Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Декабрь 2020, 21:30

Ике яҙмыш

Һаташып, яңылыш һөйләшкән Хәлимә лә аҙнанан ашыу өнһөҙ ятты. Ғүмеренең һуңғы минутында ғына:-Һыртаҡ, көт мине, -тип ҡулын һуҙып нимәгәлер тотондо һәм мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Әлиә САМАТОВА
-Көт мине, Һыртаҡ. Көт, һәүкәшкәйем.
Күптән инде йәнһеҙ әхирәтенә әйләнгән таяғына таянған Хәлимә һәлмәк кенә атлаған һыйырының ҡойроғона тотондо. Шулай кәлтер-көлтөр ыңғайланы улар. Көҙ-рәссам урман-тауҙарҙы күҙ сағылырлыҡ буяуҙарға мансығайны ла, йылғыр иҫкән көҙгө ел уның биҙәктәрен көндән-көн кәметеп, осортоп ҡына тора. Ағастарҙың һары-ҡыҙыл күлдәктәрен теткеләп йәмһеҙләгәс, тегеләре йолҡҡан тауыҡҡа оҡшап ҡалған.
Тирә-яҡҡа моңһоу ҡараш ташлаған хужабикәһен сабыр ғына көтә Һыртаҡ. Туҡһанынсы көҙөн ҡаршылаған Хәлимәнең аяҡтары етеҙлеген, күҙҙәре үткерлеген, ҡолаҡтары һиҙгерлеген юғалтты. Сөйәлләнгән ҡул бармаҡтары бөгөлмәҫ, тубыҡтары, көҙгө япраҡ кеүек, дерелдәп кенә торор булды.
Үҙ ғүмерендә бер ауырыуға ла бирешмәне Хәлимә. Дауахана юлы ике ятып бер төшөнә инмәне уның. Ниңә ауырыһын? Йәй буйы йыйған шифалы үлән төнәтмәләре тымауҙан, киҙеүҙән дауалай. Өҫтәленән аҡ өҙөлмәй: һөтө, ҡаймағы, ҡорото. Һурпа эсергә әсе ҡатыҡ тиһеңме, ҡаймаҡлап һемерергә сөсө ҡатығы, сәйгә ҡыҙыл эремсеге, күбекмайы. Бесән мәлендә һыуһын ҡандырып быуындарға көс бирер айраны. Ауыҙҙа иреп торған һары май, икмәккә яғырға аҡ май-һәммәһе лә етерлек әҙерләнде ҡышҡылыҡҡа. Эйе, ҡулынан килмәгән эш булманы Хәлимәнең. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ирен дүрт күҙ менән көтөп, көтөк булғас, донъя йөгөн үҙе тартты. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, ғаилә усағын һүндермәү-барыһы ла үҙ елкәһенә төшкәс, ирҙәр эшенән дә тартынып торманы ул. Эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәҫ, ел-дауылға һығылмаҫ, ауырыуҙарға баш эймәҫ булды. Тик ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә икән... Туғыҙынсы тиҫтәне тиргәндә “ҡартлыҡ” тигән ауырыу килеп ишек ҡаҡты. Ишеккә келә һалғас тәҙрәгә баҫышты, унан да индермәгәс, мөрйәнән төшөп “ҡунаҡланы”. Ҡартайҙы Хәлимә...Һыртағының ҡойроғона тотоноп бына ғүмер һуҡмағынан атлап килә. Әлдә ошо йыуанысы бар. Серҙәше лә, ҡотҡарыусыһы ла ул. Эйе, ҡотҡарыусыһы.
...Ауыл эргәһенән поезд юлы үтә. Тауҙан төшкән малдарға шул юл аша сығырға кәрәк. Көнө буйы тау артылып йөрөгән һәүкәшен ҡаршылап, ҡойроғона йәбешеп, өйөнә йүнәлгән ҡарсыҡ, алыҫтан айыу кеүек үкереп килгән поезды ишетмәне лә, күрмәне лә. Ауыҙ эсенән яратҡан көйөн мөңрәп,атлауын белде. Быны шәйләгән һиҙгер һыйыр, хужабикәһенең ҡурҡыныс аҫтында икәнен күреп, ситкә ялтанды. Ҡойроҡ төбө үҙәк өҙҙөрөп ауыртһа ла, Хәлимәһен ҡотҡарҙы ул. Рельсҡа бәрелеп ауыртҡан аяғы йүнәлмәне, аҡһаҡ булып ҡалды һәүкәш...
Аҡһап арыған Һыртаҡ та, аяҡтары талған Хәлимә лә туҡтап, Ҡымыҙлыҡ һыртына күҙ ташланылар. Төнгө ҡырау аҡ шәл япҡан тау һырты, тап Һыртаҡтың арҡаһы кеүек. Бынан ун биш йыл элек ялан кәртәлә йәнфарман сабауыллаған ап-аҡ һыртлы шаян быҙауға Хәлимә яратып Һыртаҡ тип исем биргәйне. Бигерәк теремек, аҡыллы булып үҫкән Һыртаҡ тора-бара ошо урам малдарының башлығы булып китте. Урманға ҡыуғанда күрше-күлән малдарын уға ҡушып ебәрергә тырышты. Ғилләһе бар ине шул. Аҡыллы һыйыр бер ҡасан да тарлауға инеү менән тауға үрләмәне.
Туғайҙарҙа туйынып, тәмле шишмәләрҙән һыу эсеп, кисләтеп кенә Өкө тауына күтәрелде. Һыртҡа менеп еткәс, сәңгелдәктә бәүелгән төйәген күҙәтте. Һиҙгер ҡолаҡтары “Һыртаҡ, һәү-һәү-һәү”,-тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән, ҡайтыу һуҡмағына төштө. Түҙемһеҙлектәрен ауыҙлыҡлай алмайынса тыпырсынып алға сапҡан һәм сарсап,себен-күгәүенгә ем булып, өйҙәренә тезләгән һыйырҙар буш ҡарындарын үкертеп, күкһел шыйыҡ һөттәре менән хужабикәләрен көйөндөргәндә, Һыртаҡ һәм уға эйәргәндәр тәмле, ҡуйы һөттәре менән быҙауҙарын һәм хужаларын һөйөндөрҙө. Эйе, шәп ине Һыртаҡ. Бер мәл урманда айыуға осрағанда ла юғалып ҡалманы хатта.
...Сериал ҡарап, шундағы геройҙарға ғашиҡ булған ҡатындар араһында малдарына уларҙың исемдәрен ҡушыу модаға инеп киткән мәл. Изаура, Марисабель исемле һыйырҙар, Антонио ҡушаматлы үгеҙҙәр күбәйеп киткән саҡ. “Модный” исеменә маһайып, үҙен эре һәм тәкәббер тотҡан Луис Альберто көтөүҙән айырылып сығып киткән бер тапҡыр. Үҙе менән Һыртаҡтың Йондоҙон да эйәрткән. Уларҙы эҙләп йөрөгән көтөү башлығы саҡыра-саҡыра бара торғас, ағас һынған тауышҡа күтәрелеп ҡарағайны... Ни күрә? Күҙҙәре аларған, ҡойроҡтары үрә сөйөлгән ике үгеҙ сабып килә. Арттарынан айыу. Уны-быны абайлап тормай, Һыртаҡ йыртҡыстың ҡаршыһына төшөп ер тырнап үкереп ебәрмәһенме! Көтөлмәгән тауышҡа ҡапыл аҙаған айыу туҡтап ҡала, әммә ҡаршыһында ни бары туҡал һыйыр торғанын күргәс, ғәйбәрләнеп уға ташлана. Үгеҙҙәр артынан сапҡан һыйырҙы ҡыуып еткәндә генә мылтыҡ тауышы, эттәрҙең абалауы ишетелә. Бәхетенә күрә эргәлә һунарсылар йөрөгән икән. Табанын ялтыратһа ла, Һыртаҡтың осаһын тырнап өлгөргән яуыз. Аҙна-ун көн һыҙланып йөрөнө Һыртаҡ. Хәлимә төрлө дарыу үләндәре менән яраһын уңалдырҙы. Луис Альбертоға ғүмерлек дәрес булды-көтөүҙән башҡаса айырылманы ул...
Шулай хәтирәләргә бирелеп ҡайтып етте ике серҙәш. Хәлимәнең:
-Китәм инде, һәүкәшкәйем, яңғыҙ ҡалаһың,-тигән һүҙҙәрен ишетеп, һырланған битенән йүгергән йәштәрен күреп борсолдо малҡайы.
Ҡартайған, үҙ аллы донъя көтә алмаған әсәләрен ҡалаға алып китергә тип ҡайтҡан ҡыҙы.
-Әсәй, малыңды бөтөрәйек. Үҙең беҙҙә йәшәрһең,- тигәс,
-Тик Һыртағыма теймәгеҙ. Ана, күршеләр менән һөйләшәм, шунда йәшәр,- тип ҡырт киҫте ҡарсыҡ.
Ихатала йырлашып йөрөгән тауыҡтарҙы шарылдатып салып, өй ишегенә ат башындай йоҙаҡ элеп, юлға әҙерләнде улар. Һыртағы эргәһенә инеп, Хәлимә өнһөҙ-һүҙһеҙ генә торҙо. Һәүкәшкәйе аҡһай-тоҡһай уның янына килеп, таныш еҫ аңҡыған ҡәҙерле ҡулдарға моронон терәне. Күҙҙәре тоноҡ күргән Хәлимә Һыртағының оҙон керпектәренең дымланғанын бармаҡ остары менән тойҙо. Дүрт күҙҙән аҡҡан йәштәрҙең әселеген улар ғына белә.
Тынлыҡ... Ауыр тынлыҡ... Яңғыҙ ҡалған һыйыр аҙбар ҡапҡаһы араһынан өй ишегендәге йоҙаҡты күргәс, йән өҙгөс тауыш менән баҡырып ебәрҙе. Уның тауышы тауҙарҙа шаңдау булып яңғыраны. Эргәләге тауыҡ ояһына яҡынлашты. Йомортҡа һалғандарына маҡтанып, ҡолаҡ ярып ҡытҡылдашҡан улары ла юҡ исмаһам. Бары тик тауыҡ тиҙәгенең әсе еҫе танауҙы яра һәм емһеҙ ҡалған бөрсәләр генә һикерешә унда. Һыртаҡтың тояғына ҡунып, толҡа тапмағас, улары ла төрлө яҡҡа һирпелешеп бөттө.
Күршеләре Һыртаҡты үҙҙәренә алып ҡайтты. Әммә бәләкәстән тояҡ баҫҡан ерен онотамы һуң ҡарт мал. Йылғаға һыу эсерергә сығарыуҙары була, тып итеп ғәзиз ҡапҡаһы алдына бара ла баҫа. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, уны үҙ аҙбарында ҡалдырҙылар. Яңғыҙ булһа ла, үҙ төйәге.
Ҡара көҙ етеп, Ҡымыҙлыҡ һыртына ҡар ятты. “Их, ошо һыртҡа ых та тимәй менеп етә ине ул. Хәҙер хәлһеҙләнде...” Хәлимәһен һағынды көндән-көн. Хужабикәһе Өкө тауының теге яғында, үҙе был яғында кеүек тойолдо уға. Һырт ҡына үтә бейек шул...
Бөтә уңайлыҡтары булған, йылы өйҙә Хәлимә лә йәм тапманы. Тамағы туҡ, өҫтө ҡараулы, әммә бәхет ҡошо тауҙар артында аҙашып ҡалғандай. Өнөндә лә,төшөндә лә нимәнелер эҙләне ул. Ғүмер көҙҙәре шулай һағышлы килде ике йәнгә.
Ҡыш уртаһында Һыртаҡ ашауҙан яҙҙы. Күршеләре нисек кенә тәрбиәләп ҡараманылар, моронон терәп һыу ғына эсте лә ояһына инеп ятты. Оса һөйәктәре һерәйеп, эсе шиңеп, күҙҙәренә аҡ һалды. Шулай, ул яҡты донъя менән хушлашты.
Һаташып, яңылыш һөйләшкән Хәлимә лә аҙнанан ашыу өнһөҙ ятты. Ғүмеренең һуңғы минутында ғына:
-Һыртаҡ, көт мине, -тип ҡулын һуҙып нимәгәлер тотондо һәм мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Улар аҡ һыртҡа бергәләп күтәрелделәр.
Читайте нас: