Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Август 2020, 20:55

“Шоңҡар” журналының 8-се һаны донъя күрҙе

Ялған аҡса менән тотолған үҫмерҙең яҙмышы...

Ҡайһы бер райондарҙа кешене ерләгәндә гүр (ҡәбер) саҙаҡаһы бирәләр. Уға ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөй. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул саҙаҡа, хәҙистәр-дәлилдәр бармы? Гүр саҙаҡаһына күпме аҡса кәрәк һәм ул нисек бирелә? Журналдың был һанында тап ошо сетерекле һорауҙарға имам-хатиб Нәзир Сабитов яуап бирә. Йәш яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Алдаҡсы» исемле повесын да төрлө быуын кешеләре яратып уҡыр, моғайын.
Был әҫәр булған ваҡиғаға нигеҙләнгән. Повестың төп геройы —Иҙел исемле малай. Бер көндө ауыл магазинына өр-яңы аяҡ кейеме һатыуға килтерелә. Малайға был әйбер бик оҡшай, әммә алырға аҡсаһы булмай. Ахырҙа, еләк йыйып үҙенә аҡса табырға була. Хыялы тормошҡа ашты тигәндә генә, көтөлмәгәнсә һынауға дусар була – уға ялған аҡса биреп киткәндәр...
Әйткәндәй, журналдың был һаны ла файҙалы мәғлүмәттәргә, фәһемле кәңәштәргә, уҡымлы әҫәрҙәргә бай.
Читайте нас: