Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Декабрь 2020, 11:28

КӨН МӘСЬӘЛӘҺЕ

Мин әйтәм, хөкүмәт бигрәк килештерә:

Мәхмүт иҫәнләшә - иҫәнләшә ишек янындағы ултырғысҡа ултырып алды. Тиҙ күҙҙәре менән хужаларға ҡараны һәм шунда уҡ хәбәр һөйләргә кереште:-Яңы белдереүҙе күрҙегеҙме?- Яуаптарын көтмәйенсә дауам итте. - Мин әйтәм, хөкүмәт бигрәк килештерә : зыяратты үҙебеҙ йүнәтергә тейешбеҙ. Бушлай. Имеш, өмә,- йөҙөнә аптырау сығарып хужаларға “күҙ алдына килтерәгеҙме?!” тип текләне.-Беҙҙең зыярат беҙҙән башҡа кемгә кәрәк булһын? - тине хужабикә.-Уныһы шулайҙа ул, тик сит ил ҡунаҡтары килә, йә бер һүҙҙә ике хәреф алмаштырам тиһәләр бар аҡсаларын шунда тығырға әҙерҙәр, ә ауыл кешеһенә эш килеп сыҡты икән – тәк бушлай!- тип ҡыҙа төштө Мәхмүт.- Урлау тураһында бөтөнләй өндәшмәйем! Ул инде ябай күренеш. Хатта ундайҙарҙы язаламайҙарҙа!- ҡаштары төйөлөп, йөҙө ҡыҙара барҙы.- Ултыралар йөҙәр меңләп аҡса көрәп ,теленә нимә килә шуны һөйләп, һәм беҙгә күпмегә йәшәргә тейешбеҙ икәнен хәл итәләр. Тфү... Бына, килен, балалар өсөн айына күпме алаһығыҙ? Бөтәһе өсөн меңгә туламы? Ә эшегеҙҙә шул ҡәһәр һуҡыр ете меңегеҙҙе алаһығыҙмы?-Бишкә тулһа эту яҡшы,- тине хужа.-Шулай булғас, ниңә быны түҙәһегеҙ?! Балаларығыҙҙы ниндәй киләсәк көтә бындай илдә? Ниҙер эшләр кәрәк бит!-Ээй, Мәхмүт ағай, ваҡыт юҡ политика менән шөғөлләнергә,аҡса табыр, балалар тәрбиәләр кәрәк, - тип кенә ҡуйҙы хужа. Мәхмүт һеҙҙән файҙа юҡ тигәндәй ҡулын һелтәп ултырғыстан тороп ишеккә табан йүнәлде.-Әй, онотоп торам,- тип кире әйләнде,- Килен, теге ней, нимәгә килгәйнем... Эшкәлек биреп тор әле, аҡсаһын аҙаҡ индерермен, мине беләһең, алдаған юҡ...
Заһиҙә Мусина.
Читайте нас: