Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Сентябрь 2020, 00:15

КҮГҮЛӘНГӘ АЯҠ БАҪҺАМ... (ХИКӘЙӘ)

Яҙға сыҡһаҡ, үлмәйбеҙ бит инде астан. Шуға әйткәндәрҙер инде элек.

-Ҡапыл ғына биреште лә ҡуйҙы нишләптер.
- Йәше лә етәлер инде...
- Уныһы ла барҙыр.
- Элек ҡасан инһәң дә, нисә инһәң дә самауыры әҙер, шыжлап ултыра торғайны.
- Түбәсәйен ҡыйшайтып ҡына яба ла, уныһын алһаң, самауыры борҡоп ҡайнай ҙа китә ине ыңғайы бер.
- Ашъяулығы әҙер һәр ваҡыт. Ябып ҡуйған аҡ селтәрен генә аса ла,
- Ултыр сәй хлебайт, разный - разный кушинйә менән, - тип сәйен яһай ҙа башлай.
— Яҡшы иттең әле килеп инеп. Эрәхмәт. Яңғыҙым сәй эсә алмай ултыра инем, - тигән булып ебәрә бит әле.
- Эйе шул. Бисәләр өҙөлмәне инде өйөнән.
- Бисәләр генәме? Ирҙәрең дә ҡуй тимәне. Ана, беҙҙеке һинең сәйең Ҡоттой еңгәмдең сәйенә етәме һуң? Һай, еңгәмдең сәйе! - тип ҡайтып инә торғайны.
- Еңгәм менән боронғоно һөйләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер, ти минеке лә.
Ҡоттобикә әбейҙең хәлен белергә килгән ҡатындар шулай һөйләшә - һөйләшә атланылар. Быға тиклем уларға ҡушылмай барған Әлфирәнең ҡапыл ғына әйткән һүҙҙәренән һуң ҡатындар шымып ҡалды
- Ҡуйығыҙ сәле... Үлгән һымаҡ итеп һөйләп тик бараларсы... Былай ҙа ҡыйын.
- У-у-й... Ы-ы-ста... Тәүбә, тәүбә. Шулайтабыҙ ҙа баһа!
- Үлмәһен инде, йәшәһен. Үҙе бер ҡот бит ул Ҡоттой еңгә.
Ҡатындарҙың тауышында өмөт ишетелде, борсоулы йөҙҙөре асылды.
- Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә бит... Тубыҡланып ултырған да тик ултыра бит... Аяҡтарының ни йәне ҡалды икән? Саҡ ҡына ултырһаң да ойой бит аяҡ. Башын да ҡалҡытмай бит. Тын да тартмай һымаҡ бит. Шуға аптырайбыҙ шул. Иремәгән ҡар иреп бөттө, ер йәшәрҙе.
- Көндәре ниндәй! Бындай мәлдә үлеп ни... Йәшәй бирһен әле еңгәбеҙ. Үҙе әйтмәксе, бер көн булһа ла, ерҙең аҫтынан өҫтө яҡшыраҡ...
- Алай ҙа, уйламағандан өйөн йыуып алдыҡ, эйе бит, бисәләр?
- Эйе лә! Аҡыллы уй уйлағансы, алйот эшен бөтөргән, тигәндәй, шәп иттек әле.
- Ҡарағай еҫтәре сығып ҡалды. Әтеү ни шыпа әллә ҡайһылай ине бит...
- Эйе! Төҙәлеп алһа, кәрәккә бирер ине, әй! мине үлергә киткән тип иркенләп йөрөйһөгөҙмө, тиер ул, әй! Әрләүҙе булдыра бит инде ул.
- Һу! Айт - дваға баҫтырып ҡуя бит ул беҙҙе!
Баштарын баҫып, кәйефһеҙ генә һөйләшеп барған ҡатындар йылмашыты, аҙымдары етеҙләнде, күҙҙәре күңеллеләнде.

