Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Апрель 2020, 18:25

Шоколад ниңә асыуланды?

Шоколад алығыҙ, тип еңмешләнә башлай.

2 апрель – Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Ул шөһрәтле әкиәтсе Ганс Андерсындың тыуған көнөндә Балалар китабы буйынса халыҡ-ара совет ҡарары менән 1967 йылдан билдәләнә. Ошо уңайҙан һеҙгә балалар өсөн “Шоколад ниңә асыуланды? “ исемле китабымдан бер хикәйәмде тәҡдим итәм. Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, кескәйҙәргә уҡығыҙ, йәме!
Шоколад ниңә асыуланды?
Бигерәк тәмлетамаҡ инде ошо Алтынай. Шоколад, кәнфит ашағым килә тип мыжып тик йөрөй. Юҡ тигәнде лә белмәй. Бөттө тиһәң, ҡана, тоҡсайын күрһәт тип быуынға төшә. Магазинға барып инер әмәл юҡ:
–Шоколад алығыҙ, –тип еңмешләнә башлай. Әсәһе ишектән инергә өлгөрмәй:
–Тәмлекәс алып ҡайттыңмы-ы-ы? – тип сумкаһына һонола.
Бөгөн дә әсәһе Алтынайға шоколад сығарып тотторғас, уның ауыҙы йырылды, күҙҙәре бәзләп китте.
–Ура-а-а, – тип өйөрөлә-өйөрөлә бейеп тә алды. Шоколад ҡыҙыҡайҙың ауыҙында һә тигәнсе иреп юғалды.
–Уй, бигерәк тәмле булды! –Ул ләззәтләнеп күҙҙәрен селт-селт йомдо, ауыҙын сәпелдәтте.
Берәүгә генә хушһына буламы тиме Алтынай! Уға һәр ваҡыт буйтым кәрәк. Шоколадҡа буялған ирендәрен, бармаҡтарын суп-суп ялай-ялай:
–Тағы ашағым килә, –тине. Әсәһе ҡыҙыҡайға йәнә бер шоколад тотторҙо. Алтынай уны ла бер-ике һоғондо ла күҙҙәрен мөлдөрәтеп тағы теләнселәргә тотондо.
–Әсәкәйем, берҙе генә бир ҙә башҡаса семтем дә һорамайым.
–Етеп торор, күгәрсенкәйем, – тине әсәһе. –Тәмле-татлы менән мулығырға ярамай. Әтеү үҙеңә шоколад үсекте ҡуйҙы.
–Әсәй, берҙе генә. –Ҡыҙыҡай һытылырҙай булып бер бармағын күрһәтте.
Алтынайға әсәһенең “юҡ” тип әйтеүе етә ҡалды. Һүҙен һүҙ итә алмаған ҡыҙыҡай ирендәрен бәлшәйтте, балауыҙ һығып та алды. Унан иҙәнгә ятып тыпырсына башланы.
–Һин мине яратмайһың! Әтеү сығып китәм.
Телевизорҙа барған ҡыҙыҡлы әкиәт тә башҡа ваҡытта мультик тип иҫе киткән ҡыҙыҡайҙың иғтибарын йәлеп итә алманы. Ялтыр тышлы тәмле шоколад уның күҙ алдында ғына тик торҙо. Их, шуны бер туйғансы ашарға ине. Нишләп ошо әсәйем йәлсек икән тип уйланы ҡыҙыҡай.
Сәй эсеп алғас, әсәһе ихатаға йыуған керҙәрен элергә сыҡты . Шуны ғына көтөп йөрөгән ҡыҙыҡайҙың эсенә йылы йүгерҙе. Ул йәһәт кенә шкаф башына үрмәләне. Тоҡсай эсенән ҡуш услап бер нисә шоколдадты эләктерҙе лә ҡомһоҙланып һоғона башланы. Эх, тәмлелеге! Ҡасан үҙе ҙур үҫеп, аҡсаһы күп була инде. Гелән ошондай шоколад ашап ҡына тик йөрөр инем тип хыялланды ҡыҙыҡай.
Кискә ҡарай Алтынай тынысһыҙлана башланы.
–Тәнем ҡысый, – тип мыжыны.
Әсәһе ҡыҙыҡайҙың тәненә тимгел-тимгел булып сыҡҡан таптарға май һөртә-һөртә:
–Эй, ҡыҙым, шоколадты бик яратаһың да бит, әгәр берәмләп кенә ашаһаң, ул да һине яратыр ине, –тине серле генә йылмайып.
Алтынай ни әйтергә лә белмәне.
Читайте нас: