Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Август 2020, 16:55

Азербайжандар илай, Айгиз йырлай

Бының сәбәбе нимәлә?

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмтовтың төрлө быуын әҙәбиәт һөйөүселәре яратып ҡабул иткән “Ҡалдырма, әсәй” повесы Баку ҡалаһында донъя күрҙе. Был хаҡта автор үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. “Китап төрөк донъяһы йәш яҙыусыларының союзы рәйесе Экбер Гошалы тәҡдиме менән нәшер ителде, – тип яҙа. – Уны азербайжан теленә Айгун Яшар тәржемә иткән. Инеш һүҙен Азербайжан Дәүләт йыйылышының мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Ганир Пашаев яҙыуы минең өсөн ҙур бәхет. Шулай уҡ китапты сығарыуға көс һалған Арзу Багирова, Ибраһим Ильяслы, Интигам Йәшәр, Эфсәнә Элескәрлегә ҙур рәхмәт әйтәм. Миңә ҡояшлы Азербайжанда ике тапҡыр булырға тура килде. Унда ихлас, изге күңелле халыҡ йәшәй. Азербайжандағы дуҫтарымды иҫкә төшөргән һайын: "Jan jan jan Azerbaijan!"йырын йырлайым”.
Читайте нас: