Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Август 2020, 17:35

Сылтырап аҡҡан тере шишмә һыуы

Шуғалыр ҙа һис һүрелмәй Йәшлектәге хистәрем...

Минира БИКӘНӘСОВА
Әсә

Төн пәрҙәһен тартҡан тәҙрәләргә
Йондоҙҙарҙан биҙәк яһалған,
Сихри төнгә моң-ауаздаш булып,
Бишек йыры өйгә таралған...
Сабый йоҡлай иҙрәп, Ай нурына
Ҡойона төн – тылсым эйәһе,
Тик әсәнең генә уй-хыялы –
Икһеҙ-сикһеҙ ғаләм, тиәһе.
Көнө үтә уның мәшәҡәттә,
Эштәре күп – тауҙай өйөлгән.
Бала баҡҡан әсә – бөйөк кеше,
Сабый күҙе уға төбәлгән!
...Ғүмер үтә, йылдар аръяғында
Буйға үҫеп еткән балаһы:
Ул һаман да әсә өсөн сабый,
Ул һаман да күҙҙең ҡараһы...
Барлыҡ кеше өсөн был донъяла
Әсәләрҙән юҡтыр яҡыны:
Бала менән әсә күңелдәрен
Тоташтырған йөрәк ялҡыны.
...Төнгө күктә яңғыҙаҡ Ай йөҙә,
Тиҫбе тарта әсә берәмләп,
Балаһына доға-фатихаһын
Йондоҙ итеп һипкән биҙәкләп.

Уйҙар

“Һуңғы туйым етә, балаҡайым,
Әҙерләндем уға бер үҙем.
Һин шаһитһың, бына бирнәләрем,
Ҡуй, илама, булсы ныҡ, түҙем.
Аҡ күлдәгем булыр кәфенлегем,
Тик тегерҙәр уны бүтәндәр,
Хәйер итеп ошоларҙы алыр
Йоҡламайса төнөн көткәндәр.
Ә былары – йыуа кергәндәргә...
Ҡаҙғандарға минең ҡәберҙе...
Уҡытҡанда өсөн, етеһен дә
Таратырһың ошо хәйерҙе.
Ә зыяратҡа барғас, тәғәйенләп,
Мулла әйтер тәһел доғаһын...
Минең әйткәндәрҙе иҫеңдә тот –
Ерҙә йәшәп, ҡыҙым, ҡалаһың”.
...Төйөнсөккә төйнәп, барыһын уйлап,
Һалып ҡуйған һуңғы бүләген...
Күҙ йәштәрем аша әсәйемә
Оҙон ғүмер эстән теләнем...

Тыуған яғым

Күк көмбәҙе зәңгәр яулыҡ болғай,
Уҡалары – ҡояш нурынан.
Тау-урмандар теҙелешеп киткән
Алһыуланған офоҡ юлынан.
Шыбырҙашып ҡына серен һөйләп,
Аҡ ҡайындар ҡаршы алдылар,
Алтын-һары биҙәктәр семәрләп,
Юлдарыма түшәп һалдылар.
Тыуған яҡтар – йәнгә яҡын ерҙәр.
Һулап туймаҫ уның һауаһы,
Сылт(ы)рап аҡҡан тере шишмә һыуы –
Йөрәгемдең шифа-дауаһы.
...Тыуып-үҫкән ерҙәр ҡәҙерле шул,
Мөғжизәләй һәр бер мөйөшө.
Аҫыл бишек булып мәңге ҡала
Туҡтағансы йөрәк тибеше...

Шатлыҡ

Йөҙҙәребеҙ балҡып китте,
Күңелдәр йыр-моң көйләй,
Йортобоҙ шат тауыштарҙан
Умарта кеүек геүләй.
Байрам төҫө алды донъя,
Өҫтәлебеҙ түңәрәк!
Әсәй бешереп ултыртҡан
Аш-һыуҙар ҙа тәмлерәк.
Ҡояш офоҡҡа керһә лә,
Гүйә, яңынан ҡалҡты:
Өйөбөҙҙө нурға күмеп,
Атайым эштән ҡайтты!

Тынлыҡ

Һоро киңлек наҙлай күңелдәрҙе,
Түбәнәйгән күктең ҡарашы,
Елбәҙәк ҡар, аҙашҡан ҡош кеүек,
Өйөрөлә эҙләп юлдашын.
Ҡыш һулышы өҙгән япраҡтарын
Ҡайындарҙың, саған, муйылдың...
Ағас-яланғастар һағынышҡан
Ҡайнарлығын ап-аҡ ҡуйындың.
Тынлыҡ бишегенең ҡосағында
Онотолған йәшәү ярһыуы...
Яҙҙар килеренә ишаралап,
Күтәрелә ужым баҫыуы...

Һиңә

Хәлкәйҙәрең нисек, тиеп
Өҙөлөп тә тораһың,
Минең күңелде күрергә
Матур һүҙҙәр табаһың...

Нимә генә бешерһәм дә,
Аштарымды маҡтайһың,
Етешмәгән ерем булһа,
Шундуҡ ҡына аҡлайһың.

Һинең менән бер ҡайғыһыҙ
Үтә көндәр, кистәрем.
Шуғалыр ҙа һис һүрелмәй
Йәшлектәге хистәрем...

...Ҡатын-ҡыҙ күңеле нескә,
Әйтерһең дә, быяла,
Быны һинең кеүек белгән
Юҡтыр ир-ат донъяла!

Карап

Зәңгәр диңгеҙ киңлегендә
Йөҙөп килә аҡ карап,
Мин дә унда – сикһеҙлеккә
Барам һоҡланып ҡарап.
Елкәнен елдәр этәрә,
Йә алып китә ситкә.
Ғәмһеҙ диңгеҙ тулҡын ҡаға,
Күренмәй хатта сик тә...
Елә карап, гиҙә донъя,
Айҡала ла сайҡала,
Бейек тулҡын ҡаҡҡан саҡта
Ҡай берәүҙәр саҡ ҡала...
Көслөләре йөҙөп сыға,
Ныҡыштары – тотоноп,
Көсһөҙҙәре һыуҙа ҡала,
Һынауҙарҙан ҡотолоп...
Иң бөйөктәр ныҡ торалар,
Ала алмай тулҡындар,
Диңгеҙ уларға йылғалай –
Кисеп сығыр йырындар...
...Елә генә – юлы оҙон –
Елкәнен елгә тарап.
Тормош юлы – сикһеҙ диңгеҙ,
Тәҡдир исемле карап...

Ауырғазы районы.
Читайте нас: