Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Август 2020, 16:10

Ҡартым киткәс…

- Ирем менән киленең юл фажиғаһына эләккәндәр. Әле улар дауаханала. Ирле – ҡатынлы икәндәр тип, икеһен бер бүлмәгә һалып ҡуйғандар. Инде хәҙер белмәмеш тә күрмәмеш булып йөрөй алмаҫһың, Хаят инәй.

Таңһылыу Ғәйнуллина

Хоҙайға рәхмәт, ҡартым менән йәшәгән нигеҙем ҡотло ла, уңышлы ла булды: балаларым ауырыманы, мал – тыуарыбыҙ ишле, хатта ҡаҙҙарыбыҙ ҙа теүәл баҫты бәпкәләрен. Баҡсабыҙ ҙа ишелеп уңды. Әллә үҙебеҙ йәшәүҙән йәм – тәм табып, ихлас йәшәнек, әллә бәхетле нигеҙебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙ итеп, үҙе насип әйләне беҙгә. Хикмәт бында ғына түгелдер, ә ғүмер буйы бер – беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәүебеҙҙәлер, тип уйлайым мин бөгөн. Вафатынан бер нисә көн элек мәрхүмкә- йем: “Әсәһе, яҡыныраҡ кил әле эргәмә, әйтер һүҙем бар”, - тип саҡырып алды. - - Ҡыуманым түгел, ҡыуҙым мин был донъяның артынан. Уның менән бөгөн бер ниндәй ҙә алыш – бирешем юҡ. Фанилыҡтың да үпкәһе юҡтыр тормошома ҡарата. Әжәлдән ҡурҡмайым. Иң ҙур байлығым - һеҙ. Балаларыбыҙ һәйбәт. Улар алдында йөҙөбөҙ яҡты. Бер кемгә лә ҡыҙыллыҡ та, ауырлыҡ та килтермәнек яҡшылыҡтан башҡа. - Рәхмәт һүҙҙәрем шул булыр, тигән һымаҡ, ятҡан яҫтығын һыйпай – һыйпай, ауыр һулап ҡуйҙы ла тынып ҡалды. Өйҙәге һиллекте мин боҙҙом: “Үҙең донъяны аҡыллы итеп көтә белгәс… Ҡаҡманың, һуҡманың, эсмәнең, балаларҙы үҙеңә ылыҡтыра белдең. Ни һөйләһәң дә, ни эшләһәң дә килеште үҙеңә.
- Бөтә нәмә кешеһенә күрә була ул. Тормоштоң дилбәгәһенән ҡайырып, шаҡарып тотҡанда, һин киҫкен боролоштарҙың ипле һәм итәғәтле хужабикәһе була белдең. Ошо бәләкәй генә ҡулдарың менән нескә һәм изге хистәреңде ҡушып бешергән аштарыңды кемдәр генә ауыҙ итмәне. Бөхтә, өҫтөнә туҙан ҡундырмай оҫта итеп ойошторған зауыҡлы йәшәйешебеҙҙе, көткән донъябыҙҙы күреп хайран ҡалғандар әҙ булманы бит. Шуға ла тупһабыҙ рәхмәтле, - тип, тарамыш ҡулдарымды һөйөргә иткәйне, әммә ҡулдары тыңламаны зиһенгенәһен. Әжәл яҡынайыуын һиҙепмелер, сыҡмаған йәнендә энә осондай ғына ҡалған көсөн йыйып, һуңғы һүҙен әйтте: “ Төпсөк улыбыҙ ырыҫлы нигеҙебеҙҙе етемһерәтмәһен, ташламаһын, һәр саҡ төҙөк тотһон, бәхет юрамай ул ҡаралмаған нигеҙ…
Сараһыҙлыҡтан иңрәмәй саҡ – саҡ түҙеп торам, ярай әле күҙҙә йәш кипкән. Быуындарым ҡалтырай, йөрәгем туҡтар төҫлө. Диккәт менән тыңлайым, тыңлаған һайын ғәжәпләнәм. Бәхилләшкәндә һәр һүҙе зиһенемә яҡты нур булып урала. Һөйөшөп, яратышып ҡауышҡайныҡ. Нығыраҡ мин яраттым, ахырыһы. Хатта ошо минуттарҙа ла уның йәне миндә кеүек. Икебеҙҙең уртаҡ бер йәнебеҙ бына – бына беҙҙе әллә ҡайҙарға, йыһан киңлегенә алып осор, һәм беҙ парлашып ер йөҙөнән юғалырбыҙ һымаҡ. Заманында хәләлем күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял ине. Бына бит, ел – дауылдарға ҡаршы тора алмай бирешкән ҡая кеүек, аҙ ғына ваҡыт арауы- ғында гөрһөлдәмәй ҙә селпәрәмә килеп, тауыш тынһыҙ, күҙ алдында яйлап ыуалды ла ҡуйҙы. Ҡасандыр айбарланып, ғәйрәтләнеп төҙөгән яландай донъяһында, сәселгән юнысҡылай, күҙгә күренер – күренмәҫ булып ята. Ябынған юрғанының аҫты буп – буш. Ғүмеркәйҙәр нисек матур уҙмаһын, әжәл үткер ҡылысын ялтлата башлаһа, үкендерә икән…
Шул һуңғы һүҙҙәренән һуң бер кемде лә эргәһенә саҡырманы ла, һис берәүгә өндәшергә теләмәне лә. Иге - сиге булмаған уйҙарын үҙе менән бергә алып китте мәңгелеккә. Уны ерләгән мәлдә түшәк тартып ятып ҡуймайым тип ҡурҡтым. Кәңгерләй – тәнтерәкләй кеше ыңғайына йөрөнөм. Һуңғы юлға оҙатыу сараларын уҙғарыу – үҙе бер афәт. Аҙаҡ ҡартымдың баҡыйлыҡҡа күсеүен белмәйерәк ҡалған туған – тыумаса, тиң – тош, таныш – белештәрҙең хәлемде белешергә килеүе ауыр һынау булды. Үлем язаһы тураһындағы һөйләшеүҙәр арттыра төштө былай ҙа ауыр хәсрәтемде. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде. Әммә ләкин уның зәһәр уғы ҡаҙалмай торһон әле тереләргә.
Көндәр бер –бер артлы үтеп, килеп – китеп торған кеше таралып, яңғыҙ ҡалғас, бөтөнләй мөҙрәнем мин. Шулай бер көн бабай барҙағы кеүек аш – һыу әҙерләмәксе булдым балаларҙың эштән ҡайтыуына. Аҡылымды кәүҙәм тыңламай: һауыт – һаба ҡулымдан оса, тегенеһен тапмайым, быныһын онотам, яндырам, көйҙөрәм. Тышҡа сыҡһам, тигеҙ ерҙә абынып йығылам. Ҡулға эш бармағас, бабай бүлмәһенә инеп яттым. Серем иткәнмен әҙмелер – күпмелер. Балалар ҙа ҡайтҡан эштән. Ғүмер буйы йүгерә - атлай йөрөп эшләгән эштәремде нисәнсе көн инде башҡара алмай аҙапланам. Әйтерһең дә, миңә ҡушылған көндәлек планды үтәмәйем, ғәйеплемен. Йәнә бөгөн шәмбе – мунса яға торған көн. Әй әттәгенәһе, былай аяҡ – ҡулымды күтәрә алмай ятһам, тағы ниндәй хәлдәргә төшөрмөн, билдәһеҙ.
Килен менән тәүге көндәрҙән уҡ ярашып, татыу йәшәнек. Әсәле – ҡыҙлы кеүек. Алсаҡ эсендәге – тышында. Ваҡ мәсъәләләрме, оло ваҡиғамы, осраҡлы хәлме – икебеҙ бер фекерҙәбеҙ. Тик һуңғы ваҡыттарҙа, бабайҙың вафатынан һуң, ҡартайған да тыртайған, тигәндәй, үҙем эшкә ярамаҫ булып киткәс, өйҙәгеләрҙең тын алыштары икенсерәк, айырыуса киленем рыяраҡ. Ошоғаса ауырлығымды һалғаным юҡ балаларға. Һауығып китеүемә өмөтөм ҙур. Бер көн төнөн тәҡәтһеҙ ауырып киттем, бәхетемә күрә, киленем уянды нисектер. “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртты. Укол һалып, дарыу эсереп киттеләр. Бер нәмә белмәй йоҡлағанмын. Уянып китһәм, башым тыныс, элекке һау хәлемә ҡайтҡан һымаҡмын. Торҙом. Тамаҡ кипкән. Сәй әҙерләп эсәм, йәнәһе.
Йоҡо бүлмәһенән киленемдең: “Ҡәйнәмдең балаһы бер һин генә түгел, башҡалар ҙа ҡараһын”,- тигән таңғы асыҡ тауышы ҡолаҡҡа салынды.
-Ни һөйләйһең һин? Ошоға тиклем кем тотоп торҙо донъяны?!
-Йылдан – йыл йәшәрмәй инде, ҡартая ла баһа. Ярай әле ҡайнымды ҡарарға эшкинде.
Килен менән улымдың һөйләше өҙөлдө. Карауатынан да тормаған ейәнем тауыш бирҙе.
-Өләсәй, тәүге пар лекцияға һуңлатма мине. Аш – һыуыңды өҫтәлгә теҙә торһаң да була.
Үҙем яман өйрәттем шикелле барыһын да. Кисен иртәнге ашты әҙерләп ята торғайным һәр саҡ. Бына хәҙер үҙем йөрөйөм тертәңләп. Килен эштә эсә иртәнге сәйен. Ҡалғандары ҡапҡыланылармы берәй нәмә, юҡмы – сығып та йүгерҙеләр. Ниһайәт, саф һауаға сыҡтым. Ҡала ситендә шәхси хужалығың менән йәшәгәс, һәр нәмәгә үҙ ҡулың тейелмәгәнлеге күренеп тора. Ҡайҙа тотонһаң – шунда эш. Аҙбар – ҡура ишектәре шар асыҡ. Һөт – ҡатығы ла нисек бар, шулай ултыра.
Бөртөкләп йыйылған донъяң йәндәй йәл. Кемеңә булһа ла шулайҙыр ул, тип үҙемә үҙем һөйләйем. Тыңлаусы булһасы. Ҡапҡа келәһе келтерәне.
— Хаят инәйем һуңғы ваҡытта күренгеләмәй ҙә.
— Нихәл, иҫәнлекме, шәплекме?
— Хоҙай ҡушҡанса, әлхәм.
— Әйҙә, түрҙән үт, Сафура.
— Әстәғәфирулла, солан күтәрмәләре үҙеңдекенә оҡшамағансы – ҡаҡашып бөткән. Ҡаҙ өмәһе үткәрҙегеҙме әллә?
— Юҡсы. Ана бит, ҡаңғылдашып тора ҡошҡайҙарым. Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы. Бына ошо емде һирп тә алдарына, һыу ҡуй.
— Киленеңә ни булған?
— Унан алда улым, ейәнем бар бит әле.
— Киленеңә һүҙ тейҙермәйһең инде… Ир – ат күрмәй ул бар нәмәне. Ир – баш, ҡатын – муйын. Ғүмер буйы текә йөрөмәһен, борһон муйынын. Өс бөртөк өйлө, бөтөп барған ауылдан килдем, тимәй ул хәҙер. Алдында өлтөрәп торған ире. Балалары ҡараулы. Сығып китһә лә, килеп инһә лә – донъяһы саф – ялт. Нишләп ул һәйбәт килен булмаһын, һәр хәлдә мин түгел инде.
— Ниңә улай тиһең? Һинең дә донъяң гөл кеүек.
— Азат менән ҡауышырға йөрөгәндә, һеҙ бит ҡамасау булдығыҙ. Йәнәһе, ауылдан килгән ҡыҙ егәрлерәк, яҡшыраҡ, матурыраҡ, һыйыр һауа…
— Сафура, егерменсе быуатта булған хәлде оноторға күптән ваҡыт.
— Мин түгел, әсәйем онотмай әле беренсе мөхәббәтен. Егете менән икеһе ҡалаға тимер юлын һуҙыуҙа ҡатнашҡандар. Тәүге поезд килеү менән өйләнешергә вәғәҙәләшкәндәр. Йәнәһе, ике байрам бер юлы. Тарихи поезд ГПТУ – ға вагон –вагон ҡыҙҙар тейәп килгән. Араларында кемдәр генә булмаған, әлбиттә, негрҙан башҡаһы: сыуашмы, маримы, сирмешме – тағы әллә кемдәр. Әсәйемдең мөхәббәт ҡошо осҡан шулар яғына. Юҡҡа һөйләмәнем күптәнге ваҡиғаны. Әсәйемдең яҙмышын ҡабатланым мин. Бында һеҙҙең ғәйеп юҡ. Тик былай ғына һүҙ ыңғайында.
— Ни булһа ла булды инде, былтыр ҡыҫҡанға быйыл илашмайыҡ. Атта ла, тәртәлә лә булғандыр.
— Инәй мунсамды томалап килдем. Әсәйем дә килгән, ваннаны өнәмәй бит ул. Ҡайын миндеге менән икегеҙҙе лә сабындырырмын. Бал, май менән һылармын. Ҡыҙҙар һымаҡ осорта баҫып ҡайтып инерһең өйөңә. Шәфкәт туташы бит мин.
— Иҫ тигән нәмәм булмағас, онотҡанмын.
— Ҡайҙа инде мине иҫләргә.
— Күтәрмәнән дә ары китә алмай торам. Рәхмәт мине ҡайғыртҡаның өсөн.
— Һауыҡҡас әйтерһең рәхмәтеңде. Өс өй аша ергә ни. Мине эҙләп улым килеп еткән, үҙе рүлдә. Йәтеш булды. Әйҙә - әйҙә, өсөбөҙ бер кешеләй булмаһаҡ, оят .
Ай – вайыма ҡуймай алып ҡайтып китте мине Сафура үҙҙәренә. Кеше таяныр, ышыҡланыр кешеһе булғанда көслө. Мунса төшөп, үлән сәйҙәре менән һыйланыу быуындарыма һығылмалыҡ, күҙемә яҡтылыҡ, башыма асыҡлыҡ индергәндәй итте. Мине өйөмә тиклем оҙата килгән Сафура: “Элекке матур хәлеңә ҡайтың, Хаят инәй. Күҙ теймәһен”,- тине.
— Ғүмер буйы йүгерә – атлай йәшәнем. Бабайҙан ҡалғас, аяҡтарға әллә ни булды. Ҡулдың да көсө самалы. Аяғыма баҫтырҙың, ҡулыңдан һөйөн, рәхмәт.
— Һеҙҙең ҡапҡа төбөнә әсәйемдең йәшлектәге “Сирмеш” – нең джип машинаһы туҡталған.
Мин ҡурҡып киттем. Шөбһәләндем. Имен – һау ғына булһын йәнкиҫәкәйҙәрем. Беҙ өйгә килеп ингәс, ҡара һөрөм баҫты киленкәйемдең йөҙөн. “Больницаға – маҙар һалып ҡуйҙылармы, тип хәүефләнһәк, ҡәйнәмдең үҙ врачы бар икән дә баһа, - тип шелтәләгәндәй итте лә, артынса хәйләкәр йылмайып, тауышын йомшарта төштө: “Малды һатып алыусы табылды. Алыусыһы барында малды һатып ҡалайыҡ. Бөтә урамға яр һалдырып баҡырттырып торғансы” , - тип эсендәге ҡыуанысын йәшерә алмай, шулай дауам итте ул артабан.
— Кем һата?.. Мал һатыу тураһында уйлаған юҡ.
— Икебеҙ ҙә һыйыр һауа алмайбыҙ. Эш итергә кәрәк бит малдың ағын.
Мин һүҙһеҙ ҡалдым, улай ғына ла түгел, хатта ебеп төштөм.
Көс – хәлемде йыйып һорай ҡуйҙымҙ.
— Азат нимә тиер?
— Ул ҡаршы тороп ҡайҙа барһын. Ейәнеңдең уҡыуына ла түләрлек аҡса кәрәк. Аҡса түләмәйенсә имтиханға индермәй ыҙалаталар ҙа.
Шул саҡ һүҙһеҙ ултырған “Сирмеш”:”Йә, һатаһығыҙмы, юҡмы? Сауҙалашайыҡ та, аҡсаны ташлайым өҫтәлгә. Үҙемдеке итеп алып сығып та китәм малдарҙы. Шуның менән вәссәләм…” – тип сабырһыҙланды.
— Бабайым бесәнен дә тейешенсә эшләп киткән. Ҡайһылай булһа ла һауырмын үҙем. – Сафураға әйләнеп: “Зинһар ярҙам ит. Мал ҡараған мәлдә килерһең: иртәле – кисле. Азатым Себер һынлы ерҙән ҡасан ҡайта әле ул. Уртаҡ булыр ағы”, - тип, ялбарыулы ҡараш ташланым.
Ялан – йолан ҡаранған киленемдең күҙҙәре ҡырыҫ, һалҡын ине. Элегерәк күҙем бәйле булғандыр, ахрыһы. Шулай булмаһа, маҡтаулы киленемде бөгөн танымай торор инемме? Юҡтыр. Шул саҡ ейәнем уҡыуҙан ҡайтып инде лә:
— Ура, өйөбөҙҙөң ҡото һауыҡҡан, - тип һөрән һалды.
— Юҡ әле, улым, хәлем мөшкөлөрәк. Һин дә имтихандарыңды бирә алмай йөрөйһөң икән.
— Нисек? Аңламайым.
— Атайың уҡыуыңа аҡса түләмәгән түгелме?
— Беҙҙең тоҡомдағы ирҙәр типһә – тимер, баҫһа баҡыр иретерлек. Ундайҙар үтескә, кредиткә йәшәмәйҙәр, ти атайым. Ул алдан уҡ бер –нисә йылдыҡын бергә түләп ҡуйған. Минең атай донъя йөҙөндә берәү. Өләсәй, ниңә улай тиһең ул?” – тип тәтелдәне ейәнем.
Ниңәлер уйҙарым буталды. Киленем өнһөҙ ҡалды, әммә, уйланып торғандан һуң: “Түләһә яңы түләгәндер...” – тип ҡуйҙы.
Азатым эшсән булып үҫте. Атаһын да, мине лә берҙәй үк тыңланы. Һүҙебеҙҙе йыҡҡанын һис хәтерләмәйем. Ошоғаса киленемә тел – теш тейгәне юҡ. Ҡартым: “Бер тапҡыр Азатты тыңлаттың - шул еткән. Артабан ҡыҫылма, йәшәһендәр үҙҙәренсә. Тормош үҙе өйрәтер, донъя аҡылы киңерәк һәм тәрәнерәк” – тиер ине яйы сыҡҡан һайын. Етмеш ете йыл оҙонлоғондағы ғүмер ептәрен тағатып уйланһам, йәшәгәнмен икән бабайым өсөн аҫыл биҙәк миҫалында. Әйтерһең, кисә генә түребеҙ йән рәхәте – тәхет, нигеҙебеҙ бәхет ине…
Үҙ уйҙарым менән мауығып ултырып, Азатымдың үҙ бүлмәһенә инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Килен менән ҡайһылай күтәренке кәйефтә берсә өй яңғыратып көлөшәләр, берсә тынып ҡалалар. Шул һиҙелә: киленем тырышып – тырышып нимәлер аңлата. Азаттың тауышы һанда – һаяҡ сығып ҡала.
Һағынышҡандарҙыр бер – береһен.
Эңер төшөр алдынан ихатаға сыҡһам, “Сирмеш” һыйырымдың мөгөҙөн арҡанлап бәйләп маташа. Мин, иҫәр кеше һымаҡ, уның арҡанына йәбештем. Азат улым йүгереп килде:
— Әсәй, был ни эшләүең, һиңә еңеллек булһын өсөн тырышам бит мин,”- тип өндәште ул, ҡото осоп.
— Малдан ҡотолғоң килгәс, әйҙә, һинеңсә булһын, тик уларҙы Сафураға һатайыҡ. Ул мал йәнле.
— Ҡәйнәм ҡыҙыҡ ҡына инде, кем алһа ла ярамағанмы. Аҡсаһын бирһәләр булды. Сафуралар ҡайҙан алһын аҡсаны? – тип киленем ҡыҫылды шул саҡ. Мин дә оҙаҡ уйлап торманым:
— Әҡсән Себерҙә эшләй. Сафура ла берҙе өс итергә әҙер…
Мал һатыу тураһындағы тәүге етди һөйләшеү ошолайыраҡ тамамланды.
Беленер – беленмәҫ йәйге таң һыҙыла. Тәҙрә төбөндә үҫкән муйылдарға бер – бер артлы сыр – сыу булып ҡунған ҡоштар тыуаһы көндөң ҡояшлы, йәмле буласағына ишаралай. Күңелемде әрнеткәне шул: бер туҡтауһыҙ һыйырым баҡыра. Ҡулымда көсөм булһа, шыуышып барып һауыр инем дә бит. Йәш саҡта йоҡонан туйған мәлдәр була микән? Бигерәк тә таңғы йоҡо тәмле. Киленем дә йәш түгел: ул ҡырҡты уҙған. Үлеп йоҡлап ята микән ни? Һуҡырҙың теләгәне - ике күҙ, тигәндәй: “Инәй, биҙрәләрең ҡайҙа?” – тигән тауыш ишетелде соландың тышҡы яғынан. Мин ятҡан килеш: “Синдектә, синдектә”, - тип ҡысҡырам, ләкин тауышым сыҡмаған һымаҡ. Тора алмай аҙапланам үҙем. Мин иллә – аллаға тороп баҫҡанда, һыйырҙы ғөбөрләтеп һауып ултыра ине инде Сафура. Йорт – ҡурамды йәлләүҙән йәшкә тулды күңелем. Сафура: “Инәй, ирем, Әҡсән, Себерҙә - вахтала, уның менән кәңәшләшмәйенсә һатып ала алмайым малдарыңды. Теүәл бер айҙан һуң ҡайта, ә былай ҡарашырмын”, - тине. Шул саҡ киленем, ҡатаһын ҡарп – ҡорп һөйрәп, туҙған сәсен төҙәтә – төҙәтә, ихатанан сығып барған Сафураны ҡыуып етеп, әрләшергә кереште. “Йәшлегеңдә ярай алмағаныңды, хәҙер килештерә алмаҫһың” фәлән дә төгән…” Урам тышында килендең ҡулын болғай – болғай артабан ни һөйләшкәндәрен ишетмәнем. Ә шулай ҙа: “Һыйырҙы һиңә һатмайбыҙ”, - тигәне ҡолағыма ап – асыҡ салынды. Был ни ғәжәп, тормош арбаһын бер төптән тарта инек тә баһа. Донъябыҙҙың ҡотон ҡартым үҙе менән алып китте микән әллә? Улай тиһәң, донъяһын ҡыҙғанманы балаларынан.
Киске сәй мәлендә киленем башын түбән эйеп, шымтайып һәр беребеҙгә сәй яһаны. Айырыуса миңә йүнәлтте иғтибарын. Әле тегенеһен, әле быныһын эргәмә өйөп: “Ауыҙ ит, кәйнәм, Себер күстәнәсенән”, - тип сутылданы.
— Әсәй, Сирмештәргә һатайыҡ малды бесәне менән, хаҡын да арттырып түләмәкселәр, - тип етди һүҙ ҡатты улым.
— Әсе булһаң төкөрөрҙәр, тәмле булһаң, йоторҙар, тигәндәй, өҙөп кенә әйтә алмайым. Ҡайтһын әле Сафураның ире Себерҙән. — Килен, ҡулындағы сынаяғын сайпылдыра – сайпылдыра, сәйен саҡ түкмәй ултыртты батмусҡа. Түңәрәк матур йөҙө аҡлы – ҡыҙыллы тимгелдәр менән ҡапланды.
Улым:
— Әҡсәнде вахтала мин алмаштырам бит. Уның ҡайтыуын көтһәк, бик оҙаҡ. Сафураның донъяһы ҙур. Бүлгеләнә алмаҫ ике яҡҡа, - тине.
— Кем – кем, ул өлгөрә. Малымдың тоҡомон илле йыл үрсетәм, шуға ла йәнем кеүек күрәм. Тик Әксән аҡса эшләп ҡайтһын. Минең өсөн көнөнә ике тапҡыр Сафура менән аралашыу – күңелемә дауа. Һөйләһә – һүҙе, эшләһә – эше ырамлы. Малдарым бөтөнләйгә Сафураға эйәләште: ҡойроғон да һелтәмәй. Мал да аңлайҙыр үҙ хәлен.
Ниһайәт, Сафураның ире Себерҙән аҡса эшләп, имен – аман әйләнеп ҡайтты, ә Азатым уның урынына вахтаға юлланды. Балалар итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә , көйҙөрә, тигәндәре бермә – бер раҫтыр. Бына хәҙер һәр береһенең үҙ юлы, үҙ маҡсаты, үҙ ғәме.
Ейәнем Хамматтың донъяға килеүенең тәүге минуттарынан алып һыу индерҙем, доғалар уҡып, аҡ биләүгә һалып, үҙем биләнем. Элек – электән кемде һөйләһәм йәки уйлаһам, шул күренә торған. Хаммат ҡайтып инде.
— Тәмле, яңы бешкән икмәк еҫтәре таралған өйгә. Өләсәй, һин булмаһаң, ни эшләр инем икән был донъяла?
- Ҡуй, улай тимә. Мин инде оло, бөгөн бармын, иртәгә – юҡ. Һинең иң яҡын кешеләрең – әсәйең менән атайың. Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тигәнде һис бер ҡасан да онотма, улым.
- Минең әсәй, атай өйҙә булмаһа, - көтөп алынған ҡунаҡ... Ейәнем үҙен ныҡ яратҡанымды һүҙһеҙ ҙә тоя, ахрыһы. Шуға ла күргән – белгәнен, оҡшаған – оҡшамағанын түкмәй – сәсмәй һөйләй торған ғәҙәте бар. Һәр ваҡыт түгел, әлбиттә. Бер көндө һис уйламағанда шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр ысҡындырмаһынмы:
- Өләсәй, беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәнде ишеткәнең бармы?
- Мин ишетмәгәс, уны кем ишетергә тейеш һуң?
- Әсәйем, эшкә китһә лә, ҡайтһа ла, һәр ваҡыт таксиҙә елдерә.
- Ҡала ситендә йәшәгәс. Уның ни ғәйебе?
- Атайым Себергә юлланыуы була, әсәйем Әҡсән ағайҙың иномаркаһында үҙенекендәй күреп ултырып йөрөй.
- Улар элек – электән яҡшы таныштар ҙа.- Эй, өләсәй, әлеге йәшеңәсә, бер ҡатлы бала һымаҡ, кем нимә әйтә шуға ышанаһың. Быны аңлауы — еңел һәм ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс. Ишетәһеңме, өләсәй…
Элегерәк Сафураның әсәһенән ишеткәнем бар ине: “Киленең йәш сағында башта Әҡсән менән йөрөнө, һуңынан Азаттың башын әйләндерҙе ләһә”, - тигәнен ҡолағыма элмәгәйнем. Үҙемдең дә Азат менән Сафураның бергә булмауына ҡыҫылышым булғас, иғтибар бирмәнем уның һүҙҙәренә. Уйлаһаң, уй ысынға әйләнә икән. Сәғәте, минуты менән Әҡсәндең өр – яңы еңел машинаһы беҙҙең ҡапҡа төбөнә туҡтамаһынмы! Киленем йүгерә – атлай өйгә килеп инде лә:
—Төшкө ашҡа бер сәғәт ваҡыт бирелә. Һис бер нәмәгә өлгөрөп булмай, - тип һөйләнә – һөйләнә, залдағы көҙгө алдына баҫты. Ҡояш яҡтыһында күҙҙең яуын алырҙай нур балҡытҡан зиннәтле ташлы алҡа, шундай уҡ балдаҡ кейеп, ҡәнәғәтлелек тойғоһонан көҙгө алдында бер – ике зыр өйөрөлөп алды.
— Такси яллап бер аҙ ҡапҡылап китергә ҡайттым, - тип өҫтәп тә ҡуйҙы. – Бөгөн етәксебеҙҙең юбилейын билдәләйбеҙ, - тине, һуңлабыраҡ ҡайтыуын аңлатҡандай.
Осрашыуға йөрәкһеп, ашҡынған еткән ҡыҙ кеүек сығып йүгерҙе. Ауыҙын асып ябырға онотҡан кеше һымаҡ, ни уйларға белмәй тороп ҡалдым. Төҫ тиһәң төҫ, һын тиһәң һын, аҡыл тиһәң аҡыл, типһә тимер өҙөрҙәй Азатты һанға һуҡмай йөрөүеме икән ни был? Әгәр мин уйлағанса булһа, ояты ни тора! Тоҡомда булмаған хәл. Юҡтыр, юҡтыр, ҡайһылай ҙа йүнһеҙ уйҙар ағыла ҡарт башымдан.
Иртә менән Сафура һыйыр һауырға тағы килде. Йоҡоһо туймаған, күҙҙәре ҡып – ҡыҙыл. Күҙгә карап һөйләшмәй. Элекке һымаҡ кәйефте күтәрерлек хәбәрҙәр ҙә һөйләмәй. Ҡаршымда бөтөнләй башҡа зат. Күренеп тора: күңеле ғауғалы. Шулай булһа ла, әкрен генә һүҙ ҡаттым:
— Сафура, бер аҙ көтөп тор. Һөттө айыртып, иртәнге ҡаймаҡты биреп ҡайтарам. Ирең ҡайтҡан икән, төрлөләндерерһең өҫтәлеңде.
— Юҡ, бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй, һеҙгә ярҙам булһын өсөн ваҡытлыса ғына йөрөйөм бит мин. Уны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ ҙә инде.
Эшен ашыҡ – бошоҡ бөтөрҙө лә, ҡайҙалыр һуңлағандай, ҡабаланып сығып йүгерҙе. Әй, әттәгенәһе, малды ҡасан алаһығыҙ, тип әйтергә өлгөрмәй ҡалдым. Борсолам, икеләнәм, әлеге лә баяғы теге уйҙарым бирмәй тынғылыҡ. Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тигәндәй, ейәнемә лә йәнем көйҙө.
Ана, Хамматым бүлмәһенән атылып килеп сыҡты. Трюмола ятҡан хаҡтар күрһәтелгән кескәй ҡағыҙ киҫәктәрен тотоп:
— Бындай аҡсаны эшләр өсөн бер тонна тир түгеү аҙ. Бриллиантлы алтын алҡа – алтмыш мең, бриллиантлы алтын балдаҡ – илле өс мең һум. Ҡабаланып йөрөгәнендә алтындарының хаҡтары тырым – тырағай көҙгө эргәһендә сәселеп ятып ҡалған. Бындай әйберҙе һатып алырлыҡ аҡсаны ҡайҙан алған икән беҙҙең әсәй? – тип һөйләнә.
— Улым, яңылышаһыңдыр, ундай хаҡ булмай. Атайың алып биргәндер, - тим.
— Юҡ, атайым әсәйемә бик киммәтле шәшке туны алып биреп китте. Ул да йөҙ мең һум тора. Ундай зиннәтле әйбергә төрөнгән әсәй ниңә өйҙә торһон да, ниңә өйҙә йоҡлаһын?
Килендең бүлмәһенә яңылыш та ингәнем юҡ. Ике ҡатлы йортта кемдең ҡайҙа йөрөгәне беленмәй шул. Тормошомдағы һәр миҙгелде, һәр хәл – ваҡиғаны күңел иләгенән үткәреп, уландарымды күҙ алдына баҫтырам: Алмасым – Мәскәүҙә, Булатым – Өфөлә. Уларға бәләкәй ҡала төҫ түгел хәҙер. Ҙур уҡыуҙы тамамланылар. Инде хәҙер үҙҙәренең ейәндәре бар. Бер ҡыйыш хәбәрҙәрен ишетмәнем. Бәлки, алыҫта йәшәүҙәре яҡшыраҡтыр. Барыһы өсөн нисек түҙәлер бер йөрәк?
Көн кискә һарыҡты, тау артына тәгәрәгән ҡояш һуңғы нурҙарын сәсә. Тағы ниҙәр килтерер икән уҙып барған көн – билдәһеҙ. Күңел шулай нимәлер һиҙә. Бөгөнгө йәшем юғарылығынан фекер йөрөткәндә, яҙмышыма үпкәләргә хаҡым юҡ. Тик кеше ишетмәҫлек хәбәр йөрәгемде әрнетте, күпте күргән күҙем күрә ҡарауға әйләнде, йәғни күҙҙәрем, ҡараһа ла, күрмәй. Күпте кисергән күңелем, әйтерһең дә, минеке түгел. Бер уйлаһаң, ғәжәп. Әле лә моң тулышҡан мөлдөр- әмә һағышлы күҙҙәрҙең миңә төбәлгәнен шәйләмәйем дә. Дөрөҫөрәге, күрмә- йем, танымайым. Мин уны тәүге тапҡыр күрәм кеүек...
- Атаҡ – атаҡ, Сафура, ниңә өндәшмәйһең? – тием. Сараһыҙлыҡтан меҫкен хәленә төшкән Сафурам:
- Ниндәй ғонаһтарым өсөн донъя миңә һырты менән тора икән? Йәнем минең мәңге яралы, - тип үкһеп – үкһеп илап ебәрҙе. Күпме илаһа ла, тыныслана алманы. Тышҡа сығып битен һалҡын һыу менән йыуып инде лә:
- Ирем менән киленең юл фажиғаһына эләккәндәр. Әле улар дауаханала. Ирле – ҡатынлы икәндәр тип, икеһен бер бүлмәгә һалып ҡуйғандар. Инде хәҙер белмәмеш тә күрмәмеш булып йөрөй алмаҫһың, Хаят инәй. Йөрәгем алҡымыма килеп тығылһа ла, һорай ҡуйҙым:
— Имендәрме, иҫәндәрме?
— Хәлдәре бик ауыр. Эргәләренә бер кемде лә индермәйҙәр.
— Эй әттәгенәһе, һау ғына булһындар. Үҙ балаларын үҙҙәре ҡарап үҫтерһендәр.
Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй икәнен бик яҡшы беләм мин. Тик үлемдән оят көслө. Кемдеке – шуныҡы. Ҡайҙа ла хәбәр тиҙ тарала. Етмәһә, килен – ҙур түрәнең секретаршаһы. Шул етәксенең белеше аша Себергә эшкә урынлаштыр- ғайны ул йылдар буйы эшһеҙлектән йонсоған Азат менән Әксәнде. Хеҙмәт хаҡы алып, кешесә йәшәй генә башлағайнылар ҙә бит. Уңдың да тиҫкәреһе була, тигәндәй, тарттылар бит кирегә. Бер ус ҡылғандан кәбән өйөргә әҙер булған әрһеҙҙәрҙең береһе Себергә Азатыма хәбәр итеп өлгөргән инде. Төн уртаһы. Күңелдәге ут – ғәрәсәте бөтә булмышымды ялмап алған. Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк бындай хәлдә. Тәҙрәләрҙән таң һарыһы ағыла. Нисек ойоп киткәнмен – белмәйем… Ул хәтлем оҙаҡ та серем итмәнем, ә шулай ҙа асыҡ һәм аныҡ төш күреп, һиҫкәнеп уянып киттем. Имеш, ҡартым иҫән… Кескәй генә улыбыҙҙы, Азатын, алтын нигеҙ ташым минең, тип яратып һөйә. “Ҡасан кәләш алаһың?” – тип яратҡан була үҙен. Уныһы: “Бөгөн, хәҙер”, — тип яуаплай. “Кемде?” — “Сафураны”, — тигән була.
Ҡартым өндәшмәй, әммә мин уның ни әйткәнен күңелем менән тоям. “Сафураның сәсен аҡ таҫмалап икенән үр, иң матуры булып йөрөһөн балалар баҡсаһында” – ти ул. Ап — аҡ кейемен баштан – аяҡ ҡулдары менән һыпырып төшөрә шунан. Кәфендең кеҫәһе юҡ, “ҡыҙғанма донъяны” тип аңғартыуы булғандыр, бәлки. Артабан ҡылаһын ҡылып йөрөгән әлеге киленемдең тәүге тапҡыр йортобоҙға килеп ингән мәле пәйҙә булды. Ҡурсаҡтай матур, елбәҙәк ҡыҙ, әлегә торор ерем дә, һөнәрем дә, эшем дә юҡ, тип йәлләтеүеме, әллә ылыҡтырғыс төҫ – башы, буй — һыны әсир итте инде беҙҙе. Уны сит – ят күҙҙәрҙән ҡурсалап, күрше әбейгә фатирға индергәйнек. Төш тиһәң, төш тә хәтәр икән. Киленем беҙҙеке түгел, ә күршеләрҙеке, имеш. Уянып киттем дә, тәрән уйға ҡалдым: төш түгелдер, өндөр, өндөр был…

Читайте нас в