Ҡатындар Ҡоттой әбейҙең элек ҡот уйнаған, хәҙер иһә баҙ һалҡыны бәреп торған өйөн күмәкләп рәтләштереп ҡайтайыҡ, тип кенә эш башлағайнылар, өйҙө йөһөт кенә йыуҙы ла сыҡтылар.
Иң тәүҙә әбейҙе балаҫ - малаҫы менән ҡуша күтәреп соландағы урындыҡҡа сығарып һалдылар. Әбей ҡымшанманы ла, ризаһыҙлыҡ күрһәткәне лә тойолманы. Ҡырынайтып һалып, аяҡтарын һондорғайнылар, саф һауала йоҡлап та китте әбей. Балаһы йоҡлаған арала эшен бөтөрөргә өйрәнгән ауыл ҡатындары дәррәү тотондолар. Ҡайһылары һыу ташып, тыштағы ҡаҙанда эҫетеп торҙо. Башта әбей ятҡан мөйөштән башланылар. Бысаҡ менән ҡырып йыуырҙар ҙа ине - әбей уянып ҡуйыр, тинеләр. Эстинәне, йөй буйҙарын Миңзифа ҡайта һалып алып килгән "Мистер Пропер"ҙы мулыраҡ тамыҙып йыуып алдылар. Ҡайһылары мейесте, көлдөксәне, әбей үҙе әйтмешләй "лизбиз менән шыйыҡтап" ҡуйҙы. Берәүҙәре тәҙрә һөрттө, бер - икәүһе ҡаралдыны сығарып элде. Шыбырлып ҡына һөйләштеләр, шарт - шорт иткән тауыш сығарманылар. Иң аҙаҡтан тышҡы тупһаға тиклем иҙәнде йыуып сыҡтылар.
Өйрәнеп бөткән улар был зшкә - әбей уларҙы ҡуша гел. Өйөн яҙлы - көҙлө йыуҙыра. Нәйәт итеп тота донъяһын.
Көлөшөп алдылар:
- Һәй - һәй, шилмалар! Мейес арты әллә үгәйме һеҙгә! - тип ҡысҡырып ебәрмәһен әбейебеҙ, - тип ҡурҡып ҡына йөрөлдө.
Аҫтындағы түшәктәрен тышҡа сығарып, ҡағып - ҡағып элделәр, икенселәрен түшәп, яҫтығын ҡабартып, йомшаҡ итеп урын - ер әҙерләнеләр. Ҡултыҡ аҫтынан, бөгрҙәренә ипләп кенә күтәреп, һауаһы сафланып киткән өйөнә индереп һалдылар. Кейемен алыштырҙылар. уңайлап һалып, өҫтәнә дебет шәлен яптылар. Өй эсенә, әбейгә ҡарап, үҙ эштәренә ҡәнәғәт булып, бер килке һүҙһеҙ генә торҙолар. Еңгәләре сәй эсеп алғандыр ҙа шыжлап ултырған самауырының көйөн тәңлай - тыңлай берәйһенең килеп инерен көтәүелләп ятып ҡына торалыр кеүек. Бына - бына күҙҙәрен асыр ҙа, ғәҙәтенсә шаян тауышы менән өндәшер:
- Ништәп ысмирна тораһығыҙ, шаҡ ҡатып? Әйҙә, сәй хлебайт!

- Нимәһе ҡайҙа ята, нимәһе бар, нимәһе юҡ икәнде ярай әле һин белеп тораһың, Әлфирә. Беҙ, юғиһә, аптыраныр инек. Эшебеҙ ыңғай булды, - тиеште ҡатындар.
Белмәҫ ине Әлфирә лә, эш урыны ошо булмаһа. Ҡоттой әбейҙе оҙаҡ ҡараны ул. Ул эшләй башлағанда ҡарты ла тере ине әле. Ҡыҫҡарттылар Әлфирәне. Ҡарттары ла бермә - бер кәмене. Хәҙер ике ауылға берәү ололарҙы ҡараусы. Бындағыларға аҙнаһына ике тапҡыр ғына килә. Эш хаҡы ла эше тиклем генәлер инде.
- Ҡотлобикә инәйгә әллә нимә булған ул, Әлфирә апай, - тип шул Миңлегөл әйтте Әлфирәгә. - - Иртәнсәк килһәм, иҙәнендә ята ине. Кейәүең менән саҡ күтәреп һалдыҡ урындыҡҡа. Мин килмәгән көндәрҙә ара - тирә килеп ҡараштырып китә алмаҫһыңмы, - тип үтенде. - Дауаханаға һалмайҙар, - тине.
Ара - тирә генә килеп ҡараштырмай Әлфирә. Әбейҙе яңғыҙ итмәй ҡатындар ҙа. Миңлегөл килгән көндәрҙә генә инмәйҙәр. Тикшеренеп йөрөйҙөр, тип яратмаҫ, ҡайҙан беләһең кешене. Үҙ ауылыңдыҡы түгел бит.

Ялға ҡайтҡан ҡыҙы Дилүзәне әбей янында булып торорға ҡушып, Әлфирә район үҙәгенә дарыуханаға китте бөгөн. Ыуыныу - һылау өсөн дә эсереү - ашатыу өсөн дә
- Абай бул, ҡарап ҡына тор. Урындыҡтан тағы ҡолап төшмөһен.
Телефоныңдың тауышын яп, тертләтеп ҡуйырһың.
Дилүзә теләр - теләмәҫ кенә килде әбей янына. Оҙаҡ булырға тура килһә, ҡалайтыр. Ярай әле, телефон бар. Юғиһә, нисек көн үткәрер ине.
Әбей янына ингәс, иң тәүҙә өй эсен күҙҙән үткәрҙе.
Ыҡсымлыҡҡа, , ниндәйҙер зауыҡлы бөхтәлеккә таң ҡалды ҡыҙ. Бөтә нәмә үҙ урынында, һәр береһе, кәрәге сыҡһа, ынтылып ҡына алырлыҡ ерҙә. Кәштә аҫтына бысаҡ ҡыҫтырып ҡуйылған, янында - игәү. Ағас ҡалаҡтар һалынған ҡупшы ғына банка артында
кәшелүк күренеп тора. Кәштә мйөшөнә туҡмастаяҡ һөйәп ҡуйылған. Тәҙрәнән мейес артына ҡарай буй еткәндәй итеп ҡуйылған урҙала сынаяҡ таҫтамалдары, ащъяулыҡ
Дилүзә йоҡлап ятҡан әбейгә ҡарап тора бирҙе ләтөпкө яҡҡа үтте.
Ә был өйҙә иһә ниндәйҙер тантаналы тынлыҡ хөкөмлөк итә. Иҫ китерлек ябайлыҡ һәм ... Һүҙ таба алмай Дилүзә.
Замансалыҡ та, боронғолоҡ та типә - тиң бында. Ап - аҡ мейес ауыҙынан өҫтәрәк эшләнгән уйым эсендә ултырған быяла торбалы шәмгә һушы китте. Хан заманына ҡалған шәм! Ә бында ул бына хәҙер үк кәрәк булсағын белгәндәй, маһайып, күкрәк киреп ҡунаҡлаған. Ишектең уң яҡтауы янына беркетелгән бра ла, ҡыуыҡлы шәм дә кәрәктәр был өйҙә. Мейескә ҡуша һылап ҡуйылған түңәрәк көҙгөлә ҙур асылған күҙҙәрендәге һоҡланыулы ҡараштарын күреп, Дилүзә йылмайҙы.
Яп - ялтыр итеп һөртөлгән көҙгө лә үҙ урынында.
Ике тәҙрә араһында түбәнән алып аҫлы - өҫлө эленгән быялалы рамдар эсендә - фотолар. Өҫтәгеһендә - ҙурыраҡтары, аҫтағыһында - ваҡ йәки кешеләре күмәк фотолар. Икеһенә лә сигеүле, остары селтәрле һөлгөләр эленгән. Тояҡтары бөгөл - бөгөл итеп һырлап эшләнгән , сигеүле, суҡлы аҡ эскәтер ябылған түңәрәк өҫтәлдә радиотелефон, күҙлек. Үҙе бер өҙер кадр берәй нәфис фильм өсөн.
- Бына кемдән өйрәнергә кәрәк һиңә, Сурина. Дизайнер интерьера буласаҡ белгескә.
Үҙ - үҙенә уҡытыусыһы булып өндәште ҡыҙ һәм фотоға төшөрөп алды.
Урам яғына ҡараған ике тәҙрә уртаһына телевизор эленгән. Пульттары бейек этажерканың өҫтөндә, ағастан һырлап эшләнгән ике ҡумта араһында ята. Ә ҡалған кәштәләре тулы китаптар, журналдар. Бындай этажеркаларҙы кешеләр күптән ташлап бөткән, ә Ҡоттой әбейҙең өйөндә ул булмаһа, нимәлер етмәгән кеүек тойолор ине.
Дилүзә киләсәк әле бында. Өйрәнәһе, төшөнәһе бар бындағы зауыҡты. Бөтәһе бер ҡалыпҡа һалып, һөйәп, терәп, өйөп - төйөп эшләнгән ҡала торлаҡтарында был өйҙәге кеүек йән юҡ, ҡот юҡ.

Бер журнал Дилүзәнең иғтибарын үҙенә тартты. Исеме сәйер - "Үктәбер"
Һөйләшмәгәнен онотоп, Дилүзә әбейҙең алдына барып баҫты:
- Ниндәй "Үктәбер" ул, Ҡоттоләс? Исеме ниңә улай? Был ҡасанғы башҡортса журнал?
Журналдың биттәрен аса - аса һорау яуҙырҙы. Һәм ҡапыл һиҫкәнеп һүҙен бүлде.
Әбей сибек кенә тауыш менән ниҙер әйтә ине. Дилүзә уның бер генә һүҙен ишетте.
- ... Кү-ү-гүлән ...
- Нимә, күгүлән? Ниндәй күгүлән?
Ҡыҙ тик шунда ғына Ҡоттой әбейҙең урындыҡ ситендә аяҡтарын һалындырып
ултырыуын абайлап ҡалды. Әбей ипһеҙ бармаҡтары менән сәсен һыйпай, яулыҡ эсенә йәшерергә тырыша, үҙе һаман өҙөк - өҙөк итеп шыбырлай.
Дилүзә журналды иҙәнгә ташлап ебәрҙе лә әбей алдына сүкәйҙе.
- Торҙоңмо ни, Ҡоттоләс? Урра, урра, урра! Нимә кәрәк, өләс? Һыу бирәйемме? Күгүлән?
Аңламаным. Шунан?
Ҡыҙ үҙе кеҫәһенән телефонын сығарырға маташа , үҙе әбейҙән күҙҙәрен алмай.
Әбейҙе тертләтеп ҡуймайым, тип, шыбырлап ҡына әсәһенә хәлде аңлатырға тырышты.
Әсәһе бер - бер хәл була ҡалһа, шундуҡ шылтыратырға ҡушҡайны
- Әсәй, Ҡоттой өләс һөйләшә башланы! Әллә ниндәй күгүләнде әйтте. Нимә ул күгүлән, әсәй?
- Хәҙер! Хәҙер үҙем киләм! Яңы ғына ҡайтып торабыҙ. Һөйләш, өндәшмәһә лә һөйләш!
Күп тә үтмәй, Әлфирә үҙе йүгереп килеп инде. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан.
- Эй Аллам! Инәй, инәкәйем, зәрә лә генә шәп бит һин! Күгүләнгәме? Баҫабыҙ Алла бирһә, былай булғас, күгүләнгә!
Әсәһенең ҡыуанысына ҡыҙ аптырап ҡарай, ни әйтергә лә белмәй. Һүҙенең айышына ла төшөнмәй. Көтөргә булды.
- Нимә тинең әле, инәй? Ишетмәй ҡалдымсы. Инәй?
Әлфирә Ҡоттой әбейҙең яулығын рәтләй, аяҡтарын һондора, тубыҡтарын һыйпай, битенән һөйөп ала.
Үҙе әбейҙе һөйләштерергә тырыша.
- Баҫабыҙ күгүләнгә! Күгүлән тинеңме әле, инәй?
Ҡоттой әбей хәлһеҙ генә баш ҡаҡты. Дилүзәгә ымланы.
- Кинйәң ҙурайып... Киткәән.
- Эйе! Һыу һипмәһәк тә, үҫеп китеп тик бара, инәй!.
Әлфирә Ҡоттой әбейҙең устарына үҙенең сикәләрен ҡуя.
- Йоҡлама, инәй. Күҙҙәреңде йомма, беҙҙе ҡарап ултыр, йәме, инәй.
Әлфирә самауыр ҡуйҙы, өлтөрәп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Үҙе хәбәр артынан хәбәр теҙҙе. Әйтерһең, Ҡоттой инәһе айға яҡын иҫһеҙ булмаған, серем итеп кенә алған да
әле генә уянған.

Әлфирә ҡыҙын өйөнә йүгертте.
- Һөт, май, икмәк. Ҡорот онотма! Ҡоротһоҙ сәй эсмәй ул Ҡоттоләсең.
- Теүәреткәә..
- Теүәреткәңде Миңзифаң индерер. Минең анау убыр тамаҡ бөрөйлөрҙән артмай әле, творогыңды эшләй алмай йөрөйөм.
- Хәҙер ҡайнап сыға һинең егәрле самауырың.
Үҙе һаҡ ҡына әбейҙән һораша башланы:
- Нимә булды был юлы, инәй? Теге саҡта бесәй балаһы иланы төндә, шуны асып индерәм тип йығылдым, тинең. Иҫһеҙ инең ул саҡта ла мин иртәнсәк килгәндә.
- Әллә... Тегендә тағы барып ураным, шикелле. Тағы ҡыуып ҡайтарҙылар.
- Нишләп ҡолап төштөң һуң? Башың ныҡ бәрелде инде, аңыңды юйырлыҡ булғас.
Ҡоттой әбей арыны, буғай. Янтайып, яҫтыҡҡа башын терәне лә күҙҙәрен йомдо.

Дилүзәнән алда Миңзифа менән Сәғиҙә йүгереп килеп инделәр. Әлфирәнең йоҙроғон күреп, асҡан ауыҙҙарын устары менән баҫтылар.
Ел ярыҡ таба, һүҙ ҡолаҡ таба, тигәндәй, ауылда хәбәр һә тигәнсе тарала. Ҡоттой әбейҙең өйөнә килеп тулды күрше - тирә. Бергәләп еңел һулап ҡуйҙылар, бергәләп ихлас ҡыуаныштылар. Бер - береһен тыя - тыя, шыбырлап ҡына һөйләштеләр. Сәйгә туҡтаманылар.
- Килербеҙ әле. Эсербеҙ әле. Әбейебеҙ шәбәйеп киткәс.

- Үҙегеҙ эсегеҙ сәй, ә миңә ҡорот һыуҙап ҡына бир, Әлфирә ҡыҙым.
Ҡайнар һыуға йәш ҡорот иҙҙе Әлфирә.
- Һалма балыңды. Май ғына ҡуш әҙерәк.
Баллап - майлап самауыр сәйе эсеп алғас, был дүртәүҙең дә, йотомлап ҡына ҡоротон һемереп бөткән Ҡоттой әбейҙең дә сикәләре алһыуланды, сәс төптәренән тир бәреп сыҡты.
- Мин ҡалайым инәй янында, һеҙ ҡайтығыҙ, Әлфирә апай. Бөгөн өйөңдә лә булғаның юҡ, юғиһә.
Кискеһен әсәһе Ҡоттөләсе янына йоҡларға барырға булғас, Дилүзә лә теләк белдерҙе.
- Иртәнге автобусҡа сығырға бит һиңә?
- Атай алып барам, тине.

Һурпанан баш тартты Ҡоттой әбей.
- Асҡаҡһып киткән эсемә килешмәй ҡуйыр. Ҡорот һыуҙап бирһәң, етә.
Дилүзә үҙе өсөн сәйер, хатта ят яңғырашлы "Күгүләнгә аяҡ баҫһам..." тигән һүҙҙәрҙе аңланы был матур кистә.
Әсәһе менән әбей һөйләшкәнде таң ҡалып тыңланы ҡыҙ. Әсәһе Дилүзә өсөн тағаттырҙы әбейҙең ғүмер йомғағын. Үҙе әллә нисә тапҡыр ишеткәне барҙыр. Яҙҙырып алырға аҙаҡтан ғына башына етте.
" - Күгүлән нимә була ул, тип һорай Дилүзә ҡыҙың, инәй. Уға нисек аяҡ баҫаһың, ти.
- Күгүлән ни...Шул ыуыҙ үлән инде, яңы ғына баш төртөп сыҡҡан. Яҙға сыҡһаҡ, үлмәйбеҙ бит инде астан. Шуға әйткәндәрҙер инде элек. Күгүләнде көтөү ҡайҙа, ала ҡарҙа уҡ ҡырға йөрөй башлай инек. Кәсер бысаҡ алып. Ҡыштаған һарына табып, ҡаҙып алып ҡайтабыҙ. Әсәй төйөп - төйөп, бер ус ҡына ярма ҡуша ла өйрә бешерә Шунан үлән китә - ҡымыҙҙыҡ, ҡуҙғалаҡ, йыуа... Нисек үҫеп сығып өлгөргәндер... Бөтә ауыл баллары сыға инек бит.
- Картуф сәсә инегеҙме, инәй?
- Сәсеү менәнме ни, Әлфирә ҡыҙым.? Атайҙар һуғышта, әсәйҙәрҙе эштән бушатмайҙар. Беҙҙең ни, бала - сағаның, тәрбиәһенә көс тә етмәй. Быуын шыйыҡ.
- Ә һуғыштан алда?
- Һуу! Ике агарут сәсә ине атай. Эшкә шәп булған ул. Малыбыҙ ҙа ишле булды, йылҡыбыҙ ҙа. Кулак, тип һөргәндәр Ширемхауға. Ун йылға. Шунан башталды инде беҙҙең ыҙа. Йәйе - көҙө үтә ине лә ул, ҡыш бауыры оҙон. Яҙҙы еткерә алмай күҙҙәр тона ине. Ни утыны етмәй, ни бесәне. Ни үҙебеҙ... Әсәйем туймағыҙ ҙа, үлмәгеҙ ҙә күгүләнгә аяҡ баҫҡанға тиклем, ти торғайны. Шул өмөт йәшәтте инде - яҙға тиклем үлмәһәк, тере ҡалабыҙ.
- Инәй, ә һеҙҙе нисек ҡалдырҙылар? Ғаиләһе менән ебәргәндәр бит.
- Райондан килгән упалнамуш әсәйемдең "Зингер" машинаһын, шау көмөш селтәрен үҙенә алған да, симейә ни трогайт, тигән. Тамағым кипте, Әлфирә.
- Сәй эсеп алайыҡ һуң, инәй.
- Шулайтмаһаҡ булмаҫ."

Ярты ғына сынаяҡ сәйен эсте лә Ҡоттой әбей йоҡлап китте.
- Әйҙә, теге өйөндә ултырып торайыҡ. Арыны әбейебеҙ. Йонсоған. Мунса төшөрөп алырбыҙ.
- Ә ниндәй ауырыу менән ауырыған Ҡоттоләс?.
- Әллә инде. Аңлатып та булмай. Элегерәк тә шулайтып ауырыны. Өнһөҙ - тынһыҙ тик ятты. Ул саҡта билдән яҙғайны. Ул саҡта ла алағар мәле ине. Унда ла дауаханаға һалманылар. Фельдшерыбыҙ шәп ине. Сабира апай. Парафинды иретеп, бал ҡушып һалдыҡ биленә. Ул саҡта ла "Күгүләнгә аяҡ баҫһам..." , тип тороп ултырҙы.
- Нишләп улай ти икән, әсәй?
- Был ауырлыҡты, был һынауҙы ла үтһәм, аръяғына бирешмәм,
тигәнде аңлата микән? Әллә инде.
- Эйе, әсәй! Ҡаршылыҡтарҙы үтһәң, тағы йәшәп китәһең! Мин дә шулай аңлағайным, тик һүҙен генә белмәй инем.

Таңһылыу Вәлиева.
Читайте нас: