Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Декабрь 2020, 10:26

Мәсеттә Осрашыу Хикәйә

Яратҡан бәндәһенә һынауҙы Хоҙай өйөп бирә икән, тинеләр...

Сәлиә ҒатауллинаМӘСЕТТӘ ОСРАШЫУ Хикәйә
Һай, был хәтер тигәндәре! Бик тә мөһим эше бар кеүек ине, нимәне онотто һуң әле ул? Уф, ярай иҫенә төштө – кесаҙна көнө мәсеткә барып әйләнергә ниәтләгәйне бит! Дания тиҙ арала ҡоймағын ҡойҙо ла хәйерлектәрен төрөп алып, мәсеткә юлланды. Мәсет ҡала ситендәге иң ҡалҡыу урында урынлашҡан. Бер-береһенә оҡшаған күп һанлы өйҙәрҙән айырылып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора ул. Әллә ни йыраҡ түгел атларға. Ашыҡмай ғына атлағанда ла бары ярты сәғәтлек юл. Тирә яғына күҙ һала - һала Дания юлын ыратты. Яҙ һулышы һиҙелә башлаған, ә бит әле ғинуар айы ғына аҙағына яҡынлаша. Ағастарҙағы турғайҙар, тиҙҙән яҙ етеүенә ҡыуаныптыр, күңелле итеп сырҡылдашалар. Бына ул мәсеткә яҡынлашты. Ошонда килгән һайын Дания һәр ваҡыт бик ныҡ тулҡынлана. Ниндәйҙер көтөлмәгән мөғжизә, сер асылыр кеүек була. Мәсеткә килгәндә бөтә кеше лә ошондай тойғолар кисерәме икән? Был иман йортонан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Ғүмеренең төрлө мәлендә килә ул бында: әрүахтар рухына хәйер- саҙаҡа һалып, аят уҡыта, бала-сағалары өйләнешһә, никах туйы үткәрә, яҡындарын һуңғы юлға оҙатҡанда ла иң тәүҙә мәсеттән мулла саҡырталар. Бына әле лә мәсет ишеге шар асылып, унан өс ҡатын килеп сыҡты ла, үҙ-ара сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә Дания янынан үтеп китте. Мәсеттең эсе һәр ваҡыттағыса бөхтә итеп йыйыштырылған. Иҙәндәргә күркәм балаҫтар түшәлгән, ишек янындағы кейем элгескә килгән ҡунаҡтарҙы хәстәрләп биҙәкле яулыҡтар, түбәтәйҙәр элеп ҡуйғандар. Хатта, ишек алдына йомшаҡ тапочкалар ҙа теҙгәндәр. Дания аяҡ кейемдәрен алмаштырып, яулығын ябынды ла имам ултырған бүлмәгә уҙҙы. – Һаумыһығыҙ... Әссәләмәғәләйкүм! – Әссәләмәғәләйкүм рәхмәтуллаһу үә бәрәкәтү һү! Үтегеҙ, үтегеҙ!–яғымлы йөҙлө дин әһеле ихлас сәләмләне. –Бына ошонда ултырығыҙ! Һөйләп ебәрегеҙ хәл-әхүәлдәрегеҙҙе... – Мин... теге, ней... әрүахтар рухына аят уҡытайым, тигәйнем. Бына ошо ҡағыҙға исемдәрен яҙып ҡуйғанмын, – тулҡынланған Дания ҡабаланып ҡағыҙын өҫтәлгә ҡуйҙы. – Эйе, эйе, бик тә изге эш был! Йырлайҙар бит әле: “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел!” Бик тә дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, үлгәндәрҙе иҫкә алырға онотмаҫҡа кәрәк. Сауап ҡына буласаҡ ваҡытында уларҙың рухтарын ҡыуандырып, аят уҡытып торһаң. Ҡасан да үҙебеҙгә лә әхирәткә юлланырға ваҡыт етер. Унда инде беҙҙе иҫкә алырҙар... Шулай тыныс ҡына һөйләнә – һөйләнә мулла Дания килтергән исемлекте йәтешләп өҫтәлгә һалды, изге Ҡөрьән китабын алдына ҡуйҙы. – Әғүзүбилләһи минәш шайтан ирражим, бисмиллаһир рәхманир рахиим... Әлхамделүлләһи раббил ғаләмин, әррахманир рахим, мәлики йәүмиддин, иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстағыйн, иһдинәс сыйраталь мөстәҡыйм... Имамдың шулай талғын ғына көйләп уҡыуын тыңлап ултырған Дания үҙенә һәр ваҡыттағыса, аят тыңлағанда ғына кисерә торған күңел тыныслығы, еңеллек килеүен тойҙо. Әллә күптән ниәтләгән уйын бойомға ашырғанғамы, әллә мәсеттәге һиллек шулай тәъҫир итә? “Үҙҙәренә бағышлап аят уҡытҡанда әрүахтарҙың йәндәре ҡыуанып, ергә осоп төшә икән, бигерәк тә майҙа йөҙҙөрөп бешергән табикмәк, ҡоймаҡҡа ҡыуаналар, ти...” Кемдеңдер шулай тип әйткәне ҡапыл иҫенә төштө Данияның. Бәй, ысынлап та шулай булһа, әле кемдәрҙең йәне яҡында ғына осоп йөрөй икән һуң? Ошо уйынан һиҫкәнеп ян-яғына күҙ ташлағайны... Әстәғәфирулла! Әллә ысынлап шулай булды, әллә тойолдо ғына, тик мәзиндең артындағы тәҙрә пәрҙәләре ҡапыл һелкенеп киткәндәй булды. Бәлки, форточкаһы асыҡ ҡалғандыр тип, иғтибарлап ҡараны. Юҡ, ябыҡ тора... Тәҙрәгә яҡын мөйөштә ҙур ғына гөл ултыртҡандар. Дания шул тарафҡа ҡарашын йүнәлткәйне, ошо гөлдөң күләгәһе тирбәлеп ҡуйҙы ла яйлап ҡына бер яҡ ситкә ауышты. Дания күҙҙәрен сытырҙатып йомдо. Ҡурҡҡанға ғына күренәлер... Аһа, йөрәге ана дарҫлап тибергә лә тотондо! “Теләһә нимәгә ышанырға ғына тора инде ошо!” – тип ике туған апаһы Фәйрүзә бер ҙә юҡҡа тиргәмәйҙер үҙен. Ҡуй инде! Инде тынысланған Дания бар иғтибарын биреп аят тыңларға тотондо... ***“...Килдеңме, ҡыҙым? Килереңде белдем, иртә таңдан уҡ барыһына ла әйтеп ҡуйған инем, Дания ниәтләһә, барыбер үтәйәсәк, киләсәк, тинем. Теге, ҡала осондағы ҡалҡыулыҡта торған мәсеткә табан осорһоғоҙ, тинем. Ана, барыһы ла сиратҡа баҫҡан! Барыһының да һиңә әйтеп ҡалыр һүҙҙәре барҙыр, ә мине иң алдан ҡуйҙылар. Рәхмәт, ҡыҙым! Онотмайһың, хәлеңдән килгәнсә аяттар уҡытып, хәйер биреп тораһың. Былар өсөн Хоҙай үҙеңә сауабын да мул итеп бирәсәк, иншалла. Ә беҙгә бында яҡындарың уҡытҡан аят-доғаларһыҙ, ай-һай, ҡыйын, бигерәк тә балаҡайҙарыма, минең йән киҫәккәйҙәремә... Тик... мин уларҙы барыбер үҙ яныма йыйып алдым. Хәҙерге мәлдә барыһы ла үҙ ҡанаттарым аҫтында, яҡлаулы, һаҡлаулы. Һай, ауыр ҙа булған уларға! Мин булмағанда... Эйе, дөрөҫ әйткәндәр, кешегә күпме ғүмер бирелгән, шунса йәшәргә тейеш. Нисек кенә ауыр булһа ла, сабыр итергә, түҙем булырға, урау-урау юлдарҙан булһа ла бәхеткә юлды табырға тырышыр кәрәк. Тик үҙ йәнеңде генә ҡыйырға ярамай... Гонаһтың иң олоһо ла ошо икән! ...Йәш сағымдан йәшел төҫтәге әйбергә ҡыҙыҡтым. Күлдәк-фәлән тектерер булһам, тик йәшел төҫтән һайлар инем. Бер-бер артлы ғаиләмә килгән бәлә-ҡазаларҙан һуң күрәҙәсегә барған инем: “Тик йәшел төҫтән кейенәһең икән. Тиҙ арала ҡотол ул әйберҙәреңдән, һиңә ул төҫ бәхет килтермәй, башҡа төрлөһөн һайларға тырыш!”–тине. Ышанманым: “Кит, юҡты, булмаҫтайҙы әйтәлер! Күрәсәгең булһа, төҫкә генә ҡарап тормайҙыр инде! Бөтә донъя яҙын-йәйен йәшеллеккә күмелә, йәмләнә, сафлана, ни сәбәптән ул төҫ миңә бәлә килтерергә тейеш?”– тинем. Шулай ҙа кейгән кейемдәремде үҙгәрттем, магазиндарҙа берәй матур ғына йәшел төҫтәге кейем күрһәм, оҙаҡ ҡына янынан китә алмай, һоҡланып баҫып торор инем... Бәлки, ысынлап та, күрәҙәсенең әйткәне дөрөҫ булғандыр, ошо мәлдән һуң бәлә-ҡазалар ҙа сигенгәндәй булды. Күпмелер ваҡыттан һуң бер йыр тыңланым. Унда: “Бәхетһеҙлектең күҙҙәре йәшел төҫтә” – тигән һүҙҙәр бар ине... Ә һуңынан... яңы көс менән ябырылдылар бәләләр. Яратҡан бәндәһенә һынауҙы Хоҙай өйөп бирә икән, тинеләр... Эйе, өйөп кенә бирҙе шул! Бөтә һынауҙарҙы ла йырып сыҡтым, шикелле... Бына хәҙер мин бында, мәңгелек йортобоҙҙа. Беләһеңме, ҡыҙым, хәҙер минең бер ерем дә ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа. Эй, рәхәт икән! Осоп ҡына йөрөйөм. Барыһы ла шулай, ҡанаттарын ғына елпеп алалар ҙа осалар! Бөтә ауыртыныу-һыҙланыуҙар ерҙә тороп ҡала икән... Бына шулай минең хәлдәр. Һине беҙ, ҡыҙым, күмәкләп ҡурсалап ҡына торабыҙ. Бәлә-ҡаза янаһа, шул минутында яныңа фәрештәләрең осоп төшә. Ҡайһы мәлдә үҙең дә аптырап, уйланғанһыңдыр: ”Әллә күктән ярҙам килде инде?” Булды бит ғүмер юлыңда көтөлмәгән, түҙеп торғоһоҙ ауыр мәлдәр! Әммә һин үҙең дә бик ныҡыш, сәмлеһең! Алла ярҙамы менән барыһын йырып сығырға тырышаһың. Эйе, һин йәшәргә тейешһең, барыбыҙ өсөн дә! Һаҡла үҙеңде, ҡыҙым... "*** Бәй?! Имамдың талғын ғына аят уҡыуына әллә иҙрәп тә киткән инде? Дания күҙҙәрен асҡас, бер ни аңламай ултырҙы. Мөйөштәге гөлгә иғтибар итте. Бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәй... Улайһа нимә булды һуң был? Ҡолағынан әсәһенең яғымлы тауышы китмәгән Дания, һорауына яуап табырға теләгәндәй, ихласлап аят тыңларға тотондо: – Аллам раббым, үҙеңдең ризалығың менән доға ҡылам. Тар гүрҙәре киң булһын, ауыр тупраҡтарын еңел ҡыл, сират күперҙәренән үткәндә еңеллек менән үтергә насип ҡыл, тамуҡ уттарынан үтергә еңеллек бир, ярҙам бир. Аллам раббым, үҙеңдең киң рәхмәтең менән рухтарын шат ҡылып, донъялыҡта белеп ҡылған, белмәй ҡылған гонаһтарын ғәфү ҡылып, урындарын йәннәттә ҡыл. Хәйҙәр ҡыҙы Данияға иҫәнлек-һаулыҡ, тулы иман, тулы ислам, тулы ихсан бир. Иң хәйерле, иң бәрәкәтле ишектәрен ас барса теләктәренә. Амин, амин, амин! Бар уйлаған ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, әрүахтар ҡыуанып ҡайтһын! ***...Дания ҡайтыу юлына сыҡты. Их, ҡышҡы сафлыҡҡа етмәй инде! Мәсеткә етер саҡта ғына ябалаҡлап яуа башлаған ҡар бөтә тирә-яҡты илаһи матурлыҡҡа сумдырып та өлгөргән. Дания берсә аҡ-аҡ ҡар ятҡан ергә, берсә күккә төбәлде. Һанап бөткөһөҙ ҡар бөртөктәре иҫ киткес тиҙлек менән ергә осоп төшәләр. “Әллә күктәрҙән ергә сәләм ошолай килә микән? Ерҙә күпме әҙәм заты, әхирәттә лә шунсалыр инде. Ҡышын ҡар бөртөктәре, йәйен ямғыр тамсылары уларҙың сәләмен яҡындарына еткерәлер...” Ҡолағында һаман илаһи көй сыңлаған Дания уйлана-уйлана ҡайтты. Мәсеттәге осрашыу һис тә үҙенән ебәрмәне. Әллә ысынлап шулай аят уҡытҡанда әрүахтар ергә осоп төшәләр инде?! Һуң барыһын да күреп-белеп торған кеүек бит әсәһе: ул киткәндән һуң Дания нисек йәшәгән, ниндәй бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоп ҡалған! Барыһы ла дөрөҫкә оҡшай... ...Бала ғына сағындағы бер ваҡиға хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған Данияның. Ул мәлдә уға алты йәш тирәһе генә булғандыр. Күмәк балалы ғаилә булғас, өй эсендә сыр-сыу килгән бала-саға тауышы бер ваҡытта ла тынмай ине. Дания ҙур ғаиләлә дүртенсе бала. Бер мәл өс йәшлек ҡустылары Нил бик ныҡ ауырып китте. Барыһы ла яратҡан шуҡ, һөймәлекле малай урынынан да ҡуҙғалмай бер нисә көн ауыр хәлдә ятты. Ололар үҙ-ара Нилдең тән температураһы ныҡ көслө, тинеләр. Дания ҡустыһы янына килеп уға һүҙ ҡушып ҡарай, тик ул бер нисек тә яуап бирә алмай. Башын көс-хәл менән бороп йәшле күҙҙәре менән апаһына мөлдөрәп ҡарап ҡына ҡуя. Бер кис аталары эштән ашығып ҡайтып инде лә әсәләренә тиҙ арала юлға йыйынырға ҡушты. “Былай булмай, тиҙ арала балнисҡа һалыр кәрәк. Күрәләтә һәләк итеп булмаҫ инде баланы”,- тине. Үҙе ат егергә сығып китте. Ҡустыларын юрғанға төрөп сығарып һалдылар. Оҙаҡлабыраҡ китһәк, бала-сағаға күҙ- ҡолаҡ булырҙар тип, күрше апайҙың ҙурыраҡ ҡыҙҙарын иптәшкә ҡалдырҙылар. Аулаҡта ҡалғас, башланды сыр-сыу килеп уйнау, ҡысҡырып китап уҡыуҙар... Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәләре тауыш-тынһыҙ ғына ҡайтып инде. Башын аҫҡа эйгән әсәһе әллә янына килеп баҫҡан Данияны шәйләмәне, кейемен элгескә элде лә, мейес артына уҙҙы. Ҡыҙсыҡ шәүлә кеүек уның артынан эйәрҙе. Бына әсәһе башындағы яулығын сисеп йөҙөнә ҡапланы ла, тауышһыҙ ғына иларға тотондо. Дания ни булғанын аңлай алмай берсә шау-гөр килгән туғандарына ҡарай, берсә сәстәрен өҙгөсләп илаған әсәһенә. Әсәһе уға шундай йәл! Үҙе лә ҡушылып ҡысҡырып-ҡысҡырып илағыһы килә. Ниндәйҙер бик ҡурҡыныс хәл килеп тыуғанын кескенә йөрәге менән аңлап алған Дания иң оло апаһы янына килеп: – Унда... унда... әсәй илай! – тип мейес артына күрһәтте. Уйынға мауығып әсәләренең ҡайтҡанын аңғармай ҙа ҡалған апалары тиҙ арала уның янына барып еттеләр. Ни булғанын һораштылар. Әсәләре көскә һөйләй алды. Ауылды сығып та өлгөргәндәр, Нил ҡустылары күҙҙәрен асып бер генә һүҙ әйтә алған:”Атай!” Һәм ул... Аталары йәнһеҙ улын бер үҙе балнисҡа алып киткән, әсәләрен балалар янына ҡайтарған... Ана шул мәлдә Дания беренсе тапҡыр ауыр юғалтыу кисергәйне. Һуңынан ундай юғалтыуҙар бик күп буласаҡ уның ғүмерендә... Бик күп... Ай-һай, ауыр шул яҡындарыңды мәңгелеккә юғалтыу... Ә бына бөгөн ул ошо мәңгелеккә киткән яҡын кешеһенең тере тауышын ишеткәндәй булды. Мәңгелеккә китмәй икән дә улар! Һәр ваҡыт Данияны күҙәтеп, уның ҡыуаныстарына ҡыуанып, бәлә – ҡазаларҙан аралап ҡына торалар икән! Ошо уйынан һуң Дания, ниһайәт, тынысланып, иркен тын алып ҡуйҙы: “Бына Алланың ҡөҙрәте! Бөгөн үҙе уға күктәрҙән илселәр ебәргән түгелме?” Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ул, ниһайәт, тынысланып, бар донъяға шөкөр ҡылып ҡына йәшәй. Күҙ генә теймәһен! Ире Ислам менән берҙән-бер ҡыҙҙары Зарифаны яҡшы һөнәргә уҡытып, кейәүгә бирҙеләр. Кейәүе менән ҡыҙы тырышып донъя көтә, яҡшы урында эшләйҙәр. Олатай-өләсәйҙәренә иҫ киткес зирәк, шаян ейән бүләк иттеләр. Башҡалала йәшәһәләр ҙә, йыраҡ тип тормай, йыш ҡына ата-әсәһе янына ҡайтып торалар. Әлеге ваҡытта Дания ире Ислам менән иркен фатирҙа икәүҙән-икән донъя көтәләр. Икеһе лә хаҡлы ялда булһалар ҙа, шөғөлдәре бихисап уларҙың. Йәйен баҡса эштәренән бушамаһалар, ҡышын да ваҡытты әрәм уҙғармай улар. Әле бына ире, тыуған яҡтарға барып әйләнәйем әле тип, ҡайтып китте. Әммә Дания белеп бөткән инде, туғандарына ауылдың бер ҡасан да бөтмәҫ эштәрендә ярҙам итеп тә өлгөрәсәк, еҙнәһе менән рәхәтләнеп балыҡ тотоп, Данияға күл балығын да алып ҡайтып тотторасаҡ әле! Һуңынан аҙна буйы ҡатынына ҡыш көндәрендә нисек балыҡ тотоу серҙәрен, ул шөғөлдөң ниндәй мауыҡтырғыс булыуы тураһында һөйләйәсәк. Дания быларҙы күптән ятлап бөтһә лә, беренсе тапҡыр ишеткәндәй, уның хәбәрен ихлас ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай. Был юлы ла тап шулай буласаҡ. Аһа, Дания ирен юҡһынырға ла өлгөрҙө инде, әллә? Эй, Аллам, иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде! Фәрештәләре һәр саҡ янында булһын! Амин, шулай булһын! *** – Дания апай, ҡайҙа юғалып йөрөйһөгөҙ ул? Мин һеҙгә әллә нисәмә барып сыҡтым инде, осрата алмайым да ҡуям! “Аһа, юғалтырға ла өлгөргәндәр!” Күрше йортта ғына йәшәгән ауылдашы Вәсиләнең ҡыҙы икән. Иҫәнлек- һаулыҡ һорашҡас, Зилиә: – Әсәйемдәр бөгөн аят уҡытырға булды. Кистән үк әйтеп ҡуймағанмын икән, тип үкенде инде. Телефонығыҙға ла яуап бирмәйһегеҙ. Шуға өсөнсөгә китеп бара инем! – Бәй, өйҙә ҡалдырғанмын икән дә! Йә, әйтәм, нимәлер етешмәй төҫлө. Вәт, бушамаған саҡта һине йүгерткәнмен икән! – Дания ихлас көлөп ебәрҙе. – Ярай, Дания апай, мулла сәғәт икегә килеп етә, һуңламағыҙ! – тине лә Зилиә ашығып китеп тә барҙы. “Аятҡа саҡырғандар икән...” Бөгөнгө кисерештәренән әлегәсә айнып бөтмәгән Дания ҡабаланып фатиры ишеген асты. Ошондай урындарға йөрөгәндә генә кейә торған кейемдәрен кейә һалып, хәйерлектәрен төрөп алды ла ауылдашына ашыҡты. Күңел түренән әсәһенең һағышланып йырлаған йыры түгелә башланы:Төнгә ҡаршы берәү моңло итеп, Рамай, Айырылышыу көйөн йырланы. Тынға ҡалды урман буйҙары ла, Рамай, Шишмәләр ҙә аҡмай тыңланы...
Читайте нас: