Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Август 2020, 22:10

Саҡырылмаған ҡунаҡ

Динә сиратлап икеһен дә ҡосаҡлап үпһә, Ғүмәр Рәсимәне ҡосаҡлай ҙа, үбә лә алманы. Юҡ! Һөйгәненең янында торған иренән тартыныу ҙа, ҡурҡыу ҙа түгел ине был.

Мәүлит Кәрими
Шәмбе. Никах йорто алдындағы майҙан сағыу төҫтәге таҫмалар, шарҙар эленгән машиналар менән тулы. Яҙылышаһы парҙар ултырған алдағы машиналарҙың ҡыйығындамы, бамперындамы төрлө-төрлө ҡыҙ ҡурсаҡтары ҡунаҡлаған. Сентябрь айы һалҡынса булһа ла, ап-аҡ туй күлдәгендә, матур итеп биҙәнгән кәләштәр үҙҙәре шул ҡурсаҡ кеүектәр.

Никах йорто алдына текә генә, сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Унан ҡулына рауза сәскәләренән ҙур гөлләмә тотҡан мыҡты кәүҙәле егет сыҡты ла, ҡапыл да ҡайҙа атларға, кем янына барырға белмәй аптырап ҡалды.

- Һаумыһығыҙ! Дуҫымдың туйына килгәйнем, бында унан башҡа бер танышым да юҡ, үҙе күренмәй, әллә кергәндәр ҙә инде?! – егет ситтә тәмәке быҫҡытҡан бер иргә өндәште, - һеҙ Рәсимәне белмәйһегеҙме?

- Сәләм, ҡустым! Рәсимәне? Юҡ, белмәйем! Шылтырат һуң үҙенә!

- Әй, ҡабаланып, телефонымды онотоп киткәнмен, - Ғүмәр үкенесле итеп йөҙөн сирҙы, - алыҫтан киләм, ярты юлда иҫләнем дә ул, шуның өсөн кире боролоп булмай бит инде...

- Дуҫың бик шәп күрәһең, туйына йыраҡтан килгәс. Кейәүе менән бергәләп саҡырҙылармы? – ир шуҡ йылмайҙы.

- Саҡырманылар шул... Бергәләп тә, айырым да. Балалыҡ дуҫым ул - Рәсимә. Бергә үҫтек, бергә уҡыныҡ... – Ғүмәр тынып ҡалды. Ҡасандыр Рәсимә менән араларында булған мөхәббәт тураһында был таныш түгел кешегә барыһын да һөйләп тормаҫ бит инде.

- Аңлашыла, - тине ир, тәмәкеһен тәрән һурып.

Иргә нимә аңлашылғандыр, Ғүмәр төпсөнмәне. Эйе, Рәсимә уны туйына саҡырмағайны, әлбиттә. Нисәмә йыл үткәс, улар бынан бер ай элек кенә интернет аша ҡабаттан табышып, хәбәр алыша башлағайнылар. Кейәүгә сығып туйы булырын да йәшермәне Рәсимә. Нимәһен йәшерергә?! Ғүмәр үҙе ғәйепле. Әрмегә китте лә юғалды. Ун йылға юғалды! Һөйгәненең хеҙмәт итеп ҡайтыуын тоғро көткән Рәсимә менән Ғүмәр бер йылға яҡын ғына хат алыштылар ҙа бәйләнеш ҡырҡа өҙөлдө...

- Ана, кемдәрҙер сыға хәҙер. Бәлки һинекеләрҙер?! Яҡыныраҡ бар! – ир никах йорто ишеге алдына йыйылыша башлаған халыҡҡа ымланы.

Ғүмәр шунда табан атланы. Кемдер кешеләрҙе ике яҡҡа бүлеп тере коридор яһай. Барыһының да иғтибары ишектә. Унда ап-аҡ күбәләктәй, туй күлдәгенең киң итәктәрен бармаҡ остары менән генә семтеп тотҡан кәләш күренде. Артынса тәпәшерәк кәүҙәле кейәүе лә күҙгә салынды.

Рәсимә! Ғүмәр саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Ҡасандыр тормошон унан башҡа күҙ алдына ла килтермәгән һөйгәне бер-нисә аҙымда ғына. Тик улар бар донъяларын онотоп, шашып бер-береһенә ташланмаясаҡтар. Һөйгәне туй күлдәгендә, икенсе менән...

Икенсе менән... Туҡта-туҡта! Ғүмәргә был ҡаҡса, тәпәш буйлы кейәү егете таныш күренде. “Егете” тип, урта йәштәрҙәге ир, Кавказ халҡына оҡшаған. Парҙар ҙа түгел бит әле. Сибәр, һомғол буйлы Рәсимә һәм был: тәпәш, йәшкә лә оло, үҙебеҙҙең башҡорт та түгел... Ярай – пеләш түгел!..

Нимә, түгел дә түгел... Рәсимәнең янында ла һин - Ғүмәр түгел бит! Ә барыбер шул ир. Яратамы икән ней шуны Рәсимә?.. Тапҡан!

Ҡунаҡтарҙан яһалған тере коридорҙың осонда торған Ғүмәрҙе Рәсимә күрмәгәйне әле. Бына кейәүе уны күтәреп алды. Уф, баҫҡыстан төшкәндә кәләшенең оҙон күлдәгенә буталып, ҡолата инде Рәсимәне...

Ҡолатманы... Ҡолатһа ла шәп булыр ине, тип уйланы Ғүмәр. Бар халыҡ алдында көлкөгә ҡалыр ине исмаһам.

Бына бәхетле пар рәттәр янынан уҙа. Уларға ҡунаҡтар ике яҡтан сәскә, кәнфит кеүек тәмлекәстәр, ыуаҡ аҡса яуҙыра. Ғүмәрҙең бар иғтибары, һаман да кейәүенең ҡосағынан төшмәгән Рәсимәлә. Ул һөйгәненең күҙҙәрендә бәхет сатҡылары бармы-юҡмы икәнлеген абайларға тырышты. Рәсимә ипле генә, уңайһыҙланыбыраҡ йылмайһа ла, уның ҡарашы һағышлы ине.

Осҡа етәрәк Рәсимә Ғүмәрҙе күрҙе лә, кейәүенең әле уны ҡулдарынан төшөрөргә теләге юҡлығына ҡарамай, ергә баҫты. Ошо ваҡыт, көтөлмәгән осрашыуҙан, егет ҡыҙҙың моңһоу күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабыныуын шәйләне. Мине ҡапыл, уйламағанда тап итеүенән ҡаушап ҡалманы – шатланды ғына, барыбер көткән, тип һөйөндө Ғүмәр.

Кейәү менән кәләште ҡотлай башланылар. Ҡунаҡтар улар менән күмәкләп тә, берәм-берәм дә фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Ғүмәр ҡулында тотҡан сәскә гөлләмәһен бүләк итергә уңайһыҙланып артына йәшерҙе.

- Беҙҙән ҡалма! – тип шыбырланы Рәсимә Ғүмәргә, уның янынан үҙып, машиналарына ултырырға йүнәлгәндә.

Әллә ни күп булмаһа ла, тик ҡиммәтле сит ил машиналарынан ғына торған туй кортежы, күкле-йәшелле сигналдарын ҡысҡыртып, никах йортонан ҡуҙғалып китте.

Машиналар урамдарҙа светофорҙарҙың ҡыҙыл утына туҡтаған ерҙә туҡтап, туҡтамаған ерҙә сигналдар биреп, барыһы ла үтеп ҡалырға ашыҡты. Ғүмәр ҙә, таныш түгел ҡалала үҙенән алдағы машинаны күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырышып, улар ыңғайына юл ҡағиҙәләрен боҙорға мәжбүр булды. Үҙенең уйынан нисәмә йыл күрмәгән Рәсимә сыҡмаһа, күҙ алдында уның кейәүе - тәпәш Кавказ кешеһе торҙо. “Ҡайҙа күрҙе һуң ул уны?.. Әлбиттә, Чечняла! Тик ҡайһы ерҙә, ниндәй осраҡта? Ул да Ғүмәргә иғтибар итте шикелле?!”

Урамдың уң яғында бер майҙанда Мәңгелек уттың ялҡындары күренде. Туй кортежы, ғәҙҙәттә, бындай иҫтәлекле урындарҙы урап уҙмай. Туҡтанылар. Ғүмәр башҡаларға эйәрмәй, машинаһында ҡалды.

Ана, Рәсимәнең кейәүе йәш кәләшенә машинанан сығырға ярҙамлаша. Рәсимә бер нисә аҙым ғына атланы ла, кемделер эҙләгәндәй, тирә-яғын байҡап алды. “Бында, бында мин! Был осрашыуҙың аҙағы нимә менән тамамланһа ла һине ташлап китмәйәсәкмен!..”

Мәңгелек утҡа сәскәләр һалып, фотоға төшөп, барыһы ла ҡабаттан ҡуҙғалыр алдынан, Ғүмәр машинаһынан сыҡты. Ҡыҙ уны шунда уҡ күреп, йылмайып ҡуйҙы. Был минутта Ғүмәргә Рәсимәнең кейәүе лә иғтибар итте. Уныһының, киреһенсә, сырайы һытылды һәм машинаһына инеп юғалғансы Ғүмәрҙән ҡарашын алманы...

“Был тиккә түгел! Күрәһең ниҙер һиҙенә, ниҙер белә был кейәү. Бик таныш, үҙе һалҡын, арҡа мейеләрен зымбырлатырлыҡ ҡараш. Нисегерәк осраштыҡ һуң - иҫләй ҙә алмайым, хыт үлтер!” тип уйланы Ғүмәр. Күп булды шул унда дошманы ла дошман түгеле лә...

Ҡала урамдары артта ҡалды. Тәбиғәттең һары, ҡыҙғылт буяуҙарға мансылған сағы. Машиналар юлға ҡойолған ҡоро ағас япраҡтарын туҙҙырып алға елдерҙе. Юл буйынса, ҡышҡы буранда юлға ҡар һалмаһын тиепме, ултыртылған бейек тирәк ағастары рәте. Йыраҡтараҡ инде тәпәш ағастарҙан торған урман күренгеләп ҡала. Һәр ер үҙенсә гүзәл, үҙенсә матур, ә беҙҙең таулы, йөҙйәшәр ылыҫлы, һомғол ап-аҡ ҡайынлы урмандарыбыҙ тағы ла гүзәлерәк, тағы ла матурыраҡ, тип сағыштырҙы Ғүмәр.

Ниһайәт, ун биш-егерме минут самаһы елдергәс, туй кортежы тимер юл-йөк станцияһына оҡшаған бер ҡасабаға килеп етеп, таҡтанан ваҡытлыса кәртәләп алынған ташландыҡ элеватор майҙанына инеп туҡтаны. Уртала яңы ғына ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы бина тора. Алтаҡтаһы әлегә күренмәһә лә бындай биналарҙың тәүге ҡатында, ғәҙәттә, кафе-фәлән, икенсе ҡатында ҡунаҡхана була. Арыраҡ, ярым емерек элеваторҙың тышында бик күп таҡта, ағас өйөмдәре. Унда күрәһең, ағас бысыу цехы урынлашҡандыр, тип күҙәтеп өлгөрҙө Ғүмәр. Кафенан, ауыҙына инде нисә сәғәт тағәм ризыҡ ҡапмаған Ғүмәрҙең танауын ҡытыҡлап, тәмле еҫтәр килеп бәрелде.

Машиналарынан сығып төркөм-төркөм булып һөйләшеп, көлөшөп торған ҡунаҡтар эскә инергә уйламайҙар ҙа. Тәғәйенләнгән ваҡыттары етмәгән микән ней әле һаман?! Кейәү кеше генә инеп киткәйне, уныһы ла сыҡмай... Байрамса затлы, матур-матур кейемдәрҙәге халыҡ араһында ла ап-аҡ туй күлдәгендәге Рәсимә, үҙе әллә ҡайҙан бер башҡа айырылып, йәш кенә ҡатын менән һөйләшеп тора.

Бер килгәс, ҡасып-боҫоп йөрөп булмаҫ, яндарына барайым, тип тәүәкәлләп Ғүмәр улар яғына ыңғайланы. Тик теге йәш ҡатын ҡапыл әйләнеп, үҙе Ғүмәргә табан атланы. Килеп еткәс, йылмайып, бер ни ҙә аңлап өлгөрмәгән Ғүмәрҙе ҡыйыу ғына итеп ҡултыҡлап та алды:

- Мин Рәсимәнең дуҫы - Динә булам, ә һеҙ - Ғүмәр, ивет?! – тип егетте үҙенә тартып һыйындырҙы ла ситкәрәк алып киткәс, - уның үтенесе буйынса һеҙ бөгөн минең кавалерым! Аңлашылдымы?

- Аңлашылмай буламы һуң. Рәхмәт инде ҡотҡарыуығыҙға! – Ғүмәр уңайһыҙланып ҡатындың эҫе ҡулдарынан ысҡынырға итте, үҙе Рәсимәгә ҡараны.

Рәсимә, уны тыңла, буйһон тигән кеүек, Ғүмәр генә һиҙерлек итеп башын ҡаҡты. Ә Динә үҙ роленә ихласлап тотондо:

- Рәхмәтте аҙаҡ Рәсимәгә әйтерһегеҙ! Хәҙергә әйҙәгеҙ, ҡасан ингәнсе тиклем, машинағыҙҙа ултырып торайыҡ.

Ҡыйыу күренә, тип уйланы Ғүмәр Динә тураһында.

- Нишләп улай һуңлап ҡалдың, Ғүмәр? – Динә “һин”гә үк күсеп китте.

- Йыраҡ бит. Килгәс тә сәскә магазинын саҡ таптым, унан Загсығыҙҙы...

- Мин уны әйтмәйем. Шундай ҡыҙҙы бер бабайға биреп ебәрәһеңме хәҙер, тиеүем. Үҙебеҙҙең кеше лә түгел...

- Һуңланыммы ни, Динә? Шулай килеп сыҡты бит. Кем ғәйепле – минме, Рәсимәме? Әллә тормош ғәйеплеме?! Белмәйем... – Ғүмәр тынып ҡалды.

- Ярай, танауыңды төшөрмә! Рәсимә бик аҡыллы ул. Загс йортонан сыҡҡас, нишләп ҡапыл ғына үҙгәрҙе икән тип аптыраған булам - һине осратҡан икән. Әле уның менән һөйләшкәндә лә аңланым – ярата ул һине. Һөйөүе һүрелмәгән.

- Ә нишләп уға кейәүгә сығырға булды һуң?

- Кәрәк тапһа, үҙе һөйләр барыһын да. Әйҙә, йөрәккәйем, ана, керә башланылар. Мә, тот букетыңды! – Динә ихлас йылмайып, арттан рауза гөлләмәһен ынтылып алды.

Кафеға ингәнсе тиклем һүҙгә әүәҫ Динә был хужалыҡ Рәсимәнең буласаҡ кейәүе Аликтыҡы икәнлеген дә һөйләп өлгөрҙө.

“Бай кейәүгә сыҡҡан! Тик яратышып өйләнешкәндәрме һуң?! Әлбиттә, Алигы яраталыр ҙа Рәсимәне. Ә Рәсимә? Һағыш тулы күҙҙәрендә туй шатлығы нурҙары күренмәй. Ғүмәр менән ҡараштары осрашҡанда ғына йөҙө асылып китә.

* * *

Йәшерәк саҡта баҙнат итмәү, ҡыйыулыҡ етмәү, бигерәк тә имеш-мимеш һүҙҙәргә ышанып күпме һөйөшкән йәрҙәр бер-береһен юғалта...

Рәсимә мәктәптән һуң университетҡа уҡырға инде. Уҡытыусыларының Ғүмәрҙе лә берәй юғары уҡыу йортона инер, тип фаразлауы бушҡа булды. Егет мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, ары уҡыу уның уй-хыялында ла юҡ ине. Йыл ярым ауылда төрлө эштәрҙә йөрөнө лә хәрби хеҙмәткә алынды. Ошо йыл ярым ваҡыт эсендә, бер-береһенән айырым булһалар ҙа, Ғүмәр менән Рәсимәнең араһындағы дуҫлыҡ ысын мөхәббәткә әүерелде. Ҡыҙҙың ялға, каникулға ҡайтҡан саҡтарында һағынышып осраштылар. Киткәнендә айырыла алмай ғазапландылар... Ул һағыш тулы, йылы-йылы хистәр тулы хат алышыуҙар... Рәсимә егетте Өфөгә саҡырып та ҡараны. Тик Ғүмәр оло йәштәге ата-әсәһен берүҙҙәрен ҡалдырып, ауылды ташлап сығып китергә баҙнат итмәне. Әллә, Рәсимәне нисек кенә яратһа ла, ҡыйыулығы етмәнеме...

Хәрби хеҙмәткә алынып, ярты йыл учебкала булғандан һуң Чечняға эләкте. Яраланып госпиталдә ятҡанында килде лә инде шул ҡәһәрле хәбәр: Рәсимәһе икенсе егет менән йөрөй, тигән... Кем яҙҙы һуң шул хатты Ғүмәргә? Ошо һорау егет өсөн ғүмерлек сер, сиселмәҫ төйөн булып ҡалды.

Ә Рәсимә, ысынында ла, тоғро көттө Ғүмәрҙе. Әлбиттә, сибәр ҡыҙҙың

артынан йөрөүселәр булманы түгел, булды. Күрше ауыл егете, хәрби хеҙмәткә лә яраҡһыҙ Дамир бигерәк маҙаһына тейҙе. Рәсимәнең артынан Өфөгә барып эшкә лә урынлашып ҡарағайны, ялҡаулығы арҡаһында ҡалала төпләнә алманы...

Ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән Ғүмәрҙән хаттар килеүе ҡырҡа туҡтап ҡалғас, Рәсимә үҙенә урын тапманы. Төрлө уйҙар башына килде. Тартынһа ла, Ғүмәрҙең әсәһенән белешергә булды... Тик, һөйгәненең ата-әсәһенә яҙған хаттарын күреү, уның иҫән-һау икәнлеген белеү Рәсимәнең шик-борсолоуҙарын арттырҙы ғына. Нишләп яҙмай Ғүмәр, ни булған уға? Ысын булмағанмы мөхәббәте?.. Үҙе алдағы тормошон Ғүмәрһеҙ күҙ алдына ла килтермәгәс, уны һөйөүе бар йөрәктән булғас, һалдатына ғәйбәт һүҙ еткергәндәрҙер тип уйлап та бирмәне. Әллә, киноларҙа күргәненсә, Ғүмәр зәғифләнеп, хәҙер Рәсимә миңә ҡарамаясаҡ, ваз кисәсәк тип араларын өҙөргә булдымы?! Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтһаң да яратасаҡмын, тигән ҡыйыу уйҙан да ҡурҡманы Рәсимә! Тик ҡайт ҡына, яҙ ғына бер хәбәр үҙең тураһында...

Ғүмәр хеҙмәтен тултырғас ҡайтырға ашыҡманы, бер дуҫы менән уның тыуған яғына – Себер тарафтарына юлланды... Рәсимәне оноторға тырышһа ла, булдыра алманы. Һөйгәне, тәүге һәм берҙән-бер мөхәббәте, гел уйынан сыҡманы. Үҙе нимәнелер көттө, нимәгәлер өмөтләнде.

Көндәлек тормошҡа интернет ныҡлап килеп кергәс, шуның аша Рәсимәне эҙләп тапты. Виртуаль донъяла һөйгәне менән бергә булды, бергә

йәшәне. Тик бәйләнешкә сығырға баҙнат итмәне – Рәсимәнең һаман да яңғыҙ икәнлеген белгәс, уның ғәйепле түгеллеген аңлай башлағайны ла бит...

* * *

Кафеға ингәс тә Ғүмәр Рәсимәнең әсәһен танып һаулыҡ һорашырға ынтылғайны, уны ҡултыҡлаған Динә ашығып:

- Һин нимә?! Һин бында ят кеше – бер кемде лә белмәйһең. Иҫеңдә тот! - тип, Ғүмәрҙе ысҡындырмай, үҙенә нығыраҡ тартты. Ярай әле элекке ауылдашы егеткә иғтибар итмәне, күпме ваҡыт уҙған, онотҡандыр ҙа инде.

Туй мәжлесе башланды. Ҡунаҡтарҙы бер-береһе менән таныштырыу ваҡыты ла етте. Ғүмер үҙен кем тип таныштырырҙарын белһә лә, осло ҡаҙаҡ өҫтөндә ултырғандай хис итте. Динә, иһә, үҙ роленә мөкиббән китеп бирелгәйне, хатта артығыраҡ та ҡыландыра башланы шикелле... Ултырғысын Ғүмәрҙекенә терәтеп үк ҡуйып, бар тәне менән егеткә һыйынды. Эҫе, йомшаҡ ере менән саҡ алдына менеп ултырмай. Йәш ҡатындың ошондай наҙлы яҡынлығына ниндәй ир сыҙар ине икән – билгеһеҙ. Ғүмәр тәненә, йәненә ләззәт биреүсе Динәне ҡосаҡлап алыуҙан тыйылып, бар иғтибарын Рәсимәгә йәлеп итергә тырышты...

Ҡыбырларға ла, тиерлек, ҡурҡып ултырған Ғүмәрҙең алдына Динә йә бер ризыҡты, йә икенсеһен шыуҙырып һалды. Һәр тапҡыр егеткә нығыраҡ ҡағылды... Ҡыҫҡаһы, Динәнең үҙ ролен шулай оҫта башҡарыуымы, әллә онотолоп китеүеме, нисек кенә булһа ла, Ғүмәргә Рәсимә менән күҙ ҡараштары аша аралашырға ҡамасауламаны.

Динә, әлбиттә, үҙ аңында ине. Тик шундай егет менән типтереп ҡалыу яҙыҡ эшме ни, әхирәте үҙе үк һорағас. Артығыраҡ ҡыланыуын үҙһенмәһә, янында никахлы бабайы бар - һыйынһын шуға. Егете генә ултыра бында, мәмәйгә оҡшамаһа ла, ҡаҡҡан бағаналай, тип үҙенсә фекерләне.

Ҡунаҡтарҙы таныштырыу һәм кейәү менән кәләште ҡотлау бер ыңғай барҙы. Сират Ғүмәр менән Динәгә еткәс, тамада:

- Беҙҙең матур кәләшебеҙҙең яҡын әхирәте Динә егете Ғүмәр менән. Һүҙ уларға, - тигәс, Ғүмәр: “Рәсимә исемемде тамадаға яҙҙырып та өлгөргән” тип әҙерәк тыныслана төштө.

Улар бәхетле парҙы ҡотлап, бүләктәрен тапшырырға яндарына барғас, әҙгә генә, Ғүмәр менән Рәсимәнең ҡараштары тағы тап килеште... Ғүмәрҙең күҙҙәренән: “Ҡотлауын ҡотлайым да ул һине, йәнем! Ә ары нисек?..” тигән һүҙҙәрҙе уҡырға булһа, Рәсимәнеке: “Эх, Ғүмәр, Ғүмәр! Ниңә килдең инде? Күпме йылдар буйы йөрәгемдә тик һине генә йөрөтһәм дә, һинһеҙ яҙмышыма күнә башлағайным бит инде... Нишләйек һуң?..” - тиҙәр ине...

Динә сиратлап икеһен дә ҡосаҡлап үпһә, Ғүмәр Рәсимәне ҡосаҡлай ҙа, үбә лә алманы. Юҡ! Һөйгәненең янында торған иренән тартыныу ҙа, ҡурҡыу ҙа түгел ине был. Тыйыла алмам да ошо уҡ секундта бөтә мәжлесте боҙормон, түҙемле булайым, тип уйланы Ғүмәр. Ул гөлләмәһен Рәсимәгә бүләк итте лә, әҙәп һаҡлап, Алик менән күреште.
Тағы шул баяғы һалҡын, мәкерле күҙҙәр. Ә балаларҙыҡылай бәләкәй генә усы еп-еүеш. Ғүмәр тәүҙә сирҡанып, ҡулын тартыбыраҡ ҡуйҙы ла тыйылды. Аликтыҡын нығыраҡ ҡыҫты, ҡарашын алырға ашыҡманы...
Ҡапыл онотолған һүҙҙе, тел осона килһә лә, иҫләй алмаған кеүек, Ғүмәрҙең мейеһендә Алик тураһында ла нимәлер асыла биреп, асыла биреп ҡуя ла ҡабаттан ябыла. Юҡ, хәтерләй алманы Ғүмәр Аликты. Ә тегенеһе барыһын да иҫләй, белә ине шикелле. Ҡарашы тағы ла нығыраҡ боҙланды, зәһәрләнде.
Ғүмәр әйләнде лә, Динәне көтөп тормай, урынына барып ултырҙы. Ҡағыҙ салфетка алып, әйтерһең дә тиргә түгел ә икенсе бысраҡ нәмәгә бысратҡандай, усын ышҡыны. Шунса Динә лә килеп етте:

- Ну-у-у! Ниңә ҡалдырып киттең? Килешмәй ҙә инде, - тине һуҙып.

- Нимәһе килешмәй? Миңә хәтәр күңелле ине, шунда баҫып тороуы. Ҡотланыҡ, булды! – Ғүмәрҙең кәйефе төшкәйне.
Ә туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Әле яңы ғына бик тыйнаҡ ултырған, бер-береһе менән һөйләшеп тә бармаған ҡунаҡтар хатта туғанлашып бөттө. Шау-шыу, бейеүҙәр, төрлө уйындар әҙерәк тынып, тостар менән алмашынды. Ғүмәрҙең күңелен әсендереп “әсе” ҡысҡырыуҙар йышайҙы. Динә уны инәлеп тә, көсләп тә бейеүгә төшөрөп ҡараны. Тик теләгенә ирешә алмағас, әле бер үҙе бейеүселәрҙең уртаһында бар һәләтен күрһәтә ине
Читайте нас: