Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Декабрь 2020, 19:57

Ғәҙеллек

–Йоҡлап ҡайтығыҙ, –тип бер булдылар. Яңғыҙ ғына карауат торған йортта нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк?

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНАҒәҙеллекҠунаҡҡа йөрөргә яратам мин. Ләкин саҡырған берәүгә йүгереп бара икән тип уйлай күрмәгеҙ. Үҙем бер яҡшы ғына урында түрә вазифаһында булғас, белеп тораһығыҙҙыр, иғтибар үҙәгендәмен. Шуның менән ҡулланып, эте лә, бете лә кәрәккәнгә лә, кәрәкмәгәнгә лә саҡыра ла тора. Әнә, үткән йома сантехник Ғата саҡырҙы. Иң тәүҙә минән рөхсәт һорап, шунан ғына ҡатынға еткерәһе урынға, бигерәк ябай ҙа инде, тотҡан да киреһен эшләгән. Ҡатын тигәнең ҡолағына төшкәнде ҡуямы ней инде, ул-был алдаштырыуҙарға ла әүрәмәй, тәки алып китте. Түрә башым менән барҙым инде сантехникҡа ҡунаҡҡа. Уныһы ғүмерҙә беренсегә ишеткән әллә ниндәй Соҡор урамында йәшәй икән. Ғәҙәттә, урамдарға кеше фамилияһын ҡуша торғайнылар, бында нишләптер, кеше көлдөрөп “соҡор” ғына тигәндәр. Икенсе яҡтан ҡараһаң, есеменә тап килеп тора: әҙәм аяғы баҫмаҫ соҡор эсендә бер нисә генә кәүшәйеп бөткән йорт ултыра. Баҡһаң, беҙҙеке кеүек бай, алға киткән комбинатҡа ошо ғына ерҙә йәшәгән берәүҙе эшкә алғандар. Ғәжәп, ней йөҙө менән хужаһын ҡунаҡҡа саҡырған булды икән инде был бахырҡай?Ҡатыны бигерәк сибәр икән Ғатаның. Ҙурлап ҡаршы алды. Тыш яҡтан ҡалтырап, ҡырҡ терәү менән саҡ торған өй, эс яҡтан ул тиклем үк ҡурҡыныс та түгел. Ике бәләкәй генә балаларын күтәреп, Ғата ла ҡаршы сыҡҡан. Эш урынында күреп өйрәнгән сибек кенә сантехнигыбыҙ үҙ йортонда ысын хужа икәнлеге күренеп тора: ултырғыс-өҫтәлдәр, шкаф-маҙар –бөтәһе лә ҡулдан оҫта итеп эшләнгән. Өйҙәре бер генә бүлмәле булыуға ҡарамаҫтан, бөтә нәмә үҙ урынында, бөхтә, таҙа. Хужалар үҙҙәре лә ихластар. Ҡатыны өҫтәл тултырып салат-фәләнен эшләгән, төрләндереп бәлештәрен дә бешергән. Ауылса итеп, һоғондороп бишбармаҡ ашаттылар. Ғата гармунда зыйылдатһа, хәләле иҫте китәреп йырлай, беҙҙе шаяртып-шаяртып таҡмаҡтар әйткән була. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәхәтләнеп ҡунаҡ булып, ял иттек. –Йоҡлап ҡайтығыҙ, –тип бер булдылар. Яңғыҙ ғына карауат торған йортта нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк? Етмәһә, үҙҙәре дүртәү. Мең рәхмәттәр әйтеп, таң атыуға саҡ ҡайтып киттек. Арып, хәлдән тайып, йоҡларға ятҡан тиһегеҙме? Ғәжәп, был ҡунаҡ бер аҙна ауыр эштән һуң арыу-талыуҙы һыпырып алған кеүек булды, хатта күңелдәр ҙә көрәйҙе. Шулай ҙа башҡа бер һорау тынғылыҡ бирмәне: Ғата минән ней теләй икән? Үҙҙәре бер ҙә зарланмайҙар, бер нәмә лә һораманылар ҙа. Ундай саҡта ҡатын-ҡыҙ телсәр булып юҡ-юҡты әйтеп һалыусан. Ә быныҡы йылмайып, беҙҙең күңелде күреүҙән башы сыҡманы. Балаларының да уйынсыҡтары күп, кейгән кейемдәре лә бөтөн, ғәжәп… Икенсе аҙнаһына эшкә сыҡҡас та Ғата минең менән элеккесә һаулыҡ алышып, үҙенең эшен генә башҡарып тик йөрөнө. Яңы вазифа ла һорамай, эш хаҡын да арттырыуҙы үтенмәй, ҡыҙыҡ…Бөгөн яңы урынбаҫарыма ҡунаҡҡа барҙыҡ. Яңы вазифала эшләй башлауына бер ай ҙа түгел, шулай ҙа ҡайһылай шәп булып сыҡты, минең ҡунаҡҡа йөрөргә яратҡаныды һиҙеп тә алған!Ҡала уртаһында ике бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр икән. Өй эсендә бөтә нәмәләре лә бар һымаҡ: күн диван-креслолары, стенка тулы гәлсәр һауыт-йыһаздары, бүлмә һайын ҡиммәтле телевизорҙары – бына тигән! Тик йыйыштырыу, тәрбиә етешеңкерәмәй. Ҡатыны ауырлы, бәпес көтәләр икән. Һатып алынған ҡаты-ҡото бер торт менән рәхәтләндереп сәй эсерҙеләр. Ул йылымыс сәйҙәренән эс күпте. Сығып ҡына китәйек тиһәк, бигерәк һүҙсән булып сыҡты урынбаҫарым, беләктән эләктереп алып, зарланырға кереште бит:–Бына-бына артырға торабыҙ, балаға айырым бүлмә кәрәк. Эш хаҡы етмәй, ашарға алһаҡ –яланғас, өҫтөбөҙгә алһаҡ –ас йәшәргә тура килә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ…Хәлдәре мөшкөл шул, бахырҡайҙарҙың. Замана балалары етеш тормошҡа тыуырға, етеш йәшәргә өйрәнергә тейеш. Ойошмабыҙ иҫәбендә ике буш йорт тора, шуларҙың өс бүлмәлеһен мотлаҡ быларға бирергә кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайттым. Хәҙер, тамаҡты туйҙырып алам да, урынбаҫарымдың эш хаҡын арттырыуға, теге йортто уға биреүгә приказ яҙып ҡуяйым. Иртәгә, йә, онотолор, йә тағы берәй мәхлүгенә ҡунаҡҡа барырға тура килер, белеп булмай.
Читайте нас: