Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Апрель 2020, 00:35

“Ни өсөн Хоҙай мине былай язалай?”

Улар халҡын ғына хушлаштылар.

“Иринаның ире юл фажиғәһендә үлеп ҡалған. Ерләшеүгә ярҙам итәйек”. Бергә уҡыған курсташтарҙың төркөмөндә был хәбәр күҙенә ташланыу менән Айнурҙың йөрәге жыу итеп ҡалды. Ҡыҙҙың уңышлы ғына кейәүгә сығыуы, күптән түгел ҡыҙҙары тыуыуын белә ине. Егет уйҙары менән үткәндәргә ҡайтты. Ҡыҙ менән бер аҙ дуҫлашып та йөрөнөләр. Алсаҡ, һүҙгә аптырап тормаған Иринаны тәү күреүҙән оҡшатты ул. Дуҫлашып киттеләр. Ул үҙенең ата-әсәһе тураһында һөйләй. Етеш ғаиләлә үҫкән, шуға ла матур кейенә, аҡсаны иркен тотона.

Шулай ҙа бер ваҡыт ул:
– Атай-әсәйең ҡайҙа эшләй? – тип һорамаһынмы унан!
Айнур бығаса балалар йортонда үҫеүе хаҡында бер кемгә лә һөйләгәне булманы. Хатта бер бүлмәлә йәшәгән егеттәр ҙә белмәй ине. Һөйгәненә ысынын әйтергә тура килде. Ул быны көтмәгәйне шикелле. Айнурға, гүйә, бер енәйәт эшләгән кешегә ҡарағандай:
– Ысынмы, шаяртмайһыңмы? – тип ҡабатлап һораны.
– Ысын! Ни эшләп алдайым!
Уның балалар йортонда үҫеүен оҡшатмағанын шунда уҡ тойҙо ул. Йөҙө үҙгәрҙе, тауышы бүтәнсә сыҡты. Ихлас булырға тырышып ҡараһа ла, күңелгә бойороп буламы ни! Ул көндө һалҡын ғына һаубуллашттылар. Ҡайтҡас, төнө буйы уйланып, йоҡлай алмай ятты Айнур. Иртәгәһенә Иринаға шылтыратырға ҡулы барманы. Башҡа ваҡытта ҡасан киләһең тип өҙөлөп торған ҡыҙ үҙе лә хәбәр итмәне. Ә кис телефонына "Ни өсөн Хоҙай мине язалай? Быға тиклем дуҫлашып йөрөгән егетем дә етем ине. Айнур, ғәфү ит, беҙ башҡаса бергә була алмайбыҙ" тигән яҙыу килде. Бик ауыр кисерҙе егет быны. Тәүҙә ни эшләргә белмәне. Үҙ-үҙемә ҡул һалайыммы икән тип уйлағайны ла тыйылып ҡалды. Бер аҙҙан Иринаның ҡала егете менән дуҫлашыуын белде. Туйҙарында егеттең атаһы йәштәргә бер бүлмәле фатир бүләк итеүе хаҡында ишетте.
... Егетте уйҙарынан телефон тауышы бүлде. Бер төркөмдә уҡыған Наза ине. Ул Айнурҙан мәрхүмде оҙатырға килеү-килмәүе хаҡында белеште...Бер аҙан ул юлда китеп бара ине.

Читайте нас: