Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Декабрь 2020, 16:55

Тикшереү көткәндә

– Апай, беҙҙе күсермәй ҡалдырмаҫтармы һуң? – тигән булды бер “икеле” тоҡсайы.

Ҡолаҡты ярып дәрескә ҡыңғырау шылтыраны. Йә инде, тағы өлгөрөп булманы. Тағы 5 кенә минутҡа тәнәфесте оҙайтһалар, бер журналды тикшереп сығып өлгөрөргә булыр ине. Дежурҙағы йыйыштырыусыны әйтер инем. Белеп тора иртәгә обрнадзор киләсәген, бер кешелә лә уҡытыу ҡайғыһы юғын, һаман балаларҙы дәрескә ҡыуалап индерәләр. Һи, был тикшереүҙәрҙе! Исемдәрен иҫтә ҡалдырып бөтөрлөк түгел! Тәүҙә аккредитация үттек. Бахыр директор комиссия ағзаларын Ейәнсура менән Баймаҡтан барып алды. Мәктәп автобусын ҡыуа алмай бит инде, үҙенең шәхси “атын” егергә тура килде. Бер ай йоҡо күрмәгән, ялдың нимә икәнен күптән онотҡан “түрәгә” водитель эше хатта еңелерәк тә тойолғандыр әле.
Тикшереүселәрҙе күптән зарығып көткән ҙур ҡунаҡтар кеүек ҡаршыланыҡ. Аҙна буйы суточный режимда бөтөнләй ябылмай эшләгән мәктәп ялтырап-балҡып тора. Йөҙәрләгән бала уҡыуға ҡарамаҫтан, бер тауыш-тын юҡ. Бигерәк тә сығарылыш класс уҡыусыларының ҡобараһы осҡан. Контроль эштәр, тестарҙы бөтөнләй сит кеше эшләтәсәк бит! Нисауа! Йылмайып торған сит-яттан, әрләп торған үҙ уҡытыусыңдың күпкә яҡшыраҡ икәнен аңларҙар бына хәҙер!
Директор, уның урынбаҫарҙары айҙар буйы тултырған, аҙна эсендә 100-гә үҙгәрткән тиҫтәләгән папкаларын күрһәтә. Тегеләрен әйтер инем, шуларҙы бөртөкләп тикшерә бит әле! Күргәндәре юҡ тиерһең!
Уҡытыусылар ҙа аҙ йүгермәне! Көн дә тултырған журналды киренән тикшереп, эш программаларын, класс етәксеһе документацияһын тәртипкә килтереп хәлһеҙ ҡалдыҡ. Арала иң егәрлеләре дәрес пландарына тиклем күсерҙе!
Ярай инде, тырышҡанға күрә, үттек аккредитацияһын, хәҙер 12 йыл тыныслап уҡытырға сертификатыбыҙ бар!
Инде генә ҡағыҙҙан арынып, ең һыҙғанып балаларға белем өләшә башлағайныҡ, Ҡоролтайҙан тикшереү киләсәген хәбәр иттеләр. Был юлы туған тел һәм дәүләт теле уҡытыусылары төн йоҡоһонан яҙҙы.
Белдекле уҡыусылар:
– Нимә хәҙер башҡорт теле дәфтәрен күсерәбеҙме инде? – тип ҡайғырҙы.
– Юҡ, балалар, улай ыҙаламайбыҙ! – тим уларҙы йыуатырға тырышып.
– Апай, беҙҙе күсермәй ҡалдырмаҫтармы һуң? – тигән булды бер “икеле” тоҡсайы.
– Һеҙгә эләкмәҫме һуң? – тип мине ҡайғыртҡан булды икенсеһе.
– Юҡ, балалар, һис ҡайғырмағыҙ, беҙ улай тикшереүҙән ҡурҡмайбыҙ. Бер әрләнгәндән дә әллә нимә булмаҫ, маҡтаһалар ҙа юғалып ҡалмабыҙ, тип ныҡ итеп әҙерләнеп килегеҙ! – тигән булам. Уларға нимә, бер дәрескә әҙерләнеү – бүстәк! Бына миңә шәп! 6 дәрес, һәр береһенә 2-шәр, 3-әр класс ҡушылып инә. 14 класҡа 4 сәғәт буйы капитальный дәрес планы яҙырға мәжбүр булдым. Аҡсаһын 6 дәрес өсөн генә алам тип тороп булмай бит инде. Ә бесплатное приложение булған ММО тупланмаһын тикшереп, еренә еткергәнсе таң атты. Ну беҙ тикшереү алдынан йоҡлап булашмайбыҙ инде ул! Подумешь! Бер-ике тәүлек йоҡламағандан ғына кеше үлмәй инде! Уның ҡарауы Ҡоролтай тикшереүселәренең һораған, ҡыҙыҡһынған бөтә нәмәһе әҙер ине. Хатта маҡтап киттеләр. Эт күңеленә бер һөйәк тигәндәй, күҙҙәр эскә батһа ла, ҡан баҫымы 180/110-ға күтәрелһә лә, йылы һүҙҙән йән иреп, күңел күтәрелеп тороп ҡалдым.
Әле килеп обрнадзор көтәбеҙ! Бөтә район мәктәптәре аяҡҡа баҫты.Ул эш программаһын нисә үҙгәрткәнбеҙҙер. Инде генә тегеп ҡуяһың, тағы ла бер бит йәки аңлатмаһына ике юл өҫтәргә кәрәге асыҡлана.
Бер көндө шулай эшкә сумып ултырһам, бейемем шылтырата:
– Ҡара әле, килен, беҙҙең кейәү гүләйт һалдыра башлаған буғай.
Мин уны уҡытыусы булғас, шәп кешелер тип йөрөй инем! – ти.
– Ниңә улай тиһең, нимә булды?
– Бәй, хәҙер бер аҙна төнгө 3-тә генә ҡайта башлаған, ә кисә бөтөнләй иртән сәй эсергә генә һуғылған, ҡыҙым нимә уйларға ла белмәй.
– Һис ҡайғырмағыҙ, унда гүләйт итеү ҡайғыһы юҡ. Улар ҙа беҙҙең кеүек эштә!
– Кит инде, яҡлашма! Ҡайҙан ишеткәнең бар мәктәптәрҙең төндә эшләүен? – ти бейем.
– Һи, ишетеү генә тиһеңме, күргәнем дә бар. Улай ғына ла түгел, үҙем дә төнө буйы мәктәптән ҡайта алғаным юҡ.
– Бына һиңә кәрәке булһа! Бер йыллыҡ кейәүгә ышаныс юҡ. Һуң һин 20 йыл киленем булып йәшәгән арала ундай-бындай нәмә ишеткәнем булманы лаһа…
Бейемемдең аптырашта ҡалғанынан файҙаланып тиҙерәк аңлатырға керештем:
– Был аҙнала район мәктәптәрен обрнадзор тикшерә, шуға дүкәмит тултырабыҙ.
– Әстәғфирулла тәүбә! Уныһы ниткән убырнадзур тағы ла?
– Убыр түгел, обрнадзор. Республиканан килеп, беҙҙең нисек уҡытҡанды тикшерәләр.
– Бәй һеҙ төндә уҡытмайһығыҙ бит, көндөҙ дәресегеҙгә инһендәр…
– Улар дәрескә инмәй шул, түлке документация тикшерә.
– Улай икән, төндә нәмә эшләп ятаһығыҙ атыу?!
– Шул ҡағыҙҙарҙы яҙабыҙ, компьютерҙа йыябыҙ, баҫтырып сығарабыҙ, тегәбеҙ…
– Булды, килен, дәлше һөйләп тә торма! Мин аңлай торған нәмә булманы был. Мин эшләгән саҡта фронталь тикшереү генә була торғайны. Тиҙ генә ултырып яҙған тематик планды ҡарайҙар ҙа дәрестәргә инеп, уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшерә торғайнылар…
…Тағы шылтыратыу. Тиҙерәк ҡағыҙҙарҙы папкаларға тултырырға кәрәк. Бутап бөтһәм, иртәгә эҙләп тә табып булмаҫ. Бер нисек эште тамамлап булмай. Бер аҡыллы башы әйткән ти бит: “Уҡыусылар уҡытыусыларына ҡағыҙ-дүкәмит тултырырға мәшәҡәтләй!” – тип. Бахыр, ул да шул беҙҙең кеүек обрнадзорға әҙерләнгәндер инде…
Был тикшереү бөтә яйланған эште юлдан сығарҙы! Ул уҡыусыларға иғтибар етмәй, ул үҙ балама. Кисә бик нервы ҡоторғас, өйҙәгеләргә лә ныҡ эләкте. Ахырҙа балаҡайым ипләп кенә килде лә:
– Әсәй, һин тағы берәй эш эшләй белмәһеңме? – ти йомшаҡ ҡына.
– Ниндәй эш, нимә башымды ҡаңғыртаһың?
– Юҡ та, ҡаңғыртмайым. Просто Айнурҙың әсәһе – һатыусы. Көн дә чупа-чупс булһа ла алып ҡайта. Рөстәмдәр бер ҡасан да соусты һатып алмай, әсәһе консерва заводынан ташый.
Алһыуҙар, әсәһе колбаса цехында эшләгәс, гел бушҡа сосиска ашап ята. Ә һин, бер нәмә лә алып ҡайтмайһың, киреһенсә, минең дәфтәр – ручкаларыма тиклем үҙеңдең уҡыусыларыңа ташып бөттөң. Ишшыу етмәһә, гел эштән ҡайтаһың да беҙҙе тиккә әрләй башлайһың. Хәҙер 10 көн инде бер тәмлекәс тә бешергәнең юҡ! Белгең килһә, мин бер ҡасан да уҡытыусыға өйләнмәйем, вәт! – тип һушымды алды. Дә-ә-ә! Вәт һиңә обрнадзор!
“Дзин-дзинь!” Тағы ла ҡыңғырау! Бишенселәр инергәме-юҡмы тигәндәй аптырашып тора.
– Инегеҙ, уҡыусылар, ултырышығыҙ!
– Апай, һеҙ тикшереүгә әҙерләнәһегеҙ булһа, беҙ тик кенә ултырып торорбоҙ, тауышланмайбыҙ.
– Һы, мәктәпкә белем алырға килгән уҡыусылар нимә эшләп уҡытыусыға ҡамасаулаһын ти инде!
– Бәй, обрнадзор…
– Һи, обрнадзор ҙа булған икән!.. Ниндәй генә тикшереүҙәр үтмәнек!
Быныһынан да ҡурҡып ултырып булмаҫ, балалар.
– Улар иртәгә килә, ти бит! – тип ауыҙ асты ҡурҡып ҡына Азалия.
– Тикшереүселәр ана шул ишектән килеп инә лә, эштәре бөткәс, нәҡ шунан кире сығып китә, ә мин класс бүлмәһенең түрендә 20 йылдан ашыу көн дә нисек ҡуҡырайып баҫып торһам, артабан да шулай торасаҡмын. Ә һеҙ тағы ла тырышыбыраҡ уҡырһығыҙ тип ышанам! Обрнадзор тигән ғифрит уҡытыусыға балалар уҡытырға ҡамасаулай алмаҫ!
Ләлә ХӘСӘНОВА.
Туймазы районы.
Читайте нас: