һуң, ә? Яңылыш йотҡан икән берәү. Нимә, берәйһе баҫтырамы әллә артыңдан?

– Эһ-һэ, – тип бас тауышы менән бар өйҙө яңғыратып көскә уянып тороп ултырҙы ире. Шунан шешенгән битен тыны бөткән туп хәленә килтереп, йыйырсыҡтарын һәлендерҙе лә, тирә-яҡҡа ҡарап алғас, битен яңынан “йыйып алды”, тешһеҙ ауыҙын футбол майҙанындағы ҡапҡа кеүек итеп шаҡмаҡландырып йәйеп, йылмайып ебәрҙе.

– Фу, өйҙә ятам икән, әтеү баҫтырып бер булды, – тип ҡуйҙы.

– Кем баҫтыра?

– Рәхмәт, бисәкәй, би-ик ваҡытлы уяттың. Кем булһын, Рәшит шайтан.

– Нимә тип баҫтыра?

– Салғы тотҡан, фу, ҡурҡыныс, валлаһи-биллаһи, башҡаса эсеү бөттө. Иртәгә уҡ мәсеткә барып хәйер бирергә кәрәк.

– Был йөҙөң менән кеше күҙенә күренепме?

– Һе, алып китһә шунан, белмәйһең әле һин ул шайтанды.


***

Мәсет ауылдың уртаһында урынлашҡан. Ҙур түгел, саҡмалар үҙҙәре урмандан ағас сығарып, өмә яһап күтәреп ҡуйҙы. Ибраһим хәҙрәттең тырышлығы менән шулай иман йортло булды улар. Мәсет ҡалҡыу менән бик улай дингә бирелеп тә китмәне ауыл. Йөрөүселәр күп түгел. Арыраҡ Иҙел йылғаһы аша оло донъя менән тоташтырған аҫылма баҫма күҙгә салыныр. Тағы ла арыраҡ ауылда берҙән-бер кибет.

Мәсеттең ишеге ҡай яҡтан асылғанын да белмәгән Харис тәүҙә иман йорто алдында бер аҙ тапанып торҙо. Ғәҙәттәгесә, кибет яғына күҙ һалды. Кеше-фәлән күренмәй. Тимәк, ул тарафтарҙа көткән өмөт юҡ. Мәҡсүт тә күренмәй. Рәшит булмағас, ауыл һүнеп ҡалғандай әле. Уның хаты һүндерҙе ауылды, тип уйланы ул. Баҫманан кемдер ауылға табан сығып килә. Ҡаланан ҡайтыусылыр. Йөрөшө һис тә был ауыл кешеһенекенә оҡшамаған. Килбәтһеҙерәк. Ташлылар баҫманан ышаныслы баҫып сыға.

Тәүәккәлләп ишекте тартты. Мәсет эсе һалҡын һәм тын ине. Хәҙрәттең моңло итеп аят уҡыған тауышы был тынлыҡҡа бер биҙәк кенә өҫтәгәндәй. Күпте күргән бүркен сисеп, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла эскә үтте ир. Үткәс тә шаҡ ҡатты. Мулла алдында аяҡтарын бөкләп Мәҡсүт урын алған ине. Иманда ла, диндә лә “и” хәрефен дә белмәгән әҙәм мулла бесәйе кеүек йөҙөн майландырып, хәйләкәр генә йылмайып ултырған була. Мулланың вәғәзен диҡҡәт биреп тыңлағандай ҙа әле. Шым ғына уның янына Харис та барып сүгәләне. Мулла уҡып бөткәс, уларға ҡушылып амин итте. Мәҡсүт хәйер бирҙе, Харис та кеҫәһенән тимер аҡсалар сығарып мулланың усына һалды. Тағы ла уҡынып амин тоттолар. Алдан бер аҙ әңгәмә булғандыр, күрәһең, Мәҡсүт Харистың килгәнен күрмәмеш тә белмәмеш булып мәсет хужаһы менән һөйләшеүҙе дауам итте.

– Тамуҡ тип ҡурҡыталар. Ул шулай уҡ ҡурҡынысмы ни? Эйе, утта яндыралар, ҡыҙыу табаға баҫтыралар, тигәнен ишеткән бар. Ә шулай ҙа? – Мәҡсүттең бындай етди сағын күргәне юҡ ине дуҫының. Тимәк, Рәшиттең хаты бермә-бер йоғонто яһағандыр. Ана нимә менән ҡыҙыҡһына.

– Тамуҡ ғазаптарын белгән булһаң, безелдәгәнен яратмай ҡул усың менән һелтәнгән өсөн генә лә шул серәкәйҙән ғәфү үтенер инең, – мулла әфәнде һаҡалын һыйпап алды.

– Нисек?

– Гонаһтарҙың, рәнйетелгән күңелдәрҙең ғазаптары түҙгеһеҙ. Ауыр тормошто ла шуға тамуҡ тибеҙ.

– Себен-серәкәйҙән ғәфү үтенергә ҡалғайны. Бына һиңә, – тын ултырған Харис аптырашын белдерҙеме, нәфрәтенме – аңлашылманы.

– Улай тимә әле, дуҫҡайым, – тине Мәҡсүт йомшаҡ ҡына. Дуҫынан бындай мөнәсәбәтте лә, мөрәжәғәтте лә һис тә тоймаған Харис, эштәр былай барһа, был ысынлап та мулла бесәйенә әйләнәсәк, тип уйлап алды. – Нимә генә булмай тормошта. Рәнйеш тә, күҙ йәше лә һуңынан яҙмышыңа ҡаза булып төшә, тиҙәр шул. Шуға ипле булайыҡ.

Мәсеттән сыҡҡас ҡапыл ғына ҡайтып китергә ашыҡманы ике дуҫ. Улай һөйләшер һүҙ ҙә юҡ кеүек. Ғәҙәт буйынса тора бирҙеләр.

– Нишләп йөрөйһөң? Тәүбәгә ҡайтып, үҙең хәҙрәт булып китмә тағы. Тамуҡтан, үлемдән ҡурҡаһың шулай ҙа, – тине Харис бик тә етди төҫ менән. Тегенең һеркәһе кер күтәрмәй торған холҡо бар, шуға ниндәйерәк борос ҡаптырыр икән, тип әсе яуап көттө үҙе.

– Һин ҡурҡмайһыңмы ни?

– Ҡурҡмайым. Бөгөн төштә Рәшит төшкә ингәйне лә, шуға хәйер һалайым, тип мәсет һуғылдым.

– Нимә тип күрҙең? Миңә лә инеп сыҡты ул.

– Салғы тотоп баҫтыра шайтан. Эсһәң сабам, ти ләғнәт )бләт. Был донъяла үҙенең эскәнен тегендә тиҙ онотҡан. Һиңә нимә ти? – аңғармаҫтан шешкән битен һыйпап-һыйпап алды.

– Бик рәхәт түгел әле бында, ти. Беҙҙәге урман, яландар үҙе бер ләззәт булған икән дәһә, ти. Үҙе миңә ҡайҙан өндәшә, беләһеңме?

– Тамуҡтандыр.

– Ниндәй тамуҡ, уны күргәнең бармы, һөйләйһең тағы. Болан менеп алған да тауға менеп бара. Ҡыҙыҡ кеше булды инде ул, шайтан Рәшит, – бер аҙ тын торғас өҫтәп ҡуйҙы. – Ә мәсеткә йөрөргә кәрәк. Күңелде тынысландыра был Хоҙай йорто. – “Нимә һөйләй, кем әйтә бит әле. Алкаш. Хоҙай йорто, имеш”.

“Сәләм, класташтар!” Тауышҡа икеһе лә һиҫкәнеп китте. Сәлим икән. Стәрленән ҡайтып килеүе. Ә, баяғы баҫмалағы әҙәм. Бер-ике һүҙ менән хәл-әхүәл һорашҡас та:

– Киттек ял итергә, класташтар. Үҙем һыйлайым, – тип көсләргә тотондо. Әшнәләр өйрәнеш буйынса бер-береһенә ҡарап, йылы ғына йылмайышып алды.

Беренсе Мәҡсүт ҡунаҡтың тәҡдименән баш тартты:

– Минең язва, врач эсергә ҡушмай. Ғәфү ит, йәме, дуҫым. Рәнйетер өсөн әйтмәйем. Ғәзимә лә аш һалып тороп ҡалғайны, ҡайтайым, – тип табан ялтыратырға ниәтләнде. Сәлим тегене көсләп тигәндәй туҡтатты шулай ҙа.

– Эсмәгәнгә иртәгә ун көн була. Минең ул тиклем эсмәй йөрөгән дә юҡ. Иртәгә шуны йыуырбыҙ, йәме. Бөгөн булмай. Мин дә ғәфү үтенәйемме?

– Һе, һеҙ нимә? Мине бөтөнләй хөрмәт итмәйһегеҙме ни? Эргәлә һөйләшеп булһа ла ултырырһығыҙ. Ҙур ҡайғы баҫты бит мине, ҡатын үлеп ҡалды.

Икеһе лә:

– Ҡасан? – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Бер айлап була инде.

– Ә-ә, – тигән булдылар тағы. Һе, Сәлимдең бисәһе күрше райондан да инде, уға Рәшит хатының шауҡымы бер нисек тә тейә алмай, тип уйланы үҙҙәре.

“Эсеүен эсмәҫмен дә. Ташлап китһәм, рәнйеше төшөп ҡуйһа. Тамуҡҡа тағы бер билет” , – тип уйланы Мәҡсүт.

“Тоторға ла ҡуйырғамы әллә… Түҙергәме” тигән уй мейеһен тиште Харистың.

Кибет яғына ыңғайланылар. Сәлим магазинға инеп сыҡты. Шунан әллә ни йыраҡ түгел өйәңке төбөнә барып һөйәлделәр. Ҡунаҡ берҙе тотҡас, кипкән балыҡ сәйнәй-сәйнәй:

– Рәшитте булһа ла саҡырайыҡ, былай күңелһеҙ, – тине. Үҙе тирә-яҡҡа ҡаранып-ҡаранып алды.

Был ике әшнә бер-береһенә ҡарашты. “Һин әйт”, йәнәһе.

– Үткән аҙна үлде бит ул. Үҙ һарайында ат дилбегәһенә аҫылынған, – Харис тамағын ҡыра биреп әйтте.

– Китсәле, һис тә зарлана белмәҫ, эсһә кешене рәнйетмәҫ әҙәм. Ул да үлгәс, беҙгә ни ҡала.

– Ул хат яҙып ҡалдырған. Мин үлгәс, ауылдаштар, ике аҙна эсмәй тороғоҙ, тигән.

– Шунан?

– Шул. Тамуҡ күргегеҙ килһә, эсегеҙ тигән.

Сәлим аҡырып көлөп ебәрҙе.

– Аңлашылды. Рәшит ҡотоғоҙҙо алған икән! Тере сағында һеҙ унан көлә инегеҙ, үлгәс ул һеҙҙе мыҫҡыл итә икән. Нимәгә эсмәй суфыйланғандар әле был алкаштар, тиһәм… бына ҡайҙа икән әтнәкәһе!

– Кем алкаш? Телеңде үлсәп ас, – Мәҡсүт ҡыҙып китте лә, шунда уҡ ҡунаҡтың ҡулын ике услап тотто. – Ғәфү ит, ҡаты ҡағылдым әллә… – Шунан көн эҫеһендәге сирле һарыҡ һымаҡ башын һелкеп-һелкеп: – Алкаш тип ҡаты ҡағылма алай, эйе, эселде инде элек, – тине.

Сәлим стаканға тағы ағыҙҙы.

– Ярай, егеттәр, миндә лә ҡайғы, моғайын, Рәшит хәлемде аңлар, – тине лә ауҙарып ҡуйҙы. Ике класташ биттәрен йыйырсыҡландырып күҙен йомдо. Харис Сәлим өсөн үҙ башындағы күпте күргән бүркен сисеп хатта еҫкәп алды. Шеше яҙылып уҡ бөтмәгән уң яҡ битен ҡулы менән тотоп, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо. Ситтән ҡараһаң, торғаны менән бер Остап Бендер тип торорһоң. Әйткән һүҙе генә уның ябай Харис икәнен аңлатты:

– Йылытып, яндырып төшөп киткәндер, ә?

– Яндырып ҡына тиһеңме, көйҙөрөп төшөп китте. Бисә үлде бит, ҡайғыһы ни тора. Ярата ине бит ул мине! – Сәлим затлы бүркенә ҡапланып илап маташты.

Йомшаҡ ҡуянға әйләнгән Мәҡсүттең элек эсеп йөрөгәндәге бүрелеге мәсеттән һуң да улай ҡапылда ғына бөтөнләй бөтмәгәйне әле:

– Килештереп, амауыҙ, һеләгәйеңде юҡҡа ағыҙып ултырма. Элек, ух шул бисәне, бер бәреп кенә үлтерергә ине, тип һөйләнә торғайның. Үлгән һыйыр һөтлө инде, һөтлө, – һабаҡташының елкәһенә ҡулын һалып, – ҡаты әйтһәм, ғәфү ит, – тип ҡуйҙы.

– Төн уртаһында сығып китте лә, мәйетен Ашҡаҙар буйында таптылар.

– Кит әле, юҡты, кем төн уртаһында сығып китһен, – бүркен яңынан һалды Харис.

– Шундайыраҡ ғәҙәте бар ине шул… Мин теге-был әҙерәк тәртип урынлаштыра башлаһам…

– Ул тәртипте көндөҙ урынлаштырып булмаймы ни? – Мәҡсүт шулай ҙа тағы шым ҡала алманы. – Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға ник ауыр һүҙ әйтергә? Ғәзимә бына мин ситән буйында йоҡлап ятҡанда күтәреп алып ҡайта торғайны, хатта тишек носкиҙы ла ямай. Фәрештә ул, хәҙер ҡайтҡас та ны-ыҡ итеп ғәфү үтенәм.

– Артын да үп, – Харисҡа бас тауыш тәңренән ошо һүҙҙәрҙе әйтер өсөн генә бирелгәнме ни.

– Үбәм дә, ул фәрештә. Теге донъяға барғас, аймылыш булып ҡуймайыҡ, знамы ул ожмахҡа эләгәсәк, ә мин… шуға бөгөндән алып бер кемде лә рәнйетмәҫкә… Ауыр һүҙҙәр әйтһәм, егеттәр, ғәфү итегеҙ. Ҡайтайым инде. – Мәҡсүт ҡалҡынды.

Сәлим уның ботон барып тотто.

– Ошо хәлдә мине ҡалдырып китһәң, рәнйешем ҙур булыр. Ҡайғы йөрөтә мине, – тине.

Мәҡсүт яңынан ултырҙы. Сәлим тағы ла берҙе һалып эсеп алды. Дуҫтарын да көсләп маташты. Тегеләр күҙҙәрен майландырып ултыра бирҙе, тик стаканға үрелмәне.

– Рәшиттән ҡурҡмайһыңмы? – Харис шулай тип һорап ҡуйҙы.

– Ул прокурормы ни, унан ҡурҡырға.

– Уйлап ултырам да, һин уны төндә сығармаҫҡа тейеш инең бит ул. Бисәңде әйтәм.

– Юҡ менән башты ҡатырмағыҙ әле, зинһар. Хәҙер үҙем дә үкенәм.

Сәлимдең башына сығып китте, шикелле. Ултыра биргәс, юҡ-бар хәбәр һалды.

– Төпкә, тайга эсенә үтеп, Киндерле мәмерйәһенә инеп ятһаң, һине бер кем дә тапмай инде ул, ә?

– Башыңа шешә төбө менән һуҡтылармы әллә? – бындай һүҙҙе Харис ҡына әйтһә әйтер, ул тиҙ арала ғына мулла бесәйе булырға йыйынмай бит.

– Яңғыҙ бер ай урманда ятырға ине. Бар ғәмде онотоп, ҡайғы-хәсрәтте таратып…

– Ҡасырға уйлайһың түгелме?

– Үҙемдән ҡасырға ине шул. Ҡайғымдан. Тормош килеп сыҡманы минең.

– Мулла, үҙеңдән ҡасып булмай, тине, – өйәңке төбөндә сүгәләгән Мәҡсүт битараф ҡына һүҙ ҡыҫтырҙы.

– Мулла Аллаһ түгел әле, – Харис мулла бесәйенең “ҡойроғона баҫты”. Сәлим тамам иҫерҙе. Күҙҙәрен алартты.

– Мәмерйә генә ҡотҡармаҫ, үлгән бисәмдең күҙҙәре, ана, ана ҡарашы баҫтыра, – тип тештәрен шығырлатырға тотондо. Был йәмһеҙ күренешкә Мәҡсүт түҙмәне:

– Һаташа башланың, Сәлим, ҡайтам. Мине ғәфү итегеҙ, йәме, – йүгерә-атлай ҡайтыу яғына ыңғайланы. Харис өйәңкегә һөйәлеп, өҫтән иҫереп ни һөйләгәнен аңламаған Сәлимгә ҡарап: “Мин дә эсһәм ошо иҫәүән кеүек хәшәрәтләнәмме икән?” – тип уйлап торҙо. Шунан күпте күргән бүркен төҙәтеп кейҙе лә, бәләкәй Сәлимде ҡултыҡ аҫтынан тотоп, әсәһенең өйөнә алып китте.

…Иртәгәһенә Сәлимде әсәһенең мунсаһында аҫылынған килеш таптылар. Бында Рәшиттең ҡағылышы, шауҡымы бармы-юҡмы – уныһын бер Хоҙай ғына белә. Йыназаның иртәгәһенә полиция участка хеҙмәткәре менән бер енәйәт тикшереүсеһе Сәлимде эҙләп ауылға килеп төштө. Ҡатынының үлемендә уның да ҡатнашы булған, шикелле...

Мәҡсүт бөтөнләй эсеүен ташланы. Харис әйтеүенсә, шешәне ташлап бисәһенең “трәпкә”һенә әйләнде. Харис үҙе һирәкләтте былай. Шуны әйтәм инде. Теше һыҙлағанда ғына, профилактика өсөн генә тамаҡ сылатҡылай. Тик шуныһы – ни шул аҙау тешен һурҙырһа һурҙыртып ҡына ҡуймай, ни яматмай. Баяғы ике аҙнанан һуң йыш һыҙлай башланы тегенең теше, ҡәһәрең…



Читайте нас: