Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Сентябрь 2020, 17:25

Ғүмер уҙғас ҡына...

– Шул Зәмзәбилдең дикалуны ғына харап итте бит һөйөктө генә баламды, – тип көйәләнер ине ҡәйнәһе.

Таңға табан ғына йоҡлап киткәйне Зиннәт ҡарт. Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары иркен өйҙө яҡтырта. «Әллә төш еткәнсе йоҡлағанмын ул», – тип уйлап алды ҡарт. Өйҙә тып-тын.
«Фәйрүзә синнектә, ахырыһы, сепарат тауышы ишетелә. Ә-ә, бына ҡайҙан сыҡҡан тауыш. Әллә өн, әллә төш тигәне төш икән. Һуғыш мәле, имеш. Атыу тауыштары тынған. Ауылдашы, фронтташы Сәлим әллә ҡайҙан көпшә табып алған да ҡурай итеп тарта. «Ҡызый-ҡызый, ҡызый-ҡызый». «Нимә был, көйөңдөң рәте юҡ, ней бейеү, ней йыр көйө түгел», – тип ҡысҡырып әйткәненә уянып китте. Баҡ­һаң, сепарат геүләүе икән. Ҡыҙы шулай көн дә сепарат әйләндерә, ыңғайына көйләп тә ала. Фәйрүзәһе бар әлдә. Хәҙер инде иллене уҙҙы, ана шулай икәүләшеп көңгөр-ҡаңғыр киләләр. “Ул булмаһа, мине кем ҡарар ине хәҙер”, – тип уйлай.
Ҡарттың күҙе стенала эленеп торған пинжәгенә төштө. Еңеү байрамына ҡыҙы бөтә орден-миҙалдарын да тағып ҡуй­ғайны.

«Ана, иң беренсе торғаны – Ҡыҙыл Йон­доҙ, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендарын Гинденбург кеүек ҡалала­рҙы алғаны өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалын Одер йылғаһын кисеп сыҡҡанда күрһәткән батырлыҡтары, быныһын Нар­ва ҡалаһын немецтарҙан таҙартҡан, быларын Маньчжурияла һуғышҡан өсөн бирҙеләр». «Маладис, старшина, ҡыйыу икәнһең», тип арҡаһынан ҡағып алғайны саперҙар взводы командиры. Белорет­тыҡы, бик белемле командир булды.
Һәр орден-миҙалын, шулай хәтирәләр­гә бирелеп, ҡарап ятты. Еңеү байрамына тип өр-яңы костюм да алды ҡыҙы. Үҙе шундай шатланды.
– Йәле, атай, байрам етте, кейеп ҡара, – тине Фәйрүзә. – Ауыл әбейҙәре үҙеңә күҙҙәре ҡыҙып ҡараһын.
– Көлмә, туҡһанға етеп килгән бабай кемгә кәрәк, – тигән булды атаһы.
– Дүрт ауылға берҙән-бер һуғыш ветераны ҡалды, күтәреп кенә йөрөтөрҙәр үҙеңде!

Шулай булды ла. Яңғыҙ ҡалған ветеранды, ысынлап та, күтәреп кенә йөрөт­тө­ләр. Хөрмәтләп сәскәләргә, бүләктәргә күмделәр. Шатлығынан иланы ла, көлдө лә. Тылда эшләгән хеҙмәт ветерандары араһында бер үҙе ғорурланып ултырҙы.
– Ауыл әбейҙәренең күҙе һиндә булды, ибет, атый, бигерәк тә Ғилмиә апай эргәң­дән китмәне, нимә алып, нимә бирергә белмәй өйөрөлөп йөрөнө.
– Үҙ бабайҙары күптән гүр эйәһе булып бөттө шул, – тигән булды атаһы.
– Быйылғы Еңеү байрамын да күрергә насип итте Хоҙай, ә һин ҡурҡҡайның.
– Көҙҙән ныҡлап ятҡас ни, баҡыйлыҡҡа күсермен инде, күгүләнгә баҫа алмам, тип уйлағайным. Рәхмәт инде, ныҡ ҡара­ны­ғыҙ.
65-се Еңеү байрамы ла үтеп китте. Баҡсаһындағы аҡ сирендәре күкрәп сәскә атты. Ветеран тағы түшәккә ауҙы. Өйҙә шыуышып, саҡ-саҡ атлап йөрөгән аяҡта­ры бөтөнләй тыңлашмаҫ булды. Түшәктә генә ята. Бына әле ныҡыша торғас, тороп ултырҙы ла тәҙрәгә ҡараны. Ҡыҙы әйт­меш­ләй, күҙәтеү пунктынан тирә-йүн, ауыл урамы ап-асыҡ күренә.
Өйҙәре кескәй йылға буйында ултыра. Зиннәт ҡарт, ғәҙәттәгесә, иң тәүҙә ҡар­шы­ла, тау битләүендә ултырған дүрт тәҙрәле өйгә күҙ һалды. Ғилмиә әбейҙең ел ҡап­ҡаһы асыҡ тора ине.
– Мөстән, ҡайҙа йөрөй икән?
Ҡапҡаһын һис ябып йөрөмәй. Туҡта-туҡта, бында килә ләһә!
Шул арала яҙып ябынған яулығын ҡо­яш­та ялтыратып, таяҡҡа таянған Ғилмиә әбейҙең йылға аша сығып килгәне кү­ренде.

– Баҫманан сыҡһаң ни була! Калушың­ды һыулатырһың йә таш-фәләнгә эләгеп йығылырһың, – тип тәҙрәнән ҡысҡырҙы. Әл­лә ҡайҙа килгән әбей ишетте, ти.
Ҡарт битен һыйпап алды, урын-ерен һәр­мәштерҙе. Йөҙөндә йылмайыу са­ғыл­ды.
– Килә-ә, бөгөн дә килә!
Әбейҙең соланға ҡыптыр-ҡыптыр ингә­не ишетелде. Ниһайәт, ишек асылды.
– Кәртәгә ингәнеңә һәттеюҡ булды, оҙаҡ­ланың, – тине ҡарт. – Һауғынамы?
– Хәлгенәләрең нисек? Фәйрүзәнең бы­ҙауын баҫтырып йөрөнөм, баҡсаһына инеп киткән, түтәлдәрен тапай бит. – Ғил­миә әбей хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй түр­гә уҙҙы.
– Аһ-аһ, быҙау баҫтырырлыҡ булғас ни, харап таһа. Эләгә-һарҡа килә ята инең дә.
– Көлмә, ҡарт. – Әбей карауат янына килеп ултырҙы. Тирә-яҡҡа күҙ йүгертте. – Тағы ла сасрап ауырының, ахырыһы, төнө буйы утығыҙ һүнмәнесе, – тип ҡартҡа һағайып ҡараны. «Ай-һай, күпкә сыҙар микән?» тип хафаланып уйланды.
Фәйрүзә инеп, тиҙ генә сәй әҙерләне.
– Бәй, атый, тороп ултырғанһың даһа. Эшкә әүрәп күрмәгәнмен дә. Аллаға шөкөр. Ғилмиә апай, мин районға барып ҡына әйләнгәнсе атайым эргәһендә ултырып тор әле, алаһы әйберҙәрем бар, да­рыу-маҙар ҙа бөткән.
– Бар-бар, ултырмаған ҡайҙа. Юл ыңғай Нурия апайыңа ла инеп сыҡ. Атаң ятҡан, тип әйт. Балаларына ла телефон борһон.

– Һеҙ икәүләшеп сәй эсегеҙ. Плитәлә тауыҡ һурпаһы. – Фәйрүзә ҡабаланып сығып та китте.
– Кисә инмәгәйнем, әллә бирешеп тә киткәнһең, Зиннәт? Мә, йылы ҡаймаҡ ҡап, сәйеңде йот. – Ғилмиә әбей балғалаҡлап йылы шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушып сәй эсерҙе. – Семтем булһа ла икмәк ашап ҡараһаңсы.
Әбей үҙе бер сынаяҡ ҡына сәй эсте лә ауырыуҙың ятҡан урынын рәтләштерҙе, мендәрен йүнәтте.
– Ят-ят, ял ит!
– Рәхмәт, Ғилмиә, барлығыңа рәхмәт. Шулай, донъям бер төш һымаҡ ҡына үтте лә китте. Һуғыш йылдары, һинең менән йәшәлгән өс кенә йыл, унан – Зәмзәбилде алып йәшәгән бер ун йыл булыр. Ҡалғаны – ҡурҡыныс төш кеүек. – Зиннәт ҡарт әбейҙән күҙҙәрен йәшереп, әкрен генә һөйләй башланы.
– Ҡуйсы, хәлгенәң былай ҙа хөрт, үткә­не үткән дә киткән, ҡабаттан нимәһен иҫләп торорға.
– Бүлдермә, һөйләйем әле, – тине ҡарт. – Икәүләшеп ултырып бер серлә­шеп тә булманы лаһа. Әллә нимә менән көн артынан көн үтә. Бер ауылда, йыра­ғыраҡ булһа ла, тәҙрәләр тәҙрәләргә ҡарашып ҡына йәшәнек. Ситтән генә бул­һа ла, бер-беребеҙҙе күҙәтешеп, бер һуҡмаҡтан атлап, бер ҡойонан һыу эсеп йөрөнөк. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең, ҡыҙыбыҙҙы кеше иттең, хәҙер уның ҡыҙы менән улы урында ултыралар. Сәлим яуҙаш арыу кеше булды. Теләһә ҡалай аҙып-туҙып йөрөмәнең. Мин диуананы әллә шулай ныҡ яраттыңмы?.. – Ҡарттың төпкә батҡан яңағына йәше тәгәрәне.
Ғилмиә әбей ҙә күҙенән бер туҡтауһыҙ тәгәрәгән йәштәрен һөртә.
– Йә инде, икәүләшеп илашып улты­райыҡмы шунан, етте.
– Ғилмиә, ҡартың үлгәс, ниңә ҡабаттан кейәүгә сыҡманың?
– Әбейең дә күптәнән үлде, ә ниңә һин өйләнмәнең?
– Һин килер инеңме?
– Саҡырманың даһа!
– Их-х, оялдым шул. Йәш сағыңда илатып икенсе бисәгә киттем. Бер кемгә лә кәрәгем ҡалмағас, баҙнат итмәнем, кеше, ҡыҙыбыҙ ни әйтер, тип уйланым.
– Кеше ни, һөйләр ҙә тыныр ине.
Ҡарттың, ята торғас, хәле бөттө, ахы­рыһы, шымып ҡалды. Әбей яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен һөртөп алды ла, арыраҡ китеп ултырып, ҡулына Ҡөрьән китабын алды.
– Хоҙайғынам, уҡыуымда яңылышлыҡ­тарым булһа, ғәфү ҡыл. Ауылыбыҙҙа мәсет, муллабыҙ булһа, шулайтып үҙем уҡып ултырмаҫ инем. – Ул шым ғына сүрә уҡый башланы. «Бисмиллаһир рахманир рахим».
* * *

Зиннәт менән Ғилмиә бер ауылда ты­уып үҫте. Ғилмиә унан өс йәшкә кесе. Зиннәт биш класс ҡына бөттө. Ата-әсә­һенә ярҙам кәрәк тип, артабан уҡый алманы. Ауылда мәктәп булмағас, ун биш саҡрымда ятҡан район үҙәгенә йөрөп уҡынылар.
Ғилмиә ете класс тамамланы. Һуғыш йылдары, аслыҡ. Ир-егеттәр эше – ҡа­тын-ҡыҙ елкәһендә. 43-тә Зиннәтте һу­ғышҡа алдылар. Ҡыҫҡа сроклы әҙерлек курсы үткәндән һуң инженер-саперҙар батальонына эләгә. Чехословакия, Польша, Венгрия ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Сос, тапҡыр, ҡыйыу һалдатты һуғыш бөт­кәс тә ҡайтарып ебәрмәйҙәр, Мань­чжу­рияға япон милитаристарына ҡаршы һу­ғышҡа оҙаталар. Алыҫ Көнсығыштан 1948 йылда ғына ҡайтып төшә тыуған ауылы Бәпескә.

Леспромхозға эшкә урынлаша. Шунда Ғилмиәгә күҙ һалып, яратышып өйләнеш­теләр, ҡыҙҙары тыуҙы. Өс йыл бик татыу йәшәнеләр, өй һалып сыҡтылар. Бөтәһе лә ал да гөл һымаҡ ине лә... Ауылға һатыусы булып Зәмзәбил эшкә килгәс, барыһы ла үҙгәрҙе. Райондың алыҫ ҡына ауылынан килгән сая, сыңғырҙатып көл­гән һылыу йәш ҡыҙ артынан егеттәр күп йөрөнө, әммә ул ғаиләле иргә – Зиннәткә генә күҙ һалды.
Ғилмиә зыҡ ҡубып әрләшеп, талашып йөрөмәне. Балаһын ҡосаҡлап, күҙ йәштә­рен эсенә йотоп, әсәһенең өйөнә ҡайтты ла китте.
«Һылыу, нәҙекәйбил, бейек үксәле бу­тый ғына кейеп йөрөгән Зәмзәбил янын­да мин сүп кенә», – тип иланы Ғилмиә.
Өс йылдан һуң яугир Сәлимгә кейәүгә сыҡты. Уныһы ла оҙаҡ йәшәмәне, фронт яра­лары мандытманы.
Зиннәттең әсәһе – Йыһаниә ҡәйнәһе менән аралары өҙөлмәне. Эс серҙәрен бүлешер әхирәттәр булып киттеләр.
– Шул Зәмзәбилдең дикалуны ғына харап итте бит һөйөктө генә баламды, – тип көйәләнер ине ҡәйнәһе.
– Ниндәй дикалун, ҡәйнәм, хушбуймы? Тәмде генә еҫтәр аңҡып тора шул үҙенән, – ти Ғилмиә.
– Хушбуй һиңә, эсә торғаны. Шайтан һы­уына әүрәтте инде. Үҙе лә прилавкаһы аҫтында йәшереп эсеп ала, тип һөйләй­ҙәр. Шунан ни, тора инде ҡыҙарып-бүр­тенеп, тәтелдәп, теле телгә йоҡмай, нишана.
– Һөйөшкәстәре ни, ҡалайтаң.
– Һин дә инде, ниңә бирҙең дә ебәрҙең иреңде?
* * *

Ҡәйнәһе улы өсөн борсолдо, төрлөсә ҡурсалап та ҡараны. Зиннәт менән Зәмзәбил бергә йәшәп алып китте. Бер-бер артлы ике ул, бер ҡыҙ тапты Зәм­зәбил. Йылдар үтә торҙо. Ҡатын әкренләп эскегә һабышты, ике улы ла уға эйәрҙе. Зиннәт баш баҫып эшләне лә эшләне. Ҡатынын да, улдарын да төр­лөсә өгөтләп, дауалап та ҡараны.
Бер саҡ эштән ҡайтыуына өсәүләшеп эсеп ултырғандарын күреп, асыуынан Зәмзәбилде сәсенән һөйрәтеп өйөнән ҡыуып сығарғайны, улдары үҙенә йә­беш­те. Һуғышта алмаған яраларҙы уландарынан алды ул саҡта. Кешегә кү­рен­­­мәйенсә өйөндә бикләнеп ятты. Яралары төҙәлде. Нишләһен, тешен ҡыҫып түҙҙе. Ике улы ла эскенән арына алманы. Был тормоштан, эскенән туйып, китеп тә барҙылар. Ана хәҙер ейәндә­ренең дә ҡайһы бере төшөргөләй, шуға йәне әрней.

Уландарын юғалтҡас, оторо эсте ҡа­тыны. Һуңынан башынан сыҙай алмай башланы. Өфөлә ятып дауаланып, эске­һен ташлап та ҡарағайны, иртә гүр эйәһе булып ҡуйҙы.
Ҡайғы-хәсрәт Зиннәтте аяҡтан йыҡты. Ҡыҙы – Фәйрүзәһе тәрбиәләне, аяҡҡа баҫтырҙы.

* * *

Ғилмиә әбей доғаларын уҡып бө­төп, йыш-йыш тын алып йоҡлаған ҡартҡа ҡарап уйға ҡалды. «Ҡаһындай бағандай кеше бәләкәс кенә булып ҡалдың, ә. Йәш сағыңда ниндәй булып йөрөй инең, ҡулыңдан килмәгән эш булманы, донъяң балҡып торҙо».
Ҡарт ҡапыл күҙен асты.
– Йоҡтай, тиһәм, әллә юрый ятаһың.
– Хәҙер ни, өн менән төш буталды. Миңә ҡарап, шул кәрәк һиңә, ҡартлас, тип ултыраһыңдыр әле.
– Юҡты һөйләмә. Миңә еңел тиһеңме. Ғүмерем һинең өйҙө, һинең тәҙрәләреңде күҙәтеп үтте. – Ғилмиә әбей ҙә ғүмерендә әйтмәҫ серҙәрен бушата башланы. – Хәҙер һис тә яҙыҡ булмаҫ. Иртән торам да тәҙрә ҡорғанын тартып, иң элек һеҙҙең яҡҡа күҙ һалам. Ҡараштарым менән эше­ңә оҙатып ҡалам, ҡаршы алам. Өйөгөҙ янынан үтһәм дә күңелем була торғайны. Әлдә генә йылға буйында йәшәнегеҙ, эшен, һылтауын табам да китә инем шунда. Ҡулым эш менән булыша, ике күҙем – һеҙҙең яҡта. Ярай әле Зәмзәбил көнләшмәне, уға ни минең ҡайғымы. Ул үлгәс, әллә үҙем барайым да инәйем микән өйөгөҙгә тип уйлап та ҡуйғайным. Үҙең өндәшмәгәс ни...
Әбей һеңкелдәп башын ситкә борҙо.
– Һин дә минең һымаҡ булғанһың икән дә, вәт мин ауһар, – тине бабай. – Ҡуй, илама. Мин дә бит һине гел күҙәтә инем. Өйөңдә ут һүнгәс кенә ята инем йоҡтарға. Төндәрен шым ғына барып тыңдап йөрө­гән саҡтар булды.
Бабай кеткелдәп көлөп алды.
– Аһ-аһ, ысынмы, Зиннәт? Ҡалай ау­һар булғанбыҙ. Әллә көнләштеңме? Айырым йәшәһәк тә, күңелдәребеҙ бергә булған икән дәһә.
Ҡарттар бер аҙ шымып ҡалды. Тәҙрә быялаһына бер туҡтауһыҙ барып бәрел­гән ҙур себен генә, бызылдап, тынлыҡты боҙа. Әбей түҙмәне, асылма рамды асып, сығарып ебәрҙе.
– Ҡайҙа бит-ҡулыңды сайып алайыҡ.
– Таҙа мин. Кисен Айнур менән Илфат килеп мунса индереп киттеләр.
– Кисә бит ул. Ҡана!
Ғилмиә әбей ипләп кенә Зиннәтенең бит-ҡулын йыуҙырҙы, ауыҙын сайҙырҙы.
– Мендәрең ҡаты түгелме? – Бабай тыңлаусан бала һымаҡ, әбей ни ҡуша, шуны үтәне.
– Ҡана, шыл төпкә, эргәңә ятам!
Икәүләшеп көлөшөп алдылар.
...Фәйрүзә ҡайтҡас, кискә табан ғына өйөнә юл алды Ғилмиә әбей.
Баҫманан сығып барған Ғилмиәһен тәҙ­рә­нән ҡарап оҙатып ҡалды ҡарт. Бөкөрәйеп, бәләкәсәйеп ҡалған һымаҡ күренде ул. Уныһы күҙ йәшен һөртөп-һөртөп ала, арыҡ яурындары һелкенә. Икеһе лә түгелеп илай ине ҡарттарҙың. Ғилмиәһенең сайҡала-сайҡала ел ҡапҡа­һынан инеп, уны бикләгәненә тиклем күҙәтеп ултырғандан һуң, Зиннәт ҡарт ипләп кенә урынына ятып, күҙен йомдо.
Эй, тормош, тормош!..
Фәриха Вәлиуллина.
Читайте нас: