Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Декабрь 2020, 21:44

Зилә-Зиләйлүк

- Зиләне төндә балнисҡа алып киткәндәр…- Үҙ-үҙенә сәнскән, тиме шул…

Зилә-Зиләйлүк
Мәҙинә Йәғәфәрова
- Зиләне төндә балнисҡа алып киткәндәр…
- Үҙ-үҙенә сәнскән, тиме шул…
- Тегенеһе башына еткән икән тәки…
- Эй, хоҙайым, анауы ике бәләкәсен уйлаһа ни булған! Үләм дә ҡотолам, тип эрәхәтлеккә һалыштымы икән, бахыр….
- Һай-һай-һай! Бигерәк аҙҙы шул, шешенә тулышҡайны.Үҙ башына булған икән...Кеше-фәләндән дә оялмай, көпә-көндөҙҙәп киткәйнеләр…
-Эйе шул, ир өҫтөнән йөрөмәһә, ни етмәгән уға...Алмалай ике балаһы бар, Иҙеле ни тиклем өҙөлөп торҙо.Кит инде, кит, ыстағәфирулла тәүбә, инде шундай ир ҙә оҡшамағас!Миңә эләкһәме ундай ир, белер инем нисек йәшәргә!
Көтөү ҡыуып барыусы бисә-сәсә төркөм-төркөм булып «гөж» килде.Барыһының да телендә ошо ваҡиға ине.Был шаҡҡатҡыс хәбәрҙе ишетеп, йөрәге өлпөлдәп киткән Гәүһәр әбей тиҙерәк ҡайтыу яғына ашыҡты.
- Ай аллаҡайым, ниңә генә сабыр итмәнең, балаҡайым…Һуң бит, хоҙайҙан сабырлыҡтар һора, тип күпме тылҡыным үҙеңә!..
Төҫө ҡасып ҡайтып ингән ҡарсығын күреп, Әнүәр бабай аптырап китте.
- Бер-бер хәл булдымы әллә? Ҡайһылай елтерәтә баҫып киләһең, артыңдан ен төштөмө? – тип мәрәкәләргә маташҡан бабайына Гәүһәр ҡул ғына һелтәне.
- Һинең шул инде, уйын да көлкө.Теге ҡыҙыбыҙ бит бәләгә осраған…Сәнскән, тиме, үҙ-үҙенә.Район үҙәгенә алып киткәндәр, ти төндә.Йә хоҙай, нимә менән барып бөтөр инде был эш…
Әнүәр бабай ҡулындағы таяғы менән ерҙе тызып торҙо-торҙо ла, ауыр көрһөнөп, ҡарсығы артынан өйгә ыңғайланы.Уның да кәйефе төшкәйне.Иртәнге сәйҙе һөйләшмәй генә эстеләр.Башҡа көндәрҙә Гәүһәр ҡарсыҡ бер туҡтауһыҙ сутырлап, көтөү ҡыуғанда ишетеп ҡайтҡан яңылыҡтарын теҙер ине, ә Әнүәр бабай: «Ана, минең радио һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләй ҙә башланы» , -тип шым ғына йылмая-йылмая уны тыңлар ине.Ауыл ерендә ни шул инде, кемдең ире ҡайҙа, кем менән, күпме эскән, ҡайһыһының һыйыры быҙаулаған, малы тәләфләнгән, балаһы кем менән һуғышҡан, һыу алырға барған бисә-сәсә ҡоҙоҡ төбөндә нисә сәғәт торған – бөтәһе лә секунды-минуты менән ишетелеп тора.Хатта ирешеп йөрөгөң килмәһә, яратыңҡырамаған кешеңә ишеттерә торған һүҙеңде кәрәкле генә кешеһенә әйт, хәҙер алып барып еткереп тә ҡуялар, үҙең бит йыртып та йөрөмәйһең…
Бөгөн иһә ҡарттар сәйҙе үҙ уйҙарына сумып, күңелһеҙ генә эстеләр.Һөйләшмәһәләр ҙә, икеһенең дә уйында Зилә ине…
... Ҡыҙыбыҙ, тиһә лә, Зилә үҙ ҡыҙҙары түгел инде уларҙың, әбейенең яратып ҡына, үҙ итеп кенә әйтеүе.Үҙҙәренең бала-сағалары күптән башлы-күҙле булып, кемеһе ҡайҙа таралып бөттө.Малайҙары, икеһе лә юғары белем алып, ҡайһыныһын ҡайҙа йүнәлтмә менән эшкә ебәрәләр, шунда ең һыҙғанып эшләп алды ла киттеләр.Ҡыҙҙары ла яҙмыш ҡайҙа ташланы, шунда, һыуға батҡан таш кеүек, төштөләр.Аллаға шөкөр, бала күтәреп ҡайтып, йөҙ ҡыҙартып йөрөмәнеләр, шуныһына ла рәхмәт.
Белемдәре, ике ҡулдарына эштәре бар, тағы нимә кәрәк инде.Гөрләтеп донъя көтөп яталар.Шулай итеп, ҡартайған көндәрендә ҡарсығы менән икәүҙән-икәү торҙо ла ҡалдылар.Хәйер, ҡартайған тип, әлл ни бирешмәгәндәр, шап-шаҡтай донъя көткәндәй әле үҙҙәре.Балалары өймәкләшеп килеп хәл белеп кенә торалар.Йәй етһә, ҡайһыныһы ҡайҙан йыйналышып килеп төшәләр, оҙон ҡыш бауырына етерлек итеп бесән-маҙарын эшләп китәләр.Кинйә малайы, алыҫ торһа ла, каникулында ҡайта һалып, утынын лапаҫ аҫтын тултырып әҙерләп ҡуя.Шул көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә генә ҡыйыныраҡ булып китә инде.Унда ла, бынан ете-һигеҙ саҡырымдағы ауылда йәшәп ятҡан оло ҡыҙының эреле-ваҡлы балалары, эйәртенешеп килеп, ике-өс көнгә етерлек итеп һыуын да ташып, өләсәләренең керләнеп киткән оло-оло керҙәрен дә йыуып, донъяһын ялтыратып таҙалап ҡайтып китәләр.Бер-бер үҙҙәренең мәшәҡәте сығып, килә алмай оҙаҡлап китһәләр, бына ошо Зилә килеп етә ине ярҙамға.Үҙҙәренең ауыл ҡыҙы инде, ошонда килен булып төштө.Тик ата-әсәһе иртәрәк китеп барҙы был донъянан.Апай-ағайҙары ла күмәк кенә ине, оҙон аҡса, бәхетле яҙмыш эҙләп ҡайһыһы-ҡайҙа таралып бөттө.Ярҙам итер, эс серен һөйләр, кәрәк сағында таяныр бер кеме лә юҡ янында.Ҡайһы саҡ сәй-шәкәре бөтөп, порошок-һабыны кәрәк булһа, йүгереп кенә инеп сыға әбейенә.
- Ҡайҙа, юҡмы берәй эшең? Эсергә һыуың бармы, әллә иҙәнеңде йыуып сығарайыммы? – тип кенә тора.
Әбей ҡыуана-ҡыуана йомоштарын да йомошлатып ҡала, кәрәк нәмәһен дә бирә һала.Ауылда ни йәштәргә эш тә, аш та юҡ хәҙер.Уҡыған кеше йүнен күреп йәшәп ята.Ә Зиләгә уҡыу эләкмәне, мәктәпте тамамлағас та, һауынсы булып эшләй башланы.Эшләүенә йыл да тулманы, ферманың малын көткән бер егеткә кейәүгә сығып та ҡуйҙы.колхоз к7т797н к7тк8н бер малсы2а кей89г8 сы2ып та 5уй0ы. колхоз к7т797н к7тк8н бер малсы2а кей89г8 сы2ып та 5уй0ы. колхоз к7т797н к7тк8н бер малсы2а кей89г8 сы2ып та 5уй0ы.
Ауыл халҡын был хәбәр әллә ни аптыратманы.»Барыр-таяныр ере, батыр күле юҡ, ҡайһылай һәйбәт булған», - тине лә ҡуйҙылар.Оҙон ҡышты ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәнеләр ҙә иртә яҙҙан, бәләкәй генә өй һалып, айырым сыҡтылар.Ире ғаиләлә баш бала ине, шуға ата-әсәһе лә йәһәтләп йүнәтешеп сығарыштылар, ни тиһәң дә, әле унан башҡа тағы дүрт малай, өс ҡыҙ бар бит.,Иҙел үҙе лә донъя көтөүгә тырыш булып сыҡты, эсеп, аҙып-туҙып йөрөмөне, тапҡан-таянғанын өйөнә өйҙө.Бер-бер артлы ғына улдары, унан ҡыҙҙары донъяға килде.Йәш ғаилә ҡәҙимгесә генә йәшәп ятҡан кеүек ине лә бит...
Һуңғы арала Зилә, Әнүәр бабай әйтмешләй, «ауыл почтальондары» теленә эләккеләй башланы.Ундайҙар ауыл һайын бар бит инде ул, ашарҙарына бирмә, кемде булһа ла сәйнәргә генә бир инде уларға…Ысын булһа, имеш, Зилә, яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан ҡәйнеше менән шаярғылай башлаған икән….Һүҙ өҫтөнә һүҙ өҫтәлеп, йәш ҡатын өҫтөндә болоттар ҡуйырғылай башланы.Ауыл халҡы ҡыҙыҡ бит ул, теленә берәйһе килеп эләкһә, сәйнәп төкөрмәйенсә туҡтамай.Яңы берәй хәбәр килеп сыҡҡансы, әйҙә әйләндерә лә һөйләй, әйләндерә лә һөйләй.Зилә менән дә шулай булды, уның тураһындағы хәбәрҙәр бер туҡталып, бер яңынан-яңы нескәлектәр менән тулыланып ҡарттарға ла етеп торҙо.Йәш ҡатын уларҙы онотмай килгеләп торҙо, ләкин Гәүһәр ҡарсыҡ, уңайһыҙланып, был турала хәбәр сығарманы.
«Кәрәк булһа, үҙе бер килеп асылыр әле», - тип уйланы.Ҡарсыҡ яңылышмаған икән, килде ул мәл…
…Салауат районындағы ҡыҙы килеп ҡайтҡайны ҡарттарҙың. Ай күрҙе лә, ҡояш алды, тиерһең, шатыр-шотор килеп тә төштөләр, кире китеп тә барҙылар.
- Эй, балаҡайым, тора бирһәңсе әҙерәк, - тиеүенә, ҡыҙы күҙ йәштәренә төйөлдө.
- Кейәүең дә эшенән көн һорап ҡына китте шул. Һүҙемде йыҡмай, тыңлағас та шәп әле.Әллә нишләп төшөмә индеңсе, шуға хәлеңде белешәйем, тип кенә уйлаған инем.Әле отпускыға ла сыҡмағанмын, әсәй, алла бирһә, малайымды ғына алып, яйлап ҡунаҡ булырмын.Эш бит, эш.
Ҡыҙы, исмаһам, бер кис тә йоҡламай ҡайтып китте .»Хәйерһеҙ, берәйһе инеп тә сыҡмай, баламдың күстәнәстәре менән сәйләп алыр инек эс бошҡанда», - тип уйлап та бөтмәне, шығырҙап ҡапҡа асылғаны ишетелде.Гәүһәр әбей, ятҡан еренән ҡасан ҡалҡынып, өҫ-башын һыпырғылап, ҡыйшайып киткән яулығын төҙәткеләп ябынғансы, ишекте шар асып Зилә килеп тә инде.
- Эй, ҡайһылай һәйбәт булды әле, ҡыҙым, бик ваҡытлы индең.Бер үҙем яманһыулап ултыра инем.
Бабайың ҡайҙа һуң, инәй?
Ҡайҙа булһын, Зиннур ҡорҙашында.Хәле насарайған, ти бит.Үҙ аңында сағында, янында ултырып, кисһеҙ ҡайтмам, тип китте әле.Эй, хоҙайым, улар ҙа яйлап кәмеп бара.Барыһы 37 кеше ҡайтып төшкәйне һуғыштан, хәҙер ни бөтә ауылға 6 ветеран.
Ҡайҙа, инәй, ниндәй эшең бар? Киске һауынға тиклем ваҡытым бар әле, ул-был итермен дә, тура бынан эшкә барырмын, тип индем.
Ҡуй, ҡуй, балам! Бер ниндәй ҙә эшем юҡ, ҡыҙым һыпырып эшләп бөттө.Булмаһа, сәй ҡуйып ебәр, икәүләшеп кенә, баламдың күстәнәстәре менән тәмләп тороп, сәй эсеп алайыҡ.Тамаҡ та кибеп тора.
Зилә ни, бында үҙ өйөндәге кеүек, әбейҙең нәмәһенең ҡайҙа ятҡанлығын белеп бөткән.Һә, тигәнсе электр сәйнүген ҡуйып та ебәрҙе, уныһы ҡайнап сыҡҡансы, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне, сынаяҡ-маҙарҙарын ултыртты.Икәүләшеп ҡара-ҡаршы йәтешләп кенә ултырҙылар.Тик шунда ғына Гәүһәр әбей ҡыҙының күҙ төбөндәге күктәрҙе шәйләп алды.
Атаҡ-атаҡ, Зилә ҡыҙым, был ни хәл? Ғүмере ҡыланмағанын, әллә Иҙел кейәү ҡул күтәрә башланымы?
Эй, инәй, инәй, булды инде, кешенән йәшерерлеге ҡалманы хәҙер.Тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә килде, нисек итергә белмәй башым ҡатты.Кәңәш бирер туғандарым да эргәмдә юҡ.
Зиләнең күҙҙәрендә йәш күргән Гәүһәр әбей өндәшмәйерәк торҙо, унан ипләп кенә: «Ҡыҙым, улай-былай хәбәрҙәр ишеткеләгәйнек тә бабай менән.Әллә дөрөҫмө?» - тип һорай ҡуйҙы.
Йәш ҡатын түгелеп илап ебәрҙе.Быға тиклем эсенә йыйып йөрөгән барлыҡ кисерештәре күҙ йәштәре булып атылып сыҡты.Бер аҙ тынысланғас, Зилә алдындағы яһалған сәйен дә онотоп һөйләй башланы.
…Илдар менән улар беренсе синыфтан алып бергә уҡынылар.Әллә ни аралашып-һөйләшеп бармай торғайнылар былай.Илдар үҙе лә ҡыйыуһыҙ ғына, оялсаныраҡ була торғайны.Мәктәпте тамамлағас, уҡыусылар, 25 май - һуңғы ҡыңғырау кисәһенән һуң, урманда усаҡ яғып ултырырға йыйындылар.Сығарылыш синыфы уҡыусыларының йыл да үткәрә торған изге йолаһы инде ул.Әле алда имтихандар, өлгөргәнлек аттестаты алыу тора.Унан уҡыусыларҙың ҡайһыныһы артабан белем тауҙарын яулауын дауам итә, кемеһелер эшкә төшә, ҡайһылары бәхет эҙләп сит-ят яҡтарға тартыла.Ләкин, барыһы ла таралып бөтмәҫ элек, ана шулай, ауыл янындағы түбәһе болоттарға олғашҡан бейек ҡая башында таң ҡаршылай торған ғәҙәттәре бар инде.Бына ошо усаҡ янында иғтибар итте лә инде Зилә синыфташына.Ҡыҙыҡ, нисек ошоғаса шәйләмәне икән һуң ул был ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, томраланып янып торған ҡара күҙле, бөҙрә сәсле егетте?Илдар үҙе лә был кистә тик уның янында уралды, осраҡлы ғынамы, әллә үҙе тап килтерҙеме, әммә табын артында ла, усаҡ янында ла урындары гел йәнәшә тап килде.Быға тиклем гел ата-әсәләре, уҡытыусылары күҙәтеүе аҫтында булған уҡыусылар бөгөнгө иркенлектән үҙҙәрен бер аҙ сәйерерәк һиҙҙеләр, ләкин ҡыҙҙарға, тип алынған бер нисә шешә татлы шарап, ә егеттәргә инде ҡатырағы ла, үҙенекен эшләне.Илдар ағаһынан һорап мотоцикл да алып килгәйне, егеттәр уның аккумуляторына магнитофон тоташтырып ҡуйҙылар.Бар тауышына асылған магнитофондан бөтә урманға дәртле көй ағылды.Йәштәр һөрән һалып, ҡушылып йырлай-йырлай ырғанданылар, унан парлашып талғын көйгә бейергә төштөләр.Инде апаруҡ ҡыйыуланып алған Илдар Зиләне үҙ янынан бер аҙым да ҡырға ебәрмәне, күкрәгенә ҡыҫып талғын көй ыңғайына өйрөлттө лә өйрөлттө…
Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа был көндө бөтөнләй йоҡоно оноттолар, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, бейеп арығас, ялҡынланып янған усаҡ янын түңәрәтеп ултырҙылар.Ошонан файҙаланып, Илдар ҡыҙҙы ҡулынан тотоп ситкә әйҙәне.Әле генә башҡалар ыңғайына шар ҙа шор килгән ҡыҙ шымтайып ҡалды, уңайһыҙланыбыраҡ ҡына башын эйә биреберәк егет артынан эйәрҙе.
Зилә, Зиләйлүк, тим! Әйҙә әле, бер мөғжизә күрһәтәйем үҙеңә.
Апаруҡ ҡыҙмаса булып алған егет ҡыҙҙы биленән ҡосаҡлап уҡ алды.Зилә, уны ҡырҡа ғына этеп ебәрергә теләп, ике ҡуллап егеттең күкрәгенә таянды, ләкин Илдар уның ҡулдарынан тотоп усына йомдо, шунан ирендәренә терәне.Уның эҫе һулышынан әллә нишләне лә ҡуйҙы ҡыҙ, быуындары йомшарып, бөтә тәне тирелеп төштө лә ҡуйҙы.Илдар һөйгәненең ҡулынан етәкләп, ҡая өҫтөнә ыңғайлатты.
Ҡуй, яҡын бармайыҡ, ҡурҡам мин бейеклектән, - тип ситкәрәк ынтылды Зилә.
Мин бар саҡта бер ниҙән дә ҡурҡма, йәме.Әйҙә, мин һиңә ауылды күрһәтәм, тағы ҡасан бында күтәреләбеҙ әле.Ҡурҡма, иҫәркәй, ныҡ тотам үҙеңде, ебәрмәйем.
Егет ҡыҙҙың биленән уратып ҡосаҡлап, ипләп кенә ҡаяның иң бейек, суҡайып торған еренә алып килде.Ай-бай-бай!…Быға тиклем дә, байрам һайын ауыл йәштәре гел генә ошонда усаҡ яҡҡанлыҡтан, Зиләнең бында булғаны бар, ләкин был ҡая башына ул тиклем яҡын килергә йөрьәт итмәй ине.Ҡурҡышынан ҡыҙ сытырҙатып күҙҙәрен йомдо, башы зырылдап әйләнеп китеүен тойоп, егеттең күкрәгенә терәлде.
-Ҡара әле аҫҡа, был тиклем матурлыҡты күргәнең бармы?
Ипләп кенә күҙҙәрен асҡан Зилә «Аһ!» итеп ҡалыуын һиҙмәй ҙә ҡалды.Иҫ киткес күренеш асыла икән дә һуң бынан! Ҡыҙ үҙен бөтөнләй таныш булмаған серле мөхиткә эләккәндәй тойҙо. Әкиәттәге кеүек мөғжизәле донъя ята ине уларҙың аяҡ аҫтарында...Инде әрбәк-һәрбәк яҡтыра башлаған, ләкин, шулай булһа ла, ауыл бөтөнләй күренмәй.Аҫта - урғылып-күпереп, ҡайнап ятҡан ап-аҡ томан, тик ара-тирә генә унан-бынан ҡуйы иң ситке өйҙәрҙең ҡыйыҡ баштары, мөрйәләре һерәйеп кенә күренгеләп ҡала. Алыҫта, ауылдың теге башында, ҡуйы томан араһынан рәссамдар һүрәтендәге гүзәл ҡатын-ҡыҙ күкрәге кеүек игеҙ тау бейек булып ҡалҡып сыҡҡан.Уларҙың тап уртаһынан һалынған бормалы юл әлегә күренмәй.Ә бына ауылды ҡап уртаға ярып үткән Ағиҙелдең бер өлөшө көмөш таҫма кеүек ялтырап күренеп ҡала, унан тағы томан араһына инеп юғала.Зилә күрмәһә лә һиҙә, аҫта, йылға буйында муйылдар ап-аҡ сәскәгә төрөнгән.Хуш еҫтәренән иҫеңде-һушыңды юйырһың хатта.Ошо йәшенә етеп былайтып таң ҡаршылағаны юҡ ине ҡыҙҙың.
…Бынан һуң улар синыфташтары янына барманылар, икәүҙән-икәү аҫҡа, Ағиҙел буйына төштөләр, йылғаның ҡырсынлы ярын ҡыҙырҙылар, муйылдарҙың илерткес хуш еҫенә иҫереп ҡоштар моңон тыңланылар.Егет ҡыҙға бөтөнләй икенсе яҡтан асылды.Беренсе синыфтан алып бергә уҡыһалар ҙа, Зилә уны бөтөнләй белмәгән икән дә һуң, ғәжәп! Сихри был таң ҡыҙҙың күңелендә бығаса быҫҡып ҡына ятҡан тойғоларын дөрләтеп ебәрҙе.Бына бит, ҡул һуҙымында, эргәлә генә йөрөгән мөхәббәте, ә ул шуны һиҙмәгән-белмәгән, хыялындағы кемделер ҡайҙандыр, алыҫтан килер кеүек итеп, көтөп тик йөрөгән…
-Абау, хәҙер әбей-һәбейҙәр һыйыр һауырға тора башлайҙар, кеше теленә эләгербеҙ, ҡайтайыҡ…
Ҡабаланған Зиләне Илдар тыңламаны ла.Бер-береһенән айырыла алмай оҙаҡ торҙолар йәштәр, тик ҡыҙҙан, кис сығасағына вәғәҙәһен алғас ҡына, оҙатып ҡуйҙы егет.
Бына ошо көндән башланды ла инде ике йәш йөрәктең татлы ла, ғазаплы ла мөхәббәт «ауырыуы».Кис булғанын, ҡараңғы төшкәнен еткерә алмай бер була Зилә.Ятһа ла, торһа ла күҙ алдында һөйгәненең шат йылмайған йөҙө.Көнө буйы бәхетле йылмайыу китмәй ирен ситтәренән.Хатта йәйҙең иң ялҡытҡыс мәшәҡәттәре – бесән әҙерләү ҙә быйыл әллә ни ауыр тойолманы.Ни тиклем арып-талып ҡайтһа ла, кис буласаҡ осрашыу бөтәһен дә оноттора.Тылсымлы йәй булды был ҡыҙ өсөн.Тик…аңғармай ҙа ҡалды, үтте лә китте бәхетле көндәр, көҙ килде.Көҙ менән һағыш килде – егеттең йәше еткәйне, армияға алып киттеләр.Икеһенең араһында хәҙер хаттар йөрөй башланы – ниндәйерәк хаттар бит әле! Зилә уҡый-уҡый ҙа ҡәҙерлеһенең бармаҡ остары тейгән ҡағыҙ биттәрен битенә ҡаплап тын ҡала: ул тиклем дә наҙлы һүҙҙәрҙе ҡайҙан таба икән, тип эстән генә ғәжәпләнә.Ул үҙе бер аҙ ҡырыҫыраҡ, бындай сөсөләнеүҙе әллә ни үҙ итмәй.Тик барыбер йәненә рәхәт, күңеле һөйөнә, йөрәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ наҙға тулыша…
Көҙгөлөккә, колхоз малдары йәйләүҙәрҙән ҡайтып, кәртә-ҡураға ингәс, Зиләне фермаға һауынсы итеп эшкә сығарҙылар.Үҙе лә шулай самалап йөрөй ине, шуға бригадир әйтеү менән ризалашты.Тынғыһыҙ һауынсы эше башланды: иртәнге биштән тороуҙар, көнөнә өс һауын, һөт тулы көс еткеһеҙ ауыр флягаларҙы ташыу…Тәүҙәрәк уяна алмай бер була ине, аҙаҡ уныһына ла күнегеп китте, эшенең ауырлығы һиҙелмәй башланы.Етмәһә, Илдарҙың иң өлкән ағаһы Иҙел дә ошонда уҡ малсы булып эшләй.
Ул Зиләнең апаруҡ эшен еңеләйтергә тырыша, оҙон телле бисә-сәсә күрмәгәндә, йәһәт кенә сенаж-фуражын таратышып ебәрә, улай-былай ауырыраҡ эштәрен дә үҙе теүәлләп ҡуя.Шулай мәшәҡәттәр менән ҡыш-яҙ үтте.Күгүләнгә аяҡ баҫыу менән Зиләләр йәйләүгә күсеп киттеләр. Был таулы яҡтарҙа көтөүлектәр иркен булмағас, колхоз фермаһының йәйләүҙәре алыҫта, сал Урал һырттарында урынлашҡан.Иртә яҙҙан күсенеп киткән һауынсылар, бер барып ятып алһалар, ҡара көҙҙә, ҡырпаҡ ҡар төшмәйенсә өйҙәренә ҡайтып инмәйҙәр.Мәктәптә уҡыуҙар тамамланғас, бала-сағалары ла бара эргәләренә, ҡош-ҡортон, һауын һыйырына тиклем машинаға тейәп алып китәләр.Йәй буйы һөт-ҡатығын ойотоп, ҡаймағын бороп, күнәк-күнәк майын тасҡап, йыйнап алып ҡайталар.Эргәлә генә булғас, емеш-еләген хатта ауылдыҡыларҙан арттырып йыялар әле, шунан төрлө-төрлө ҡайнатмаһын да әҙерләйҙәр, шәкәре булмағаны ҡутаранан 2 киптереп тә ала.Эй, йәннәт инде йәйләү тормошо! Борон ата-бабаларыбыҙ белмәй йәйләүгә күсенгән, тиһеңме ни…
Зиләләр ҙә колхоздың йөк машиналарына бөтә булған ҡаралты-фәләндәрен, кәрәк-яраҡтарын тейәп ебәреп бөттөләр, малдарҙы иһә көтөүселәр тура юлдан Урал һырттары аша ҡыуып алып киттеләр.Иң аҙаҡтан үҙҙәренә өҫтөн брезент менән көпләп, ҡалын таҡталарҙан ашыҡ-бошоҡ ҡына ултырғыстар ҡатылған «Зил» машинаһы килде.Ҡабалана-ҡабалана һуңғы бойороҡтарын биргән оло-оло апайҙар машина кузовына тәүҙә тейәлделәр, шунан көлөшә-көлөшә өймәкләшеп шаярышып торған йәш-елкенсәккә лә сират етте.Ҡуҙғалып киттеләр.Зиләнең былай оҙаҡҡа ауылдан айырылғаны юҡ әлегә, шуға йөрәге семетеп-семетеп алды.Ни тиһәң дә, дүрт ай апаруҡ ваҡыт шул.Хәҙер сенябрь уртаһы етмәйенсә ауылға ҡайта ла алмаясаҡ.Яҡын ара түгел бит.Кем белгән инде алда ни булырын, маңлайыңа яҙылғанды күрмәйенсә гүргә инеп булмай.Зиләнең дә, көҙгә инде ауылға ир ҡатыны булып ҡайтырмын, тип ике ятып бер төшөнә лә инмәне…
Эй-йй, белһәң ине ҡайҙа абынырыңды, йомшаҡ түшәп ҡуйыр инең дә би-ит, юҡ шул…Зиләнең яҙмышын ярты шешә ҡыҙыл шарап ҡырҡа икенсе яҡҡа бороп ебәрҙе...Әхирәтенең тыуған көнөн үткәргәндән һуң йәмле бер иртәлә ҡыҙ буласаҡ ҡайнағаһының ҡосағында уянды…Иҙел уны электән оҡшатып йөрөгәс, был уңайлы ваҡытты күптән көтә ине, шулай итеп, ирле-ҡатынлы булып йәшәп киттеләр…Был шаҡҡатҡыс хәбәрҙе кемдән тәүләп ишеткәндер, Илдарҙың хаттары башҡаса килмәне, армиянан ҡайтмай контракт буйынса хеҙмәт итеүен дауам итте.Тик йән яраларына ла ваҡыт дауа икән, үҙ-үҙенә ниндәй генә анттар бирмәһен,4 йылдан ул барыбер тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты.Был ваҡытҡа ағайы менән еңгәһенең бер-бер артлы ғына тыуған малайы менән ҡыҙы йүгерешеп уйнайҙар ине.Зилә өсөн тамуҡҡа оҡшаған көндәр тыуҙы: инде яҙмышына тамам буйһоноп, һәүетемсә йәшәп ятҡан еренән, йәшлек мөхәббәтен күреү уны ҡабат илерткес һөйөү утына ташланы.Төндәрен төштәрендә күреп уяна ла, янында ятҡан Иҙеленән ситкәрәк шылышыр ине.Уныһы ла араларының көндән-көн һыуынғанын аңлап-һиҙеп йөрөй.Зилә тора-бара Илдарҙы күрмәйенсә бер көн дә тора алмаҫлыҡ дәрәжәгә етте.Ҡәйнәләренә йомошо төшһә лә, төшмәһә лә бигерәк йышайҙы.Илдар иһә ике ут араһында янды.Бер яҡтан ағайына булған ихтирам тотоп торһа, икенсе яҡтан һөйгәнен уның ҡатыны итеп күреү, түшәктә күҙ алдына килтереү һарыуын ҡайнатты.
Бер көн килеп быға сик ҡуйылды…
Иҙел район үҙәгенә йомоштары менән сығып киткәйне был көндө.Зилә иртәнсәктән үҙен әллә нисек сәйер тойҙо: күңеле ҡайҙалыр билдәһеҙлеккә ашҡына, йөрәге күкрәк ситлеген йыртырҙай булып тибә.
Берсә радионан яңғыраған дәртле көй ыңғайына ҡушылып ҡысҡырып йырлап ебәрә, берсә баҡыйлыҡҡа иртә китеп барған ата-әсәһен уйлап яманһыулай, күҙҙәренә тиктомалдан йәш эркелә.Көндәлек эшләй торған эштәрен дә йүгереп йөрөп иртә теүәлләне бөгөн, киске һауынға тиклем ваҡыт бар әле, тип ҡулына ллә ҡасан уҡ башлап та һаман бөтөрә алмаған бәйләмен алып ултырҙы.Үҙе кемделер көткән кеүек ике күҙе тәҙрәлә – бына-бына ҡапҡанан таныш һын күренер кеүек.Илдарҙың армиянан ҡайтҡаны бирле уларға аяҡ баҫҡаны юҡ, гел генә ҡәйнәләрендә яҙа-йоҙа күреп ҡала, Зиләнән ҡасҡаны, күҙгә-күҙ осрашҡыһы килмәгәнлеге әллә ҡайҙан һиҙелеп тора инде.Гел генә улай ҡасыш уйнап булмаҫын йәш ҡатын аңлай, ҡасан булһа ла аңлашырға тейештәрҙер бит.
-Уф-ф-ф аллам, ниңә генә бындай хәлдәргә төшөрҙөң, ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың мине, йә раббым…
Зилә ҡулындағы бәйләме менән битен ҡаплап үкһене. Күҙ алдынан Илдар менән үткәргән сихри айлы кистәр, Ағиҙел буйында ҡояш ҡаршылауҙары, Ҡыяюл ҡаяһы түбәһендә иңгә-иң терәп етәкләшеп баҫып тороуҙары бөгөнгө кеүек кенә теҙелешеп үттеләр.Инде ҡасанан бирле үҙен тыйып, уртын сәйнәп ҡая таштай ныҡ булырға тырышыуы бөттө лә ҡуйҙы.Күңелендә күптәнән йыйылып килгән кисерештәре күҙ йәштәре булып йырылып сыҡты.
-Ҡуй, илама, етәр инде, бәғерем, -тип кемдеңдер сәстәренән һыйпауына айнығандай булып баш ҡалҡытты ла … үҙ күҙҙәренә ышанмағандай сайҡалып ҡуйҙы.
-Йәнем, килдеңме!? Һин!? Мин һиҙҙем… Мин белдем килереңде…Ҡасан булһа ла…Көттөм…
Бәйләнешһеҙ һүҙҙәр илау-үкһеү аша өҙөк-йыртыҡ сыҡты.Йәш ҡатын егеттең киң күкрәгенә йәшле күҙҙәрен йәшерҙе.Илдарҙың да күңеле тулғайны, өндәшмәй генә битен уның сәстәренә терәп тын ҡалды.Һүҙҙәр артыҡ ине…Йөрәктәр һүҙһеҙ ҙә аңлашты…
-Күпме көттөм…
-Ә кем ғәйепле һуң?
-Беләм, ғәйебем ҙур һинең алдыңда, ғүмер буйы кисермәҫеңде лә аңлайым.Мин, мин генә үҙ бәхетемде аяҡ аҫтына һалып тапаным…Бер кис яңылышыу хаҡын ғүмерем ахырына тиклем түләйемме ни? Яратам, ни хәл итәйем …
-Ә мин, мин ҡалайтайым?? Һине үҙ ағайымдың түшәгенән тартып ала алмайым да һуң…Ә балалар?Уларҙы ла уйлайым…
Йөрәктәр үкһене…Бындай ҙа көсөргәнештән хатта ваҡыт туҡтап ҡалғандай булды.Ер шары, бәлки, үҙе лә әйләнеүҙән туҡтағандыр был мәлдә...Донъя, бөтә мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, онотолоп китеп уларҙы тыңланы.
… -Үлтерәм!...Һуям!...
Аһ-аһ! Быныһы ниндәй ҡот осҡос тауыш тағы? Һиҫкәнеп баштарын күтәргән икәү йәшен һуҡҡандай ҡатып ҡалды..Ни арала ҡайтҡан да, ни арала өйгә ингәндер, Иҙел үҙен-үҙе белештермәй атылып килеп Зиләне осора һуғып та ебәрҙе.Дөбөр-шатыр ҡаҡ иҙәнгә барып төшкән ҡатынын аҙарынып типкеләй башланы.
-Кәнтәй! Өйҙән сыҡҡанды ғына көтөп торҙоңмо? Балаларҙы сығарып ебәреп тороп әҙерләндеңме?
Иҙелдең йөҙөнә ҡарауы ҡурҡыныс ине: аларып киткән күҙҙәренә ҡып-ҡыҙыл булып ҡан һауған, муйын тамырҙары артыҡ көсөргәнештән шартларҙай булып бүртеп сыҡҡан, ауыҙы иләмһеҙ булып ҡыйшайып киткән.Төкөрөктәрен сәсә-сәсә теш араһынан ҡыҫып сығарған һүгенеү һүҙҙәре йәнде телгеләп уҡ кеүек ҡаҙалды….
-Ағай, ағай, тим, аҡылыңа кил!..
- Үлтерәм!.. Юҡтың аты юҡ, бер кәнтәй кәмегәндән ни булыр тиһең?!
-Теймә уға!.. Уның бер ғәйебе лә юҡ!
Еңгәһен ағайының ҡулынан һалдырып алырға теләгән Илдар килеп йәбешкәс, Иҙел уны ла һалып осорҙо.Сылтыр-р-р,- итеп тәҙрәләр ҡойолдо, кейемдәр йолҡондо, дөбөр-шатыр ултырғыс ауып китте…
…Иҫенә килеп күҙен асҡанда Зилә янында илап күҙҙәре шешенеп бөткән ҡыҙы менән малайы ғына ине.Иҙел ул көндө өйгә бөтөнләй ҡайтманы, таңға тиклем ферманың мал өйөндә кәрт һуғырға йыйылған ирҙәр менән эсте.Онотолорға теләне, ләкин күҙ алдынан ҡустыһы менән кәләшенең ҡосаҡлашып тороуҙары китмәне.
- Эх-х-х! Тешен шығырҙатып йоҙроғо менән тубыҡтарын төйгөсләгән Иҙел ярһыуын баҫа алмай бер-бер артлы төп күтәрә эсеп ебәрҙе…
Был көндән һуң Зиләгә көн бөттө.Саҡ ҡына тауыш-тын сығарһа ла, өлгөрә алмай китеп һауыт-һаба йыуылмаһа ла, малы баҡырһа ла Иҙел уға көс төшөрҙө, хатта балалары булһа ла, һуғып осорорға оялманы.Гөл кеүек тормоштарының бар йәме китте, өй эсендә шыҡһыҙ тынлыҡ урынлашты.Бер ни аңламаған балалар ҙа, гел генә аталарының эсеп тауыш сығарыуынан ҡоттары алынып, шымтайышып ҡалдылар, ҡысҡырып көлмәҫ, шаярып уйнамаҫ булдылар…
….Зиләнең һөйләгәндәренән шаҡ ҡатҡан Гәүһәр әбей ҡапыл-ғара ни тип әйтергә лә белмәне, иҫен йыя алмай миңрәүләгән кеүек ултыра бирҙе.Бына һиңә мә!.. Кеше күңеле ҡарурман икән дә һуң, күпме аралашып йәшәйҙәр, бөгөн үҙе асылып китеп һөйләмәһә, Зиләне лә һәп-һәйбәт йәшәп ята, тип уйлап тик ултырыр ине…Йә инде, бына инде…
Ҡыҙым, ә Илдар үҙе нимә тей һуң?
Ул нимә тип әйтһен инде, ҡырға сығып китәйек, барыбер һинһеҙ йәшәй алмайым, ти.Аптырап тик йөрөйөм…Балалар бер түгел, икәү бит әле, һыпырылып сығып китер инең.Унан, сығып китеп тә ҡайҙа бараһың инде, кем һине ҡолас йәйеп көтөп тора тиһең?
Ай, ҡыҙым, ҡыҙым, туҡта әле, уйлашайыҡ, кәңәш-төгәш итәйек.Берүк ҡабаланма, сабырһыҙланма.Ағай-эне бит,сыбыҡ осо ла түгел, бер туғандар, йә инде…Бер ҡарында ятҡан, бер әсәнең күкрәк һөтөн имеп үҫкән балалар…
Ҡәйнәң-ҡайның бар, уларҙы ла уйла, атай-әсәй, тип күҙегеҙгә өңшәйешеп торған балаларың бар…Уларҙы ла уйла….Ҡабаланма, ҡыҙым, сабыр төбө – һары алтын, ти.Һуң, Иҙел дә ҡалай донъя көткәндәй ир бит, ә!
Онота алмайым мин Илдарҙы, инәй, яратам.Нишләйем һуң?
Ай, балам, балам, яратам, тип кенә йәшәп ятҡан донъяңды ҡыра һуғып сығып китеп булмай ҙа һуң...Төптән уйла әле, сабырһыҙланма…
Гәүһәр әбей менән Зилә оҙаҡ итеп серләште ул көндө.Йәш ҡатын күптәнән үҙ-үҙенә бикләнеп, эсенә йыйып йөрөгән аһ-зарын түгеп, туйғансы илап, күңелен бушатып, бер килкем тынысланып сығып киткәйне.Шунан һуң апаруҡ ваҡыт үтте.
Зиләнең килмәй оҙаҡлап китеүе тиккә булмаған икән…Бына бит, нисек барып осланған был хәл...Әле бөгөн килеп уның үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы күпте күргән, күпте кисергән әбей менән бабайҙы ла шаҡ ҡатырҙы.
Дә-ә-ә,- тип һуҙҙы Әнүәр бабай, бушаған сынаяғын ситкә этреп.
Ай, аллам, хәйерһеҙ, бынау балаларын уйламанымы икән ни? Үҙенең иртәләй ата-әсәһеҙ етем ҡалыуы етмәгән, бәләкәстәрен дә шул уҡ яҙмышҡа дусар итер ине бит, йә инде, ҡуй инде, - тип бот сабып аптыраны Гәүһәр әбей.Үҙенең Зиләне йәлләүҙән йөрәге өҙөлдө.Әнүәр бабай һәр саҡтағыса уның сутырлап китеүенә ҡушылып бер ни тип тә өндәшмәй, сабыр ғына тыңланы.Бабайының холоҡ-фиғелен инде яттан белгән әбейе, оҙаҡҡа шымып китеүенә ҡарап: «Әһә, был ни булһа ла уйлап сығара хәҙер», - тип эсенә йылы йүгерҙе.Ҡарт тамағын ҡырып алды ла, карауаты янына һөйәгән, оҙаҡ
тотоноуҙан йышылып ялтырап киткән таяғын һәрмәне, бик мөһим мәсьәләне хәл итеп бер ҡарарға килгән кешеләй, ҡапыл урынынан ҡалҡынды.
Туҡта әле, әбей, мин яйлап урамға сығып әйләнәйем. Ни хәлдәр бар икән?
Белә Гәүһәр әбей, хәҙер бабайының ауыҙынан ҡыпһыуыр менән дә бер һүҙ тартып ала алмаҫһың.Иң һәйбәте – уны үҙ иркенә ҡуйыу, аҙаҡтан барыбер яйлап ысҡына ул.Шуға өндәшмәй генә һауыт-һабаһын йыйыштыра башланы.
…Иртәнге ваҡ-төйәк эштәрен тамамлап урамға сыҡҡан Гәүһәр әбей, түбәнге остан яйлап баҫып ҡайтып килгән бабайын күреп, ҡапҡа алдындағы эскәмейкәгә сүгәләне.Бабайын тыны менән тартып алырҙай булып, сабырһыҙланып килеп етеүен көтә башланы.Уныһы ла, әллә юрамал ҡылана, әллә бөгөн әбейгә шулай тойоламы - уғата яй баҫҡан кеүексе.Етә килә, бабайының ирен ситтәренә ҡунған йылмайыуына ҡарап, Гәүһәр әбей «Тәк-тәк, бының кәйефе шәп күренә, һәйбәт хәбәр барҙыр», - тип уғата өтәләнеп урынынан ҡалҡынды, бабайына ҡаршы бер-ике аҙым атлап та өлгөрмәне, уныһы, ғәҙәттәгесә мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы:
Һәй-һәй, минең әбей, өйҙән сығып китеүемә әле генә, һағынып та өлгөргән, ә-ә-ә...
Эй-й-й, ошоноң булһа, мәңге шул мәрәкәң бөтмәҫ!.. Йә, ни бар, ҡалай күңелсәкләнеп киткәнһеңсе...
Әнүәр бабай ҡабаланмай ғына эскәмейкәгә ултырҙы, таяғын йәтешләп баҡсаға һөйәне, аяҡтарын һуҙып ебәрҙе.Әбейе аптырағандың көнөнән уның янына кире сүгәләргә мәжбүр булды.Үҙе: «Был ҡасан хәбәрен башлар икән», - тип тынып ҡалды.
Илдар улым ике баланы ла эйәртеп китте әле больнисҡа хәл белергә, - тип ашыҡмай ғына әйтеп ҡуйҙы Әнүәр бабай, сабырһыҙланып ауыҙына текәлгән әбейенә ҡарамай ғына..Икеһе лә, еңел тын алып, һөйләшмәй үҙ уйҙарына баттылар.Һүҙҙәр артыҡ ине…
Читайте нас: