Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Декабрь 2020, 20:44

Ҡарағаш (Хикәйә)

-Тор әле, тор тиҙерәк! Малайыбыҙ әллә нишләне...

Ҡарағаш Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА
-Эшкә, эшкә сыҡ, еңгәй!..
Рәхмәтулланың ҡамсы һабы менән тәҙрәгә туҡылдатыуы булды,өй тупһаһына йүгереп Шәмсеҡәмәр килеп сыҡты.Ябылып етмәгән ишектән өйҙәге балаларҙың сыр-сыу килгәне, кемеһенеңдер илағаны ишетелде.Шәмсеҡәмәрҙең бер ҙә кәйефе юҡ ине, килеп сыҡҡан ыңғайы сәсрәп Рәхмәткә ябырылды.
-Бисәң сығамы һуң эшкә?Шәп булғасың, тәүҙә үҙеңдекен ҡуш!..Өммөкәйең бармаһа, ике аяғымдың береһен дә атламайым, үәт, әйтмәне тимә!..
-Һуң, еңгәй, уның балаһы ауырый ҙаһа...
-Һай-һай-һай!..Берәүҙең балаһы бар, имеш!
Оторо ярһып киткән Шәмсеҡәмәрҙең зәһәр тауышы бар урамды яңғыратты.Хәйер, уҫаллыҡта был тирәлә уға еткергән кеше юҡ былай.
-Бер балаһын бишәүҙәй күреп...Беҙҙеке, ана, өсәү!..Ултыралар ем көткән сәүкә балалары шикелле.Яңғыҙ балаһына һылтана, ищу етмәһә!Сығар тәүҙә бисәңде, шунан миңә әйтерһең!..
Асыуы тамам ҡабарған ҡатын ишекте шартлата ябып, дөп-дөп баҫып эскә инеп китте.Уның йән асыуы менән япҡан ишеге, кире ҡаҡлығып, тағы ябылыр-ябылмаҫ тороп ҡалды.Ҡыҙып киткән Шәмсеҡәмәр, бар асыуын балаларына төшөрөп, ингән ыңғайы ҡул аҫтына эләккән уртансы малайына тасылдата һуғып ебәрҙе.
-Сеү, ҡороғор! Таңдан тороп оломаһағыҙ! Нимә бүлешәгеҙ шул?
Рәхмәтулла, еңгәһе инеп киткәс, ауыр тойғоларға бирелеп, бер талай ҡамсы һабы менән итек ҡуңысына һуҡҡылап тора бирҙе.Унан, ҡаты көрһөнөп, аты янына килде.Ситән ҡаҙығына эләктереп ҡуйған теҙгенде ысҡындырып, сулаҡ ҡулына кейҙерҙе, һау ҡулы менән ерән-ҡашҡа атының муйынынан яратты.
Эй-й-й, ауыр шул тормош, ауыр...Һуғыштың әле осо-ҡырыйы күренмәй.Бөтә тыл ауырлығын ҡарт-ҡоро ла бала-саға менән ҡатын-ҡыҙ күтәрә.Шәмсеҡәмәр еңгәһенә лә асыуланып булмай.Ире, ауылдан тәүгәләрҙән булып, үҙе теләп һуғышҡа китте лә осһоҙ-ҡырыйһыҙ яу ҡырҙарында бер тамсы кеүек кенә юҡ булды.Бахыр еңгәһе өс балаһын ҡосаҡлап тороп ҡалды.Бына ул, һыңар ҡулын юғалтһа ла, иҫән ҡайтты бит.Ейәһе ризыҡтары, эсәр һыуҙары бөтмәгәндер күрәһең.Бәндәне ризыҡ йөрөтә, ти ҙә ултыра бит әсәһе.Туҡта әле, нимәһенә аптыранып тора, Өммөгөлсөмөн дә сығарырға кәрәк эшкә, әтеү был шайтаным да еңмәҫ бисәләрҙе, ысынлап та, тыңлатып булмаҫ.Бәпәйҙе ни, һеңлеһе көтөп торор.Инде ун йәше менән бара Гөлсәсәк, моғайын, бер-ике көнгә бер ни ҙә булмаҫ.
Әллә үҙе артыҡ йыуашмы, ниндәй генә эшкә булһа ла, “Ә ҡайҙа бригадир бисәһе?” – тип иң тәүҙә йәш кәләшенә йәбешәләр.Уныһы бер көн дә ҡалдырмай йөрөй торғайны әле, бына һигеҙенсе ай менән барған бәпәйҙәре ауырыңҡырап тора.Ну-у-у, бүреһе олоно Рәхмәттең, тал сыбығындай ғына кәүҙәле Өммөгөлсөмө бына тигән баһадир табып бирҙе! Ҡыуанысынан ҡайҙа баҫҡанын, нимә эшләгәнен белмәй, түбәһе күккә тейгәндәй йөрөнө бер килкем йәш атай.Эше ауыр булһа ла, өйҙән ҡәнәғәт сығып китә, ауыҙы йырылып ҡыуанып ҡайтып инә...
...Ҡапыл күңеллеләнеп киткән бригадир, атына һикереп менде лә: “На-а-а-а, малҡай! Йә, әйҙә!” – тип теҙгенде еңелсә генә ҡағып ебәрҙе.Бер урында оҙаҡ тороп ялҡып киткән ҡашҡа, шуны ғына көткәндәй, юртып алып китте.
-Йә, ҡарағашым, сәйең әҙерме? – тип тупһанан уҡ ҡояштай балҡып килеп ингән ирен күреп Өммөгөлсөм аптырап китте.
-Ҡайһылай иртәләнең бөгөн, - тине ул башын бормай ғына.
Ҡаҡ урындыҡ ситендә бәпәй имеҙеп ултырған кәләшенә Рәхмәтулла тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны.Икегә ярып үреп, теҙ бөгәренә үк етеп торған ҡап-ҡара ҡалын толомдары, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡаштары, үҙһүҙләнеп бүртенеп торған сейә ҡыҙыл ирендәре уға бөгөн бигерәк ымһындырғыс күренде.Иренең үҙенә йотлоғоп ҡарауын һиҙгән йәш ҡатын, күңелендә ҡупҡан ҡапма-ҡаршы хистәр ҡойононда икеләнеп ҡалды.Уларҙың өйләнешеүенә, дөрөҫөрәге, Рәхмәтулланың уны алып ҡайтыуына йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, алдында бынауындай матур ир бала ятыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да үҙенең ир ҡатыны, бала әсәһе булыуына ышанып етмәй әле.17 йәшлек ҡыҙ бала, быны ваҡытлыса ғына хәл һымаҡ ҡабул итте…Бына-бына был осор төштәге кеүек үтеп китер һәм ул өҙөлөп һағынған тыуған ауылына ҡайтырмын тип күҙ алдына килтерә.Инде апаруҡ йәш менән барған ҡарт әсәһен йәлләп, уның күҙ йәштәре менән:»Ҡыҙым, исмаһам, үҙем иҫән саҡта һине һәйбәтерәк итеп урынлаштырып ҡалайым.Ҡартайҙым инде, донъя хәлен белеп булмай, бөгөн бармын, иртәгә – юҡ.Ауырып та торам, оҙаҡҡа бармам, ахыры.Зинһар, һүҙемде йыҡма, бер-бер ҡапыл үлеп китһәм, кем һине ҡайғыртыр?Тыныс күңел менән китермен әхирәткә», - тип ялбарыуына ҡаршы төшә алманы.Буласаҡ иренең кем, ҡайһы ауылдан икәнлеген, фронтовик яугир булғанлығын белмәү түгел, уның уң ҡулының сулаҡ икәнлеген, еңгәләре, клубта ахирита һуғып йөрөгән еренән алдаштырып алып ҡайтып, елтерәтеп алып барып ҡушҡан өйҙә таң аттырғас ҡына күрҙе.Яңғыҙы тороп ҡаласаҡ ҡарт әсәһен дә, әллә ҡайҙа, белмәгән-күрмәгән ергә килен булып төшәсәк үҙен дә йәлләп, иланы ла иланы.Рәхмәт, үҙененең баҫалҡылығына барып, илап буҫыҡҡан йәш кәләшен нисек әүерәтергә белмәй, мөлдөрәп кенә бер килкем ҡарап торҙо.Шунан бер ни ҙә өндәшмәй, ҡыйыуһыҙ ғына янына килде, тулҡынланыуҙан ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҙҙың яурындарынан ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты.Өммөгөлсөм, ниҙәндер өрккән ҡырағай кейектәй дерелдәп, уның ҡулдарын алып ташланы, үҙе болан етеҙлеге менән өй мөйөшөнә һырыҡты.
-Яҡын киләһе булма миңә!..
Егет, асыҡтан-асыҡ нәфрәт менән үҙенә төбәлгән ҡараштан баҙап ҡалды.
-Ҡыйғас ҡашым минең, ҡарағашым!Ниңә улай тип әйтәһең?..Тәү күреүҙән үк күңелемә яттың бит һин...
Ошо көндән башлап кәләшенең үҙ исемен телгә лә алмаҫ булды Рәхмәтулла, “Ҡарағаш”, - ти ҙә ҡуя.Буй еткәнсе, әсәһенән айырылып, хатта күрше ауылға ла сыҡҡаны булмаған, япа-яңғыҙы үҫкәс, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, ҡырағайыраҡ тәбиғәтле Өммөгөлсөм менән апаруҡ ыҙаланы йәш ир.Әсәһе бер бөртөк кенә ҡыҙын ел-ямғыр тейҙермәй, өф итеп, бәпләп кенә үҫтергән.Килен булып төшкән еренә ерегә алмай, иренең күп һанлы туғандарына, уларҙың ҡылыҡтарына күнегеп китә алмай бер булды ҡатын.Ултыра-ултыра ла, әсәһе менән икәүләп кенә сөкөрҙәшеп ҡуян ҡанындай ҡуйы итеп, һөт өҫтө генә һалып яһалған сәй эсеүҙәре, йә булмаһа, йәй буйы урман-яландарҙа уның артынан ҡалмай йүгереп йөрөп еләк, көртмәле, бөрлөгән йыйыуҙары, көҙ етһә, әрәмәлектән елкәләренә ҡутаранан ҡомалаҡ йөкләп ҡайтыуҙары, биҙрә-биҙрә муйыл, балан-мышар тиреүҙәре иҫенә төшһә, ҡарт әсәһен йәлләүҙән бәғерҙәре өҙөлөп китерҙәй була Өммөгөлсөмдөң.”Нимә эшләп ултырған була икән, нисек кенә көн күрә икән, бахырғынам?”,- тип йөрәгенә ҡан һауҙырған, һарыларға һабыштырған һағыныуҙарына түҙә алмай, бөгөн үк, хәҙер үк , бына ошо минутта уҡ йүгереп ҡайтып китерҙәй була.Бындай саҡтарҙа бигерәк ҡырыҫҡа әйләнә Өммөгөлсөм, үҙенә йомола ла ҡуя.Һөйләшмәй ҙә, өндәшмәй ҙә, ауыҙынан тыны ла сыҡмай...Ирен эргәһенә лә ебәрмәй, биреһе кеүек күрә лә тора.Йәнәһе, барыһына ла ул ғәйепле, ул ғына Өммөгөлсөмдө тыуған ауылынан, әсәһенән айырып ошонда, ят бер мөхиткә алып килеп тыҡҡан.
Ҡайһы саҡтарҙа, бик һирәк кенә булһа ла, Өммөгөлсөмдөң нимәгә булһа ла, күңеле күтәрелеп, йөҙө асылып китһә, Рәхмәтулланан да бәхетле кеше булмай!Нимә алып, нимә бирергә белмәй өлтөрәп китә, кәләше янында йүгереп кенә йөрөй.Уның бер йылмайыуына ғына әллә нимәләр эшләр ине хәленән килһә...
Атҡынайға менһәң, әй һайлап мен,
Йоморо тояҡ, кесерәк башлыһын.
Йәрҙе лә генә һөйһәң, эй һайлап һөй,
Ҡыйылып ҡына торған ҡашлыһын, -
тип йырлап та ебәрә ҡаштарын дуғаландырып.Матур йырлай егет, тауышы моңло, күкрәге киң.Тыштан йыуаш ҡына күренһә лә, әллә ней төшөп ҡалғандарҙан түгел үҙе! Ҡарар күҙгә күркәм генә, оҙон ябыҡ буйлы, аҡ йөҙлө, бер аҙ һарғылтыраҡ сәсе бөҙрөлөнеп торған иренә Өммөгөлсөм эстән генә “һары баҡа”, - тип исем тағып ҡуйҙы.Заманына күрә етеш йәшәгән, һөт-ҡатыҡтан бер ваҡытта ла өҙөлмәгәс, аслыҡтың ни икәнен белмәгән ҡыҙ, ҡәйнә тупһаһына аяҡ баҫҡас, өй эсендә хөкөм һөргән ярлылыҡҡа иҫе китте.Тәүгә тапҡыр, сыра яҡтыһында киске сәйгә ултырғас, урындыҡтың уртаһына йәйелгән, ҡырҡмаһа ҡырҡ урындан ямалып бөткән киндер ашъяулыҡ тирәләй бер-береһенә һыйынышып ултырған эреле-ваҡлы алты баланы күргәс, ғәжәпләнеүҙән телдән ҡала яҙҙы.Ире ғаиләлә баш бала булып сыҡты, ҡәйнәһенең күҙ терәп торған ышаныслы терәге.Ярай әле, һеңлеләре бәхетенән, сулаҡ булһа ла, әйләнеп ҡайтты.Фронттан нисек кейеп ҡайтҡан, һаман шул гимнастерка, галифе салбарын сисмәгән егеткә хәрби кейем килешеп кенә тора ине.
Ауылда иң беренсе булып яуҙан иҫән-имен ҡайтҡан һалдат Рәхмәтулла булды.Оҙаҡлап ял итеп ятырға ла ваҡыт булманы уға.Ҡайтҡанының икенсе көнөнә үк бригадир Ғәйникамал килеп тә етте:
-Йә, Рәхмәтулла ҡустым, ҡабул итеп ал бригаданы.Был көндө лә күрер көнөм булыр икән, эй-й-й, аллам...Аяғың төклө булһын, инде беҙҙекеләргә лә имен-аман ҡайтырға яҙһын.Ҡасан ғына килер икән ул ваҡыт?.. Сулаҡ булһа ла, сатан булһа ла, тик иҫән килеш ҡайтһын ине, - тип түгелеп илап ебәрҙе.Был – уның һуғыш башланып, иңенә бригадир вазифаһын һалғандан алып кеше алдында тәүге тапҡыр күҙ йәштәрен күрһәтеүе ине.Шул көндән алып ошо йөктө тартып килеүе Рәхмәтулланың.Йәш ғаилә тәүҙә бер аҙ ҡәйнә йортонда йәшәп алды.Үҙҙәре лә артырға булып киткәс, унан да бигерәк, хужаға эшкә йөрөргә алыҫ булғас, аръяҡтағы бәләкәй генә өйҙө бер һарыҡҡа алмашты ла ҡуйҙылар.Ҡәйнәләре уларҙың айырым сығыуына бер ҙә ҡаршы булманы, тик
килен кешенең үҙ артынан эйәртеп килгән быҙаулы һыйырын алып китеүе эсен бошорҙо шулай ҙа.Ни тиһәң дә, балалар һөт-ҡатыҡ эсеп, аҡҡа тейенеп, тамаҡтарына әҙ-мәҙ, ҡыҫыр булһа ла аш эләгеп ҡалғайны.Айырым сыҡҡас, йәштәр иркенләне...Рәхмәт йәш кәләшен бәпәйҙәй күреп иркәләне.Ҡара таңдан тороп эшкә киткәнендә, уны уятырға йәлләп, үҙе дөрләтеп мейескә ут яғып ебәрә, шым ғына ултырып сәй эсә лә, татлы йоҡола иҙерәгән Өммөгөлсөмөнөң юрғанын ҡыҫып-ҡымтып ябып, маңлайынан, күҙҙәренән үбеп:
-Йоҡлай бир, ҡарағашым, иртә әле, - тип эшкә сығып китә...
Кеше асыҡҡанда ла кәләшен асыҡтырманы Рәхмәт: колхоз келәтенән итек ҡуңысына бер-ике ус иген ҡойоп алып ҡайтһынмы – бригадир булғас, яйын таба ине.Өммөгөлсөмдөң ҡото оса:
-Ҡуй, кәрәкмәй, шуның өсөн башыңды төрмәлә сереткең киләме?.Ил күргәнде күрербеҙ әле, мир өҫтөндә сәпсек үлмәҫ.
Тамсы тама-тама таш тишә, ти, Өммөгөлсөм дә яйлап-яйлап иренә өйрәнә башланы.Балаһы тыуғас, ире эштән ни тиклем генә арып-йонсоп, асығып ҡайтып инмәһен, өйгә инеү менән иң беренсе малайын ҡулына алды.Уларға ҡарап ҡырыҫ Өммөгөлсөм дә йылмайып ҡуя...
...Рәхмәт, үҙ уйҙарына бирелеп киткән кәләшен тертләтеп:
-Ҡарағашым, иртәгә һин дә арыш урырға сыҡмаһаң булмаҫ, кеше етешмәй.Уңды быйыл арыш, емерелеп уңды.Көндәр аяҙ торғанда көлтәгә һалып өлгөрөп булһа ярар ине, - тип өндәште.Өммөгөлсөм уға аптырап ҡараны.
-Ә бәпәйҙе һуң? Уны ҡайҙа итәйем? Ауырып тора, етмәһә.
-Бикәсең ҡарап торор, буйтым эшкингән.Һуңғараҡ барып, иртәрәк ҡайтып йөрөһәң, әллә ней бирешеп китмәҫ бәпәй ҙә.Ауыл бисәләре ҡарыша бит, һин сыҡмаһаң, эшкә бармайбыҙ, тиҙәр.Бына арышты урып бөткәс, әҙерәк бушаһам, күрше ауылдағы фельдшерға күрһәтеп ҡарарбыҙ.Әле нисауа ултыра бит, мыжыуын мыжый инде бала.
Өммөгөлсөм иренә ҡаршы төшөргә ҡыйманы, ни тиһәң дә, хөкүмәт кешеһе.Үҙ иркендә түгел, уның да өҫтөнән түрәләре бар.Бирерәк тә, анау район үҙәгенән ике-өс көнгә бер килеп тикшереп тороусы татар Хоҙайғолов тигәне яман, тиҙәр.Рәхмәтуллаһына ла эләгә унан, янынан бер вҡытта ла ҡалдырмай алып йөрөгән ҡамсыһы менән һыҙыра тартырға ла күп һорамай.Йоҡлаған сағында ла янына һалып ята, тиҙәрсе, ысынмылыр-бушмылыр.Булһа булыр унан, ҡарап торуҙары ла ҡурҡыныс, ялбыр ҡаштары аҫтынан бер һөҙөп ҡараһа ла ҡотоң осор.
Ярар, арыш урып бөткәнсе йөрөп торор, ысынлап та, ире бригадир булып, өйҙә ултыра алмай инде.Тик бына Уралының ғына нишләптер көйө китеп тора, гөр-гөр килеп уйнап ҡына йөрөгән баланың тамағынан быуҙы ла ҡуйҙы.Тауышы сыҡмай, өнө быуылып тора.Туғыҙынсы ай менән барған малайҙары ай-һайлап тәпәй нығыта башлаған ғына ине.Талпынып атлап китергә лә күп ҡалманы, тип йөрөгәндә, әллә һыуыҡ алдырҙылармы.Тамағы шешкәндер, тигән була ире.
***
Бигерәк хозур төбәктә урынлашҡан Батыр ауылы.Булыр булыр ҙа, был тиклем дә гүзәл тәбиғәтле ер булмаҫ!Ауылдың бер осонан, Ағиҙел йылғаһы буйлап, осло һөңгө кеүек, күк көмбәҙен тишерҙәй булып береһенән-береһе бейегерәк ҡаялар теҙелгән.Аҫтан ҡарағанда өҫтөңә ауғандай булып шаулап ултырған урманында ниндәй генә ағастар юҡ: мөһабәт ботаҡтарын күккә сөйгән һомғол, буйсан ҡарағайҙар, әҙ генә иҫкән елгә лә тертләп, быш-быш килгән уҫаҡтар, күҙ сағылырлыҡ ап-аҡ олонло нәфис ҡайындар, тамырҙарын тәрән ебәреп, үҙ дәрәжәләрен белеп олпат ҡына ултырған имәндәр, бал еҫтәре аңҡытып, хуш еҫ бөрккән йүкәләр, Яурындарына сағыу шәлъяулыҡтарын һалған ҡупшы сағандар – һәммәһе лә бар.Иңгә-иң терәп теҙелеп баҫҡан осло ҡаялар аҫтында ғына, йылғаға терәлеп әрәмәлек һуҙылып киткән.Унда тәлгәш-тәлгәш суҡтарына көсө етмәй, ишелеп муйыл уңа, ерек, тал ағастарына уралып һап-һары булып ҡомалаҡ бешә, ҡарағат, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары емештәренән һығылып тора, урыны-урыны менән ағас еләге өйкөлөп үҫә. Уйлап ҡараһаң – уйылып ҡына китерлек, ҡалай борон аҡыллы булған ата-бабаларыбыҙ, үәт, урын һайлай белгәндәр бит, ә?Был үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы шырлыҡ, ҡалын урманлы тау-төбәк араһында бөтә ауылдар ҙа тип әйтерлек Ағиҙел йылғаһын һыулай.Батыр ауылы тирәһендә иһә Ағиҙел, ҡылансыҡ ҡыҙҙай, бигерәк килештереп ебәрә.Тын ғына аҡҡан еренән йылан шикелле борғоланып, әллә нисә бөгөл яһап, етмәһә, ҡылайым әле мин һеҙҙе, тигәндәй, ауылды ҡап уртаға ярып бөтөнләй утрау итеп ҡалдырып ҡуя.Уның был ҡылығынан әлеге лә баяғы кеше ыҙалай инде, бахыр.Өс яғынан да ҡамалған ауылға тик ҡыш көнө генә иркенләп килеп-китергә мөмкин.Был мәлдә ҡалын боҙ юрғанына төрөнгән Ағиҙел тәрән йоҡоға сумған була.Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ауылдың ике яғынан да баш бирмәҫ йылғаға кәмә төшөрәләр.Ҡоронан бер юл бар барлығын.Дүртенсе яҡтан, ауылды сит-яттарҙан һаҡлаған төҫлө түш киреп баҫҡан ике олпат тау араһынан үтә ул.Ауыл халҡы, күбеһенсә, ул юлдан алыҫ сабынлыҡтарға утын-бесән ташырға ғына йөрөй.Тау-урмандар аша урап-урап йөрөргә йыбанмаһаң, күрше ауылдарға ла барып етергә мөмкин.
Ә иң ҡыйыу, ҡуш йөрәклеләр баяғы ҡаяларҙың биленән буйлатып һалынған нәҙек кенә һуҡмаҡтан юл ҡыҫҡарта.Тик үткер тояҡ, етеҙ, һиҙгер кәзәләр генә төйәк иткән был һуҡмаҡты халыҡ телендә “кәзә һуҡмағы” тип йөрөтәләр.Ҡуш йөрәклеләр генә, тик яҡты күҙҙә генә үтә унан.Әгәр аяғың яңылыш ҡына тайып китһә, бөттөң – һөйәктәреңде лә йыйып ала алмаҫтар, аҫта упҡын төҫлө ҡайнап аҡҡан Ағиҙел һинең яңылышҡаныңды ғына көтөп ята...
Өммөгөлсөмдәр ура торған арыш баҫыуы тап ана шул Ағиҙелдең аръяғында урынлашҡан.Былай яп-яҡын ул, ҡул һуҙымы ғына ерҙә кеүек.Тәпәш кенә тауға менәһең дә төшәһең, ап-асыҡ күренеп ята баҫыу.Хатта унда ҡайнашҡан кешеләрҙе лә сырамытырға мөмкин.Тик ана шул йылғаны сығыуы бәлә инде, бәлә.Ауылдыҡылар ней, бала саҡтан Ағиҙелдең иңен-буйын ҡуймай, ҡолас ташлап йөҙөп, балыҡтай сумып үҫкәс, ҡарап тормайҙар, геүләшеп кәмәгә тейәлеп сыға ла китәләр.
Ә Өммөгөлсөмдөң иң ныҡ ҡурҡҡаны шул инде.Ҙур йылға күреп үҫмәгәс, үлеп ҡурҡа Ағиҙелдән, йөҙә лә белмәй үҙе.Йылға бөтөнләй юҡ түгел, бар ул тыуған ауылында, тик бик бәләкәй генә, тауыҡ кисеп сыҡмалы.Һыуының таҙалығы!Төбөндә йөрөгән селбәрәләргә тиклем ап-асыҡ күренә.Ниндәйен эҫе көндәрҙә лә теш ҡамаштырғыс һалҡын була Үҙән һыуы.Ҡыҙҙар менән сыптырлашып мәж килә торғайнылар, һыуы һай булғанлыҡтан, йөҙөргә өйрәнә алманы Өммөгөлсөм.
Бына әле лә, ярҙан-ярға ятҡан төпһөҙ упҡын кеүек шомло йылғаға ҡурҡа-ҡурҡа яҡынлашты.Кәмәсе Мәғәфүрә уны һуҡрана-һуҡрана ҡаршыланы.
-Кеше аҙағында йөрөмәһәң шул...Бригадир бисәһе, тигәс тә, эшкә һуңларға тигәнме...
Өммөгөлсөм ҡайтарып бер ни ҙә өндәшмәне, теҙ быуындарының ҡалтырауын баҫырға тырышып, яй ғына кәмә яныныа килде.Уның һаман оҙаҡлауына йәне көйгән Мәғәфүрә аҡыртып ебәрҙе:
-Ултыр тиҙерәк, нимәһенә мыштырлайың?
Өммөгөлсөм, кәмәне сайҡалдыра биреберәк, алғы яҡҡа үтте лә сүкәйеп ултырҙы.Шул арала Мәғәфүрә ҡулындағы һайғауы менән кәмәне ҡырсынлы ярҙан һыуға этеп төшөрҙө, унан төпкә китмәйенсә, яр буйлатып ҡына, өҫ яҡҡа үрләтә башланы.Был тәңгәлдә Ағиҙел тын ғына аға, ләкин һиҙгерлегеңде юғалтып саҡ ҡына аҫҡараҡ төшһәң, шаршыға барып эләгеүеңде көт тә тор.Шуға ла ишкәксе ҡатын өҫкә, ҡаялар аҫтына тиклем үрләне лә үрләне, тик һайғауы буйламай башлағас ҡына, кәмәнең башын ҡаршы яҡҡа бороп ебәрҙе. Унан йәһәт кенә ҡулындағы һайғауын ишкәккә алыштырып, йән көсөнә батырып ишә башланы.Ҡурҡышынан ап-аҡ булып кәмә ситенә сытырман йәбешкән Өммөгөлсөмгә:
-Ана, теге ишкәкте ал да өҫ яҡтан ишергә ярҙам ит, яңғыҙыма ауыр бит! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.Кәмә төбөнә һеңерҙәй булған Өммөгөлсөм уға яуап биреү түгел, сытырҙатып йомған күҙҙәрен дә асманы.Ахыры, Мәғәфүрә уға ҡул һелтәп, аҫтан да, өҫтән дә алмашлап, таҫыллы һалмаҡ хәрәкәттәр менән үҙе ишә башланы. Уның көслө ҡулдарына буйһоноп, кәмә тулҡындар ярып алға ынтылды.Ҡаршы ярға яҡынлағас, Мәғәфүрә ишкәген шапылдатып кәмә төбөнә бәрҙе лә тағы баяғы һайғауын алды.Инде өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ҡапыл-ҡапыл көслө итеп этеп ебәреүенән кәмә «дыңҡ» итеп ҡомло ярға төртөлдө, шул ыңғайы Өммөгөлсөм дә сайҡалып алға ҡолап китә яҙҙы.Мәғәфүрә әле генә асыуланыуын да онотоп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
-Һин нимә, йоҡлап ултыраңмы әллә? Төш, килеп еттек бит инде...
Өммөгөлсөм көсөргәнешлектән ойоған аяҡтарын көскә яҙып, урынынан торҙо, әҙ-мәҙ ҡапҡыларға тип аҙыҡ төргән төйөнсөгөн күкрәгенә ҡыҫып ярға һикерҙе.Мәғәфүрә, уның был яланға тәүге көн эшкә сығыуын иҫкә төшөрөп:»Ай аллам, үҙем дә ҡалай иҫәрмен, һуң ул бит бер нәмә лә белмәй», - тип эстән үҙен-үҙе әрләп алды, шунан йәш ҡатынға боролоп аңлата башланы:
-Ана-а-а-а, әрәмәнең бөткән ерен күрәңме?Шунда бар ҙа иң тәүҙә Хөсниә еңгәйҙе эҙләп тап, ҡалғанын үҙе өйрәтер.
...Һай-һай-һай, ҡарағыҙ әле, кем килгән беҙгә!.. тип һуҙҙы Шәмсеҡәмәр, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына уларға яҡынлашҡан йәш киленде күреп, ауыҙын мыҫҡыллы салышайтты.Иң тәүҙә уның күҙенә Өммөгөлсөмдөң башына ябынған суҡлы-суҡлы зәңгәр шәлъяулығы ташланды.Ауылда бер кемдә лә юҡ бындай затлы шәл.Өммөгөлсөмгә лә уны әсәһе, кейәүгә сыҡмаҫ борон, Әүжән баҙарынан дүрт йомарлам аҡ майға алмаштырып алып ҡайтҡайны.
-Түрә бисәһенә төшкә тиклем йоҡлаһа ла була-а-а, - тип әхирәтенең һүҙен йәһәтләп эләктереп алды ябыҡ ҡына, ҡаҡса ғына икенсеһе.Белә инде Өммөгөлсөм, был икәүҙең теленә эләкһәң, бөттөң...Бөтә зат-ырыуыңды ҡалдырмай, ете быуыныңа тиклем барып төшәсәктәр.Иң яҡшыһы – өндәшмәү...Һыпырылып төшкән яулығы менән маңлайындағы бөрсөк-бөрсөк тирҙәрен һөртөп , туҙырашып киткән сәстәрен һыйпап торған Хөсниә уҫал ғына итеп, геүләшеп китергә әҙер торған ҡатын-ҡыҙҙы тыя һалды:
-Йә, нимә тип баҙар ойошторҙоғоҙ?Саҡ ҡына тын алығыҙ ҙа – эшкә! Нурмығыҙ тулмаһа, ҡарағыҙ уны! Теге татар кискә килеп урай торған, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтер...
Шунан тауышын йомшартыбыраҡ Өммөгөлсөмгә бородо:
-Һин дә торма бағаналай ҡатып.Әйҙә, үҙеңә ал бүлеп бирәм, кискә тиклем бөтөргә тырыш.
Бисәләр шып-шым булды, ҡайһыныһы айран һыулап эсергә, тип шишмәгә төштө, икенселәре әрәмәгә муйыл күләгәһендә саҡ ҡына хәл алырға йүнәлде.Өммөгөлсөм ирен көтөңкөрәһә лә, төшкә тиклем дә, унан һуң да Рәхмәтуллаһы килмәне.Ялға туҡтаған арала, төйөнсөгөн сисеп, үҙе менән алып килгән көлсәһен һындырып ашаны, яртыһын иренә кире яулығына төрөп һалды.Әрәмәлектең ҡап уртаһынан сылтырап ҡына ағып сыҡҡан шишмәнең теш ҡамашырлыҡ һалҡын һыуына айран һыулап эсте.Әле күбеһен белмәгәнлектән, төркөм-төркөм булып ял иткән ауыл ҡатындары эргәһенә барырға аяғы тартманы.Ҡарашы менән иркен баҫыуҙы байҡаһа ла, таныш һын күренмәгәс, «Ырҙын табағында йөрөй торғандыр», - тип уйланы Өммөгөлсөм ире тураһында.Һуң сыҡһа ла, башҡаларҙан ҡалышмайым, тип йүгереп йөрөп эшләгән ҡатындың да көлтәләре ырап китте.Ул Рәхмәте килһә, иртәрәк ҡайтырмын, тип уйлаһа ла, звено башлығы Хөсниәгә был турала әйтергә уңайһыҙланды.»Нисек бынауындай ҡыҙыу эште ташлап, алдан ҡайтып бараһың инде.Ярай, балам бер көнгә нисек тә түҙер әле.Бынау ерҙе генә алып барып сығам да...», - тип үҙен-үҙе йыуатып, башҡаларҙан айырылып ҡайтып китә алманы.Күкрәктәре тиртеп, һөт төшөп китте, түше таштай ҡатып ауырта башлағас, Өммөгөлсөмдөң түҙер хәле ҡалманы.Ул ҡатындарға күренмәй генә, ҡарт муйыл төбөнә ултырып, һыҙлана-һыҙлана түшен һауып алды.Уныһын ҡайҙа итергә белмәй, берғауым аптыраңҡырап торҙо ла, бисмиллалап, һөтөн йәлләй-йәлләй үҙе ултырған муйыл төбөнә түкте.Эстән генә:»Эй, аллам, баламдың ризығын өҫтөмә гонаһ алып түктем инде», - тип Алланан ярлыҡау һораны.
Ниһәйәт, ҡояш офоҡҡа тәгәрәне.Ҡатындар, көнө буйы бөксәңләп ҡатып киткән билдәрен яҙып, иркен тын алып ҡайтыр юлға ыңғайланылар.Өммөгөлсөм дә, уларҙан ҡалмайым тип төйөнсөгөн ҡалдырған ергә йүгерҙе, ләкин ҡабаланып-ҡарһаланып эҙләһә лә, яртылаш ашалып бөтмәгән көлсәһен төрөп һалған, яратып ҡына ябынған зәңгәр шәлъяулығын таба алманы.Аптырашҡа ҡалған йәш ҡатын:»Аһ-аһ, әллә яңылыштан икенсе муйыл төбөнә һалдыммы икән, әллә берәйһе шаяртып йәшерҙеме икән», - тип шул тирәләге ағастарҙы яңынан ҡарап сыҡты.Ул арала йылға яғынан Мәғәфүрәнең һөрәнләгәне ишетелде.Өммөгөлсөм: «Иртәгә килгәс ҡарап алырмын», - тип ҡул һелтәне лә кәмә сығышына йүгерҙе.Ул килеп етеүгә ҡатындарҙың ике-өс төркөмө ҡаршы яҡҡа сығып киткән дә ине, тик иң һуңғы төркөм генә уны көтә ине.Улар араһында әлеге лә баяғы Шәмсеҡәмәрҙең булыуы Өммөгөлсөмдөң кәйефен ҡырҙы.
Әллә нимәһенә, килен булып төшкәне бирле, ошо ҡатын уны яратманысы.Былай ҙа ҡырыҫыраҡ, ҡырағай холоҡло Өммөгөлсөм ауыл ҡатындарына бигүк яҡынлап бармай, ә тегеләре, уны бригадир бисәһе булғанға эреләнә, уларҙы һанға һуҡмай, тип уйлап йәндәре көйә.Бигерәк тә Шәмсеҡәмәр, уңайы сыҡҡан һайын, нимәгә булһа ла мыҫҡыллап, төрттөрөп ҡалырға, гел генә башҡалар алдында уны кәмһетергә, түбәнһетергә тырыша ине.Бына әле лә ул, бөтәһенең дә кәмәгә тейәлеп бөткәнен көтөп кенә торҙо ла, Өммөгөлсөмдөң кәмә ситенә аяғын терәүе булды, кәмәне һайғау менән ярҙан этеп тә ебәрҙе.Аңғармай ҡалған Өммөгөлсөм «шап» итеп һыу эсенә барып төшкәнен һиҙмәй ҙа ҡалды.Ҡатындарға был етә ҡалды.
-Эй, йоҡосо ла инде был килен! Ошонда ла йоҡоһона баш була алмай тора, - тип Шәмсиҡәмәр сырҡылдатып көлөп ебәрҙе.Уға уның яҡлылыр ҡушылды.Тик кәмәсе Мәғәфүрә генә:
-Эй аллам, хәҙер миңә яңынан сығырға тура килә лә һуң...- тип ризаһыҙлыҡ белдереп маташты, тик яңғыҙы күмәк ҡатындарға ҡаршы торғоһо килмәне.Белә ул Шәмсеҡәмәрҙең холҡон: ошонда тыуып-үҫкәс, килен булып төшкәс, үҙе баш, үҙе түш.Ҡулынан да килә, теленән дә...Ауылдағы ҡатындар уның һүҙенән сыҡмаҫҡа тырыша, нимә әйтһә лә, тик уныңса булһын...Барыһына ла һүҙе үтә сая ҡатындың.Эт тә үҙ ояһында көслө, тиҙәр, ә ҡатындарҙың күбеһе ситтән төшкән килендәр. Ней, теге остоҡолар ҡайтышып бөттө, бер звеновод Хөсниәнән генә әҙерәк шөрләй уҫал ҡатын.Уҫал тип, әллә ней уҫаллығы ла юҡ, һиҙә ҡатындар эштең ниҙә икәнлеген...Рәхмәтулла һуғыштан яраланып, миктәп ҡайтып ингәс, уны ошо Шәмсеҡәмәр «мал итеп алды», үҙе әйтмешләй.Бик йонсоу ине, ауыр яраланғандан һуң мандый алмай бер булды сулаҡ һалдат.Етмәһә, өйҙәрендә лә рәт юҡ, күмәк ғаиләлә әсәһе береһенән-береһе ыуаҡ балаларына нимә ашатырға белмәй өҙгөләнә.Еңгәһе иһә, ни тиклем ауыр булмаһын, аҡтан яҙманы.Һыйырҙан өҙөлһә лә, кәзәһе ҡотҡарҙы.Рәхмәтулла ҡәйнешен дә шул кәзә һөтө менән аяҡҡа баҫтырҙы.Күптәр:»Еңгәнең яртыһы ней ҡәйнештеке инде.Ағайыңа барыбер ҡара ҡағыҙ килде, өйҙәш булып ин дә ҡуй, еңгәңә балаларын аяҡҡа баҫтырышырһың», - тип өгөтләһәләр ҙә, Рәхмәтулланың күңеле тартманы.Уныһынан бигерәк, ике генә туған ағаһының үлеменә ышанғыһы килмәне.Һуғыш бөтһөн, күҙ күрер әле, тип уйланы.Ә бер мәл, колхоз эше буйынса йөрөгән сағында, Өммөгөлсөмдө күреп, бер күреүҙән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы.Уның өйләнеүен еңгәһе бик ауыр кисерҙе, эстән генә ул ҡәйнешенә өмөтләнеп йөрөй ине...
Әлбиттә, Өммөгөлсөм быларҙың береһен дә белмәй ине, шуға Шәмсеҡәмәрҙең ни өсөн үҙенә шул тиклем ҡанығыуын аңлай алманы.Әле яңғыҙы был ярҙа тороп ҡалғас, ҡасандан бирле алҡымына килеп тығылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе.Ҡатындарҙың был ҡырағай ҡыланышына ла, өйҙә ҡалған бәләкәсен дә уйлап, үҙенең мәмәйлегенә, көсһөҙлөгөнә йәне көйөп иланы.
Теге ярға сыҡҡан ҡатындар иһә кәмәне кире сығарырға Шәмсеҡәмәрҙән шөрләнеләр, бәләһенән баш-аяҡ тип, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡаранылар.Башҡа ҡатындарҙың өйҙәре тәңгәленән үткәнен күргән Гөлсәсәк, сыҙамай урамға йүгереп сыҡты, тик еңгәһе күренмәне.Иртәнсәктән алып ҡустыһын ҡарап ялҡҡан бәләкәс ҡыҙ, юлдан кем күренһә лә: “Еңгәм түгелме икән”, - тигән өмөт менән юлдан күҙен алманы.Ишек алдында көтөүҙән ҡайтҡан һәүкәш, елендәре тулышып баҡырҙы, өйҙә бәпәй илай-илай һыны ҡатып китте.Гөлсәсәк уны нисек әүрәтергә белмәй, үҙе ҡушылып иланы...Тауышҡа урамдан үтеп барған арғы ос Хәйерниса әбей килеп инде.
-Эй, балаҡайҙарҙы, ҡалай буҫығышып бөткәндәр!Еңгәң ҡайҙа һуң?
Гөлсәсәк ыңҡылдап илай-илай хәлде төшөндөргәс, Хәйерниса әбей уны һаман да ҡайтып етмәгән Рәхмәтуллаға йүгертте.
-Моғайын, ырҙын табағындалыр, ошо мәлдә гел шунда була торған.Бар, бар, тиҙерәк ҡайтар ағайыңды.Мин килендең һыйырын арлы-бирле тартҡыслай торайым, - тип ашыҡтырып ебәрҙе ҡыҙҙы.
Гөлсәсәк әле генә илауын да онотоп, Хәйерниса әбейҙең алъяпҡыс кеҫәһенән алып биргән әсе ҡаҡ ҡорот киҫәген сытырайып һура-һура, иң яҡын тыҡрыҡтан ырҙынға йүгерҙе.Әбей бәләкәс Уралды урындыҡ төбөнә тәҙрәгә ҡаратып ултыртты ла:»Ана-а-а, хәҙер әсәһе ҡайта баламдың.Мәмәй алып ҡайта.Ошонан ғына ҡарап ултырып тор», - тип әүрәтеп, уның алдына ыуаҡ ҡына итеп онтап әлеге ҡорот киҫәктәрен һалды.Бала илауынан шып туҡтап, алдындағы ризыҡҡа йәбеште.Үҙе йәһәтләй һалып, һикегә түңкәрелгән биҙрәне эләктереп, тышта донъя ярып баҡырған һыйыр эргәһенә сыҡты.
...Йөрәге урынынан ҡупҡан Рәхмәтулла, ҡарһаланып йылға буйына барып еткәндә, апаруҡ күҙ бәйләнгәйне.Ишкәк шапылдаған тауышҡа Өммөгөлсөм башын күтәреп ҡаршы яҡҡа ҡараны, ҡарасҡы кеүек кенә күренгән берәүҙең кәмә менән сығып килгәнен күргәс, сит-яттар алдында илап шешенеп бөткән йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн, Ағиҙелгә эйелеп бит-ҡулын йыуҙы.Сулаҡ ҡулы менән ишә алмай бер булған кешенең Рәхмәтулла икәнен танығас, Өммөгөлсөмдөң эсе йылынып китте... Мең бәлә менән Ағиҙелде кире сығып ҡайтырға ыңғайлағанда, ҡараңғы төшөп, аяҙ күктә эре-эре йондоҙҙар емелдәшә ине.Ире ни тиклем генә әүрәтеп ҡараһа ла, Өммөгөлсөм ипкә килмәне, бер ни ҙә өндәшмәй ҡатты ла ҡуйҙы.Өндәшеп-өндәшеп ҡарап та бер ни әйттерә алмаған Рәхмәтулла, ахыры, ҡул һелтәне.Бер йыл дауамында уныһының холҡона өйрәнде инде, хәҙер Өммөгөлсөмдөң ауыҙынан ҡыпһыуыр менән тартһаң да бер һүҙ ҙә сыҡмаясаҡ...Иң һәйбәте, аҙаҡтан яйлап берәйһенән һорашыу.Өйгә ҡайтҡас та һөйләшмәнеләр.Балаһын ҡосаҡлап, ауыҙына һыу ҡапҡан кеүек ултырған ҡатынына ҡарап-ҡарап торҙо ла Рәхмәтулла урындыҡҡа тәгәрәне.Көнө буйы баҫыуҙар буйлап йөрөп шул тиклем арыған, башы мендәргә тейеү менән үлек кеүек йоҡлап та китте.Өммөгөлсөм, йөрәгендәге кисерештәренә сыҙамай, ҡара янып керпек тә ҡаҡманы.Малайын күкрәгенә ҡыҫып тик ултырҙы.Йөрәгенә таш булып ятҡан әрнеү-үкенес, Шәмсеҡәмәрҙең оятһыҙлығы, Рәхмәтуллаға хәтере ҡалыуы – барыһы-барыһы бергә ҡушылып күңелен һыҙлатты.Үҙ тойғоларына әүрәп, малайының баянан бирле нишләптер иммәүенә лә иғтибар итмәне.Ултыра биргәс, Уралының ауыҙынан бер туҡтауһыҙ ҡойолған шайыҡты күреп, ҡапыл күңелен ҡурҡыу тойғоһо баҫты.Ул ни эшләргә лә белмәй ыуаланғансы, балаһы тын ала алмай хырылдай башланы... Хәйерниса әбей биргән ҡаты ҡорот киҫәктәренең береһе уның тамағына китеп тын юлын быуғайны.Өммөгөлсөм ҡурҡышынан ирен төрткөләй башланы:
-Тор әле, тор тиҙерәк! Малайыбыҙ әллә нишләне...
Рәхмәтулла йоҡоһонан айнып, ҡасан ни булғанын аңлағансы, бәләкәс тартыша башланы.Эргәһендә ни эшләргә белмәй Өммөгөлсөм өҙгөләнде, ярҙам өмөт итеп иренә ялбарып ҡараны.Уныһы көсһөҙлөгөнән уртын сәйнәне, баланың ярҙам итеүҙән уҙғанлығын аңлағайны күптән.Уралдың ауыҙ-морононан ҡан ҡатыш күперек китте.Быны күргән Өммөгөлсөм:»Ах, балам...», - тип һығылып төштө...
...Эй-й-й, яҙмыш, яҙмыш! Һикәлтәле, соҡор-саҡырлы, кинәт боролоштары менән быуын нығытыр, ир уҙаманы ҡорона еткерер ғүмер юлының башында ғына баҫып торғанлыҡтарын аңламай шул кисәге һалдат Рәхмәтулла ла, әле боҙ аҫтынан баш ҡалҡытҡан умырзаялай ыуыҙ ғына, тик ваҡыт үтеү менән ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырҙай ҡатын булып етешер Өммөгөлсөм дә...Алда әле уларҙың барыһы ла, алда...
Читайте нас: