– Ләйсән, ҡолағыңа бер нәмә әйтәйемме? – тигән булды. Ҡыҙ, ниндәйҙер мөһим хәбәр ишетәм тип, уға үрелде. Шул саҡ Данил уның битенән үбеп алды. Был тиклем ҡыйыулығына үҙе лә аптыраны. Был уй ҡайһы арала башына килгәндер. Шундай көтөлмәгәнсә килеп сыҡты! Ләйсән, оялып ситкә боролдо...
Подъездан сыҡҡас, Данил йүгерә-атлай Илдарҙың йортона ыңғайланы. Ул шул тиклем шат ине ошо минутта. Күңелдә – тантана! Бар тирә-яҡ тағы ла сағыу, матур! “Мин – бәхетле!” тип урам тултырып ҡысҡырғыһы килде. Юлдағы осраған һәр кеше лә уның кеүек бәхетле кеүек тойолдо. Эйе, был донъяла йәшәү оло шатлыҡ икән! Ниңә элек шуны һиҙмәне һуң! Бөтә ғиллә Ләйсәндә. Эх, шуның уйнап торған күҙҙәре! Оялсан ҡарашы... Ташты иретерлек итеп йылмайыуы... Ә инде ҡолаҡты иркәләр тауышы.
Юҡ, атлап түгел, осоп барғандай булды Данил. Әйтерһең, ҡанат-тары үҫеп сыҡты. Элек мәктәптә уҡығанда шиғыр ятларға ярата ине. Ә хәҙер үҙе шиғыр яҙғыһы килеп китте. Эйе, шиғыр! Ләйсәнгә арнап...
Был өҙөк йәш яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Урам балалары” тигән повесынан. Балалар һәм үҫмерҙәр тормошон үҙенсәлекле итеп сағылдырған, йәмғиәтте һыҙлатҡан социаль проблемаларҙы күтәргән әҫәрҙе әҙәбиәт һөйөүселәр ихлас ҡабул итте. Ошо көндәрҙә “Урам балалары” Ҡаҙағстандың “Самга” нәшриәтендә донъя күрҙе. Уны “Серпер” йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Мөлдир булаҡ" журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер тәржемә иткән. Әйткәндәй, был автор Айгиздең өс повесын ҡаҙаҡсаға ауҙарған.
– Китап әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һорауы буйынса тәржемә ителде, – ти Саят Камшыгер. – Айгизде беҙҙә төрлө быуын кешеләре лә яратып уҡый. Детектив, фантастик әҫәрҙәрҙе уҡып, һуғыш суҡмарҙары хаҡындағы киноларҙы ҡарап ялҡҡан халыҡ бөгөн изгелеккә саҡырған ысын тормош хаҡындағы әҫәрҙәргә ҡайта. Баймөхәмәтовтың повестары тап шундайҙарҙан.