Шоңҡар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Декабрь 2020, 00:25

Ветеран (Хикәйә)

– “Йәсин” сығаһы ғына ҡалды инде беҙҙең ауылға, ҡыҙым… – Ҡарттың һүҙҙәре Рәлиәне тетрәндерҙе.

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып ултырған Әмиров хеҙмәт­тәштерен сәләм­ләүгә, телефон шылтыраны. Кистән генә урынлаштырылған өр-яңы аппараттың тауышы көсәйтеп ҡуйылған. Сымдың икенсе осондағы кешенең тауышы бүлмәлә­геләргә ап-асыҡ ишетелде. – Алло, “Яңы тормош” гәзитенә эләк­темме, балам? – Эйе, бабай, “Яңы тормош” гәзите редакцияһы тыңлай. – Ҡара әле, улым, тыңла әле… – тип башланы һүҙен оло йәштәге ағай. Ыңғай яуап ишеткәс, исем-атын әйтеп, ҡайһы райондың ниндәй ауылынан булыуын белдерҙе. – Мейескә яғырға утыныбыҙ аҙ, мал-тыуар ҡарай алмағас, аҙыҡ-түлекте һатып алырға мәжбүрбеҙ. Күрше ауылға йөрөргә мөмкинлегебеҙ юҡ. Ҡышын урамдар ҡарҙан асылмай… Ҡарсыҡ та, үҙем дә өйҙә, йортта саҡ йөрөйбөҙ. – “Һыуға интеккәнде лә һөйлә. Һыуға интегеп ятҡанды ла әйт…” – бабай һөйләгәндәргә ҡушылған әбейҙең һүҙҙәре лә ишетелде. Ҡарт, һөйләүенән туҡтап, оҙаҡ ҡына йүтәлләне. Ғыжлап һулыш ала-ала, дауам итте:
– Һеҙҙең гәзитте 60 йыл буйы алдырам. Балам, бар ышанысым һеҙҙә… Беҙҙең хәл­дәрҙе яҙып сығарһағыҙ, етәкселәребеҙ “уянмаҫ” микән? – Ахыры, тулҡын­ла­ныу­ҙан, һуңғы һүҙҙәре ҡалтыранып сыҡты. – Аңланым, ағай, барыһын да аңла­ным. Ваҡытты һуҙмай, һеҙҙең тарафтарға юлланырбыҙ. Сәләмәт булығыҙ… – Баш мөхәррир трубканы һалды ла, оло йәш­тәге әңгәмәсеһенең үтенесен онотҡансы теркәп ҡалырға ашыҡҡандай, ҡаршыһын­да ятҡан көндәлегенә ниҙер һыҙғылап ҡуйҙы. Редакциялағы сираттағы эш көнө ошо һөйләшеүҙән башланды.– Барығыҙ ҙа ишеттегеҙ инде, хеҙ­мәттәштәр, эйе, ҡыҙғаныс хәл… Күре­үебеҙсә, мәсьәлә сетерекле. Иртәгәнән дә ҡалмай сығырға, хәлде асыҡлап, алдағы һандарҙың береһенә үткер мәҡәлә әҙер­ләргә кәрәк булыр. Кемде юллайбыҙ? – Әмиров, күҙлеген һалып, хеҙмәттәштәренә ҡараны ла, ҡашын һикертеп, түбәһендәге бөҙрә сәстәрен “бейетеп” алды. Барыһы ла Рәлиәгә ҡараны.– Үҙ районындағы хәлде Рәлиәнән дә яҡшы итеп берәү ҙә яҙа алмаҫ, – тине яуап­лы секретарь Хәниф. Был фекер менән Әмиров та килеште. – Ҡайһылай шәп тәнҡит мәҡәләһе сығасаҡ.– Авторға премия ла эләгер… – Быныһы “мыйыҡ” Ғәлим ине. Ҡап-ҡара сәсле, ҡара яҫы ҡашлы, морон тишектәрен ҡаплап торған сөм-ҡара мыйыҡлы ирҙең был ҡушаматы тәүҙә Әмиров теленән сыҡты.Кабинеттағылар әле генә телефондан еткерелгән хәбәргә ҡарата фекерҙәрен белдерҙе:– Оло йәштәге кешене шул көнгә төшөргән етәкселәрен әйтер инем…– Бына Рәлиә барып яҙып ҡайтһа, барыһы ла утлы табалағылай бейер әле. Ундай материалдың күптән донъя күргәне юҡ беҙҙең баҫмала. Тиражға ла йоғонтоһо булыр. Һуңғы йылдарҙа ул районда тираж ныҡ кәмене…– Мин дә мәҡәләнең йоғонтоһо булыр, тип уйлайым. Тиражды эшләп йыйырға кәрәк. Ҡалала нәшер ителһә лә, баҫмабыҙҙың төп уҡыусыһы ауыл халҡы икәнен иҫтә тоторға тейешбеҙ. * * * Иртә менән Рәлиә фотохәбәрсе Әдис, водитель Харис менән редакцияның аҡ “Волга”һында юлға сыҡты. Көслө буран ҡупҡан, ҡош оса алмаҫлыҡ һалҡын. Рәлиә күн итеген машинаға кереүгә төплө кейеҙ итектәренә алыштырҙы. Быуындары һыҙлап торған ҡатын йыраҡ юлға сыҡҡанда кейеҙ итеген ҡалдырмай. Машинаның артҡы ултырғысына яйлап инеп ултырҙы. Әдис менән Харис Рәлиәнең ир-ат булған ерҙә һүҙ ҡушып бармай торған ғәҙәтен белгәнгә, уға иғтибар ҙа бүлмәй, үҙ-ара донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп барҙы.Хәбәрсе уйҙарға бирелде. Йөҙ егерме километр араны үткәндә, башҡа ваҡытта булһа, илһамланып, күңелендә тыуған шиғри юлдарҙы аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөрөп барыр ине. Бөгөн уйҙары редакцияға шылтыратҡан ҡарт йәшәгән етәкселәр янында. Халыҡ өсөн эшләгән власть әһелдәре ҡасандыр тыныс тормош хаҡына ҡанын ҡойған яугирҙең михнәттә көн күреүенә юл ҡуйырға тейешме ни? Кемдәр эшләй хәҙер Рәлиәнең районында? Яңы һайланған хакимиәт башлығы эшенән яҡташтарының ризаһыҙлығын ишетеп белә-белеүен. Хәҙерге халыҡҡа кем ярай инде? Күберәк үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөй, тиҙәр. Ундай “буш ҡыуыҡ”тарҙы күргәне бар Рәлиәнең. Һүҙ күтәрмәй, тәнҡиткә күтәрелеп бәрелә, эшендәге етешһеҙлекте бөтөрөү яғында түгел, ә уны күреп әйткән кешегә табышына ташланған йыртҡыс кеүек ырғый уның ишеләр. * * * Оло Күлгә юл асылмаған. Трассанан боролғас, ауылға ҡәҙәр ике километр араға күҙ һалыу менән, Харис артабан барырға батырсылыҡ итмәне. – Йәйәүләп кенә китегеҙ инде, мин һеҙҙе бында көтөрмөн, – тине.
Хәбәрселәр, водитель менән килешеп, ҡар йырып, ауылға атланы. Ярай әле, Мулланур ҡарттың йорто ауылға ингән урамда ғына икән. Таушалған ғына йортта көн күрә ҡарт. Ишек алды ергә һеңгән. Һаҡлыҡ менән асҡанда ла: “Имен генә килеп еттегеҙме-е-еү”, тигәндәй, шығырҙап сәләм бирҙе буяуҙары туҙған таҡта ишек. – И-и-и, ҡунаҡтар бар икән, әйҙәгеҙ, әйҙүк, – тип ҡаршыланы ҡыҙыл раузалар төшкән яулығын маңлайына төшөрөп бәйләгән Әсмә ҡарсыҡ. – Гәзитселәр түгелме? – Ике яҡлы өйҙөң алғы яғында сәйләп ултырған Мулланур ҡарт та күтәрелеп ҡараны. Өй эсендә һалҡын. Ҡарсыҡ та, ҡарт үҙе лә кейеҙ итектә, өҫтәрендә – һырған арҡалыҡ. Боҙланып ҡатҡан тәҙрәләрҙә әллә боҙ шартлай, әллә быялалар сатнай, сырт-сырт иткән тауыштар ишетелә… Рәлиә үҙҙәре менән таныштырып, сумкаһынан ҡала күстәнәстәрен сығарып өҫтәлгә теҙгәс, ҡарттар, гүйә, йәшәреп, йөҙҙәре балҡып яна башланы. Ә Әсмә ҡарсыҡ бөтөнләй асылып китте. Рәлиәгә һорау ҙа бирергә тура килмәне. Ҡарттар үҙҙәре һөйләне. Ике ул үҫтереп, икеһен дә йәшләй юғалтҡан Асаевтар. Ғүмерен колхоз эшенә биргән ҡарт менән фермала быҙауҙар ҡараған, һауынсы булған ҡарсыҡтың әлеге көндә таяныр кешеһе – социаль хеҙмәткәр генә. Уның эшенән ҡәнәғәт өлкәндәр. Башҡарырға тейеш эштәренән тыш, өйөндә икмәк тә һалып алып килә, керҙәрен дә алып ҡайтып йыуып килтерә. Ҡарттар һөйләне, Рәлиә уларҙы күңеленә һеңдерә барҙы, ҡайһы берҙәрен блокнотына ла теркәне. Зар етерлек йыйылған. Ауыл советынан килеп хәлдәрен белеүсе юҡ. Колхоз таралғас, бабай ҙа, әбей ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалған. Оло йәштәгеләр көнө етһә, телевизорҙан ҡарттарҙың был көндө нисек үткәреүҙәре, өлкәндәргә ниндәй хөрмәт күрһәтелеүе тураһында репортаждар бирә башлаһалар, Асаевтар йөрәге һыҡрап ҡуя. Ауылда фельдшер юҡ. Колхоз бөткәс, мәк­тәп ябылғас, йәш ғаиләләр ситкә күсенгән. Ауылда күбеһенсә 50-80 йәшлек өлкәндәр…
– “Йәсин” сығаһы ғына ҡалды инде беҙҙең ауылға, ҡыҙым… – Ҡарттың һүҙҙәре Рәлиәне тетрәндерҙе. – Ҡыҙым, бер генә һөйләмен дә төшөрөп ҡалдырма, барыһын да яҙ. Береһенән дә ҡурҡмайым. Ҡурҡыр саҡтарым уҙған… – тине Мулланур ҡарт. Оло Күлдә ишеткән-күргәндәр Рәлиә­нең күңелендә был түҙемле заттарға ҡарата ғәжәпләнеү, йәлләү тойғоһо тыуҙырҙы, бик тә ярҙам итәһе килде…
Аида Хәйретдинова.
Читайте нас в